Бөтә яңылыҡтар

Лексик омонимдарҙың килеп сығышы

Һүҙҙәр тарихы

Билдәле булыуынса, хәҙерге башҡорт телендә әйтелештәре менән яҙылыштары тура килеп, мәғәнәләре төрлө булған һүҙҙәр байтаҡ. Уларҙы беҙ «лексик омонимдар» тип беләбеҙ. Был төр омонимдарҙы өйрәнеү барышында уларҙың мәғәнәһе, яһалышы менән бер рәттән, тарихын да күҙ уңында тотоу мөһим, сөнки тап этимология һүҙҙең тәбиғәтен тулыраҡ асырға ярҙам итә. Был мәҡәләлә миҫал рәүешендә беҙ, ҡара, ҡарыш һәм ҡырҡ лексик омонимдарҙың килеп сығышын ҡарап үтербеҙ.
«Омоним­дар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге»нән аңлашылыуынса, беҙ – I. Зат алмашы. II. Сәнсеп тишә торған эш ҡоралы. «Төрки телдәренең этимологик һүҙлеге»нә таянып, был формаларҙың тарихы буйынса шуны әйтергә мөмкин: беҙ (I) – дөйөм төрки һүҙе (биз – төрөкмән; бис – уйғыр; пис – алтай). Ғалимдарҙың фекеренсә, башлыса, был һүҙ и һуҙынҡылы булған. Этимологияһы буйынса түбәндәге ҡараштар йәшәп килә: 1) биз < би 'мин' + си 'һин'; 2) биз < бән 'мин' + сән 'һин'; 3) биз < би 'мин' + з (боронғо икелек һаны).
Беҙ (II) – дөйөм төрки һүҙе: биз – төрөкмән; бис – уйғыр; пис/мис – алтай; миз – ҡырғыҙ. Билдәле ғалим М. Рэсэнен был һүҙҙең тарихи үҫеш юлын түбәндәгесә күҙ алдына килтерә: биз < би 'лезвие' + йеҙ 'баҡыр', 'еҙ'.
Ҡара – I. Яҙыу өсөн ҡулланылған, ниндәйҙер буяу иҙелгән шыйыҡлыҡ. II. Сифат. III. Ҡылым.
Төрки тел ғилемендә сифат һәм ҡылым булараҡ ҡулланылған формаларҙың тарихы өйрәнелгән: ҡара (II) – дөйөм төрки һүҙе (хара – хакас, яҡут; хура – сыуаш). Этимологияһына ҡарата әйтелгән ҡараштар түбәндәгесә: 1) боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларында теркәлгән ҡар 'ҡарайыу' исем ҡылымына 'билдә' мәғәнәһенә эйә булған -а күрһәткесенең ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән; 2) нигеҙендә ҡар 'ҡушып бутау' ҡылымы ята.
Ҡара (III) – дөйөм төрки һүҙе: хара – хакас, тува, тофалар; харай – яҡут. Боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларында был һүҙ теркәлмәй. Уның урынына баҡ, күҙәт кеүек формалар ҡулланыла. Ғалимдар, тап боронғо осорҙа был ҡылымдың булмауына иғтибар итеп, уның һуңғараҡ монгол теленән үҙләштерелеүенә өҫтөнлөк бирәләр.
Ҡарыш: I. Киреп ҡуйылған баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡ араһындағы үлсәү берәмеге. II. Тиҫкәреләнеү. III. Тартышып ҡатыу.
Төрки тел ғилемендә I һәм II мәғәнәлә ҡулланылған формаларҙың тарихы өйрәнелгән: ҡарыш (I) – дөйөм төрки һүҙе (ҡарыс – ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай; ғарыш – уйғыр; харыс – хакас, яҡут һ.б.). Ғалимдар был һүҙҙең, башлыса, баш бармаҡ менән сәтәкәй бармаҡ араһындағы үлсәү берәмеге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Ҡарағалпаҡ, нуғай һәм тағы бер нисә телдә тап ошо мәғәнә үҙенсәлеге хәҙерге көнгәсә һаҡланған. Этимологияһы бу­йынса шундай ҡараштар йәшәп килә: 1) -(ы)ш ялғауы ҡушылыу юлы менән ҡар, ҡары 'ҡулдың иңбаш өлөшө' һүҙенән барлыҡҡа килгән; 2) ҡары 'алырға, тоторға' ҡылымына -(ы)ш ялғауы ҡушылыу юлы менән барлыҡҡа килгән исем.
Ҡарыш (II) – дөйөм төрки һүҙе ҡарыс – ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ; ҡериш – уйғыр; харыс – хакас, яҡут. Һүҙҙең килеп сығышына ҡарата әйтелгән аныҡ ҡына ҡараштар юҡ. Шулай ҙа, тарихи күҙлектән ҡарағанда, ғалимдар был һүҙҙе монгол телендәге харгах, харгалдах, харгацах 'бәрелешеү, конфликтҡа инеү' исем ҡылымының нигеҙендә ятҡан хар элементына оҡшаталар.
Ҡырҡ: I. Һан. II. Ҡылым.
Ҡырҡ (I) – дөйөм төрки һүҙе: ҡырх – үзбәк, салар; хырых – хакас; ҡыҡ – төрөк һәм уйғыр телдәренең диалекттары; ҡирх – төрөкмән теленең диалекты; херех – сыуаш. Академик В.А. Гордлевскийҙың ҡарашынса, был һүҙ, башлыса, билдәһеҙ күплекте белдергән. Билдәле ғалимдар В. Шот менән М. Рэсэнен уның килеп сығышын ҡыр 'ломать' ҡылымы менән бәйләй.
Ҡырҡ (II) – дөйөм төрки һүҙе: ҡирҡ – үзбәк; хырых – хакас; ҡырғы – тува; ҡырт – яҡут. Төрки тел ғилемендә тарихын ҡыр 'ломать' ҡылымы менән бәйләүсе ҡараш өҫтөнлөк итә. Күренеүенсә, ике осраҡта ла һүҙҙең сығышы бер үк ҡылымға барып тоташа.

А.С. ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты

Читайте нас: