Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәренең теле иҫ китмәле ябай, халыҡсан. Уларҙа ҡулланылған һүрәтләү саралары беҙгә яҙыусы ижадының тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инергә, әҫәрҙе иҫтә ҡалдырырға, образлы күҙалларға ярҙам итә. Шулай уҡ мәҡәлдәр-әйтемдәр ҙә, фразеологизмдар йыш осрай.
Боронғо гректар һүрәтләү сараларын троптар тип атаған. Троп (грекса tropos) – әйләнеш, күсеш мәғәнәһендә. Ғөмүмән, кешенең ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтырыуында, әйберҙәргә, төрлө күренештәргә исем биреүендә, уй-фекер тәбиғәтендә, һүҙ ҡаҙнаһында тура һәм күсмә мәғәнәлектәр ята. Әҙәбиәттәге образлауҙар, һүрәтләү саралары ла ошо ерлектә барлыҡҡа килгән.
Сағыштырыу – телдең иң ябай һәм киң таралған һүрәтләү алымы, күренештәрҙе, предметтарҙы үҙ-ара оҡшаш һыҙаттары буйынса йәнәш ҡуйыу. Нескә хисле күҙәтеүсән әҙип айырыуса оҫта һүрәтләүҙәр ҡуллана: “Ҡый үләндәй ҡыйып, ҡырып ташланыҡ, һәм ҡырмыҫҡа иләүендәй тапаныҡ...”, “Быймала, май кеүек” (“Башҡорт халҡына яуап хат”); “Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә, әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә” (“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”).
Йәнләндереү – әйберҙәрҙең үҙ-ара оҡшашлығына нигеҙләнгән троптарҙың береһе, автор унда тере заттарға хас булған эш-хәрәкәтте, сифатты, уй-тойғоларҙы тәбиғәт күренештәренә, йәнһеҙ әйберҙәргә йәки абстракт төшөнсәләргә күсерә: “Киң аҙымлы еңеү атлап килгәндә...”, “Ватан шуның бөтәһен күреп торҙо” (“Башҡорт халҡына яуап хат”); “Шунда уҡ япраҡтар битенә беренсе тамсылар һикерҙе...” (“Беренсе тамсылар”).
Эпитет – грек теленән алынған һүҙ, ҡушымта мәғәнәһенә тура килә. Ул исем һүҙҙәргә аныҡлаусы һүҙ рәүешендә ҡушылып йөрөй. Йәғни үҙендә аныҡлаусы сифат һүҙ төшөнсәһе тота: “Иген түгел, ҡайнар йәштәр түгелде...” (“Башҡорт халҡына яуап хат”); “Ергә йылы ямғыр һибәләгән болоттарҙың алтын ҡанатын...” (“Яҙғы тауыштар”); “Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ...”, “Аяҡ баҫһаң, үләндәре торғаны бәрхәт инде...” (“Тупрағым, һауам, һыуҙарым”).
Метафора – ниндәй ҙә булһа берәй әйбер йәки күренешкә уға оҡшашлығы булған икенсеһенең үҙенсәлектәрен күсереү: “Тыңла, улар сиртә күңелең ҡылдарын...” (“Башҡорт халҡына яуап хат”); “Йыуырмын мин фашист ҡаны менән илем күкрәгенең яраһын...” (“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”).
Символика нигеҙендә шартлы образ, эмблема ята, мәҫәлән, “Йәшәйһе бар...” шиғырында автор үҙен бәйгеләрҙә сапҡан ат менән сағыштыра. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырында Рәсәйҙе – ҡайын, Башҡортостанды – япраҡ, “Тауҙар” шиғырында кешене тауҙар символлаштыра.
Аллегория – әйберҙәрҙе йәки хайуан-кейектәрҙе һүрәтләү ярҙамында кешеләрҙе һынландырыу: “Ейән – йәш арыҫлан” шиғыры аллегорик һүрәтләүгә ҡоролған: ейән – арыҫлан, атаһы – йөк аты, олатаһы – терпе.
Метонимия “исем алмаштырыу” һүҙенән килә. Бер предмет, күренеш мәғәнәһе менән уға тығыҙ бәйләнгән икенсе бер предмет исеме ярҙамында белдерелә: “Бөгөн дә шул тамсы-тамсы көмөш ҡойола...” (“Ямғыр”); “Әгәр уттар үткән минең йөрәк...” (“Таш өҫтөндәге гөлдәр”); “Үрмәләй аждаһа илгә көнбайыш яҡтан...” (“Декабрь йыры”); “Тимер дейеү яҡыная...” (“Ҡара һыуҙар”); “етен баш” үҙе миңә табан ыңғайланы...” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Синекдоха – күсереү мәғәнәһендә, бер нәмәнең мәғәнәһен уларҙың үҙ-ара һан, күләм нисбәтенә күсереп исемләү принцибына нигеҙләнә: “Өс йөҙ ат эйәрләнек иң дандарын, баҫҡан саҡта осҡон уйнатҡандарын, оҙатты ил...” (“Өс йөҙ егет”); “Ул егет илдәр сигенән һикергән һәм Балканға азатлыҡты килтергән...” (“Сит уттар”).
Перифраз – һүҙҙең күсермә мәғәнәһен кинәйәле сифатлап биреүсе стилистик алым: “Ат ярыштыра берәүҙәр, берәүҙәр һөйләй бүре, берәүҙәр “күргәндәрем”, тип борсаҡты яра эре” (“Таныш булмаған ҡунаҡ”).
Эвфемизм – киҫкен һүҙҙәрҙе йомшартып аңлатыу сараһы: “Һәм мин китеп тә барырмын донъянан...”, “Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр...” (“Мәңгелек улы...”); “Тып-тын йәшәп, шып-шым ғына донъя ҡуймамын...” (“Уйҙар”).
Ирония – кеше характерындағы ҡайһы бер йомшаҡ яҡтарҙы, тормоштағы етешһеҙлектәрҙе еңелсә көлөп яҙыу: “Монтер Морат йоп-йомшаҡ атлап ҡына, йөрөп ята ҡырын тейәп саҡ ҡына...” (“Һабан туйы”). “Үлмәҫбай” поэмаһының төп геройы бөтә ваҡиғаларҙы ла юмористик тонда һөйләй. Немец офицерҙарын һыу ингән саҡта әсирлеккә алыу ваҡиғаһын һөйләгәндә сатира алымы ла килеп инә. Ә Гөлбикәнең хатын уҡығанда, Катюша менән һөйләшеүе хаҡында хикәйә иткәндә юмористик тонға нескә лирик буяуҙар ҙа ҡушыла.
Гипербола, литота – хәл-ваҡиғаны йә геройҙы саманан тыш күпертеп йә кесерәйтеп һүрәтләү: “Тау ҡәҙәрле ҡайғы ҡалдырҙым да алып киттем барлыҡ өмөтөңдө...” (“Өмөт”); “Йылғалағы һары томбойоҡтай, тирбәлешеп ҡалды планеталар...” (“Ташлама утты, Прометей!”); “Әсәйемә мең йәш...” (“Өс сифатта күрәм...”).
Мостай Кәрим үҙ әҫәрҙәрендә лексик һүҙ ҡатламдарын да бик оҫта файҙалана.
Синоним – әйтелештәре төрлө, мәғәнәләре менән оҡшаш һүҙҙәр: “Һәр егеттең иҫәбе бил бирмәҫкә, һәр егеттең иҫәбе еңдермәҫкә...” (“Һабан туйы”).
Антоним – мәғәнәләре яғынан ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр: “Ҡайғыларым ҡайғырылмағандар, шатлыҡтарға ҡул да теймәгән...” (“Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым”); “Тимәк, бында ҡайғыһы ла, шатлығы ла инеп сыҡҡан...” (“Бөтәһе лә йәнле бында”).
Омоним – әйтелештәре бер, мәғәнәләре төрлө: “Айырылышҡанбыҙҙыр, бәлки, иртә, бәлки үтә иртә... Орлоҡ ҡойған мәлдә ҡайсаҡ гөлгә ел ҡағылып үтә” (“Осраштыҡ беҙ...”).
Һүҙ уйнатыу, каламбур – оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы: “Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара, ҡап-ҡара сәс шунан ағара...” (“Ҡайғы төҫө...”); “Бишебеҙ, биш себен булып, биш тәҙрәгә менә...” (“Үлмәҫбай”).
Афоризмдар – тапҡыр һүҙҙәр: “Бау ул, ҡустым, донъяның тотҡаһы...”; “Бисәләрҙең кеме кем икәнлеге бала аҫрағанда һынала” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Мәҡәл һәм әйтемдәр – ул халыҡ аҡылы. Мостай Кәрим теле – ул үҙе аҡыллы мәҡәл: “Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”); “Байрам ашы – ҡара-ҡаршы”, “Бирәһе килгән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына”, “Аш – ашҡа, урыны башҡа”, “Тартай теленән таба”, “Бер ҡыйындың мең рәхәте бар” (Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Фразеологизмдар – бер нисә һүҙҙән ойошоп, бер мәғәнәне аңлатҡан нығынған һүҙбәйләнештәр: “Аҙмы таң атты, аҙмы күҙ бәйләнде...”, “Ә унан һуң уҡыттыҡ арт һабағын” (“Башҡорт халҡына яуап хат”); “Һин аҡылдан яҙғанһың, Дәрүиш. Аңыңа кил” (“Ай тотолған төндө”).
Архаизм – әүҙем ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙҙәр: “Палубала түбәтәйле, сабаталы малай бара...” (“Ярҙар ҡала”); “Яҙыҡтары ярлыҡарлыҡ түгел, үтә олуғ” (“Ташлама утты, Прометей!”).
Окказионализм – автор неологизмы, телдәге яңы һүҙҙәр: “Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш, табындаштар оло байрамда, яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш изге һуғыш үткән майҙанда” (“Россиянмын”).
Варваризм – саманан ашып киткән һәм бигүк аңлашылып етмәгән сит телдең ят, әрһеҙ һүҙҙәре: “Рукавказ! – Әмерҙе был юлы тыңҡыш Вәлетдин ҡабатланы...” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Диалектизм – һирәкләп әҙәби телдә, персонаж телмәрендә осраған ерле һөйләштәргә генә хас һүҙҙәр: “Өс йөҙ инек – бер ауылдан көллөбөҙ...” (“Өс йөҙ егет”); “Эргәһендә йәре булмағастын...” (“Бөгөн төндә...”).
Профессионализм – ниндәйҙер һөнәргә ҡағылышлы махсус һүҙҙәр: “Ят кеше хәрби кейемдә, бер шпал бар яғала...”, “Был, ялға ҡайтҡан капитан, ауылына үткән саҡта...” (“Таныш булмаған ҡунаҡ”).
Әҙәбиәттә төшөнсәләр бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған антитезис рәүешле стилистик фигуралар ҙа йыш осрай.
Антитеза – төшөнсәләрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү: “Бик яҡын итеп хәтерлә йыраҡ дуҫыңды..”(“Тәҙрәңде ас та...”); “...Минең дә бит батыр дуҫым бар ине, уның өсөн киң майҙандар тар ине...” (“Һабан туйы”).
Оксюморон – һүҙ мәғәнәләрен парадоксаль рәүештә ҡаршы ҡуя: “Һөрән һалам: “Гитлер, – тимен, – дөмөккәнсе йәшәһен!..” (“Үлмәҫбай”).
Хиазм – һүҙҙәр сатраш килгән, ҡапма-ҡаршылыҡҡа ҡоролған фигура: “Аҡылы уның мөхәббәттә янған, мөхәббәткә аҡыл ултырған...” (“Ташкент иҫтәлеге”); “Берәүҙәрҙә гел генә күмәс, икмәк юҡ, икенселәрҙә икмәк бар, күмәс юҡ...” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Алогизм – уй-фекер ағышының боҙолоуы: “Беҙ һуҡырҙар. Күҙебеҙ күрә, күңелебеҙ күрмәй. Һуҡыр көйө ҡалдыр күңелебеҙҙе!”, “Әйттерегеҙ минең көйһөҙ көйҙө...” (“Ташлама утты, Прометей!”); “Һаман һаҡаллы сабыймын, һаман шул бер затлымын...” (“Ялтырап тормаймын”.)
Инверсия – һүҙҙәрҙең ҡәҙимге грамматик тәртибен үҙгәртеү: “Шартлар сиккә етә әҙәмең, табыу кәрәк бер-бер әмәлен...” (“Сер”); “Ләкин һуғыш йәнәшәлә. Өҫкә килә дошман шашып, төтөн ҡатыш саң болото көндө ҡаплай күккә ашып...” (“Ҡара һыуҙар”).
Асиндетон – үҙ-ара бәйләүсе һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу: “Төн. Яҡты төн мәңгелектәй тәрән. Ниндәй киңлек, ниндәй азатлыҡ!” (“Яҡты төн”).
Уй йомоу – уй-фекерҙең аҙағынаса әйтелеп бөтөлмәүе: “Йөрәгемдә шаңдау тора: Заманыңа... Заманыңа... Заманыңа...” (“Ярҙар ҡала”).
Эллипсис – еңел аңлашыла торған һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырыу: “Тамырға – дым, япраҡҡа – нур, һин – илһамым, һин – көс-кәрем... Һинән башҡа мин – бисара” (“Тыуған ерем”).
Риторик өндәшеү – яһалма һөйләшеү: “Рәхмәт һеҙгә, хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!” (“Уңдым”).
Риторик һорау – яуап талап ителмәгән стилистик фигура: “Әллә ҡояшыбыҙ һаранайып, яйлаймы көҙ яйын?” (“Елдәр иҫкән һайын...”).
Әҙәбиәт – ул тормош дәреслеге. Унда бөтә тормош, кешеләр, тәбиғәт, ысынбарлыҡ һынландырыла. Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙә беҙ хатта үҙебеҙҙең тормошобоҙҙо танығандай булабыҙ.
Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың аҡылы, аңы, зиһене – бөтәһе сағылыш таба. Яҙыусы үҙ уҡыусыһын тормош ваҡиғалары, геройҙарының ҡылыҡ-фиғелдәре аша ғына түгел, әҫәрҙәрендә тел- һүрәтләү сараларының уңышлы ҡулланылышы менән дә тәрбиәләй. Мостай Кәрим теле – ул халҡыбыҙ теле. Уның әҫәрҙәре аша телебеҙҙең байлығына, матурлығына, яғымлылығына тағы бер инанаһың. Образлы фекерләүҙең тәрәнлегенә ынтылыу һүрәтләү сараларының тәбиғәтенә яңыса ҡарарға өйрәтә. Автор был сараларҙы әҙәби биҙәк рәүешендә генә ҡулланмай. Троптарҙың идея-эстетик йөкмәткеһен бермә-бер арттырыу, хатта ваҡыты менән уларҙы символ юғарылығына күтәреү әҫәрҙәренең йөкмәткеһе яғынан ифрат тос булыуына килтерә.
М. Кәрим әҫәрҙәрендәге һүрәтләү саралары уның телгә бик маһир булыуын, һүрәтләнә торған күренештең төрлө биҙәктәрен тулы итеп сағылдырыу өсөн һүҙҙәрҙе оҫта һайлай белеүен күрһәтә. Ғөмүмән, һүрәтләү саралары – Мостай Кәрим ижадына көс, эске энергия биреүсе ижад сығанағы. Авторҙың геройҙары донъяның гүзәллеген, уның иҫ киткес ғәжәйеп һығылмалы, күп яҡлы булыуын төрлө биҙәктәр балҡышында күрә, тоя һәм ҡабул итә.
Йыйып әйткәндә, Мостай Кәримдең кешеләрҙең шатлыҡ һәм һағыштарын бөтә нескәлегендә тасуирлаған лирик шиғырҙары һәм поэмалары, замандың мөһим мәсьәләләрен яҡтыртҡан сәсмә әҫәрҙәре хәҙерге башҡорт поэзияһының иң күренекле әҫәрҙәре булып иҫәпләнә.