Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙың тоғро дуҫы

Яҙыусы, педагог Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға – 75 йәш

Маҡсат. Яҙыусының тыуған ер, тыу­ған ил, туған тел, тәбиғәт тураһындағы әҫәр­ҙәренә идея-художество яғынан анализ биреү; шағирәнең “Үҙ илеңде яҡлар бул” (А. Туҡтағолов көйө) йырының тарихы менән танышыу; илһөйәрлек тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ил яҙмышын хәстәрләр ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләү. Яҙыусы ижадында күтәрелгән мораль-этик проблемаларҙың актуаллеген билдәләү.
Йыһазландырыу. Ф. Ғөбәйҙуллинаның тормошо һәм ижады тураһында презентация, китаптарынан күргәҙмә. Яҙыусы хаҡында матбуғат материалдары, дәреслек, компьютер, мультимедиа проекторы, әҫәрҙәргә иллюстрациялар.
(Әгәр дистанцион уҡыу булһа, онлайн-осрашыу ойошторорға мөмкин.)
Дәрес барышы
Илебеҙ беҙҙең ожмахтай,
Иҫең китерлек, харап!
Тыуған ерем матурлығы
Туймаҫлыҡ икән ҡарап!
Ф. Ғөбәйҙуллина
Уҡытыусы. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға 75 йәш тулыуға һәм уның ижадына арналған кластан тыш сараны башлайбыҙ!
(Уҡыусылар Ф. Ғөбәйҙуллина һүҙҙәренә А. Туҡтағолов яҙған “Бейегеҙ әле, малайҙар, бейегеҙ әле, ҡыҙҙар!” йырын башҡара.)
Уҡытыусы. Һеҙ башланғыс кластарҙа уҡы­ғанда уҡ ошо йырҙы өйрәндегеҙ. Йыр һүҙҙәренең авторы кем икәнлеген беләһегеҙме? (Ейәнсурала тыуып үҫкән яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина!)
Уҡытыусы. Балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, йырҙар, күңелле шиғырҙар, уймаҡ хи­кәйәләр һәм тылсымлы әкиәттәр, йомаҡтар авторы, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина! (Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙын республикала барыһы ла белә. Ул беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ, уҡытыусыбыҙ, кәңәшсебеҙ!)
Уҡытыусы. Ул – 16 китап авторы! Күргәҙмәләге китаптар, балалар, бөтәһе лә һеҙҙең өсөн!
Ә башланғыс кластарҙа уҡығанда Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның ниндәй әҫәрҙәре менән таныштығыҙ?
(“Әлифба”нан хәрефтәр өйрәнгәндә беҙ Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының “Хәрефтәр иленә сәйәхәт”енән матур-матур шиғыр­ҙар ятланыҡ.) (Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй.)
1. Дамир Дыуандан килгән,
Димгә думбыра биргән,
Дөпөлдәтеп баҫҡан Дауыт,
Дәртләнеп күкрәк киргән.
2. Иртәнсәк ипләп кенә
Ирек ҡолонон ҡарай,
Иректә уны йүгертә,
Иркәләп ялын тарай.
3. Рәнйетмәйек баҡсаларҙы,
Рәхимлерәк булайыҡ,
Рәшәткәләрен рәтләп,
Рәхәтләнеп уйнайыҡ.
4. Таҫыл минең халҡым,
Тау-урманлы ерем,
Тапҡыр һүҙле телем,
Таң ҡалырлыҡ илем.
(Шиғыр һөйләү конкурсы уҙғарыла. Уҡыусылар мәктәп, балалар тормошо тураһында шиғырҙар һөйләй.)
Уҡытыусы. Балалар, был шиғырҙарҙа һеҙ үҙегеҙҙе йәки һеҙгә оҡшаған малай-ҡыҙҙарҙы таныйһығыҙмы? (Яуаптар тыңлана, баһалана.)
(Уҡытыусы шағирәнең юмористик шиғырҙары менән таныштыра.)
1-се уҡыусы.
– Мыяубикә, бесәйкәйем,
Ниңә бөгөн һин бойоҡ?
Ҡайҙа булған һиҙгер мыйыҡ?
Кем киҫеп алған ҡыйып?
– Һаҡалбай дуҫ, кәзәкәйем,
Һиңә кем хаслыҡ ҡылған?
Ғорурлығың – ҡара һаҡал
Төбөнән үк ҡырҡылған?
“Парикмахер” Әптерәй тип
Таҡҡандар уға исем,
Көн дә бер малды ҡайыҙлай
Ҡайсы тота ла кисен.
Барлыҡ хайуандар үсен
Әптерәйҙән тай алған,
Тибеп осорған тегене –
Күҙе күгәреп ҡалған.
(“Парикмахер” Әптерәй)
2-се уҡыусы.
Арҡам төп-төҙ генә минең,
Буйым да бик ҙур түгел,
“Дөйә килә, дөйә”, тиҙәр,
Шуға төшөнкө күңел.
Бик көнбағыш яратам шул,
Шарт та шорт шуны ярам,
Мәктәпкә лә, уйнарға ла,
Клубҡа алып барам.
Дәрестә лә туҡтамайым,
Ярып ҡына ултырам,
Ҡабыҡтарын төкөрөп,
Парта аҫтын тултырам.
Арҡамда бөкрөм дә юҡ,
Сүллектән атламайым.
Ниңә миңә “дөйә” тиҙәр,
Һис кенә аңламайым.
(Мине ниңә “дөйә” тиҙәр?)
Уҡытыусы. Был шиғырҙары менән яҙыусы ни әйтергә теләй? (Бәләкәй дуҫтарыбыҙ­ҙан көлөргә, йорт хайуандарын йәберләргә ярамай. Икенсе шиғырҙағы бала теләгән ерҙә көнбағыш яра. Ул “Сүп­ләмәгән ерҙә ҡый юҡ” тигән хәҡиҡәтте онотҡан. Кешенең хеҙ­­мәтен ихтирам итергә кәрәк. Беҙ лицейҙа йыйыштырыу­сыларҙы хөрмәтләйбеҙ, ко­ри­дорҙы, уҡыу кабинеттарын таҙа тотабыҙ.)
(Уҡыусылар “Һипкелле Тайфур”, “Телефонлы һайыҫҡан”, “Әхәт ниңә асыулы?” шиғырҙарын уҡый.)
Уҡытыусы. Балалар, был шиғырҙар беҙҙе ниндәй сифаттарға өйрәтә? (Үсек­ләшмәҫкә, телефонды артыҡ күп ҡулланмаҫҡа, ялҡауланмаҫҡа өйрәтә.)
Уҡытыусы. Насар ғәҙәттәре булған уҡыусылар ошондай шиғырҙарҙан фәһем алһын ине. Ә ни өсөн Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның геройҙары беҙгә яҡын? (Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә балалар уҡытҡан, ә уҡытыусы бала күңелен яҡшы аңлай.)
Уҡытыусы. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаны уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы тибеҙ. Ошо һүҙбәйләнештең мәғәнәһен һеҙ нисек аң­лайһығыҙ? (Беҙ балалар баҡсаларында тәрб­иәләнгәндә Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы төҙөгән сценарийҙар буйынса уҙғарылған бай­рам­дарҙа ҡатнаштыҡ: “Кәкүк сәйе”, “Йәйге Нардуған”, “Ҡышҡы Нардуған”, “Әсәйҙәр байрамы” һәм башҡалар. Мәктәп сәхнәләрендә уның “Сәскәләр байрамы”, “Ағас­тар байрамы”, “Йәшелсәләр байрамы”, “Сөмбөлә” байрамдарын үткәреп, бик күп ағас, ҡош, үҫемлек исемдәре менән таныштыҡ.)
Уҡытыусы. Эйе, Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының бөтә тормошо, ижады йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышланған. Беҙ ҙә уны, яҡташыбыҙ, тип ғорурланып әйтәбеҙ. Ул Күмертау ҡалаһының 8-се, 13-сө мәктәптәрендә (хәҙер М. Исҡужин исемендәге 13-сө башҡорт башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе-прогимназияһы), башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен тәүгеләрҙән булып уҡыта башлай. Ошо предметтарҙан хрестоматиялар төҙөй, Башҡортостан райондары буйлап асыҡ дәрес өлгөләре күрһәтә. Уҡыусыларын республикабыҙҙың төрлө матур урындарына экскурсияларға, походтарға йөрөтә уңған уҡытыусы.
Уҡытыусы. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – оҫта әкиәтсе лә. Уның әкиәттәрендә бәпембәләр һөйләшә, томбойоҡтар серләшә, ҡурай тарих һөйләй. “Андыҙъямал”, “Ҡурайһылыу”, “Артышбатыр” һәм баш­ҡа әкиәттәрен кемдәр генә белмәй икән!
Балалар, әйҙәгеҙ әле, яҙыусының “Матур болдор” әкиәтен сәхнәләштереп күр­­һә­тәйек. (Уҡыусылар әкиәтте сәхнә­ләш­терә.)
Уҡытыусы. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – оҫта йомаҡ ҡойоусы ла. Уның “Гөр-гөр гөрөлдәк” китабынан йомаҡтар ҡойошоп алайыҡ. (Уҡытыусы балаларға шиғри йомаҡтар уҡый, бергәләп яуап эҙләйҙәр.)
1. Йәй көнөндә сәскә атһам,
Хуш еҫләнә саф һауа,
Мәлендә йыйып киптерһәң,
Мин ауырыуға дауа. (Мәтрүшкә.)
2. Була ҡыҙылы, ағы,
Ә малдар өсөн – һары.
Уны ашаған һәүкәш
Һөтөн арттырған тағы.
Ҡыҙылдан аш бешерәм,
Ағын сәйгә төшөрәм.
Үҙе наҙлы түгелдер,
Бик файҙалы … (сөгөлдөр).
3. Сәтләүеге сеүәтәлә,
Үҙе хәс тә бәһлеүән,
Уны һындырмам, теймәм,
Шаулаһын, үҫһен … (имән).
4. Һындырмағыҙ, ҡосаҡлап,
Тиреп кенә йыйығыҙ.
Хуш еҫ биреп бешһен, тиеп,
Мейестәргә ҡуйығыҙ.
Әйтәме турғай, сәпсек:
“Китмәйем, илдә ҡалам,
Сөнки бында беҙҙең өсөн
Ҡышын аллана … (балан)”.
5. Ул ағас сәскә ата,
Урман хуш еҫкә бата.
Бал ҡорттары һура бал,
Сәскәләрен йыйып ал.
Киптереп сәйен эсһәң,
Йүтәлләүҙәрең үтә,
Ауырыуҙарың бөтә,
Шулай файҙалы … (йүкә).
Уҡытыусы. Яҙыусы ғына түгел, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – яҡшы әсәй, мөләйем өләсәй ҙә. Үҙенең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында бик матур шиғырҙар ижад иткән ул. Йәгеҙ әле, уҡыусылар, кем һөйләп ишеттерә?
(Уҡыусылар “Әлисә”, “Игеҙәк мырҙаларым”, “Торналар алып ҡайтҡан”, “Ҡурай” шиғырҙарын һөйләй.)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, тирә-яҡҡа күҙ һалһағыҙ, тормош – үҙе бер мөғжизә. Ана шул тормоштоң, гүзәл тәбиғәттең кескәй генә ынйы бөртөктәре ошо китаптарға тупланған.
Ә беҙ, өлкәндәр, һеҙҙе, балалар, тор­мош­тоң иң гүзәл мөғжизәһе тип иҫәп­ләйбеҙ. Ошо китапҡа тупланған шиғыр, әкиәт, хи­кәйәләрҙә һеҙҙең күңел донъяғыҙ сағыла.
Әйҙәгеҙ, балалар, беҙгә донъя матур­лы­ғын еткереүсе авторҙың үҙенә һүҙ би­рәйек. (Яҙыусы, Б. Бикбай премияһы лауреаты Фә­р­­­зәнә Ғөбәйҙуллинаның сығышын тыңлайҙар.)
Уҡытыусы. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы – бөгөн һеҙ белем алған уҡыу йорто тарихында матур эҙ ҡалдырған шәхес. Бынан 23 йыл элек, 1997 йылдың 1 сентябрендә, Республика политехник лицей-интернаты тәүге тапҡыр ишектәрен аса. Тантаналы линейкала Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы лицей уҡыусыларына “Үҙ илеңде яҡлар бул!” шиғыры менән мөрәжәғәт итә. Һуңынан “Каруанһарай” фольклор-эстрада ансамбле йырсыһы Артур Туҡтағолов был шиғырға көй яҙа.
Беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, Өфө ҡалаһынан килгән ҡунағыбыҙға ҙур рәхмәт! Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы, һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә, иңдәренә изге бурыс йөкмәп, оло маҡсаттар менән йәшәгән, һөнәренән йәм-тәм табып, иленә, халҡына арымай-талмай хеҙмәт иткән тынғыһыҙ шәхескә, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ! Беҙҙе яңынан-яңы китаптарығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ!

Ф.Ғ. ИШКИНИНА,
Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусыһы,
Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре

Читайте нас: