Бөтә яңылыҡтар

Тел ғилеме ҡаһарманы

Академик М.В. Зәйнуллиндың тыуыуына – 85 йыл

Уҙған быуаттың икенсе яртыһы беҙҙең республикала һәм шулай уҡ дөйөм төрки донъяһында туған телдәрҙе өйрәнеүҙә, милли тел ғилеме өлкәһе сәскә атыуҙа һәм йылдам үҫеүҙә мөһим бер этап булып билдәләнә. Уны беҙ тәүге сиратта мәшһүр тел ғилеме белгестәре, профессор­ҙар Н.К. Дмитриев (1898 – 1954) һәм Ж.Ғ. Ке­йекбаев (1912 – 1968) исем­дәре менән бәйләйбеҙ. Ысынлап та, мәҫә­лән, Н.К. Дмит­риев «Сравнительная грамматика тюрк­ских языков» (Мәскәү, 1955 – 1962), «Строй тюркских языков» (Мәскәү, 1962), «Башҡорт теленең грамматикаһы» (Өфө, 1950) кеүек фундаменталь хеҙ­мәт­тәрендә бик күп төрки телдәрен, шул иҫәптән башҡорт теленең фонетикаһы, лексикаһы, морфологияһы һәм синтаксисын ентекле тикшерҙе. Күренеүенсә, СССР Фәндәр ака­демияһының ағза-корреспонденты, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Н.К. Дмитриев башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙә ифрат ҙур роль уйнай. Шуға ла ғалим БАССР-ҙың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була. Билдәле лингвист Ж.Ғ. Кейекбаевтың мәшһүр ғалим булып үҫеүендә уның йоғонтоһо көслө. Ғилми остазы хаҡында башҡорт телсеһе һәр ваҡыт ололап иҫкә алған. Ана шул ерлектә хәҙерге башҡорт филологияһы формалаша, ҙур бер төркөм танылған телселәр үҫеп сыға.
Шундайҙарҙың береһе – Марат Вәли улы Зәйнуллин (1935 – 2016 йй.), филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР Юғары мәктәп алдынғыһы, Рәсәй юғары һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.
М.В. Зәйнуллин 1935 йылдың 5 ноябрендә Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында уҡытыусы ғаиләһендә ты­уа. Үҙ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптән һуң Мораҡ педагогия училищеһында уҡый. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған Марат Зәйнуллин һәм дуҫы Зиннур Ураҡсин 1954 йылда БДУ-ның тарих-филология факультетына уҡырға инә. Буласаҡ академиктар университетты ла ҡыҙыл дипломға тамамлай, башҡорт тел белеме менән ҡыҙыҡһына баш­лай. Мәҫәлән, 1958 йылда өлкән курстар студентының яңы орфографияға арналған мәҡәләһе «Совет Башҡортостаны» гәзитендә «Беҙҙең тәҡдимдәр» исеме аҫтында донъя күрә. «Ҡы­лым­дарҙың күптән үткән заман формалары» исемле тәүге ғилми мәҡә­ләһе “Башҡортостан уҡытыусыһы” (№7, 1960) журналында баҫыла.
Марат Вәли улы Зәйнуллин – профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың беренсе аспиранты. Остазыбыҙ бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланды, ғилми етәксеһен ғүмере буйы һағынып иҫкә алды, уның һүҙҙәрен, әйтем-лаҡаптарын ҡабатлар булды. Остаз һәм шәкерт мөнәсәбәтенең нисек булырға тейешлеген Марат Вәли улы өлгөһөндә күрергә мөмкин ине. Фекеремде шуның менән нығытам: профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың тормошо, ғилми эшмәкәрлеге хаҡында ғалим ике тиҫ­тәнән ашыу фәнни мәҡәлә яҙҙы, һәр юбилей һайын библиографик белешмәләр редакторланы, факультетта ғилми конференциялар уҙғарыуҙы матур ғәҙәткә әйләндерҙе.
М.В. Зәйнуллиндың хеҙмәт кенәгәһендә тик бер уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты атамаһы яҙылған. Ул 1959 – 1962 йылдарҙа – аспирант; артабан – кафедра ассистенты, өлкән уҡытыу­сы; 1966 йылдан факультет деканы була, ә бер аҙҙан ВАК доценты дәрәжәһен ала. 1988 йылда башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире итеп һайлана. Марат Вәли улының ниндәй дәрәжәләге факультет деканы булыуын республикабыҙҙың барлыҡ филологтары яҡшы хәтерләйҙер. Эйе, уның университетта, профессорҙар араһында абруйы, дәрә­жәһе уғата юғары ине, уҡыу йорто етәкселеге уның һүҙҙәренә, фекеренә, тәҡдимдәренә иғ­тибарлы булды. Былар барыһы ла М.В. Зәйнуллиндың фекерләү тәрәнлеге, аргументлау оҫталығы, телмәр мәҙәниәте юғарылығына бәйле ине. Был оҫталыҡты сит телдәр факультеты деканы, профессор Рәхим Зәки улы Ме­рәҫев юғары баһаланы. Ә шағир Марсель Сәлимов уны юҡҡа ғына «легендар декан» тип атаманы. 2000 – 2010 йылдарҙа ла ғалим ошо яуаплы вазифаны яратып башҡарҙы, эшкә, университетҡа һәр ваҡыт оло ҡәнәғәтләнеү менән йөрөнө, хеҙмәтенән ләззәт тапты. Остазымдан түбәндәге һүҙҙәрҙе йыш ишеттем: «Башҡорт дәүләт университеты халҡыбыҙ, республикабыҙ үҫеше өсөн ғәйәт оло эштәр башҡарҙы. Данлы уҡыу йортонда белем алыуым, уның тәүге аспиранттарының береһе, Почетлы про­фессоры булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Мин үҙемде, ғаиләмде университетһыҙ күҙ алдына килтерә алма­йым».
Академик М.В. Зәйнуллин башҡорт тел ғилеменә намыҫ менән хеҙмәт итте. Ул юғары уҡыу йортонда уҡытыу менән бергә ғилмиәткә ярты быуат ғүмерен арнаны. Ғалим биш йөҙҙән ашыу фәнни мәҡәлә яҙҙы, ике тиҫтәгә яҡын монография, дәреслек, уҡытыу программалары авторы булды. Киң ҡарашлы филолог булараҡ, ул башҡорт шиғриәтенә ғашиҡ ине. «Туған тел – мәңгелек хазина» (Өфө: Китап, 2005) китабын бар күңелен биреп әҙерләне, тел хаҡындағы шиғырҙарҙы, айырыуса Х. Ғиләжев, З. Биишева шиғырҙарын яттан белде. Остазыбыҙ фән менән бергә ат­ланы, модаллек категорияһы һәм ҡы­лым формаларын тәрән тикшереүсе телсе һуңғы тиҫтә йылда тел ғилеменең башҡорт телендә бөтөнләй өйрәнелмәгән өлкәләрен барлауға тотондо, үҙ шәкерттәренең иғтибарын шуға йүнәлтте. Был антропоцентризмға ҡоролған яңы йүнәлеш булды. Арҙаҡлы ғалим башҡорт тел ғилеменә «лингвистик шә­хес», «милли менталитет», «антропони­мик культура», «башҡорт тел картинаһы», «асҡыс һүҙҙәр» кеүек терминдарҙы индерҙе, уларҙың ғилми асылын, принциптарын билдәләне. Телсебеҙгә хас йәнә бер хәҡиҡәткә туҡталабыҙ: М.В. Зәйнуллин оҙаҡ йылдар күренекле телселәр хаҡында ғилми очерктар яҙыу­ға ваҡыт тапты. Улар араһында профессорҙар Н.К. Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, А.Н. Тихонов, М.З. Зәкиев, Т.М. Ғарипов, Ә.Ә. Юлдашев, Ф.А. Ғә­ниев, Ҡ.З. Әхмәров, М.Ғ. Хәйруллина, Р.З. Ме­рәҫев, И.П. Распопов, М.Х. Әхтәмов һ.б. бар.
Академик М.В. Зәйнуллин юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өлкәһендә ең һыҙғанып эшләне. 1979 – 1995 йылдарҙа телсе – БДУ-ның филология буйынса докторлыҡ диссертациялары яҡлау советы сәркәтибе, ә 1995 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ғилми совет рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Ғалим 50-гә яҡын фән докторҙары һәм кандидаттары әҙерләне, улар бөгөн, остаз исеменә тап төшөрмәй, фән менән шөғөлләнә, тел ғилемен уҡыта. Был эштәрҙең барыһын да бергә туплап, атаҡлы телсебеҙҙе башҡорт тел ғилеменең ҡаһарманы тип атау урынлы булыр. Йәнә килеп, профессор М.В. Зәйнуллин бик оҙаҡ йылдар төрлө йәмәғәт эштәре башҡарҙы: ғилми советтар ағзаһы, ҡоролтайҙар делегаты, тел комисияһы рәйесе, «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы рәйесе, байтаҡ уҡыу йорттарының маҡтаулы профессоры, ғилми баҫмалар редколлегияһы ағзаһы булды.
Арҙаҡлы телсебеҙ ғаиләһендә лә ғилми мөхит тыуҙырҙы. Йәмәғәте Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы – филология фәндәре кандидаты, билдәле лексиколог; ҡыҙы Лилиә Марат ҡыҙы – филология фәндәре докторы, профессор, инглиз теле белгесе; Мансур Марат улы тарих фәндәре кандидаты булды. Милли ғилмиәтебеҙҙе үҫтереүгә ана ниндәй баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе Зәйнуллиндар! Уларҙың йыш ҡабатлар һөйләме ҡолағымда бер моң-ауаз булып яңғырап тора: «Эш күп!..». «Телем, халҡым» тип йәшәгән ҡаһармандар башҡаса була алмайҙыр, уларҙың исем-шәрифе, дан- ҡөҙрәте лә мәңгелек.

Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Өфө күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының һәм
Башҡортостан Республикаһының Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы

Читайте нас: