Бөтә яңылыҡтар

Ғалим булғым килә!

Башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисовҡа бағышланған кластан тыш сара

Ҡатнашалар:
Әхнәф Харисов;
Сәтиғә – уның әсәһе;
Мәҡлүфә – һеңлеһе;
Әхүәз, Ғиффәт – бер туғандары;
Хәниф, Фәнүзә – дуҫтары.
Уҡыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле тамашасылар! Балтас районының бәләкәй генә Имән ауылы республикабыҙға ҙур шәхесте – яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхнәф Харисовты биргән. Беҙ данлы яҡташыбыҙ һәм уның республикабыҙға биргән хеҙмәте менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
(Сәхнәлә Сәтиғә бишек йырын көйләп бишек тирбәтә. Әхнәф уҡый. Ишектән ике бала килеп керә.)
Сәтиғә. Әйҙә, Хәниф, әйҙә, Фәнүзә, уҙығыҙ, балаҡайҙар! Әхнәф, Мәҡлүфә! Дуҫтарығыҙҙы ҡаршылағыҙ!
Әхнәф (шаярып). Ҡунаҡтарға урын түрҙән! Шулай тип әйтмәһәм, үтә алмай торорһоғоҙ әле! Һаумы, Хәниф! Ни йомош?
Хәниф. Йомошобоҙ ҙа юҡ, кис ултырырға керҙек. Сәтиғә апайҙың әкиәттәрен тыңлаһаң, ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡала.
Әхнәф. Йүкә сөй ҡағырға тиһәң, һиңә ҡуш инде, һай, оҫта минең дуҫ!
Фәнүзә. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, Әхнәф, Хәнифтең күңеле нескә, ҡыйырһытып ҡуйыуың бар. Улай шәп­ләнһәң, шуны бел: телгә оҫталығың менән һин дә әсәйеңә бурыслы!
Хәниф. Һинең әсәйең кеүек яттан әллә күпме әкиәттәр белеүсе, шиғырҙар ижад итеүсе кеше тирә-яҡта башҡаса юҡ! Минең дә шиғыр уйлап сығарғым килә!
Әхнәф. Бөттө, бөттө, биреләм! Әсәй! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: беҙ ҙә, ҡунаҡтар ҙа һинең ауыҙҙан сираттағы әкиәтте көтәбеҙ. Ә мин, көндәгесә, яҙып та алам әле һөйләгәндәреңде! (Ҡулына яҙып, таушалып бөткән блокнотын, ҡаурый ҡәләмен ала.)
(Балалар Сәтиғәне тирәләп ултыралар. Лампаны Әхнәфкә яҡын ҡуялар.)
Сәтиғә. Әкиәт тоғом сиселмәгән, мин бөгөн һеҙгә көләмәс һөйләйем әле, яратһағыҙ.
Балалар. Яратабыҙ! Яратабыҙ!
Сәтиғә. Бөгөнгө көләмәсем бай менән уның хеҙмәтсеһе тураһында. “Бер бай хеҙмәтсеһенә:
— Бар әле, бынау һауытты тултырып ҡымыҙ һатып алып ҡайт, — тигән.
— Була ул, — тигән хеҙмәтсе, — аҡсаңды ғына бир.
— Һай, иҫәр, — тигән бай, — аҡса биргәс, кем дә алып килә уны. Һин бына, йүнле хеҙмәтсе булһаң, аҡсаһыҙ алып кил.
Хеҙмәтсе сығып китә. Бер аҙҙан һуң ҡайтып:
— Бына, бай ағай, һорағаныңды алып ҡайттым, — тип һауытты алдына ҡуя.
Бай һауыттың буш икәнен белгәс:
— Һуң бының эсендә бер нәмә лә юҡ бит! — ти.
Хеҙмәтсе:
— Эсендә булғас, уны кем дә эсә ала, бына һин уның эсендә бер нәмә лә юҡ ваҡытында эсеп ҡара, — ти”.
(Балалар көлөшәләр.)
Хәниф. Хеҙмәтсе бигерәк аҡыллы булған, байҙан рәхәтләнеп көлгән!
Әхнәф. Аҡылың булһа, алданмаҫһың, алйот булһаң, алдыра алмаҫһың, тип дөрөҫ әйткәндәр инде. Бай булыуы менәнме ни, хеҙмәтсеһенә буш һүҙ һөйләп торғас!
Әхүәз. Әсәй, әкиәттәрҙә лә, көлә­мәстәрҙә лә байҙар – гел ахмаҡ. Ысынлап та шулай булғанмы ул?
Ғиффәт. Баштары эшләмәгәс, улар нисек байыған һуң?
Мәҡлүфә. Хеҙмәтсе, аҡыллы булһа ла, ярлы... Аңламаҫһың инде...
Әхнәф. Аҡыллы бай менән ахмаҡ хеҙмәтсе тураһында кем көләмәс ижад итһен инде? Аҡыллы байҙың ваҡыты булмаҫ, ахмаҡ хеҙмәтсенең башы етмәҫ.
Хәниф. Бына мин әкиәттәрҙе тыңла­йым да, миңә бөтә байҙар ҙа алйот булып күренә.
Фәнүзә. Ерәнсә сәсән тураһында һөйләгән ине бит Сәтиғә апай, унда ла байҙың ҡаҙ бүлерлек тә аҡылы юҡсы! Нисек аҡсаларының иҫәбенән яҙманы икән ул, тип уйлап ултырғайным.
Сәтиғә. Аҡыл – тәбиғәттән бирелә торған, кеше үҙе үҫтерә алған иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе. Бик аҡыллы, зиннәтле, миһырбанлы бай кешеләр булған. Уларҙың хөрмәтле исемдәрен халыҡ хәтерендә һаҡлаған. Ә бына ямандары, халыҡ өҫтөнән көлгәндәренә ҡаршы Ерәнсә сәсән кеүек йор һүҙлеләр ысын ут асҡан.
Мәҡлүфә. Әйҙәгеҙ, ул көләмәсте спектакль итеп халыҡ алдында уйнайыҡ!
Балалар. Әйҙәгеҙ! Әйҙәгеҙ!
Мәҡлүфә. Беҙ Фәнүзә менән байҙың ҡыҙҙары булырбыҙ! Әсәй! Камзулдарыңды алып торайыҡмы?
Сәтиғә (йылмайып). Алығыҙ, ал. Һандыҡтан сулпыларҙы ла алып тағығыҙ. Һай, әртистәр!
Әхнәф. Әхүәз менән Ғиффәт – байҙың малайҙары. Мин – Ерәнсә сәсән!
Хәниф. Минең ахмаҡ бай булғым килмәй! Әйҙә ролдәрҙе алышайыҡ!
Әхнәф. Ерәнсә сәсәндең бөтә көләмәстәрен яттан һөйләй алам. Ҡай сағында уның йор теле миңә күскән кеүек хис итәм хатта. Уйнайым инде шул ролде, Хәниф, дуҫ булһаң, дуҫ бул!
Сәтиғә. Байҙың ҡатынын уйнарға әртистәр етмәй бит әле. Фәниә һеңлегеҙ бәләкәй, йоҡлай. Бишектәге Хөннә уйнамаҫ бит, мин булырмын. (Көлә.)
Хәниф (теләр-теләмәҫ). Һеҙ уйнағас, мин дә баҫам инде...
Әхнәф. Әйҙәгеҙ, ғаилә булып теҙелеп ултырышығыҙ. Мин сығам да килеп кергән булырмын.
Хәниф. Ҡаҙҙар кәрәк бит әле, ҡайҙан алабыҙ?
Мәҡлүфә. Бына мендәрҙәрҙе ҡаҙ итеп теҙәм дә ҡуям. Башланыҡ!
(Бай, уның ҡатыны, балалары, ҡаҙ­ҙар­ға ҡарап, аптыраған ҡиәфәттә ултыралар. Ерәнсә сәсән инә.)
Ерәнсә сәсән. Ни эшләп былай ҡайғырышып ултыраһығыҙ?
Бай. Бына бит, Ерәнсә, беҙ алтаубыҙ, ә биш кенә ҡаҙыбыҙ бар. Шуны бүлә алмай ултырабыҙ.
Ерәнсә. Рәхим итегеҙ, үҙем бүлеп бирә­йем. Тик миңә бер тоҡсай килтерегеҙ. (Байҙың ҡыҙы, тоҡсай килтереп, Ерәнсәнең алдына ҡуя. Ерәнсә, ҡаҙҙарҙы алып, яйлап ҡына үҙенең алдына теҙә. Һанай. Унан һуң табындағы кеше һанын барлап сыҡҡан була.Ҡаҙҙың береһен алып байға һуҙа.)
— Һин инде, бай ағай, ҡатының менән оҙаҡ йылдар татыу ғына ғүмер иткәнһең. Инде бынан һуң да Хоҙай һеҙҙе айырмаһын. Шуның өсөн һеҙҙең икегеҙгә бер ҡаҙ бирәм. Хәҙер инде иҫәпләп ҡарағыҙ: һеҙҙең икәүегеҙгә бер ҡаҙҙы ҡушҡас, күпме була?
Бай менән ҡатыны. Өс була, Ерәнсә сәсән, өс була.
(Ерәнсә тағы бер ҡаҙҙы ала ла байҙың ике улына һуҙа.)
— Бына һеҙ икәү инегеҙ, бер ҡаҙҙы ҡушҡас, һеҙ ҙә өсәү булдығыҙ. Шулаймы?
Малайҙар (шатланып). Эйе, эйе, өсәү булдыҡ!
(Ерәнсә ҡаҙҙың тағы ла береһен алып байҙың ике ҡыҙына һуҙа.)
— Хәҙер бына һеҙ ҙә, бер ҡаҙ ҡушылғас, өсәү булдығыҙ. Шулай бит?
Ҡыҙҙар (ҡаҙҙы ҡушып һанап ҡарайҙар). Шулай, шулай, Ерәнсә!
(Ерәнсә ике ҡаҙҙы үҙенә табан тартып ҡуя.)
— Бынау ике ҡаҙ янына үҙемде лә ҡушһам, беҙ ҙә өсәү булабыҙ. Дөрөҫмө?
Бай. Дөрөҫ! Дөрөҫ!
Балалары. Ысынлап та өсәү булаһығыҙ! (Ерәнсә ике ҡаҙҙы тоҡсайына һалып сығып китә.)
Сәтиғә. Әртистәр ҙә – үҙегеҙ, тамашасы ла – үҙегеҙ. Йә, шым ғына сәпәкәй итегеҙ!
Мәҡлүфә. Хөннә һеңлебеҙ театр тыңлап йоҡларға өйрәнде инде. Уянмай ул!
Әхнәф. Ялсылар йәки байҙар түгел, беҙҙең халыҡ шундай аҡыллы ла, йор һүҙле лә ул!
Ә минең Өфөгә уҡырға барғым килә! Бына шул әкиәттәрҙе, аҡыллы һүҙҙәрҙе йыйып, ҙур китап баҫтырғым килә!
Сәтиғә. Барырһың, улым, уҡырһың, ғалим булырһың. Телебеҙ байлығын килер быуындарға мираҫ итеп ҡалдырыр­һың! Беҙ атайың менән һеҙҙең һигеҙегеҙгә лә белем бирәсәкбеҙ! Ата-әсәнең изге бурысы ул!
Әхнәф. Әсәй! Һин халҡыбыҙҙың һүҙ ҡомартҡыларын нисек ҡәҙерләп күңелеңдә һаҡлайһың, ипләп кенә, ялҡытмай ғына беҙгә өйрәтәһең, һеңдерәһең, мин дә телебеҙҙе шулай, һинең кеүек һаҡлая­саҡмын!
Хәниф. Имән ауылында тыуҙың, имәндәй ныҡ бул, дуҫ!
Фәнүзә. Мулла Ибраһим нәҫелен дауам итеүсе һин, мәғрифәтселек юлынан тайпылма!
Әхнәф. Тайпылмам! Һеҙҙе — туғандарҙы, дуҫтарҙы, яҡташтарҙы – онотмам! Балтас районы Имән ауылынан Ибраһим улы Әхнәф Харисов тураһында ишетерһегеҙ әле! (Музыка фонында уҡыусы һөйләй.)
Уҡыусы. Ысынлап та, 14 йәшендә хыялы артынан Өфөгә сығып киткән Әхнәф бөйөк эштәре менән дан яулай. Башҡорттарҙан беренсе булып 1937 – 1941 йылдарҙа тел белеме буйынса аспирантура тамамлай. Башҡорт теле грамматикаһы буйынса кандидатлык диссертацияһы яҡлай. 1944 йылда Әхнәф Ибраһим улының диссертацияһы айырым китап булып Өфөлә баҫылып сыға. Һуғыштан ҡайткас, БАССР Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1948 – 1951 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе була. Институтта кесе хеҙмәткәрҙән алып директорға тиклем вазифаларҙы биләп, бөтә белемен, фиҙаҡәр хеҙмәтен туған халҡына бағыш­лай. “XVIII – XIX быуаттарҙа башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, был эше башҡорт һәм рус телдәрендә китап булып донъя күрә. Ул башҡорт әҙәбиәтенең боронғо ҡомартҡыларын аса һәм башҡорт әҙәбиәтенең көнсығыштың классик мәҙәниәте менән бәйләнештәрен күрһәтеп бирә. Яҡташыбыҙ – башҡорт теле һәм әҙәбиәте бу­йынса бер нисә дә­реслек авторы. 1950 йылда Әхнәф Харисов редакторлығында башҡорт ауыҙ-тел ижадының өс томы, йырҙарының бер томы баҫыла. Унан һуң Әхнәф Харисов башҡорт фольклорының 18 томын әҙерләүҙә ҡатнаша. Ул ғүмере бу­йына Башҡортостан ынйыларын – фольклорҙы берәмтекләп йыя, башҡаларҙы ла ҡәҙерләп һаҡларға өндәй. Шуға ла туған халҡы уның исемен оло ихтирам менән телгә ала.

Г.Х. МӨҠИМОВА,
Балтас районы Иҫке Балтас ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы;
З.И. ӘХМӘҘУЛЛИНА,
педагог-ойоштороусы

Читайте нас: