Бөтә яңылыҡтар

Бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереүҙә яңы алымдар

Оҫталыҡ дәресе

Маҡсат. Балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә фекерләү технологияһының эффектлылығын күрһәтеү һәм эш алымдарын тәҡдим итеү.
Бурыстар. Тәнҡитле фекерләү технологияһының метод һәм алымдарын ҡулланыу; уның принциптарына нигеҙләнеп, коммуникатив шәхес тәрбиәләү; саҡырыу – фекер йөрөтөү – рефлексия законлылығын һаҡлау; һәр уҡыусының фекерләү ҡеүәһен иғтибар үҙәгендә тотоу.
Фекерләү технологияларының төп принциптары: балаларҙың азатлығы һәм үҙен ижади сағылдырыуы; уҡыу процесында һынау һәм хаталаныу методы; коллективта хеҙмәттәшлек һәм аралашыу.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы фәлсәфә, психология, педагогика фәндәренә нигеҙләнә. Был технология тәү башлап сит илдә өйрәнелгән. Уның авторҙары – америка ғалимдары Чарльз Темпл, Дженни Стил, Курт Мередит, Скотт Уолтер.
Рәсәйҙә ул 1997 йылдан алып билдәле, уҡытыу системаһына уны Ирина Муштавинская, Игорь Загашев, Сергей Заир-Бек яраҡлаштыра.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы – ул нимәнелер инҡар итеү, тәнҡитләү түгел, ә, киреһенсә, үҙеңә яраҡлаштырып, ҡулайлаштырып өйрәнеү тигәнде аңлата.
Уҡыусы телде, мәғлүмәтте ятлап түгел, ә тормош тәжрибәһенә таянып, ирекле фекер йөрөтөп өйрәнә. Яңы технология уҡыу барышында аңлашылмаған һорауҙарҙы, проблемаларҙы күрергә, асыҡларға ярҙам итә.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы эҙмә-эҙлеклелек принцибына нигеҙләнгән. Яңы мәғлүмәт менән танышыу алдынан уҡыусы мин нимә беләм; ниндәй яңылыҡ алдым; был тема миңә нимә бирә, мин уны нисек ҡулланам; ул артабан миңә нимә өсөн кәрәк тигән һорауҙарға яуап эҙләй.
Тәнҡитле фекерләү технологияларына нигеҙләнеп үткәрелгән дәрестә уҡыусылар үҙ аллы белем алырға ынтыла, тәнҡитле һәм ижади фекерләй, бәйләнешле, дөрөҫ һөйләргә, үҙенең эшмәкәрлегенә баһа бирергә өйрәнә.
Швейцария ғалимы Жан Пиаже үҙенең хеҙмәтендә тәнҡитле фекерләү технологияһын саҡырыу, фекер йөрөтөү, рефлексия кимәленә бүлгән. Уларҙы асыҡлап китәйек.
Практик өлөш. (Уҡытыусы умартасы кейемен кейә.)
– Мин кем? (Умартасы.)
– Ә ни өсөн мин бөгөн умартасы булып кейендем? (Бал йыйырға.) Хәҙер мин һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙҙе ошо батманға йыям.
– Бал йыйырға миңә кемдәр ярҙам итер? (Бал ҡорттары.)
– Ә ҡайҙа ул минең бал ҡорттарым? Кемдәр улар? (Беҙ.)
– Бөгөн дәрескә эшһөйәр, тырыш, бай рухлы уҡытыусылар, уҡыусылар йыйылған. Ә һеҙ – минең уңған бал ҡорттарым. Бергәләп ошо тәнҡитле фекерләү кәрәҙен белем менән тултырырбыҙ.
Беҙ әле тәнҡитле фекерләү технологияһының “уй-фекерҙәр кәрзине” алымын ҡулландыҡ.
– Уҡыусылар, ә мин кисә бер умартанан 500 кг бал йыйҙым. Һеҙ миңә ышанаһығыҙмы? (Юҡ.)
– Ни өсөн? Фекер йөрөтөп, яуаптарығыҙҙы иҫбатлап ҡарағыҙ. (Бер умартанан 500 кг бал йыйып булмай; ҡыш көнө бал ҡорттары йоҡлай.)
– Афарин. Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған фекерҙәр алымы ярҙамында мин әйткәндәрҙең дөрөҫ булмауын иҫбатланыҡ.
– Саҡырыу кимәле бал, белем менән тулды, ләкин беҙгә әле эшләргә лә эшләргә. Саҡырыу, йәғни ҡыҙыҡһыныу уятыу кимәле уҡыусыларҙың яңы тема менән ни дәрәжәлә таныш булыуын күрһәтә, белемдәрен актуалләштерә, белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уята, эшкә йүнәлеш бирә.
Бал ҡортоноң әүҙем сағы йәмле йәй айҙарына тура килә, тик был миҙгелдең дә төрлө сағы була. Әйҙәгеҙ әле, ошо үлсәүгә бал ҡорттары өсөн йәйҙең кире һәм ыңғай яҡтарын һалып үлсәп ҡарайыҡ.
Кире яҡтары: ямғыр йыш яуа йә ҡоролоҡ була һ.б.
Ыңғай яҡтары: сәскәләр күп, көндәр йылы һ.б.
– Тимәк, йәй бал ҡорттары өсөн төрлөсә килә. Быны үлсәү алымы менән иҫбатланыҡ.
– Беҙ һеҙҙең менән яланда бал йыйып йөрөгән арала, кемдәрҙер умартабыҙҙы туҙҙырып киткән. Һеҙ, бал ҡорттары, таҙалыҡ яратаһығыҙ, миңә умартаны тәртипкә килтерергә ярҙам итегеҙ. Ә кем туҙҙырғанын ошо йомаҡтарҙы сисеп беләйек.
1. Ҡойроғо көлтә кеүек,
Яратҡаны сәтләүек. (Тейен.)
2. Энәһе бар, ебе юҡ. (Терпе.)
3. Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ. (Ҡуян.)
4. Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,
Ҡыланды ла юғалды. (Төлкө.)
5. Бал яратҡан хайуан. (Айыу.)
– Таҙа таҡта алымы ярҙамында тырыш бал ҡорттарыбыҙ умартаны таҙартып та киттеләр.
– Фекер йөрөтөү кимәле лә бал менән тулды.
Фекер йөрөтөү йәки аңлау кимәле – уҡыусы был стадияла тыңлай, уҡый, яҙа, яңы асыштар яһай.
– Оҫталыҡ дәресе аҙағына ла яҡынлаша, бал ҡорттары умартаға йыйыла башланы. Ә унда инеү өсөн кәрәҙ шаҡмағы (Блум шаҡмағы) һорауҙарына яуап биреп, теманы нығытып ҡуяйыҡ.
Тасуирла: башҡорт балын тасуирла. (Уҡыусы бал ҡорто тураһында һөйләй.)
Ҡуллан: балды нисек һәм ҡайҙа ҡулланалар?
Ни өсөн: кеше ни өсөн бал ашай?
Аңлат: бал ҡорттары һәйбәт ҡышлаһын өсөн, ниндәй шарттар булдырырға кәрәк, аңлат.
Уйлап тап: бал һәм бал ҡорттары менән бәйле йомаҡ уйлап тап.
Баһала: бөгөнгө мәғлүмәт һиңә кәрәк булырмы?
– Блум шаҡмағы алымы ярҙамында бал һәм бал ҡорттары темаһына йомғаҡлау яһаныҡ.
– Рәхмәт, эшһөйәр бал ҡорттарым, кәрәҙ тулып килә, ләкин һеҙҙең әйтелмәгән һүҙҙәрегеҙ ҡалғандыр. (Уҡыусылар бал ҡорто исеменән кешелеккә мөрәжәғәт яҙа.)
Эй, кешеләр, беҙҙең яҡтың тәбиғәте, шул тиклем бай, матур! Яландарҙа сәс­кәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ! Бары ошондай хозур тәбиғәтле, матур, саф һауалы ерҙә генә тәмле, файҙалы бал йыйырға мөмкин.
Зинһар өсөн, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлағыҙ, ағыуламағыҙ, сүп-сар ташламағыҙ, кешеләр!
– Афарин, уҡыусылар. РАФТ алымы ярҙамында кешелеккә хат яҙҙыҡ. Рефлексия кимәле лә тулды.
Рефлексия кимәле. Уҡыусылар был стадияла иҫке мәғлүмәт менән яңыны сағыштыра, дөйөмләштерә, фекер алыша, дәлилләй, һығымта яһай һәм тормошта ҡуллана. Рефлексия кимәлендә ижади тикшеренеүҙәр йәки практик эштәр бирелә.
– Тәнҡитле фекерләү технология кәрәҙе балға, белемгә тулды. Беҙгә эшебеҙҙең емеше күренә, ә һеҙ, ҡатнашыу­сылар, үҙегеҙгә файҙа алдығыҙмы? Бигерәк тә ниндәй алымдар, эш төрҙәре нығыраҡ оҡшаны? (Яуаптар тыңлана.)
– Оҫталыҡ дәресемде Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән тамамлайым.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

А.М. БИКБАЕВА,
Күгәрсен районы Мораҡ ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: