Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан халыҡтарының лексикаһы. Исем

Тел-ара бәйләнешле йомғаҡлау дәресе. VI класс

Маҡсат. Башҡортостан халыҡтары телдәренең лексик составындағы оҡшаш­лыҡтарҙы өйрәнеү; уҡыусыларҙа үҙҙәренең туған телдәренә һөйөү тәрбиәләү; төрлө мәғлүмәттәрҙе сағыштырыу һәм анализлау һәләтен үҫтереү.
Йыһазландырыу. Шағирҙарҙың порт­реты, мультимедиа проекторы, телдәр классификацияһы таблицаһы, кроссворд, әҙәби әҫәрҙәрҙән цитаталар, һүрәттәр, һары төҫтәге ҡәләмдәр, төрлө дәүләттәр флагынан яһалған бейджиктар, күнегеү һәм баһалау карталары.
Дәрес барышы
Много языков на свете разных...
(М. Крюков)
I. Ойоштороу мәле.
Класты йыһазландырыу. Таҡтала: М. Крюков, З. Биишева һәм Ғ. Туҡай пор­т­реттары; дата һәм дәрестең эпиграфы; төрлө телдәрҙә сәләмләү һүҙҙәре.
1.2. Сәләмләү.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Әйҙәгеҙ әле, бер-беребеҙҙе бөгөн төрлө телдәрҙә сәләмләйек. (Бергәләп таҡтанан уҡыйҙар.)
Һаумыһығыҙ! (Башҡорт телендә.)
Исәнмесез! (Татар телендә.)
Хайрли кун! (Үзбәк телендә.)
Салам лийже! (Марий телендә.)
Салом Алейкум! (Таджик телендә.)
Здравствуйте! (Рус телендә.)
II. Төп өлөш.
2.1. Дәрес темаһын билдәләү.
– Уҡыусылар, күреүегеҙсә, бөгөнгө дә­ресебеҙ башҡа дәрестәрҙән айырылып тора. Тәүге айырманы һеҙ күрҙегеҙ һәм бергәләп ҡабатланығыҙ. Артабан ундай айырмалыҡтар тағы ла күберәк буласаҡ.
Шулай ҙа бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшербеҙ, дәрестең темаһы ниндәй булыр? Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ.
Был һорауҙың тәүге өлөшөнә яуапты, алдығыҙҙағы кроссвордты сискәс, табыр­һығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ, таҡталағы шағирҙар исемдәрен дөрөҫ урынлаштырһағыҙ, уртала һүҙбәйләнеш килеп сығыр. Ул бөгөнгө дәрестең һөйләшеү объекты булыр. (Уҡыусылар, кроссвордты сисеп, яуапты таба.)
МӘЖИТ
ТУҠАЙ
ҒАРИПОВ
БИКБАЙ
ЗӘЙНӘБ
КӘТИБӘ
БИКБАЕВ
АРАЛБАЙ
– Нимә килеп сыҡты? (Туған тел.)
– Афарин! Бөгөн туған телдәр хаҡында һүҙ йөрөтәсәкбеҙ. Ә дәрестең конкрет темаһын билдәләр өсөн, һеҙгә өс төрлө шиғырҙан өҙөктәр тыңларға тәҡдим итәм. Богдан, Сайора, Марсель, рәхим итегеҙ. (Балалар рус, башҡорт һәм татар телдәрендә шиғырҙар уҡый.)
Много языков на свете разных –
Выучить их все не смог бы я,
Все они по-своему прекрасны,
В каждом есть изюминка своя.
М. Крюков
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай
нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
З. Биишева
И туган тел, и матур тел,
Әткәм-әнкәмнең теле!
Дөньяда күп нәрсә белдем
Син туган тел аркылы.
Ғ. Туҡай
– Был шиғырҙарҙы тыңлағандан һуң, нимә әйтерһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары баһалана.)
– Эйе, уҡыусылар, һәр халыҡтың үҙ туған теле бар. Беҙҙең класта ла, дөйөм республикалағы кеүек үк, төрлө милләт вәкилдәре уҡый. Шуға күрә мин дәрестең эпиграфы итеп Михаил Крюковтың “Много языков на свете разных...” тигән шиғыр юлын алдым.
Класыбыҙҙа башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнергә теләүселәр араһында, башҡорттарҙан тыш, рус, татар, үзбәк, марий һәм таджик милләтле уҡыусылар бар. Бөгөн дәрестә ошо телдәрҙә аралашасаҡбыҙ. (Дәфтәрҙәргә дәрес темаһы яҙыла.)
– Кем ниндәй милләттән булыуын еңелерәк билдәләр өсөн, мин барығыҙға ла бейджиктар таратам. Уларҙа дәүләт символы – флаг һүрәтләнгән.
(Илназ, Ғәфүр, Тимур, Эльвина – Башҡортостан Республикаһы, Марсель – Татарстан Республикаһы, Богдан – Рәсәй Федерацияһы, Ислам – Үзбәкстан Респуб­ликаһы, Алексей –Марий-Эл Республикаһы һәм Сайора Таджикстан Республикаһы флагы төшөрөлгән бейджиктарҙы ала.)
2.2. Дәрестең маҡсаттары.
– Уҡыусылар, беҙҙең һәммәбеҙҙең дә үҙ ғаиләһе бар. Әйтегеҙ әле, ғаилә кемдәрҙән тора? (Әсәй-атай, ағай-апай, ҡусты-һеңле.)
– Эйе. Ә ғаиләләге кешеләр бер-береһенә оҡшаш буламы? (Эйе, тышҡы йөҙө, холҡо, ғәҙәттәре менән оҡшаш була.)
– Ә бер-береһенә туған булған башҡа ғаилә кешеләре бер-береһенә оҡшаш булыуы мөмкинме? (Эйе, әлбиттә.)
– Телдәр ҙә бына шулай ғаиләләргә берләшә. Бөгөн беҙ туған булған телдәр араһында һәм бер-береһенән алыҫ торған телдәр араһында оҡшашлыҡтар табырға тейешбеҙ. Дәрес аҙағында бергәләп «Бер ғаиләгә ҡараған телдәр араһында оҡшашлыҡ нимәлә? Төрлө телдәр ғаиләһенә ҡараған телдәрҙә оҡшашлыҡ булырға мөмкинме?» тигән һорауҙарға яуап биреп, дөйөм һығымта яһарбыҙ.
2.3. Текст өҫтөндә эш.
– Ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн, мин һеҙгә бәләкәй генә текст тәҡдим итәм.
Сәғүрә еңгә, балаларының баҙарҙан ҡайтыуына тип, самауыр ҡуйып ебәрҙе. Ә Сабир бабай, иҫке эшләпәһен эләктереп, түҙемлегенә баш була алмай, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә үк сығып ултырҙы.
Мунса яғылған, мал-тыуар ҡаралған, баҡса янында ғына серек бүрәнә ятып ҡалған. Был эш менән иртәгә ҡыялыр, бөгөнгә етеп торор, тип уйланды ул. Хәҙер балалары ла ҡайтып төшөр...
2.4. Яҙма эш.
– Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Алдығыҙҙа ятҡан таблицаға текс­тағы һүҙҙәрҙе яҙығыҙ. Ниндәй һыҙыҡ менән һыҙылыуына ҡарап, бағаналарҙы тултырығыҙ. Шунда уҡ руссаға тәржемәһен яҙып барығыҙ.
Һүҙ Тәржемәһе
Балаларының
Бабай
Баш
Иртәгә
Детей
Дед
Голова
Завтра
ҺүҙТәржемәһе
Еңгә
Мунса
Баҡса
Ҡапҡа
Сноха
Баня
Огород
Ворота
ҺүҙТәржемәһе
Самауыр
Баҙар
Эшләпә
Бүрәнә
Самовар
Базар
Шляпа
Бревно

– Ниндәй үҙенсәлек күрәбеҙ? (Экранда слайдтар күрһәтелә. Таблицаның 1-се бағанаһындағы һүҙҙәрҙе – Марсель һәм Ислам, 2-сеһен – Алексей, ә 3-сөһөн Богдан уҡый һәм һығымта яһай.)
– Беренсе бағанаға беҙ татар һәм үзбәк телдәрендә оҡшаш яңғыраған һүҙҙәрҙе тупланыҡ. Икенсеһенә яңғырашы яғынан да, тәржемәһе буйынса ла бер төрлө булған марий теле һүҙҙәрен йыйҙыҡ, ә өсөнсөһөнә рус теленән үҙләштерелгән һәм башҡорт теле фонетикаһына яраҡлаштырылған һүҙҙәрҙе яҙҙыҡ, улар тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора.
– Телдәр классификацияһы менән танышайыҡ. Экранға иғтибар итегеҙ. (2-се слайд.)
Телдәр ғаиләһе
Һинд-
европа
Алтай КавказУрал
89% 7% 2% 2%

Телдәр төркөмө һәм халыҡтар
Славян телдәре төркөмөТөрки телдәр төркөмөДағстан телдәре төркөмөФин-уғыр телдәре төркөмө
Рус,
украин,
белорус
Башҡорт,
татар,
сыуаш
Чечен,
авар,
ингуш
Мордва,
удмурт,
марий

Был таблицалағы төрөк телдәр төркөмөнә – үзбәк телен, ә һинд-европа ғаиләһенә ҡараған иран төркөмөнә таджик телен өҫтәргә кәрәк.
2.5. Үҙ аллы эш.
– Беҙ Ислам менән башҡорт һәм үзбәк телдәренең грамматикаһын сағыштырыу буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ. Һүҙьяһалышҡа айырыуса иғтибар бүлдек. Әйҙәгеҙ, Исламдың үҙенә һүҙ бирәйек, докладының бер өлөшөн уҡып ишеттерһен. (Ислам рус телендә сығыш яһай.)
Каждое новое слово в обоих языках образуется с помощью добавления аффиксов. При этом к корню слова аффиксы присоединяются в определенной последовательности:
– сначала словообразовательные, затем аффикс множественного числа «lar», после него аффикс принадлежности и только потом падежные окончания. (3-сө слайд.)
Рассмотрим в качестве примера слово «bolalarimizga», в котором можно выделить корень – «bola» (ребенок) и целых три аффикса – «lar»+ «i» +«miz» + «ga»:
1. «lar» – это суффикс множественного числа;
2. «i» – это окончание третьего лица, категории принадлежности;
3. «miz» – это суффикс принадлежности, означающий «наш/наши»;
4. «ga» – падежный суффикс, означающий дательный падеж.
В итоге слово «bolalarimizga» – «балаларыбыҙға» переводится как «нашим детям».
– Рәхмәт, Ислам. Татар телендә лә шундай уҡ үҙенсәлектәр бар. Ҡыҙ һүҙен татар, үзбәк һәм рус телдәрендә яҙып, сағыштырыу өсөн, ҡыҙҙарыбыҙға тигән формала үҙгәртәйек. (Эльвина, Марсель, Ислам һәм Богдан таҡтала эшләй.)
Ҡыҙ-ҙар-ы-быҙ-ға (башҡорт телендә)
Кыз-лар-ы-быз-га (татар телендә)
Qiz – lar-i-miz-ga (үзбәк телендә)
Нашим девчонкам (рус телендә)
– Нимәгә иғтибар иттегеҙ? (Һүҙҙәрҙең күпселеге оҡшаш юлдар менән яһалған һәм бер төрлө яңғырай.)
– Алексей ҙа ошо йүнәлештә эҙләнеү-тикшеренеү эшен башҡарҙы. Ул яңғырашы буйынса һәм мәғәнәһе яғынан башҡорт теленә яҡын булған марий һүҙҙәрен туплаған. Алексейҙың үҙен тыңлайыҡ.
Несмотря на то, что марийский язык относится к финно-угорской языковой семье, в нем можно заметить близкие по звучанию слова из языков тюркской семьи. Даже если в основе современной марийской письменнос­ти лежит русский алфавит, мы можем там отметить звуки, которые характерны башкирскому и татарскому языкам.
При работе над данной темой, в марийском языке мы обнаружили немалое количество созвучных слов из татарского и башкирского языков. Много их в терминах родства.
И самое большое количество слов в лексике марийского, фонетически близкие к словам татарского и башкирского языков, мы нашли в обозначениях домашней утвари, домашних животных и птиц, орудиях труда и другие. Вот несколько слов из их числа.
Сурт – дом – йорт;
мончаш – баня – мунса;
пураш – сруб – бура;
трза – окно – тәҙрә;
капка – ворота – ҡапҡа;
клат – амбар – келәт;
шаньык – вилы – һәнәк;
пасу – поле – баҫыу;
пакча – огород, сад – баҡса.
– Рәхмәт, Алексей. Ә өсөнсө бағанаға тупланған һүҙҙәр тураһында нимә әйтерһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуабы тулыландырыла.)
– Эйе, уҡыусылар. Башҡорт телендә рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бик күп. Уларҙың күбеһе үҙгәрешһеҙ һаҡланған, ә ҡайһылары башҡорт теленә яҡын яңғыраш алған. Һуңғыларын һеҙ үҙегеҙ текстан табып яҙҙығыҙ. Ундай һүҙҙәр теҙмәһен дауам итергә лә була.
III. Йомғаҡлау. Рефлексия.
– Бөгөнгө дәрестәге һөйләшеүҙәрҙән сығып, нимә әйтерһегеҙ, уҡыусылар? Ниндәй һығымта яһап була? (Бер төркөмгә ҡараған телдәр бер-береһенә оҡшаш була. Уларҙағы һүҙҙәр яңғырашы буйынса ла, яһалышы бу­йынса ла яҡын.
Төрлө ғаиләгә ҡараған телдәр ҙә бер-береһенә йоғонто яһай ала.)
– Дәрестә үҙегеҙ өсөн ниндәй яңы­лыҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдығыҙ? Ҡайһы эш төрө һеҙҙә ауырлыҡ тыуҙырҙы?
IV. Өйгә эш биреү. Баһалар ҡуйыу.
Өйҙә таблицаның өсөнсө бағанаһына ингән үҙләштерелгән һүҙҙәр төркөмөн дауам итергә.
4.1. Бөгөн барығыҙ ҙа әүҙем булдығыҙ. Дәрес өсөн үҙегеҙгә билдә ҡуйығыҙ: ниндәй билдә алырлыҡ, тип иҫәпләһәгеҙ, ҡурай сәскәһенең шунса тажын һары төҫкә буяғыҙ. Мин, һеҙҙеке менән үҙемдекен сағыштырып, билдәләрҙе көндәлектәргә ҡуйырмын.
Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы.

М.Р. ИШДӘҮЛӘТОВ,
Өфө ҡалаһының 2-се шифахана мәктәп-интернаты уҡытыусыһы,
Бөтөн Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Читайте нас: