21 ғинуарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 35-се тапҡыр үткәрелгән регион-ара олимпиада башланды. Ул быйыл яңы форматта-онлайн ойошторолдо. Бындай форматта эшләү ойоштороусыларҙан күп көс, әҙерлек талап итһә лә, олимпиадала ҡатнашыусыларҙың һанын ярайһы уҡ арттырыуға булышлыҡ итте, 728 уҡыусы унда ҡатнашырға саҡырыу алды. Улар араһында Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан республикаһынан 26 уҡыусы бар.
2019 йылдан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада уҡыусылар араһында үткәрелгән бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә һәм конкурстары исемлегенә индерелде.
Олимпиаданың асыу өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, тәүге олимпиада ойоштороу эшен башлап ебәреүсе шәхестәребеҙгә - М.Б. Юлмөхәмәтовҡа, Ғ.С. Ҡунафинға, М.Х. Иҙелбаевҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мәғариф ветераны, педагогия фәндәре кандидаты М.Б. Юлмөхәмәтов 1986 йылда олимпиаданы башлап ебәреү осоро менән бәйле хәтирәләр менән уртаҡлашты. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры А.З. Йәнгиров, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Г.Р. Абдуллина, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Л.М. Хөсәйенова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиаданың жюри рәйесе Ә.В. Әбделмәнова уҡыусыларға уңыштар теләне.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 35-се регион-ара олимпиадала ҡатнашыусылар 3 турҙа һынау үтә. Еңеүселәрҙең исемдәре 23 ғинуарҙа сәғәт 12-лә You Tube каналында « Мир родного языка» төркөмөндә иғлан ителәсәк.
ГӨЛСИРӘ ШАҺИЕВА, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының бүлек мөхәррире