Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телендә һөйләшәм

Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса федераль дәүләт стандарттар талаптарына ярашлы төҙөлгән методик әсбаптар һәм ҡулланмалар, шулай уҡ өлгө программалар бар. Улар уҡытыусылар алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе – телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм үҫтереүҙә лә ҙур ярҙам итә.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса федераль дәүләт стандарттар талаптарына ярашлы төҙөлгән методик әсбаптар һәм ҡулланмалар, шулай уҡ өлгө программалар бар. Улар уҡытыусылар алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе – телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм үҫтереүҙә лә ҙур ярҙам итә.
Оҙайлы һәм системалы көндәлек эш булараҡ, телмәр үҫтереү дәрестәрен әҙерләү һәм үткәреү уҡытыусынан етди әҙерлек, ижади ҡараш талап итә. Ә үҙ хеҙмәтенә талапсан уҡытыусы дәреслектәрҙәге күнегеүҙәр, текстар менән генә хушһынмай, өҫтәлмә әсбаптар, материалдар эҙләй.
Уҡытыусыларҙың эштәрен бер ни тиклем еңеләйтеү йәһәтенән “Башҡорт телендә һөйләшәм” (авторҙары: З.М. Ғәбитова, Р.Р. Әйүпов, В.Б. Әйүпова) ҡулланмаһын тәҡдим итәбеҙ. Ул уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары өсөн төҙөлгән, уҡыу-уҡытыу методик комплекттарға ярашлы эшләнелгән һәм уҡыусыларҙың һөйләү, бигерәк тә диалогик, телмәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Диалогик телмәр аралашыуҙа киң ҡулланылған форма һанала. Мәктәптә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙе ошо форманан башлау маҡсатҡа ярашлы. Диалог аралашҡанда, ә йышыраҡ көнкүреш темаларға әңгәмәләшеү барышында ҡулланыла.
Билдәле булыуынса, һөйләүсе һәм тың­лаусы бер телмәр эшмәкәрлегенән икенсеһенә күскән ваҡытта ролдәре менән алыша. Диалогта ҡатнашыу уҡыусынан дө­рөҫ аралаша белеүҙе талап итә. Әңгәмәнең эффектлы булыуы шулай уҡ уҡыусының репликаларҙы тиҙ генә аңлауынан да тора.
Көндәлек тормошта диалог әҙерлек талап итмәй, үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә, көтөлмәгән һорауҙар, бер һорауҙан – икенсегә, бер теманан башҡа темаға күсеү, әйтелгәндәргә кире ҡайтыу кеүек ситуациялар була.
“Башҡорт телендә һөйләшәм” ҡулланмаһы ике өлөштән тора:
1. Ситуатив диалогтар;
2. Грамматик белешмә.
Ҡулланма уҡытыу рус телендә алып барылған башланғыс һәм төп дөйөм белем биреү мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Һәр класс өсөн ситуатив диалогтар йыйылмаһы уртаса 5 – 6 лексик темаларға бүленгән. Темалар, үҙ сиратында, өс өлөштән тора:
1. Һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ!
2. Һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ!
3. Ситуатив диалогтар.
Беренсе өлөштә уҡыусылар аралашыу барышында ҡулланыласаҡ яңы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эшләй. Һүҙҙәрҙе үҙләштереүҙе төрлө яҡлап, артабан телмәрҙә урынлы ҡуллана белеү маҡсатынан сығып ойоштороу отошло.
Икенсе өлөштә уҡыусылар һүҙҙәрҙе тәржемә итеп, аңлы рәүештә ҡулланыуға өлгәшергә тейеш. Һүҙлек эшен дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙың әүҙем һүҙлек запасын байытыуға, яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлауға һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Өсөнсө өлөштә тәғәйен тема буйынса ситуатив диалогтар тәҡдим ителә.
Диалогтарҙа һорау-яуап, тәҡдим ит, нисек була, нисек һорарға, иптәшеңдән һора, нисек әйтер инең, шул турала әйт, иптәшең менән һөйләш, үҙең тураһында һөйлә кеүек ситуцияларҙа барлыҡҡа килгән диалогтар индерелә.
Ситуатив биремдәрҙе рус телендә тәҡдим итәбеҙ. Әңгәмә барышында уҡыусыларға һорау, яуап рус телендә бирелә, ә яуаптың башҡорт телендәге вариантын уҡыусы үҙе эҙләп табырға тейеш. Тулы яуап өсөн һүҙҙәр урынына нөктәләр ҡуйыла, яуап өсөн бер-нисә һүҙ билдәләнә, уҡыусы яуапты һүҙлек һүҙҙәрҙән таба. Бындай эш төрҙәре уҡыусыларҙы алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәтә. Иң мөһиме – уҡыусыларға дөрөҫ вариантты үҙҙә­ренә эҙләп табыу мөмкинлеге булдырыла.
Ҡулланманың икенсе өлөшөндә бирелгән грамматика буйынса белешмә уҡыусыға теге йәки был ситуацияла хатаһыҙ диалог төҙөү, нөктәләр урынына ҡуйыласаҡ һүҙҙәрҙең грамматик формаһын дөрөҫ билдәләү, артабан ҡулланыу өсөн ярҙам итәсәк.
Башланғыс класс уҡыусылары нөктәләр урынына һүҙҙәрҙе һүҙлек һүҙҙәрҙән генә таба, йәйә эсендә ялғауҙар бирелә. “Уҡыу әсбаптары” темаһынан бер миҫал:
Скажи о том, что у тебя нет тетради (книги, карандаша).
Минең ...ем (...ым, ...ем) ... .
У меня нет тетради (книги, карандаша).
Ситуатив диалогтар өсөн һайланған темалар – “Мәктәп”, “Белем көнө”, “Тыуған ерем – Башҡортостан”, “Йыл миҙгелдәре” һ.б – кластан-класҡа ҡабатланып килә. Улар еңелдән ауырға күсеү принцибына нигеҙләнеп, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу һәм тема буйынса киңерәк планда әңгәмәләшеү өсөн нигеҙ булып тора.

З.М. ҒӘБИТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре

Читайте нас: