Бөтә яңылыҡтар

Әҙәби әҫәрҙәрҙе сағыштырыу алымы аша өйрәнеү

«Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» республика конкурсы еңеүсеһе

Теманың актуаллеге һәм перспективаһы. Уҡыу процесындағы роле. «Һәр нәмә сағыштырыуҙа беленә» тигән афоризм тормошта ла, әҙәбиәттә лә, фәндә лә киң ҡулланыла. Кешеләр, бер әйберҙе икенсеһе менән сағыштырып, уларҙың сифатын һәм әһәмиәтен билдәләй; бер кешене икенсеһе менән сағыштырып, уның холоҡ-фиғелен баһалай. Бик күп анализ алымдарының нигеҙендә сағыштырыу ята.
Перспективаһы. Әҫәр геройҙарын, күренештәрен сағыштырып, уҡыусылар уларға баһа бирергә, үҙ фекерҙәрен дәлилләргә өйрәнә һәм сағыштырма ҡылыҡһырлама төҙөү күнекмәһенә эйә була. Был алым предметтарға һәм күренештәргә төрлө яҡлап ҡарарға, предметтарҙың төп билдәләрен асыҡларға булышлыҡ итә, проб­лемалы ситуация тыуҙыра.
Алдынғы педагогик идея. Әҫәрҙәрҙе сағыштырыу алымы менән тикшереп, уҡыусыларҙа башҡорт, рус һәм туғандаш халыҡтар әҙәбиәтенә һөйөү уятыу, эҙләнеү эшенә ылыҡтырыу.
Педагогик тәжрибәнең объекты. Әҙәби әҫәрҙе анализлау.
Педагогик тәжрибәнең предметы. Әҙәби әҫәрҙе сағыштырыу алымы менән анализлау.
Педагогик тәжрибәнең маҡсаты. Башҡорт, рус, туғандаш халыҡтар әҙәбиәтенең оҡшаш яҡтарын табып, автор ҡарашын билдәләп, сағыштырыу алымының бөтә төрҙәрен ҡулланып, эмоцио­наль яҡтан бай һәм интеллектуаль үҫешкән, үҙенә һәм шул уҡ ваҡытта тирә-йүндәге донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнгән, үҙ фекерен яҡлай белгән шәхес тәрбиәләү.
Бурыстары. 1. Сағыштырыу алымын төплө өйрәнеү. 2. Алымды дәрестәрҙә ҡулланыу. 3. Әҫәрҙәрҙе сағыштырыу алымы менән анализлау китапҡа һөйөү, эҙләнеү эшенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын иҫбатлау.
Маҡсатҡа ирешеү һәм тәжрибә туплау юлдары.
1. Темаға ярашлы методик әҙәбиәт уҡыу (В.М. Жирмунский, А.Н. Веселовский, М.Ғ. Ғималова, М.Х. Иҙелбаев, Ғ.Б. Хөсәйенов, Б.Б. Ғафаров, Р.Ғ. Аҙ­на­ғолов, И.И. Вәлиев, И.Ғ. Шарапов, М.Б. Юлмөхәмәтов, Ф.Ш. Сынбулатова).
2. Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Центр дополнительного образования — «Альфа-Диалог» автономиялы ойошма үткәргән «Школа диалога народов России: литература и жизнь» уҡыусыларҙың ижади конкурсында ҡатнашыу (Санкт-Петербург, 2017 йыл).
3. «Башҡорт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙең хәҙерге проблемалары» III Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) фәнни-методик конференцияһында сығыш яһау (Өфө, 2018 йыл).
4. «Телдәргә өйрәтеү методикаһын камиллаштырыу: алдынғы тәжрибә майҙансығы» IV Халыҡ-ара фәнни-методик онлайн-конференцияһында ҡатнашыу (Ҡазан, 2019 йыл).
5. Видеоконференция рәүешендә ойош­торолған халыҡ-ара кимәлдәге оҫталыҡ дәресе күрһәтеү (Күмертау, 2019 йыл).
Педагогик тәжрибәнең формалашыу һәм барлыҡҡа килеү шарттары. Әҙәбиәт уҡытыусыларының төп бурысы – әҙәбиәткә ихтирам уятыу юлдарын эҙләү. Туған рус әҙәбиәте предметын алып барыуым рус һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен сағыштырып өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырҙы. Ике телдәге әҫәрҙәрҙе сағыштырыу уҡыусыларға классик әҙәбиәтте уҡыуға, эҙләнеү эштәрен башҡарыуға этәргес булды.
Фәнни-методик нигеҙләнеш, теоретик база. Рус әҙәбиәте методикаһына сағыш­тырыу алымы төшөнсәһен иң тәүге­ләр­ҙән булып В.М. Жирмунский һәм А.Н. Веселовский индерә. Башҡорт ғалимдары һәм методистары М.Ғ. Ғималова, М.Х. Иҙелбаев, Ғ.Б. Хөсәйенов, Б.Б. Ғафаров, Р.Ғ. Аҙнағолов, И.И. Вәлеев, И.Ғ. Шарапов, М.Б. Юлмөхәмәтов, Ф.Ш. Сынбулатова сағыштырыу алымы тураһында хеҙмәттәр баҫтырған.
Педагогик тәжрибәнең яңылығы. Әҙәби әҫәрҙе сағыштырыу алымы менән анализлау аша уҡыусыларҙа эҙләнеү эшенә ҡыҙыҡһыныу уята алыу педагогик тәжрибәнең яңылығы булып тора.
Педагогик тәжрибәнең тәғәйенләнеше. Был тәжрибә рус һәм башҡорт әҙәбиәте буйынса белем биргән йәш уҡытыусыларға тәҡдим ителә.
Талаптар. 1. Оҡшаш хәл-ваҡиғаларҙы, образдарҙы табыу өсөн уҡытыусыға ике әҫәрҙе ентекләп уҡып сығыу мотлаҡ. (Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең тулы тексы китап­ханала булмау сәбәпле, уҡыу өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителеүе мөмкин.) 2. Сағ­ыш­тырыуҙарҙың төрө уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алып һайланыла.
Педагогик тәжрибәнең технологияһы. Сағыштырыу алымы менән анализлау­ҙың төп аспекты булып түбәндәгеләр тора: әҫәрҙең яҙылыу ваҡыты, унда һүрәтләнгән ваҡиғалар, автор ҡарашы, сюжет һәм композицияларҙың оҡшашлығы, тел-һүрәтләү саралары.
Сағыштырыу алымының төрҙәре.
1. Әҙәби әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы тормош­тағы хәл-ваҡиғалар менән сағыштырыу.
2. Әҫәрҙә бирелгән образ менән уның прототибын сағыштырыу. (Был осраҡта художестволы образ үҙенең прототибының күсермәһе түгел, ә яҙыусы тарафынан дөйөмләштерелгән образ икәнлеге иҫәпкә алынырға тейеш.)
3. Эпизодтарҙы, күренештәрҙе сағыш­тырыу.
4. Яҙыусының ҡараламаһы менән әҫәрҙең төп нөсхәһен сағыштырыу.
5. Образдарҙы сағыштырыу.
6. Идеяның төп мәғәнәһен асыу өсөн бер үк темаға яҙылған әҫәрҙәрҙе сағыштырыу.
7. Әҫәргә, образға, эпизодтарға бирелгән баһаламаларҙы (тәнҡитте) сағыштырыу.
8. Әҙәби әҫәрҙе бүтән сәнғәт төр­ҙәре менән сағыштырыу (был сағыштырыу эстетик мәҙәниәтте үҫтерә).
Сағыштырыуҙарға миҫалдар. Хәким Ғиләжевтең «Башҡорт теле» һәм Хәсән Назарҙың шул уҡ исемдәге шиғыр­ҙарын өйрәнеп бөткәс, уларҙы йөкмәткеһе һәм поэтик эшләнеше күҙлегенән ҡарау отош­лораҡ. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу ойошторолғандан һуң, әҫәрҙәрҙең идея-­тематик йөкмәткеһе аңлатмалы уҡыу менән асыла. Ҡобайыр стилен ҡулланып, Хәким Ғиләжев башҡорт теленең ниндәй сифаттарын аса? (Башҡорт теленең мең йыллыҡ тарихы бар икәнлеген күрһәтә, «Урал батыр» эпосы менән ауаздаш.) Хәсән Назар үҙ шиғырында башҡорт теленең боронғо тел булыуын ниндәй юлдарҙа күрһәтә? (Башҡорт теле! Быуаттарҙы Үтеп тә, сарланып та, Яҙҙыр­таһың минән шиғыр!). Хәким Ғиләжев башҡорт телен моңло, йырлы, сәсән тип аталһа, Хәсән Назар уның ҡурай моңолай, тәбиғи, ысын икәнлеген әйтә. Ике шағир ҙа башҡорт теленең әсе, фажиғәле юл үткәнлеген билдәләй. Хәким Ғиләжев: «Мең киҫелеп үҫкән тел», – тиһә, Хәсән Назар: «Тарихында Бер кемгә лә юҡ ләғнәте. Тик үҙенсә иретмәктә Көсәнмәне кем лөғәте», – тип яҙа. Әгәр Хәким Ғиләжев туған телдең сифаттарын ҡобайыр формаһы аша асһа, Хәсән Назар телгә публицистик баһалау менән характеристика бирә.
Идеяның төп мәғәнәһен асыҡлау өсөн бер үк темаға яҙылған әҫәрҙәрҙе сағыштырыу төрөнә миҫал итеп Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» һәм Мостай Кәримдең «Өс таған» повестарын са­ғыш­тырыу урынлы булыр. Ике әҫәрҙә лә дуҫ­лыҡ темаһы яҡтыртыла. Бала саҡтағы эс­керһеҙ, ихлас дуҫлыҡ ике әҫәрҙә лә бик күп ҡаршылыҡтарға осрай һәм шул ҡаршылыҡ­тарҙы еңеп сыға. «Дуҫ була­йыҡ» әҫәрендә Брагин тураһында легенда бирелһә, «Өс таған» әҫәрендә Кирәмәт тауы тураһында легенда малайҙарҙың тормошона тылсым өҫтәй. «Дуҫ булайыҡ» әҫәрендә Талҡаҫ күле дуҫлыҡты һынау урыны булһа, Мостай Кәримдең «Өс таған» әҫәрендә Ҡылыскүл малайҙарҙы яраштыра. Ҡыҙырастың алдашыуы һәм Вәзирҙең урлашыуы дуҫ­лыҡты емерә. Малайҙарҙың ярашыуына икеһендә лә өләсәй кәңәштәре ярҙам итә. Ике әҫәр ҙә юғалған дуҫлыҡты кире ҡайтарыу, ышаныс яулау ауыр булыуын күрһәтә, дуҫтарҙың ҡәҙерен белергә, ауыр­лыҡтарҙа ярҙам итергә өйрәтә, клас­таштар менән татыу йәшәргә өндәй.
Башҡорт әҙәбиәтен рус әҙәбиәте менән сағыштырыу. Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы менән Максим Горькийҙың «Детство» повесы сағыштырыуға асыҡ миҫал булып тора. Уларҙың яҙылыу осоро, оҡшаш яҙмыштары тураһында бик ҡыҙыҡлы факттарға юлыҡтыҡ.
Константин Паустовскийҙың «Бакенщик» һәм Әнүәр Бикчәнтәевтың «Бакенщиктар илаҡ булмай» хикәйәләрендә бакенщиктарҙың хеҙмәте һәм балаларҙы тәрбиәләүҙәге роле күрһәтелә. «Бакенщик» хикәйәһендә ҡарт бакенщик Семен тормошоноң мәғәнәһен балаларҙы үҙе белгән нәмәләргә: усаҡ яғыу, ағас ҡыр­ҡыу кеүек эштәргә өйрәтеүҙә күрә, пионерҙарға Тыуған илде яратырға кәрәклеген аңлата. Әнүәр Бикчәнтәевтың «Бакенщиктар илаҡ булмай» хикәйәһендә лә бакенщик үҙ улын көслө ихтыярлы итеп тәрбиәләүен, күп нәмәләргә өйрәтеүен күрәбеҙ. Дөрөҫ тәрбиә алған малай ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға. Ике әҫәрҙә лә быуындар бәйләнеше күрһәтелә.
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән сағыштырыу. Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход» повесы менән Ноғман Мусиндың «Һуңғы солоҡ» романында милли ерлек, социаль ҡаршылыҡтар ярылып ята. Образдар оҡшашлығы түбәндәгенән ғибәрәт: ете йәшлек малай (әҫәрҙә исеме күрһәтелмәй) – үҫмер Рәсүл, Солоҡ – Мөгөҙлө инә болан, Момун ҡарт – Ҡарамыш ҡарт, Озоркул – Рәсүлдең атаһы. Уларҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған, яңғыҙлыҡтан ыҙа сиккән саф күңелле балалар һүрәтләнә. «Аҡ пароход» повесында Мөгөҙлө инә болан тураһындағы әкиәт әҫәрҙең асылын билдәләһә, «Һуңғы солоҡ» романында быуындан-быуынға тапшырылып килгән, үҙенең тарихы булған Солоҡ образы аша башҡорт халҡы, уның яҙмышы символлаштырыла. Башҡорт халҡының да, Солоҡтоң да тамырҙары бик тәрәнгә киткән, улар икеһе лә күпте кисергән. Солоҡ һәм Ҡарамыш ҡарт образдары үҙ-ара ауаздаш. Ҡарамыш ҡарт – Солоҡтоң хужаһы, Рәсүлдең берҙән-бер яҡын кешеһе. Икеһенә лә күпте күрергә, күпте кисерергә тура килгән. Момун ҡарт – аҡыллы, күпте кисергән, бөтәһенә яҡшылыҡ эшләй. Өйҙә тыныслыҡ булдырыр өсөн тырыша, ул да малай өсөн иң яҡын берҙән-бер кеше. Момун ҡарт Мөгөҙлө инә болан тураһында әкиәт һөйләй. Малайҙың да, Рәсүлдең дә уҡыуға ынтылышын күрһәтеп, авторҙар киләсәктә улар бынамын тигән шәхес булыуына өмөт бағлай. Ләкин был өмөттәр юҡҡа сыға. Момун ҡарт Мөгөҙлө инә боланды үлтерә, Рәсүлдең атаһы нәҫел Солоғон һата. Өмөттәр аҡланмай. Авторҙар быуындар бәйләнешенең өҙөлөүе, үткәндәрҙе, тарихыңды, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотоу ҙур фажиғәгә алып килеүен иҫкәртә.
Педагогик эш тәжрибәһенең һөҙөм­тәһе. Әҙәби әҫәрҙе сағыштырыу алымы менән тикшереү ҙур һөҙөмтәләр бирә. Китап уҡыусылар рәте артҡандан-арта, лицейҙа һәм ҡала кимә­лендә үткәрелгән «Иң яҡшы китап уҡыусы» конкурсында, төрлө интеллектуаль конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулаусылар күбәйә.

З.С. ӘБХӘЛИМОВА,
Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (Күмертау ҡалаһы)

Читайте нас: