Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙҙың аҫыл ижады

Урал батыр” эпосы буйынса эшләнгән сценарийға анализ

“Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең конкурсы йылдан-йыл камиллаша, ҡатнашыусылар оҫтара бара. Был конкурста эпостан өҙөк сәхнәләштереү ҙә баһалана. Бөгөн, донъя кимәлендә компьютерлаштырыу, цифрлаштырыу сәйәсәте алып барылған мәлдә, йәш быуынды рухи тәрбиәләүгә, халҡыбыҙҙың ижади ҡомартҡыларын өйрәнеүгә айырыуса иғтибар биреү мөһим.

“Урал батыр” эпосы – кешелектең йәшәү ҡанундарын художестволы, образлы, мауыҡтырғыс, әкиәти кинәйә менән әйтеп биргән иҫ киткес гүзәл әҫәр, иң боронғо осорҙа, кешелек тарихының таңында барлыҡҡа килгән мөғжизә.

Бала уны, әлбиттә, иң тәү күҙлектә әкиәт итеп ҡабул итә. Ысынлап та, әбей менән бабай, уларҙың улдары, йәнлектәр һәм мифик заттар, батырҙың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәше – барыһы ла тылсымлы әкиәт донъяһынан. Ә ул образдар артында ниндәй тормош фәлсәфәһе, донъяуи дөрөҫлөк, ысынбарлыҡ ятыуын кеше был әҫәрҙе уҡый-уҡый, ҡабат-ҡабат уға кире ҡайтып аңлай һәм уның иҫ киткес тәрән йөкмәткегә эйә булыуына һоҡлана.

Мәктәптә йәш сәсәндәрҙе конкурсҡа әҙерләү – мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта бик мөһим тәрбиәүи эш. Уҡыусыларҙы был ярышҡа әҙерләү эҙмә-эҙлекле алып барылһа ғына, яҡшы һөҙөмтә көтөргә мөмкин. Конкурс шарты буйынса, сәхнәләштереү 7 – 8 минутҡа иҫәпләнә, тимәк, сценарий шул минуттар эсенә һыйып бөтөргә тейеш.

Сценарий – спектаклдең ярты уңы­шы. Ә яҡшы сценарийҙы нисек төҙөргә? Шул һорауҙарға яуап табыу беҙҙең маҡсатыбыҙ булып тора.

Әҫәрҙе сәхнәләштергәндә, уҡыусыларҙың ижади һәләтенә, йәшенә, сәхнәләштереү мөмкинлектәренә ҡарап, эпостың тейешле эпизодын һайлап алып, дөрөҫ итеп сценарий ҡороу мөһим.

Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусыларының ижади төркөмө “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика конкурсында ике йыл рәттән еңеү яуланы: 2018 йылда – I урын (“Аҡбуҙат” эпосы буйынса); 2019 йылда “Сағыу әкиәти образдар тыу­ҙырыу өсөн” (“Урал батыр” эпосы бу­йынса) номинацияһы еңеүсеһе булды. Был уңыштарҙа уҡыусылар менән эпос­тарҙың йөкмәткеһе, характерҙары, конф­ликт сәбәптәре, образдарҙың психологик хәл-торошо тураһында әңгәмәләр ойош­тороу менән бер рәттән, уңышлы сценарий, костюм һәм сәхнә биҙәлеше лә мөһим роль уйнаны.

Балалар 7 – 8 минутлыҡ сәхнә күренешендә үҙе уйнаған ролдең ваҡиғалар барышындағы кисерештәрен, уйҙарын ғына түгел, ә башҡа образдарҙың да ниндәй уй-тойғола булыуын, хистәрен дөрөҫ тойорға һәм, актерлыҡ һәләттәрен ҡулланып, сәхнәлә үҙ образын тулы характерҙа асып бирергә тейеш.

Был маҡсаттарға ирешеү етәксенән күп көс талап итә. Сюжет, ваҡиғалар төйөнләнеүе, конфликт һәм уның барлыҡҡа килеүе, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселеш кеүек әҙәби күренештәрҙе, уларҙы сәхнәлә нисек сағылдырырға тейешлекте уҡыусыларға яҡшы итеп аңлатырға кәрәк. Быларҙы төшөнгән бала уҡытыусыға ярҙам итә: сәхнәлә образдарға тейешле хәрәкәт, мимика, ым-ишаралар һалырға кәңәштәр бирә; иптәштәренә лә үҙ ролен асырға булыша.

Конкурстың был өлөшө балаларса бер ҡатлылыҡ, ихласлыҡ менән һуғарыла. Бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелгән балалар актерлыҡ, сәсәнлек һәләттәрен дә аса. Әгәр ҙә сәхнәләштереү киҫкен боролоштарһыҙ, конфликтһыҙ, һәүетемсә генә, ваҡиғаларҙың ябай ағышына ҡоролған булһа, спектакль бик үк ҡыҙыҡтырмай. Ә бына ваҡиғалар етеҙ башҡарылһа, бер-бер артлы сағыу характерҙар сығыш яһаһа, конфликт киҫкен һәм тәрән булһа, сюжет тамамланған һәм фәһемле ваҡиғаларҙан торһа, спектакль уңышлы килеп сыға.

Артабан “Урал батыр” эпосы буйынса автор тарафынан эшләнгән сценарийҙы анализлап китәйек.

Конкурс шарты буйынса, сәхнә­ләш­тереүҙә 4 актер сығыш яһай. Ә образдар унан күберәк булһа, бер уҡыусыға бер нисә роль башҡарырға тура килә. Беҙҙең вариантта спектаклдә Урал батыр, Әз­рәҡә, Һомай, Шүлгән, Айһылыу, Аҡбу­ҙат ҡатнаша. Ваҡиғалар барышында Әзрәҡә менән Аҡбуҙатты – бер уҡыусы, Һомай менән Айһылыуҙы бер уҡыусы уйнай.

Спектакль уңышлы сыҡһын өсөн, сценарий, йәғни кескәй пьеса, драматургия талаптарына яуап бирергә тейеш. Бына ул талаптарҙың иң мөһимдәре.

Экспозиция – ваҡиғалар барған урын, осор, төп образдар тураһында башланғыс белешмә.

Ваҡиғалар төйөнләнеүҙән башлана, йәғни сюжет төйөнләнә, башланғыс һәм этәргес көс барлыҡҡа килә.

Төйөнләнеүҙә ҡаршылыҡ (конфликт) тыуа. Конфликт – драма әҫәрендә мөһим жанр күрһәткесе. Ҡаршылыҡ, көрәш булмаһа, ваҡиғалар һүлпәнләнә, интрига юғала.

Конфликт барлыҡҡа килгәс, ваҡиғалар бер-бер артлы үҫешә башлай. Тимәк, характерҙар үҫә, сағыулана. Ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйә, киҫкенләшә.

Ваҡиғалар үҫешеү тәртибендә бара, конфликт көсөргәнеш ала һәм кульминация нөктәһенә етә.

Кульминация – конфликттың иң ҡы­ҙыу өлөшө, характерҙарҙың тулы асыл­ған, ысын йөҙҙәрен күрһәткән мәл. Был ваҡытта ваҡиғалар йә герой файҙаһына, йә кире образдар файҙаһына хәл ителә: йә яҡшылыҡ тантана итә, йә яуызлыҡ еңә. Ғәҙәттә, әҫәр яҡшылыҡтың еңеүе, яуыз­лыҡтың юҡҡа сығыуы менән тамамлана.

Түбәндәге сценарийҙа ваҡиғалар Уралдың Һомай һарайына барыуы менән башланып китә. Сценарий барышында беҙ уның драматик үҙенсәлектәрен, сюжет элементтарын аңлатып барырбыҙ.
Уралдың Һомай һарайына барғаны

Урал әлеге ваҡытта Һомайҙы танымай, ә Һомай шунда уҡ егетте таный, әммә сер бирмәй.

Һомай.

Йә, егетем, төҫ-башың

Алыҫ илдән күренә.

Беҙҙең яҡҡа килеүҙән

Теләгең барлыҡ беленә.

Һүҙең һөйлә, тыңлайым.

Ҡулдан килһә, йомошоңа

Ярҙамсыңдан булайым.

Урал.

Үҙем мин йәш булһам да,

Биш ил барын белдем мин,

Береһендә үҙем тыуҙым мин,

Икеһен йөрөп күрҙем мин.

Ҡалған тағы икәүһен

Күрергә тип сыҡтым мин.

Үҙе күҙгә күренмәҫ –

Үлем тигән яуыз бар.

Шуны табып үлтереп

Ил ҡотҡарыр уйым бар.

Һеҙҙең илдә үлемдән

Ҡотолорға юл бар, тип

Ишеткәйнем мин йәштән...

Һомай.

Үлемгә буй бирмәй

Был донъяла тик яҡшылыҡ!

Инде үҙең теләһәң

Донъяла һис үлмәҫкә,

Дейеү батша биләгән

Йәншишмәһе һыуы бар.

Уны барып алырға,

Һиңә ярҙам итергә

Минең бер шартым бар:

Беҙҙең илдә булмаған

Бер ҡош эҙләп тапһаң һин,

Минән ярҙам күрерһең –

Шишмәнән һыу алырһың.

Урал.

Бүләгеңә шарт итеп

Мин дә бер һүҙ әйтәйем:

Үлемгә ҡаршы барырға,

Аны тар-мар итергә,

Миңә юлдаш булырҙай

Бүләк бир, тип һорайым.

Һомай.

Күктә тыуып, күктә үҫкән,

Ерҙә тоҡом йәймәгән,

Әзрәҡәнең дейеүе

Мең йыл ҡыуып тотмаған,

Әсәйемдән бирелгән

Донъялағы йөрәгем –

Үҙем һөйгән егеткә

Бирә торған бүләгем –

Аҡбуҙ толпар булыр ул.

Утҡа ҡаршы ут булыр,

Һыуға ҡаршы һыу булыр,

Ен-дейеүҙең барыһын

Үлемендәй ҡурҡытыр –

Булат ҡылыс бирәйем.

Юғарылағы өҙөктә ваҡиғалар төйөнләнә: Урал менән Һомай килешеү төҙөй. Уның алдынан Һомай Уралға үлемһеҙлектең физик иҫәнлеккә түгел, ә яҡшылыҡҡа таяныуын аңлата. Йәншишмәгә барыу юлын белер өсөн батырға тәүҙә Һомайҙың шартын үтәргә – быға тиклем күҙгә күренмәгән ҡошто табып алып килергә кәрәк. Үҙ сиратында Урал да шарт ҡуя: был эшкә бүләк һорай. Һомай Аҡбуҙ толпар бирергә вәғәҙә итә. Әҫәрҙә драматик хәрәкәт башлана. (Һомай, Урал сығалар. Әзрәҡә, Шүлгән инә.)

Әзрәҡә.

Аҡбуҙатты алырға,

Аңа эйә булырға,

Йә булмаһа, ул атты

Был донъянан юйырға

Ете дейеү ебәрҙем.

Улар атты тота алманы,

Ғәрлектәренән

Кире илемә ҡайтманы.

Аҡбуҙатҡа менгән ир,

Булат ҡылыс тотҡан ир –

Бөтә донъя йөҙөндә

Иң ҙур батыр булыр ул,

Барын баш эйҙертер.

Шүлгән.

Шаһым, сара эҙләйек,

Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын

Һис булмаһа, урлайыҡ!

Самрау Ҡоштоң ҡыҙыны

Үҙемә тартып алайым,

Аҡбуҙатын менәйем,

Мин дә данлы булайым!

Әзрәҡә.

Беҙ Уралды еңербеҙ,

Ер өҫтөндә кешенән

Һис бер тарлыҡ күрмәбеҙ,

Барын ҡулда тотарбыҙ!

Был өлөштә ваҡиғалар үҫешенең бер быуынын күрәбеҙ. Урал батырға ҡаршы дейеүҙәр һәм Шүлгәндең маҡсатлы көрәш башлауы һүрәтләнә, йәғни үҙ-ара көрәшеүсе ике яҡ барлыҡҡа килә.

(Сығалар. Сәхнәлә – Урал менән Айһылыу. Ҡыҙ ҡош булып күлдә йөҙөп йөрөй. Урал тылсымлы таяғы менән уны арбай, тотоп ала (серле моң ҡулланыла).)

Ҡош.

Ай, егет, һин туҡта әле,

Дейеүме һин, енме һин?

Урал.

Кешеме һин, ҡошмо һин?

Ҡош.

Күҙең йомоп, күрмәй тор.

Урал (тылсымлы таяҡҡа).

Был ҡош осһа,

Артынан ҡарсыға булып ҡыуарһың,

Һыуға сумһа, артынан

Суртан булып сумарһың.

Ҡош.

Егет, күҙең ас инде

Әйтер һүҙең әйт инде! (Ҡош ҡыҙға әйләнә.)

Ҡыҙ.

Мин бер саҡта ҡыҙ инем,

Дейеү мине урланы.

Дейеүҙәрҙән ҡастым мин.

Өйгә ҡайтһам, атама

Яу килер, тип ҡурҡтым мин,

Бер ҡош булып остом мин.

Айһылыу тигән атым бар.

Урал.

Ай, һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ,

Һине алып ҡайтайым,

Үҙем белгән һарайға,

Һине илтеп бирәйем.

Уралдың Айһылыуҙы, ят бер ҡош һынында күлдә йөҙөп йөрөгән Нәркәстең һеңлеһен, тотоп алыуы ваҡиғаның сираттағы үҫеш быуыны булып тора. (Сығалар. Сәхнәлә Урал менән Шүлгән һөйләшә.)

Шүлгән.

Урал, Самрауға яу асайыҡ,

Аҡбуҙатын алайыҡ,

Бөтә илдә баш булып,

Көслө батша булайыҡ!

Урал.

Бушҡа тиктәҫ ҡан ҡойоп,

Яуыз исем алмайыҡ,

Әзрәҡәне еңәйек,

Шишмәнән һыу алайыҡ,

Үлгәнгә йән бирәйек,

Кешеләрҙе донъяла

Үлмәҫ йәндәр ҡылайыҡ!

Шүлгән менән Уралдың осрашыуы, Шүлгәндең һаман ҡара уй менән йәшәүе, Уралдың уны изгелеккә әйҙәүе сираттағы ваҡиғаны күҙ алдына баҫтыра. Конфликт тәрәнәйә бара, сөнки үҙ-ара көрәшеүсе ике яҡ күҙгә-күҙ осраша.

(Һомай инеп тыңлап тора.)

Һомай.

Бик ҙур майҙан ҡорайым,

Майҙанымда Буҙатты

Ҡулына алып менә алған батырға

Буҙым бүләк ҡылайым,

Атама әйтеп, туй яһап,

Үҙенә йәр булайым.

Һомайҙың ике бер туған араһындағы конфликтты сисеү маҡсатында майҙан йыйыуы, унда иң көслө булып танылған батырға кейәүгә сығасағы тураһында ҡарар ҡылыуы сираттағы мөһим ваҡиғаны барлыҡҡа килтерә. Ҡапма-ҡаршылыҡ һаман көсәйә бара. (Музыка фонында Аҡбуҙ инә.)

Аҡбуҙат.

Етмеш батман ауырлыҡ

Күтәреп күккә сөймәгән

Кеше батыр ир булмаҫ.

Һомай (Шүлгәнгә). Алып ташла! (Шүлгән ташты ҡуҙғата алмай.)

Һомай (Уралға). Күтәреп ҡара! (Урал ташҡа йоҙроҡлап һуға, таш тәгәрәй. Ҡулына ала.)

Урал. Ҡайһы яҡта Әзрәҡә? (Ташты шул яҡҡа ата. Аҡбуҙат Уралға килеп баш эйә.)

Батырҙар көрәше – Һомай йыйған майҙан. Был өҙөктә конфликттың иң ҡыҙыу мәле, ул ыңғай герой – Урал батыр файҙаһына хәл ителә. Батыр майҙанда еңә, ә Шүлгән еңелә.

Аҡбуҙат.

Мин һинеке, батыр!

Һомай.

Һиңә иптәш ир булыр!

Миңә һөйгән йәр булыр!

Сюжеттың сиселешендә тылсымлы Аҡбуҙат Урал батырға буйһона, батыр үҙенә иш таба, Һомайҙы кәләш итеп ала.

Шулай итеп, был сценарий эпостың бер сюжет һыҙығын – Урал, Шүлгән, Һомай өсмөйөшөнөң хәл ителешен һынландыра. Сюжет бер бөтөн итеп тамамланған сценарийға таяна.

Тәжрибә уртаҡлашыу эшендә эпостар буйынса сценарийҙы нисек итеп ҡорорға кәңәштәр бирелде, драматик әҫәрҙәргә һалынған сюжет компоненттары – экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, конфликт һәм уның хәл ителеше тураһында бәйән ителде.

Р.Ә. ИСТӘКОВА,

Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе уҡытыусыһы,

филология фәндәре кандидаты
Читайте нас: