Бөтә яңылыҡтар

Ырғыҙ буйы – алты ауыл...

Әҙәби-музыкаль кисә

(Экранда Ырғыҙ буйы күренештәре. Сәхнәгә талғын ҡурай көйөнә алып барыу­сылар сыға.)
1-се алып барыусы. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисәне башлайбыҙ!
2-се алып барыусы. Борон Һамар губернаһы Оло Ырғыҙ буйындағы Диңгеҙбай ауы­лында Үҫәргән ырыуы Сураш айма­ғынан күсеп килгән Әбделкәрим тигән кеше йәшәй. Уның Зәлифә исемле бик һылыу ҡыҙы була. Зәлифә тип йән атыусы егеттәр күп булһа ла, уның күңелен Алламорат тигән егет кенә яулай ала. Ғашиҡтар араһына ҡара уйлы Яҡуп атлы егет ҡыҫыла. Ҡыҙҙың күңеле башҡала икәнлеген белгән көйө ул, ҡыҙҙың ағаларына мал би­реп, Зәлифә менән ҡауыштырырға ризалаштыра. Яҡуп, үҙенең яуыз ниәтенә ирешкәс, Зәлифәгә өйләнмәй. Аяныслы был хәлдән һуң Алламорат та ҡыҙҙан баш тарта. Йәш ҡыҙҙы йәлләп, ауылдаштары йыр сығара:
Зәлифәкәй һылыу һыуға бара,
Һыу һибәйем, тиеп талдарға.
Зәлифәкәй, бахыр, ни хәл итһен,
Үҙ ағаһы һатҡас малдарға.
(Сөләймән Абдуллин башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Зәлифәкәй» яңғырай.)
1-се алып барыусы. Ырғыҙ буйында ижад ителгән «Зәлифәкәй» йыры хисле йәш шағир Рәми Ғариповты республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәр яҙмышы тураһында уйландыра. Аҙаҡ ул “Ырғыҙ буйы” тигән билдәле шиғырын Ҡыпсаҡ ауылының шулай уҡ Зәлифә исемле уҡытыусы ҡыҙына арнай.
XIX быуатта бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстой был яҡтарҙа ҡымыҙ менән дауа­лана. Һамар далаларының матурлығын, кешеләренең ихласлығын үҙенең «Ильяс» һәм «Кешегә күпме ер кәрәк» хикәйә­ләрендә тасуирлай.
(Экранда фотоһүрәт һәм картина күрһәтелә.)

Лев Толстой Ырғыҙ-Кәрәлек башҡорттары менән. 1898 йыл

Әмир Арыҫланов. «Лев Толстой башҡорт далаһында»

2-се алып барыусы. Күп тапҡыр ошо яҡ­тарҙа булған Лев Толстой Ырғыҙ-Кә­рә­лек башҡорттары тураһында: «Баш­ҡорттар байлыҡ йыймай, шуның өсөн үҙ-ара талаш юҡ уларҙа»,– тигән һығымтаға килә.
Башҡортостан ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары ла Ырғыҙ-Кәрәлек баш–ҡорттарының йәшәйеше, рухи байлығы менән бик ҡыҙыҡһына, ә тәүгеләрҙән булып 1963 йылдың яҙында йәш шағир Рәми Ғарипов был яҡтарҙы килеп күреү теләгенә ирешә. (Экранда видео күрһәтелә.)
1-се алып барыусы. Киң, сал ҡылғанлы далаларҙы, милләттәштәренең бөгөнгөһөн күреү, үткәнен өйрәнеү маҡсатында Рәми Ғарипов бөтә алты башҡорт ауылын йөрөп сыға. Был яҡтың үҙен­сәлек­ле тәбиғәте, һары балсыҡлы саман өйҙәре, тырыш, эшһөйәр Ырғыҙ баш­ҡорттары аҙаҡтан шағир ижадында ҙур урын биләй.
Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Алыҫтарҙан дала моңо
Быуып алды алҡымдан.
Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Әйтерһең дә, балсыҡ өйҙәр
Ялатылған ялҡындан.
(«Ырғыҙ буйы», 1966 йыл)
2-се алып барыусы. Шағир сәфәрен Оло Ырғыҙ башында урынлашҡан Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған ауылы Хәсәндән («Ырғыҙ» романындағы Айҙаҡай ауылы, хәҙер ул элекке карталарҙа ғына ҡалған) башлай, аҙаҡ күрше Кинйәғол, Ҡыпсаҡ, Диңгеҙбай (бында Башҡорто­с­тандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, Башҡортостан Республикаһының мәғариф ми­нист­ры Фатима Мостафина тыу­ған, йәш Һәҙиә Дәүләтшина уҡытыусы булып эшләгән) ауылдарында була. Ауылдарҙың тарихы менән танышыуын Рәми Ғарипов башҡорт яҙыусыһы Бәшәр Хәсәндең тыуған ауылы Бөрйән (Үтә­кәй) һәм Таллы (Ҡасҡын) ауылдарында тамамлай.

Ырғыҙ йылғаһы, Диңгеҙбай ауылы

Шағирҙы халҡының үткәне генә ҡы­ҙыҡ­һындырып ҡалмай, илһөйәр һәм телһөйәр Ыр­ғыҙ буйы башҡорттарының киләсәге лә борсой:
Ҡайҙа беҙҙең Айбулаттар,
Ниңә тыумай Ниғмәти,
Ниңә китә Һәҙиәләр,
Ҡайҙа беҙҙең Ғөбәй? – ти.
1-се алып барыусы. Ләкин шағир Һамар башҡорттарының яҡты киләсәгенә ышанысын юғалтмай:
Ҡайтты «Ырғыҙ», ҡайтты ир-ҡыҙ,
Ҡайғырмағыҙ, ҡылғандар.
Ниғмәтиҙәр тыумаһа ла,
Тыуыр илдә ҡалғандар... – тип яҙа ул.
2-се алып барыусы. Һәҙиә Дәүләтшина мәрхүм булғандан һуң, Рәшит Ниғмәти ярҙамында донъя күргән «Ырғыҙ» романы мәңгелек бүләк булып тыуған яҡтарына, яҡташтарына ҡайта. Рәми Ғарипов Ырғыҙ буйына, Һәҙиә Дәүләтшинаға оло ихтирамын, был йылғаның үҙенең Йүрүҙәне кеүек үк уға йән-көс биреүен «Ырғыҙ ҡыҙы» шиғырында әйтә.
Ниңә беҙҙең Ырғыҙ буйын
Алмаштырҙың диңгеҙгә?
Төштә түгел, өнөңдә, ти,
Килсе, егет, кил беҙгә.
Шауламасы, төнгө диңгеҙ,
Мин бит төш күрә инем:
Ил инәһе, ир бул, тиеп,
Миңә йән өрә ине!.. (1964 йыл)
Шағирҙың улы Азамат Ғарипов был шиғырға көй яҙа. (Сәхнәлә Азамат Ғарипов башҡарыуында йыр яңғырай.)
1-се алып барыусы. Ырғыҙ темаһы Рәми Ғариповтың тағы ла бер нисә әҫәрендә урын ала. Мәҫәлән, шағирҙың «Ауылдаштар» шиғырында шундай юлдар бар:
Урыҫ кәләш алған күрше Заһир,
Ә Фәрзәнә сыҡҡан ҡырғыҙға.
Был ни? Әсәйем дә китап уҡый –
Күҙлек кейеп, сумған «Ырғыҙ»ға,
Оҡшап тора үҙе бер ҡыҙға.
Ысынлап та, “Ырғыҙ” романы ололарҙың да, кеселәрҙең дә яратып уҡыған әҫәренә әүерелә.
2-се алып барыусы. Шағир үҙенең ҡыҫ­ҡа ғына ғүмерен илем, халҡым, телем тип йәшәй, төрлө тарафтарға таралған башҡорт халҡына «Уйҙарым» ҡобайыры аша тик яҡшылыҡ юрай, киләсәге тураһында уйлана:
Һалып илдең оранын,
Ырғыҙ, Туғым, Сораным,
Ҡаҫмарт, Миәс, Һаҡмарым,
Ҡурған, Кама яҡтарым,
Хәлегеҙҙе һораным...
Тик яҡшыға юраным.
(Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин башҡарған «Уйҙарым» ҡобайы­ры тыңлана.)
Рәми Ғариповтың юрауы юшҡа сыға, Ырғыҙ башҡорттары үҙ телдәрен онотмай, тарихи ер-һыуҙарын ташламай, Рәми васыятына тоғро ҡалып, матур тормош көтә. Өлкәлә «Ырғыҙ» гәзите сығарыла, район һәм өлкә ҡоролтайҙары әүҙем эшләй, үткән быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән Ырғыҙ ауылының мәҙәниәт йортонда «Ырғыҙ нурҙары» фольклор ансамбле бар. Оло Чернигов районында «Ырғыҙ» мәҙәни үҙәге асыла, Баймаҡ районы хакимиәте тарафынан Костин ауылында Һәҙиә Дәүләтшинаға бюст ҡуйыла. Һамар өлкәһе балалары араһынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыусылар ҙа бар.
1-се алып барыусы. Шағир яҙған «алты алтын ауыл»да тормош дауам итә. Ырғыҙ буйы башҡорттары тыуған төйәк­тәрен данлауы өсөн шағирға рәхмәтле, улар ҙа Рәми эҙҙәрен, уның рухын һаҡлап йәшәй:
Сал ҡылғандар үҫкән дала буйлап
Талғын ғына аға Ырғыҙым.
Тәбиғәтең, матур халҡың менән
Тарихҡа һин индең, Ырғыҙым!
Алты ауыл – миңә лә ул алтын,
Аҫылташтай ауылдаштарым.
Һәҙиә апай, Рәми рухын һаҡлап,
Гөрләп йәшәй тыуған яҡтарым...
(«Ырғыҙым». Д. Шамғунов)
2-се алып барыусы. Кеше ғүмере – йәшнәп үткән йәшен, ялт итеп бер балҡый ҙа һүнә. Ошо ҡыҫҡа ғүмер юлын һәр кем үҙенсә үтә. Берәүҙәр аҙ ғына йәшәү дәүерендә лә үҙ исемдәрен мәңгеләштереп өлгөрә. Оло Ырғыҙ буйҙарына тәүгеләрҙән булып дан йырлаған Рәми Ғарипов ошондай шәхестәрҙең береһе ине.
Кисәбеҙҙе Рәми Ғарипов шиғырына Ро­за Сәхәүетдинова ижад иткән “Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ” йыры менән тамамлайбыҙ.

Д.В. ШАМҒУНОВ,
Өфө ҡалаһының 160-сы лицейы уҡытыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Читайте нас: