Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ шағиры – халыҡ хәтерендә

Дәрес-экскурсия

“Һеҙ, дүртөйлөләр, бәхетле халыҡ: һеҙҙең Шәйехзада Бабичығыҙ бар...”.
Мостай Кәрим

Дәрес барышы

Уҡытыусы. Хәйерле көн, уҡыусылар! Беҙ Башҡортостан Республикаһының матур төбәгендә – Дүртөйлө ерендә йә­шәйбеҙ. Тыуған төйәкте ошо ерҙә тыуып үҫкән, халҡына намыҫ менән хеҙмәт ит­кән шәхестәре данлай. Бындай шәхес­тәр исемлегенә кемдәрҙе индерер инегеҙ? (Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми; шағир, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шә­йехзада Бабич һ.б.)

Уҡытыусы. Күренекле шәхестәр тураһында материалдар менән ҡайҙа танышырға мөмкин? (Интернетта, архивта, музейҙа.)

– Ә музейҙар ҡайҙа төҙөлә? (Ғәҙәттә, шәхестең тыуған ерендә.)

Уҡытыусы. Һеҙҙе яҡташыбыҙ Шәйехзада Бабичтың Әсән ауылында урынлашҡан музейына сәйәхәткә саҡырам.

1-се туҡталыш. Кеүәш йылғаһы.

Уҡытыусы. Тап ошо йылға буйында Ба­бичтарҙың йорт нигеҙе урынлашҡан булған. Әсән ауылында йәшәүсе Хәҙисә апай иҫтәлектәренән шул билдәле: “Бабичтарҙың баҡсаларында нимә генә юҡ ине! Беҙ, минең ише ҡыҙҙар, унда һәр йылды утау өмәһенә килә инек, һәр саҡ көлкө һүҙле Шә­йех арабыҙҙа йөрөр ине, берәребеҙ урынһыҙыраҡмы, ҡыҙыҡлымы һүҙ әйтһә, шунда уҡ таҡ­маҡ уйлап сығара. Ҡыҙҙар уны “ҡыҙыҡ ҡап­сығы” тип атай ине. Нимә генә юҡ ине баҡсала: ҡарбуз, ҡауын, ҡыяр, кәбеҫтә, шалҡан, һуған, сөгөлдөр. Емеш ағастары ғы­на ни тора! Шәйехте ниндәйҙер дошман тинеләр. Нәмәләрҙе алып та киттеләр. Шулай юҡҡа сыҡты Шәйехтәрҙең йорт-ихатаһы”.

Әсәндә Шәйехзада Бабичҡа арналған күркәм саралар барышында шағир иҫтәлегенә ул үткән һуҡмаҡ буйлап “Бабич баҡ­саһы” асылды. Уларҙың элекке баҡсалары кеүек татлы емеш бирһен тип, төр­лө ағастар ултыртылды. Был урын күп­тәргә илһам бирер, шиғриәт мәккә­һенә әйләнер, тип ышана Әсән ауылы халҡы.

2-се туҡталыш. Музейҙа.

Экскурсовод. 1995 йылда күренекле шағир, башҡорт халҡының мәшһүр улы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы музей комплексы асылды. Ул өс экспозиция залынан тора. «Әсән ауылы тарихы» залында ауыл тарихына бәйле документтар, шәжәрәләр, билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр туп­ланған, ауыл панорамаһы урынлашҡан. Ауылдың атамаһы уға нигеҙ һалыусы Әсән Әхмәров исеме менән бәйле. Әсән өс мә­сете, ике мәхәлләһе булған ҙур һәм етеш тормошло ауылдарҙан һаналған.

Уҡытыусы. Әсән ауылы кешеләренең Бабич тураһындағы хәтирәләрен тыңла­йыҡ. Бөгөн осрашыуға Фәнис Ғәйнелғилем улы Әхмәтов килгән.

Фәнис Әхмәтов. Шәйехзада Бабич­тар­ҙың өйө Кеүәш йылғаһының боролоп аҡ­ҡан урынында урынлашҡан, бер ихата эсен­дә йорттары менән бергә мәсеттәре лә торған. Мин мәсетте хәтерләмә­йем, әм­мә шул урында өс ҙур өйәңке ағасы бар ине.

Атайымдың ҡустыһы (беҙҙә ҙурәтәй тиҙәр), Әхмәтов Ғилметдин Хужәхмәт улы, Бабич тураһында күп һөйләй торғайны. Уның әйтеүенсә, Шәйехзада бәлә­кәйҙән шаян, зиһенле булған, һорауға мәҡәл ме­нән яуап ҡайтарған, ауылдаштары тураһында шунда уҡ ҡыҫҡа шиғырҙар сы­ғарған. Бабичтан кесерәк булһа ла, ҙурә­тәйем уның менән бергә Манғаҙы аҫтында, Кеүәш йылғаһының Ҡыҙылъяр бу­­йын­да сана шыуған саҡтарын хәтерләй ине.

Бер көндө ул миңә Бабичтың шиғыр­ҙар йыйынтығын бирҙе һәм: “Был китапты кешеләргә күрһәтә күрмә, үҙең йәшереп кенә уҡы!” – тип киҫәтте. Бабичтың исемен телгә алыу, шиғырҙарын уҡыу тыйылған саҡ ине. Мин китапты һаҡлап тоттом, аҙаҡ музейға тапшырҙым. (Китапты күрһәтә.)

Экскурсовод. Был стендта һеҙ шағир­ҙың исемен мәңгеләштереүгә өлөш индергән ауылдаштарыбыҙҙы күрәһегеҙ. 1916 – 1917 йылдарға тура килгән документтарҙы, фо­тоһүрәттәрҙе, хаттарҙы тәүгеләрҙән булып Әсән мәктәбе уҡытыусыһы Һолә (Оля) Йынан ҡыҙы Йәнгирова йыйған. Уның атаһы Әсән мәҙрәсәһендә Бабич менән белем алған һәм уның менән даими бәйләнеш тотҡан.

Музейҙың беренсе директоры Фәнүс Хәниф улы Фәтихов БДУ-ла уҡығанда уҡ курсташы Рәдиф Ғатауллин менән бергә материалдар туплай. (Фотоны күрһәтә.)

Уҡытыусы. 2005 йылда беҙ Шәйехзада Бабич тураһында ғилми-тикшеренеү эше алып барған ике уҡыусым менән музейға килдек. Фәнүс Хәниф улы һөйләгәндәр­ҙән ошолар хәтерҙә ҡалған: “Уҙған быуат­тың 60-сы йылдары башында, аллы-артлы Башҡортостан һәм Татарстан китап нәш­риәттәре күренекле ғалимдар Әхнәф Харисов һәм Хәтип Ғосман редакторлығында Ш. Бабичтың ши­ғыр­ҙар йы­й­ын­тығын баҫтырып сығарҙы. Шиғыр һө­йөүселәр был китапты ҡулдан төшөрмәне.

80-се йылдарҙа ла әле Бабич тураһында материалдар табыуы ауыр ине. Шағирҙы белеүселәрҙең күбеһе уның тураһында һөйләргә тартынды. Күптәр өсөн Ш. Бабич “халыҡ дошманы”, “милләтсе” Зәки Вәлидиҙең көрәштәше генә ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ш. Бабичты бар булмышы менән аңлаһа ла, фекерҙәрен ҡысҡырып әйтеүҙән һаҡ булды”.

Фәнүс Хәниф улы, Әсән мәктәбенә эш­кә килгәс, коллегаһы Һолә (Оля) Йынан ҡыҙы менән һөйләшеп, тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ш. Бабичҡа урын биреп, кө­рәшсе шағир тураһында ауылдаштарына дөрөҫлөктө еткерергә ҡарар итәләр. Бабич­тың һеңлеһе, Фәсәхәт, йыйған материалдарҙың ҡайһыларын музейға тап­шы­ра. Фәнүс Хәниф улы менән һуңғы осра­шы­уында ул ағаһы тура­һында ауыл­даштары­ның, күреп белеүсе­ләрҙең иҫтә­лек­тәрен, китаптағы, гәзиттәге материалдарҙың ба­ры­һын да тәр­­типкә килтергәс, мәктәп му­зейына тап­шы­расағын әйтә. Бөтәһен дә айырым дәфтәргә күсереп яҙып барған була.

Һеңлеһе Ш. Бабичтың айырым йорт- музейы буласағына ныҡлы ышана. Фә­сәхәт Бабичева үлгәс, үкенескә ҡаршы, уның өйөндә Ш. Бабичҡа бәйле бер ҡа­ғыҙ киҫәге лә булмауы асыҡлана. Фәнүс Хәниф улы оҙаҡ йылдар, бәлки, был ма­териалдарҙы музейға тапшырыусы булыр, тип көтһә лә, өмөтө аҡланмай, йыйылған яҙмалар юҡҡа сыға.

Экскурсовод. Күп материалдар юғал­ған йә йәшерелгән булыу сәбәпле, улар­ҙы йыйыу еңел булмай. Йәмил Вәлиев, Ганс Хәкимов, Ғәлимйән Ғилманов, Фәниә Сәйетгәрәевалар шағирҙың ижадын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә.

Музейҙа Бабичтың шәхси әйбер­ҙә­ренән күлдәге бар. Шағир уны Ҡораласыҡ ауылында йәшәүсе Зәки дуҫына бү­ләк иткән була. Күлдәк Зәкиҙең Бөрө ҡалаһында йәшәүсе һеңлеһе Зәйтүнә Ғәлиевала һаҡлана. Шағирҙың хатта аяҡ бармаҡтары менән уйнай алған мандолиналарының береһе лә музейҙа урын ала (күрһәтә). Шәйехзаданың әсәһенең ҡалпағы, ғаилә йәдкәре – тегеү машинаһы, шулай уҡ самауырҙары, тирмәндәре бар.

“Шәйехзада Бабич ижады һәм тормошо” залында шағирҙың автографтары ҡуйылған “Аҡмулла” журналының ҡайһы бер һандары, 1922 йылда Ҡазанда баҫылған “Шиғырҙар мәжмүғәһе” китабы, ҡулъяҙма шиғырҙар йыйынтығы (1912), “Ҡармаҡ”, “Шура” журналдарында, “Ваҡыт”, “Тормош” гәзиттәрендә баҫылған шиғырҙары, визит карточкаһының күсермәләре һаҡлана.

Марат Байназаров төшөргән портретта һеҙ оптимист, йәшәү дәрте ташып торған йәш лирикты күрәһегеҙ. Ә Зилфәт Басиров ағастан эшләгән бюстан иһә Бабич беҙгә етди ҡиәфәтле революционер булып ҡарай.

Был һүрәттә – шағирҙың атаһы Мө­хәмәтзакир (күрһәтә). Ул ата-әсә­һенән һигеҙ йәшендә етем ҡала, әсәһе яғынан олатаһы Әхмәт бабай тәрбиәһендә үҫә. Олатаһы уны Әсән ауылына мәҙ­рәсәгә илтеп бирә, ә үҙҙәре Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәй. Мәҙрә­сәнең иң алдынғы шәкерте Мөхәмәтзакирҙы уҡыуын уңышлы тамамлағас та хәл­фә итеп ҡуялар, аҙаҡ икенсе мәхәллә муллаһы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул өс тап­ҡыр өйләнә (тәүге ике ҡатыны ауырып донъя ҡуя), 17 балаһы була, шуларҙың ун бере үҫеп буй еткерә. 1895 йылдың 2 ғинуарында Мөхәмәтзакирҙың өсөнсө ҡатыны Би­бисажиҙәбаныуҙан Шәйехзада исемле ул­да­ры тыуа. Ишле ғаилә татыу йәшәй. Мөхәмәтзакир ҙур китапхана ойоштора, баҡсасылыҡ, һабын ҡайнатыу менән шөғөлләнә. Был йортта китап иң ҙур хазина булып һанала.

Ш. Бабич 1904 – 1910 йылдарҙа атаһының мәҙрәсәһендә белем ала. Зирәк малай өйҙәренә килеп ингән һәр китапты, гәзит- журналды йотлоғоп уҡый, Туҡайҙың “Шү­рә­ле”, “Һыу инәһе”, “Яңы Ки­ҫекбаш” ке­үек әҫәрҙәрен яттан белә. Мөхәмәтзакир мулланы ялған ялыу бу­йынса ҡулға алалар, ләкин халыҡ алдынғы ҡарашлы, ярҙамсыл мулланы яҡлап ҡала. Ошо ваҡиғалар 10 йәшлек кенә хисле бала күңелендә уйылып ҡала.

15 йәше тулғас, тормошта үҙ юлын эҙләгән ағаһы тураһында Фәсәхәт Бабичева: “Өйҙән сығып китер алдынан үҙенә урын таба алманы. Мин үҙемсә йәшәргә тейеш, мин ир кеше инде. Әсәндәге тормош ҡына тормош түгел әле ул. Донъяны күрер­гә, донъяны белергә кәрәк, тип ауылдан Ҡаҙағ­стан далаларына ҡарай сығып китте”, – тип хәтерләй. Бабич Дүсәнбай ауы­лында Мортаза исемле ҡаҙаҡ кешеһендә йәшәй. Балалар уҡыта, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнә. Был һүрәттәрҙә дәрес ваҡытын күрәһегеҙ (күрһәтә).

1911 йылдың көҙөндә Өфөгә ҡайта һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Был фотоларҙа Бабичтың бергә уҡыған дуҫтары, ул осорҙағы Өфө күренештәре һүрәтләнгән. Ш. Бабич шәкерттәр ара­һында бик тиҙ күренекле шәхескә әйләнә. Мәҙ­рәсәнең “Парлаҡ”, “Эләктергес” исем­ле ҡулъяҙма журналдарын сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. “Милли көй, сәхнә һәм әҙәбиәт” түңәрәге концерттарын ойоштороуҙа алдан йө­рөй. Үҙенең шиғырҙары менән сәхнәлә сығыш яһай, уларға көйҙәр сығара, мандолинала оҫта уйнай, һүрәт төшөрөргә әүәҫ була.

Шәйехзада Бабичтың “Ғәлиә” мәҙрә­сәһендә уҡыу йылдарында төшөргән рәсемдәрен ҡарайыҡ. (Презентация ҡарала.) Әлеге ваҡытта был рәсемдәр Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми архивында һаҡлана.

Уҡытыусы. Шағирҙың ижады менән танышып үтәйек. Һеҙгә Шәйехзада Бабичтың үҙегеҙгә оҡшаған шиғырҙарын ятларға бирелгәйне. (Бер уҡыусы “Халҡым өсөн” шиғырын яттан һөйләй.)

Бабич 1914 йылда яҙған “Халҡым өсөн” шиғырында халыҡтың бәхетле киләсәге өсөн ғүмерен бирергә әҙер булыуын белдерә һәм антына тоғро ҡала, ә 1915 йылда замандаштарына: “Ысын ирекле алғы көн өсөн, көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!” – тип мөрәжәғәт итә. (Уҡыусы ши­ғыр­ҙы һөйләй.)

Халҡыбыҙ азатлыҡ өсөн изге көрәшкә күтәрелгәндә, Бабич шиғырҙары кешеләрҙе рухландырыусы оран булып яңғырай. (“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар”, “Башҡортостан”, “Тупраҡ” шиғырҙары һөйләнелә). “Тупраҡ” шиғырында Бабич тыуған ерҙең ҡәҙерен белергә, уның ысын хужаһы булырға өндәй.

Йырсы Радик Динәхмәтов ауылдашы Шәйехзада Бабичтың йырҙарын яратып башҡара, шиғырҙарын яттан һөйләй. Бөгөн ул – беҙҙә ҡунаҡта. (Радик Динәхмәтов “Кем өсөн?” йырын башҡара, “Һин, алдама!” шиғырын һөйләй.)

Экскурсовод. 1916 йылда Бабич “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлай һәм Троицк ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй башлай. “Ғазазил” поэмаһын, “Ҡандала” балладаһын ижад итә. “Хөр милләт” исемле гәзит сығарыша, демонстрацияларҙа ҡатнаша. 1917 йылдың авгусында, “Ҡармаҡ” журналы саҡырыуы буйынса, Ырымбурға килә.

Шағир башҡорт халҡының ауыр тормошо, ер мәсьәләләренең киҫкенләшеүе, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп яҙа. Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларҙың береһе була. 1917 йылдың көҙөнән ул башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнаша, Башҡорт өлкә шураһының сәркәтибе, “Башҡорт” гәзитенең мөхәррире, “Тулҡын” башҡорт йәштәре ойошмаһы етәксеһе итеп һайлана.

Уҡытыусы. 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына үҙ ирке менән сығырға була. Башҡорт шураһы ағзаһы Ш. Бабич был боролоштоң сәбәптәрен аңлатыу эшен үҙ өҫтөнә ала һәм 25 февралдә “Башҡорт халҡына көйлө хитаб”ын ижад итә. Шиғри оран халыҡ араһында тиҙ тарала, уның менән бергә эш алып барған С. Рәхмәти бына нисек яҙа: “Был шиғырҙың шул ваҡыттағы тәьҫире атом бомбаһының тәьҫиренә тиң ине. Ул шиғыр ваҡытында Саранскиҙа ун мең нөсхә менән баҫылып, башҡорт ауылдарына таратылғайны”.

“Шәйехзада бик һөйкөмлө милли шағир ине… Ижадында 1917 йылда башланған инҡилап дәүерендәге милли хәрәкәтебеҙҙе тасуирланы. Әле тамамлап өлгөрмәгән дастан кеүек әҫәрҙәре бар ине… Әммә был әҫәрҙәрҙең күбеһе баҫылып сыҡманы. Барыһы ла советтар тарафынан юҡ ителде”, – тип хәтерләй Зәки Вәлиди.

Экскурсовод. 1918 – 1919 йылдарҙа Ш. Бабич башҡорт ғәскәренең хәрби корреспонденты булып эшләй. Башҡорт Республикаһы Ваҡытлы Хәрби-революцион Комитетының 1919 йылдың 25 февраль бойороғо менән Бабич Башревкомдың башҡорт матбуғатына эшкә тәғәйенләнә. 1919 йылдың 25 мартында Ш. Бабич Башҡорт хөкүмәтенең архивын һәм типографияһын тейәп юлға сыға, Темәстән Мораҡ ауылына йүнәлә. Преображенскийға (Йылайыр) етәрәк Шә­йехзада һәм уның юлдаштары тотоп алына һәм ҡыҙыл командирҙар тарафынан йыртҡыстарса язалап үлтерелә.

Был портретта – Бабичтың һеңлеһе, ағаһының исемен аҡлауға ҙур көс һалған Фәсәхәт Бабичева. Ағаһы фажиғәле һәләк булғас, уларҙың ғаиләләре Ҡыйғаҙытамаҡҡа ҡайта. 1922 йылда, ата-әсәһе бер-бер артлы донъя ҡуйғас, 8 йәшлек Фәсәхәт тәүҙә туғандарында йәшәй, шунан Урта Азияға сығып китергә мәжбүр була. Бик ауырлыҡ менән көн итһә лә, ярҙам һорап кешеләргә мөрәжәғәт итергә ҡурҡа. Бабичтың китаптары баҫылып сыҡҡас, Фә­сәхәт Бабичева Пермь өлкәһенең Лысево ҡалаһына күсеп ҡайтып, заводҡа эшкә урынлаша. Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар союзына, яҙыусыларға, Әсән ауылындағы таныштарына, үҙәк органдарға хаттар яҙа, ләкин яуап ала алмай. Ул ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, ағаһы тураһында мәғлүмәт йыйыуҙы дауам итә.

Был стендта (күрһәтә) бөйөк Бабичтың исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән, студент йылдарынан уҡ уның эҙҙә­ренән йөрөп, архивтарҙа ултырып, материалдар туплаған, шағир ижады һәм тормошо тураһында бер нисә китап яҙған Рауил Бикбаевты күрәбеҙ. Шулай уҡ беҙ Бабичты киң танытыуға көс һалыусы шәхестәрбеҙ Ғәзим Шафиҡов, Рәшит Шәкүр, Әхнәф Харисов, Рәдиф Ғатауллин, Ғәлимйән Ғилмановтарға рәхмәтлебеҙ.

Бында иһә (күрһәтә) 2007 йыл башында Йылайыр районында Шәйехзада Бабичты йола буйынса яңынан ерләүгә һәм һәйкәл ҡуйыуға арналған фотоматериалдар тупланған. Фотола – район һәм ауыл делегацияһы вәкилдәре шағирҙың тыуған йорто урынынан алынған тупраҡты Бабич ҡәберенә һала. Ҡумтала – шағирҙың һуңғы төйәге – Йылайыр еренән ҡайтарылған тупраҡ. Музейҙа шағирҙы ерләүгә бәйле видеоматериалдар ҙа һаҡлана.

Уҡытыусы. Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары араһында нәҫел ептәре Бабичҡа барып тоташҡан балалар бар. Әйҙә, Ильяс, һүҙебеҙ һиңә. (Ул үҙенең шә­жәрәһе менән таныштыра, нәҫел ептәренең Бабичҡа барып тоташыуы менән ғорурланыуын әйтә.)

Уҡытыусы. Беҙҙең менән осрашыуға Шәйехзада Бабич тураһында яҙылған “Сквозь толщу лет обретя покой” китабының авторы Хәмит Хамат улы Нәбиев килде. Хәмит Хамат улы, был китапты яҙырға һеҙгә нимә этәргес бирҙе?

Хәмит Нәбиев. Китап яҙыу идеяһы, нисектер, көтмәгәндә тыуҙы. Журналист булараҡ, гәзиттә эшләгән саҡта Бабичтың тормош юлы һәм ижады буйынса мә­ҡә­ләләр баҫтырыуҙы һорап күптәр мөрә­жәғәт итте, Йылайырҙа һәм үҙебеҙҙең районда үткәрелгән юбилей тантаналарында ҡатнашырға, тикшеренеү эштәре алып барырға тура килде, шағир тураһында белгән һәм ишеткән кешеләр менән яҡындан аралаштым. Бабич хаҡында яҙылған мәҡә­ләләр, очерктар райондың “Юлдаш” гәзитендә, республиканың “Ва­тандаш”, “Ағиҙел” журналдарында донъя күрҙе. Таралған материалдарҙы бергә туп­лап, китап итеп сығарыу идеяһы тыуҙы. Бабичтың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булыуы сәбәпле, китап үҙ уҡыусыларын тапты.

Уҡыусы. Күп яҙыусылар, шағирҙар көндәлек алып барған. Шәйехзада Бабич көндәлек яҙғанмы?

Хәмит Нәбиев. Шәйехзада Бабич та көндәлектәр алып барғандыр. Сәйфи Ҡудаш үҙенең иҫтәлектәренең береһендә Бабичтың сәскә япрағын өҙөп алыуы һәм уны көндәлегенең эсенә ҡуясағы тураһында хәтерләй. Рауил Бикбаев та Бабичтың көндәлек алып барыуы, хатта 10 йәшенән үк үҙенең кисерештәрен ҡағыҙ битенә теркәүе тураһында яҙа. Бабич уй-фекерҙәрен яҙып барған бер нисә дәфтәр булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның бер көндәлек дәфтәре генә билдәле, ҡалғандары, уның ижады кеүек, юҡҡа сығарылған. Үҙе менән йөрөткән ҡулъяҙмаларын Йылайырҙа өйөп яндыр­ғандар, тип тә әйтәләр. Шағирҙың ҡулъяҙмалары, әҫәрҙәре һаҡланған “Йәшел һандыҡ”тың яҙмышы тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ. Бабичтың бөтә яҙғандары тулы күләмдә һаҡланған булһа, беҙ Бабич тураһында, ул йәшәгән осор, фекер­ҙәштәре, Башҡорт автономияһы төҙөү тарихы хаҡында күберәк белер инек.

Уҡытыусы. Һеҙ “Юлдаш” район гәзитенең мөхәррире булып эшләгән саҡта Бабичтың бер туған һеңлеһе Фәсәхәт Бабичева күп тапҡырҙар редакцияға килгән. Уның ағаһы тураһында һөйләгән иҫтәлектәре менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Хәмит Нәбиев. Фәсәхәт Бабичева – Шәйехзаданан 8 йәшкә кесе иң бәләкәй һеңлеһе. Фәсәхәт апай үҙенең бөтә ғүмерен ағаһының исемен аҡлауға арнай, хатта үҙенең ғаиләһен дә ҡормай. Бабичты милләтселектә ғәйепләгәс, ул был яҡтарҙа ҡала алмай, Урта Азияла, Ҡырғыҙстанда йәшәй. Шәйехзада Бабичҡа тыуған ауылы Әсәндә мемориаль таҡта асыу тантанаһына әҙерләнгән ваҡытта тыуған яҡты өйрәнеүселәр Фәсәхәт апайҙы Пермь өлкәһендә табалар. Күп йылдар үткәс, 1982 йылда, ул беренсе мәртәбә тыуған ауылына ҡайта. Күп тә үтмәй, колхоз уға фатир бирә, һәм Фәсәхәт апай Әсәнгә ҡайтып төпләнә. Ул Бабичҡа арналған бөтә сараларҙа ҡатнаша, күп кешеләр менән осраша, бигерәк тә Бабичтың иң яҡын дуҫы Сәйфи Ҡудаштан күп иҫтәлектәр яҙып алып ҡала. Фәсәхәт апай ауылдаштарына ғына түгел, халыҡҡа Бабичтың яҡты исемен ҡайтарыу өсөн күп көс һала. Ул хатта заманында Бабичтың яратҡан, йәрәшкән ҡыҙын да эҙләп таба. Ул – Фатиха апай (мин уны үҙем дә күреп белә инем). Бабич уға күп шиғырҙар арнай, ләкин Фатиха апайҙың ҡыҙы һөйләүенсә, Бабичтың нәҫелен эҙәрлекләгән саҡта, Фатиха апай шиғырҙарҙы яндыра.

Фәсәхәт апай вафатынан алда редакцияға килде, өс сәғәтләп һөйләшеп ултыр­ҙыҡ. Материалдарҙы гәзиттә баҫтырайыҡ тигән тәҡдимгә тағы бер аҙ эшкәртеп бирергә теләүе тураһында әйтте. Тик был уйҙы тормошҡа ашыра алманыҡ, ул үлеп ҡалды, ә материалдар юҡҡа сыҡты.

Ерҙә шундай шәхестәр була: уларҙың исемдәре легендаға әйләнә. Шағир үлгәнгә 100 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уға арнап һәйкәлдәр асыла, кинофильмдар төшөрөлә. Тимәк, халыҡ үҙ улын онотмай, уның яҡты исемен ҡәҙерләп һаҡлай.

Экскурсовод. 1995 йылда әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары буйынса Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы булдырыла.

Уҡытыусы. Дошман ҡулынан һәләк ителгәндә Бабичҡа ни бары 24 йәш була. Ошо йәшендә үк ул күренекле әҙәби һүҙ оҫтаһына әйләнеп, башҡорт поэзияһында тәрән эҙ ҡалдырырға өлгөрә. Заманында ҡәберен, яҡты исемен юйырға теләһәләр ҙә, ул халыҡ хәтерендә һәр саҡ тере.

Бабичтың яҡты исемен мәңгеләштереү буйынса ниндәй эштәр башҡарылған? (Өфөлә шағирға һәйкәл асыла; Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы булдырыла; «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә мемориаль таҡта ҡуйыла; Башҡортостандың күп ҡала һәм райондарында Ш. Бабич исемен йөрөткән урамдар бар; Дүртөйлө районының Әсән мәктәбенә һәм Йылайыр районының Йылайыр башҡорт гимназияһына Ш. Бабич исеме бирелә; йорт-музейы булдырыла; “Бабич” тигән фильм төшөрөлә; тыуған ауылы Әсәндә, Йылайырҙа бюстар ҡуйыла.)

3-сө туҡталыш. Бабич бюсы янында.

Уҡытыусы. Был бюст Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап асыла. Бюстың авторы – скульптор Мәү­летбай Хәлилов. Ул, бик аҙ һаҡланып ҡал­ған фотолар буйынса, яҡташыбыҙҙың образын кәүҙәләндерә.

(Шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалына, бер минут тынлыҡ иғлан ителә.)

Бөгөнгө экскурсияла яҡташыбыҙ тураһында күп фәһемле материалдар менән таныштығыҙ.

Өй эше. “Бабич” фильмын ҡарарға; Ш. Бабич исемен мәңгеләштереү тураһында презентация, проект эштәре башҡарырға.

Р.З. КАМАЛОВА,
Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы,
Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғрифәт хеҙмәткәре

Читайте нас: