Уҡытыусы! Балалар күңеленә изгелек орлоҡтары һалыусы, уларҙың йөрәгенә асҡыс яратыусы илаһи зат. Быуаттар буйына ошо мөҡәддәс бурысты иңенә йөкмәгән уҡытыусы баланы шәхес итеп формалаштырыуҙа, уны илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ифрат ҙур роль уйнай. Аҡты ҡаранан айырырға, тәрбиә ҡанундарын әллә нисәмә сылбыр аша бала күңеленә һеңдерергә лә тап педагог ярҙам итә.
Заман уҡытыусыһы, үҙе белемле булыуҙан тыш, уҡытҡан балаларын да фәнни үрҙәргә, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәргә тейеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иңендә иһә икеләтә яуаплылыҡ ята. Унан компьютер технологияларын, заманса технологияларҙы яҡшы белеү генә түгел, аң-зиһен яҡтылығы, рухи ныҡлыҡ та талап ителә.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡанда һан менән түгел, ә сифат менән дә алдырырға мөмкин икәнлекте раҫланыҡ беҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп дәреслектәренең федераль исемлеккә индерелеүе, яңы методик комплекттар өҫтөндә һөҙөмтәле эш алып барылыуы, гранттар нигеҙендә интерактив модулдәрҙең ғәмәлгә ашырылыуы, мобиль ҡушымталар эшләнеүе һәм башҡа эштәр ошо хаҡта һөйләй.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы ла үҙ эшенең оҫтаһы булған, телебеҙ яҙмышына ихтирам менән ҡараған, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә ҙур өлөш индергән, ә иң мөһиме – балалар күңелендә осҡон уята алған уҡытыусыларҙы табыу маҡсатында ойошторола. Быйыл ул республикабыҙҙа 26-сы тапҡыр үткәрелде. БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы, БР Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге тарафынан ойошторолған абруйлы бәйге үҙ эшенең оҫтаһы булған педагогтар өсөн ысын мәғәнәһендә тәжрибә туплау, фекер алышыу майҙансығына әүерелде.
Быйыл конкурста Башҡортостан Республикаһынан һәм күрше Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән үҙенең методик тәжрибәһен башҡалар менән бүлешеү кимәленә еткән 53 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты.
Ябай булмаған бәйге шарттарын бар оҫталығын, һәләтен эшкә егеп үтеүсе педагогтарҙы баһаларға 20 жюри ағзаһы йәлеп ителде. Улар араһында ғалимдар, мәктәп уҡытыусылары, ошо конкурста элекке йылдарҙа ҡатнашып лауреат исеме алғандар, белем биреү ойошмалары етәкселәре, профсоюз вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге ата-әсәләр комитеты ағзалары бар.
Конкурс өс турҙан торҙо. Пандемия шарттарында беренсе турҙы онлайн-форматта ойоштороу маҡсатҡа ярашлы тип табылды: “Методик оҫтахана” һәм “Дәрес” этаптарын һәр уҡытыусы үҙ районында һәм ҡалаһында таныш булмаған класс уҡыусылары менән (күрше төбәктән ҡатнашыусыларға был ҡағиҙә ҡағылманы) үткәрҙе. Техник яҡтан өҙөклөктәр булмауы һөйөнөслө, ҡала һәм район мәғариф бүлектәренең был эшкә яуаплы ҡарауҙары, оҫта ойоштороуҙары күренде.
Конкурстың “Методик оҫтахана” этабы буйынса дөйөм иҫкәрмә: ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күберәге үҙҙәренең алдынғы, методик яҡтан үҙен аҡларҙай заманса эш алымдарын күрһәтеү урынына уҡыусыларҙың төрлө конкурстарҙа яулап алған Маҡтау ҡағыҙҙарының теҙмәһен күрһәтеүҙе өҫтөнөрәк күрҙе. Әлбиттә, уныһы ла кәрәк: ул – эшләгән эшеңдең һөҙөмтәһе. Шулай ҙа улар, иң тәү сиратта, оҫталыҡтарын жюри дөрөҫ баһаларлыҡ итеп, үҙҙәренең эш тәжрибәһенә таянып, уның һөҙөмтәлелеген дәлилләп, ғәмәли планда күрһәтергә тейеш ине. Балаларҙың үҙ аллы эшләүен күтәрмәләү маҡсатында төрлө актив һәм интерактив алымдарҙы ҡулланыу аҡһаңҡырай икән уҡытыусыларҙың эшмәкәрлегендә тигән һығымта яһаны жюри ағзалары. Уҡыусыларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһын билдәләүгә лә иғтибар етмәйерәк кеүек тойолдо.
“Дәрес” этабында таныш булмаған балаларҙы ярты сәғәт буйына ысын мәғәнәһендә ауыҙына ғына ҡаратып тотҡан, төрлө эш төрҙәрен уңышлы аралаштырып алып барған, белем биреү ресурстарын, компьютер технологияларын оҫта ҡулланған, хатта балаларҙы башҡортса йәнһүрәт, кинофильм төшөрөү серҙәренә өйрәткән уҡытыусыларҙың булыуы ҡыуандырҙы. Традицион дәресте лә бик матур итеп ойошторған уҡытыусылар булды. Иң мөһиме – балалар теманы аңланы. Күңелде ҡырғаны – ижади ҡараш етмәүе, ҡағыҙ киҫәгенә ҡарап дәрес алып барған уҡытыусыларҙың күренеүе. Үҙенең районында, ҡалаһында еңеүсе булып танылып, иң һәләтле, ижади эшләүсе педагог рәтендә республика, төбәк этабына сыҡҡан уҡытыусыларҙы һис тә биҙәмәй был күренеш. Конкурсанттарҙың әҙәбиәткә ҡарағанда тел дәресен күберәк тәҡдим итеүе лә иғтибарҙы йәлеп итте.
Үҙ эсенә өс этапты берләштергән икенсе тур Өфөлә ойошторолдо. “Милли костюмды презентациялау” этабы сағыу, рухлы байрамға әүерелде. Былтырғы конкурстан айырмалы рәүештә, ҡатнашыусылар ҡуйылған бурысты дөрөҫ аңлап, жюри ағзалары иғтибарына һәр береһе үҙҙәренең ерлегенә генә хас кейем өлгөләрен тәҡдим итте. Күрше генә ятҡан район вәкилдәре сәхнәлә сығыш яһаны, шулай ҙа костюмдар бер-береһен ҡабатламаны!
Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ойошторолған был конкурс этабы үҙ маҡсатына иреште. Жюри ағзалары тарафынан ҡатнашыусыларҙың телмәр байлығы ла, фантазияһы ла, сығыштың логик, композицион епкә ҡоролған булыуы ла, аудитория менән бәйләнеш тә иҫәпкә алынды. Конкурсанттар милли кейемдең башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәтендә тотҡан урыны, үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлектәрендә милли кейем өлгөләрен ҡулланыуҙары хаҡында аудио һәм күргәҙмә (кем манекенда, кем үҙ кәүҙәһендә) ярҙамында тәфсирләп һөйләне.
53 конкурсант араһынан алдағы этаптарҙы уңышлы үткән 31 педагог артабан “Оҫталыҡ класы” этабында көс һынашты. Белем биреү технологияларын (эффектив алымдарҙы, методтарҙы) тыңлаусылар алдында яҡлауҙан ғибәрәт ине был этап. Быйыл тәүге тапҡыр “уҡыусылар” ролендә Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары сығыш яһаны, конкурс этабы ла ошо уҡыу йорттарында ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, тәжрибә ике яҡ өсөн дә отошло булды. “Уҡыусы” булып конкурсанттың һәр һорауына методик яҡтан дөрөҫ яуап бирергә әҙер ысын уҡытыусылар сығыш яһағанға ҡарағанда, әлбиттә, махсус әҙерлекһеҙ студенттар менән эшләү жюриға конкурсанттың белем һәм методик кимәлен дөрөҫ баһаларға ярҙам итте. Ике уҡыу йортоноң да студенттары был мөһим бурысҡа бик яуаплы ҡараны: һәр һорауға яуап биреп, конкурсантты күтәрмәләп ултырҙылар. Уларҙың әүҙемлегенән күп нәмә тора! Икенсе яҡтан, буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн методик тәжрибә туплау бик ыңғай күренеш булды: иң-иң уҡытыусыларҙы күрҙеләр, улар менән бергә эшләнеләр, яңы һәм үҙенсәлекле технологиялар менән таныштылар.
Быйылғы конкурстың яңылығы – “Ата-әсәләр менән әңгәмә” этабына – 17 конкурсант һайлап алынды. Конкурста ҡатнашыусыларға төрлө көнүҙәк проблемаларға ҡараған һорауҙар тәҡдим ителде. Конкурсанттар ошо һорауҙарға яуапты видеобәйләнеш аша таныш булмаған ата-әсәләр менән бергә эҙләп ҡараны. Был осраҡта уҡытыусының алдан әҙерлекһеҙ килеш әңгәмә ҡора белеүе, урынлы һорауҙар биреүе, тейешле ваҡыт эсендә үҙе теләгән маҡсатҡа ирешеүе баһаланды. Әлбиттә, төрлө кимәлдәге сығыштар булды. Кемдер әңгәмәне монологҡа әйләндереп ебәрҙе, үҙ эшенә отчет бирә башлағандар ҙа булды, һорау биреп, республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан Zoom аша бәйләнешкә ингән ата-әсәләр менән бергәләп яуап эҙләр урынға үҙе уларҙан һорау көтөп торғандар ҙа осраны. Был һынауҙы артабан да дауам итергә кәрәк тигән фекерҙәмен. Беренсенән, уҡытыусының методик оҫталығы, психологик хәлдән сыға белеүе, телмәр байлығы шунда уҡ күҙгә ташлана. Икенсенән, йә күп балалы, йә милли белем биреү учреждениеларында уҡыусы балалары булған, йә балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө астырыу мәсьәләһендә ауырлыҡҡа һәм башҡа бихисап проблемаларға осраған ата-әсәләргә иң абруйлы мәғариф конкурсы финалына сығыусының фекерен ишетеү мөмкинлеге тыуҙы.
Өсөнсө – иң мөһим – турҙа конкурстың финалына сыҡҡан бәйгеселәр көс һынашты. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс-конференция”ла видеоһорауҙар яңғыраны, жюри ағзаларының конкурсанттар менән аралашыу мөмкинлеге булды, чатта төрлө һорауҙар тәҡдим ителде. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы, «ЛингвоКид» методикаһы авторы, Максим Мухиндың әсәһе Яруллина Рәйсә Ринат ҡыҙы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, йәмәғәт эшмәкәре, актер Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы, «Һеңлекәш» фильмында Йәмил ролен уйнаған бәләкәй актер Ҡырымсурин Арыҫлан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге ата-әсәләр комитеты рәйесе Байназарова Эльвира Митен ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары һәм башҡалар тарафынан күтәрелгән көнүҙәк һорауҙарға яуаптар еңеүсе һәм лауреат исеме өсөн көрәшкән конкурсанттарҙың донъяуи кимәлдә фекер йөрөтә алыу даирәһен, аң кимәлен, методик яҡтан оҫталыҡтарын баһаларға мөмкинлек бирҙе.
Ғөмүмән, дүрт йыл рәттән конкурстың баһалама комиссияһы ағзаһы булараҡ, шуны әйтер инем: йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусыларҙың кимәле үҫә барыуы күҙәтелә. Быға БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәренең көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәте лә булышлыҡ итә, конкурс алдынан үткәрелгән өйрәтеүсе семинарҙарҙың да файҙаһы тейә. Беҙҙең тәрән инаныуыбыҙса, конкурсанттар үткәргән дәрестәрҙең, оҫталыҡ кластарының Интернет селтәренә һалыныуы, уларҙы һәр кем ҡарау мөмкинлеге, тәжрибәне өйрәнеп, алдағы йылдарға әҙерлекле килеүе лә үҙ ролен уйнай. Конкурста ҡатнашыусының, ҡағиҙә булараҡ, “ярҙамсылары” бар, улар иҫәбенә ҡала йәки райондың мәғариф бүлеге методисы, алдағы конкурстың еңеүсеһе һәм башҡа алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы инә. Алға ныҡлы маҡсат ҡуйыусылар иһә, уларҙан тыш, ошо команда эсенә алдағы йылда конкурста ҡатнашырлыҡ тағы бер уҡытыусыны индерә. Үҙ сиратында, ошо уҡытыусы, конкурстың эсендә “ҡайнап”, һәр этаптың нисек үтеүен, конкурсанттарҙың отошло эш алымдарын үҙенә һеңдерә, уңышһыҙлыҡҡа илтеүсе факторҙарҙы ла барлай. Быйыл, пандемия сәбәпле, конкурс онлайн- һәм офлайн- форматта үткәрелде. Нимәһе ҡыуаныслы: конкурстың бөтә этаптарын да тиерлек теләгән бер кеше (шул иҫәптән киләһе йылдарҙа конкурста ҡатнашырға йөрьәт итеүселәр ҙә, быйылғы конкурсанттарҙың көйәрмәндәре лә һ.б.), YouTube каналы аша онлайн-форматта ҡарап, ҡайһы бер этаптарҙа туранан-тура үҙе лә ҡатнашып, һорауҙар бирә алды. Баһалау эшендә офлайн ҡатнаша алмаған жюри ағзаларына ла отошло булды был: һәр конкурсанттың эшенә видеояҙма буйынса билдә ҡуйҙылар. Тулы ышаныс менән шуны әйтеп була: конкурсты баһалауҙа асыҡлыҡ принцибы тулыһынса үтәлде, һәр этаптан һуң баһалар “Туған тел” порталы сайтына ҡуйыла барҙы.
Элек-электән һәр халыҡ белемле, зыялы балалар тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгән. Милләттең киләсәген билдәләүсе төп күрһәткес – тел, ил яҙмышына битараф булмаған быуын ҡалдырыу. Ошо мөһим бурысты атҡарып сығыусы мөғәллимдәргә һәр саҡта ла оло ихтирам менән ҡарағандар. Ғөмүмән, педагогтарҙың үҙ һөнәренең дәрәжәһен күтәреүсе абруйлы конкурста ҡатнашыуҙары – үҙе үк ҙур мәртәбә. Башҡаларҙың эш тәжрибәһе менән танышып, яңы идеялар алып, илһамланып ҡайтҡан һәләтле, дәртле, тос фекерле уҡытыусылар үҙ дәрестәрендә балаларҙы башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең кәрәклегенә инандыра алыр.
Г.Р. АБДУЛЛИНА,
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм
журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор,
жюри рәйесе