Бөтә яңылыҡтар

Дәрестәрҙә һығылмалы күнекмәләр формалаштырыу юлдары

Төбәк-ара конкурс еңеүсеһе

Сафетдинова Таңсулпан Рәмил ҡыҙы 1974 йылдың 10 июнендә Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ҡың­ғыр-Мәнәүез урта мәктәбен – миҙал менән, Бәләбәй педагогия училищеһын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында белем ала. Ҡаныҡай урта мәктәбендә, аҙаҡ Өфө ҡалаһының З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында уҡыта. Хәҙер 7 йыл Өфө районы Дорогин ауылының А.С. Пикунов исемендәге мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Педагогик эш стажы – 26 йыл. «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008 й.), «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе.

Маҡсат. Оҫталыҡ класында ҡат­нашыу­сыларҙы һығылмалы күнекмәләр үҫтереү юлдары менән таныштырыу, уның әһәмиәтен билдәләү.
Бурыстар. Темаға ҡағылышлы әҙәбиәтте өйрәнеү, кәрәкле мәғлүмәтте үҙ­ләштереү; шәхси үҫешкә ынтылыш бул­дырыу; коммуникатив күнекмәләр формалаштырыу; фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
(Уҡытыусы тарафынан тәжрибә тәҡдим ителә. Һыулы вазаға өс әфлисун һалына, уларҙың әрселгәне һауыт төбөнә төшә, яртылаш әрселгәне уртала ҡала, әрселмәгәне өҫкә ҡалҡып сыға.)
– Уҡыусылар, был күренеш һеҙҙә нин­дәй ассоциациялар тыуҙырҙы? (Уҡыу­сыларҙың яуаптары тыңлана.)
– Яуаптарығыҙ ҡыҙыҡлы. Ә мин уны кешенең холҡо менән сағыштырыр инем: ҡайһылары проблема менән осрашһа, шунда уҡ төшөнкөлөккә бирелә (бата), кемдер проблема менән көрәшә (әҙерәк йөҙә), ә шәберәктәр мәсьәләне шунда уҡ хәл итә (ҡалҡып сыға).
Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фес­тивале делегаттары менән осрашыу ваҡытында Рәсәй Президенты В. Путин: «Бөгөнгө мәғариф һәм технологиялар бөтөнләй икенсе. Көнәркәшлеккә ҡыҙыҡлы һәм мөһим белемгә эйә булғандар ғына түгел, ә креатив, планлы һәм фекерләүҙең башҡа төрҙәрен үҙләштергәндәр йәки Soft skills-ға эйә булғандар өлгәшә», – тигән фекер әйтте.
Soft skills командала эш, коммуникатив күнекмәләр, креативлыҡ, уҡыуға һәм үҫешкә ынтылыш, үҙгәрештәргә ҡулайлашыуҙы күҙ уңында тота. ФГОС бу­йынса беҙ уҡыусыларҙа универсаль, коммуникатив, шәхси, регулятив уҡыу ғә­мәлдәре булдырырға тейешбеҙ. Тимәк, был талаптар ауаздаш.
Һығылмалы күнекмәләрҙе (гибкие навыки) бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин:
– коммуникатив;
– мәғлүмәт менән эшләү;
– үҙеңде ойоштороу;
– креатив.
1. Коммуникатив күнекмәләр: проблеманы билдәләү, бер маҡсат ҡуйыу, башҡаларҙы тыңлау, улар менән килешә алыу, командала эшләү, үҙ фекереңде дәлилләү, компромисҡа килеү, әйҙәүсе сифаттар үҫтереү, эмоциональ интеллект тәрбиәләү – башҡаларҙың хистәрен аңлау һәм үҙеңдекен контролдә тотоу.
Был күнекмәләрҙе үҫтереү өсөн дәрес­тә ге­нә түгел, кластан тыш эштәрҙә һәм тү­ңә­рәктәрҙә төрлө уйындар, ярыштар үткәреү, проекттар, дискуссиялар, аудитория алдында сығыштар, ижади эш­тәр, диалогтар ойоштороу, әҙәби әҫәр­ҙәрҙе ана­лизлау отошло. Уҡыусылар айы­рыуса интервью, креатив күнегеүҙәр, ирекле яҙыу, репортаж, “Башһыҙ һыбайлы”, “Был хәл нисек булды”, ассоциациялар, “Мин өс һүҙ беләм”, “PR-кампания”, “Эмоция­лар” кеүек журналистика алымдарын ярата.
2. Мәғлүмәт менән эшләү күнек­мә­ләре: мәғлүмәт эҙләү, информацион тех­нологиялар, ресурстар ҡулланыу, уларҙы ҡабул итеү, тикшереү, тәнҡитле һәм эҙмә-эҙлекле фекерләү.
Дәрес планы төҙөү өсөн һеҙ мәғлүмәтте ҡайҙан, нисек эҙләйһегеҙ? Әлбиттә, һәр кем эште үҙенсә башҡара, ә мин түбәндәге әҙер ресурстарҙы ҡулланыу күпкә уңайлыраҡ тип иҫәпләйем:
– https://learningapps.org/, https://vk.com/r.sentr (Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге);
– https://region.bspu.ru/login/index.php (Халыҡ-ара белем биреү системаһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ);
– https://www.bashkortostan.ru/ (Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт порталы);
– https://huzlek.bashqort.com/ (Русса-башҡортса онлайн-һүҙлек);
– https://www.google.com/search («Китап» нәшриәте);
– https://f13.ucoz.net/ (Башҡорт сай­ты);
–https://www.kulturarb.ru/ru/obrazy-bash-ortostana (Башҡортостандың мәҙәни тормошо);
– http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-321 (БР-ҙың милли электрон китапханаһы);
– http://www.bashenc.ru/ (Башҡорт эн­циклопедияһы);
– https://kitaptar.bashkort.org/storage/ (Башҡорт телен өйрәнеү);
– http://skazkoved.ru/index.php?fid= 1&sid=49 (Башҡорт әкиәттәре).
Дәрестәрҙә “Блум шаҡмағы” технологияһын ҡулланыу, һорауҙарға ҡоролған “Ышанам-ышанмайым” уйынын ойош­тороу, карточка-сорбонкалар, йыйыу полотноһы менән эш итеү, сығыш яһау, бирелгән темаға мәғлүмәт табыу, ҡыҫҡа, урта, оҙайлы проекттар эшләү маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә. Минең уҡыусыларым ҡыҫҡа ваҡытлы проекттарҙан гәзит, роликтар эшләүҙе үҙ итә. Күсәгилешлелек, күргәҙмәлелек принциптарына нигеҙләнеп, иң башта ябай программаларҙа эш башҡарыла, мәҫәлән, Microsoft Publisher, Windows Movie Maker, аҙаҡ ҡатмарлыға күселә – DaVinci Resolve, Free Video Editor.
Практик эш: MIRO, Padlet таҡталарында эшләү үҙенсәлектәре күрһәтелә. Практик эш бирелә. (Мәҫәлән, “Фәүзиә Рәхимғолова – балалар шағиры” темаһына стена гәзите эшләргә тәҡдим ителә. Был күнегеүҙә мәғлүмәт туплау, уны һайлап алыу күнекмәләре үҫтерелә.)
3. Үҙеңде ойоштороу, ихтыяр күнекмәләре: үҙ үҫеш, стресс һәм эмоциялар менән идара итә алыу, планлаштырыу, маҡсат ҡуйыу, тайм-менеджмент, кире бәйләнеш.
Стресс – бөгөнгө тормошобоҙҙоң юлдашы, тиһәк тә яңылышмабыҙ. Мәғ­лүмәт күплеге, тормош темпының шәплеге ошоға килтерә. Беҙгә был осраҡта музыка тыңлау, рәсем төшөрөү, бейеү, бармаҡ, күҙ гимнастикалары, “Шар өрөү”, “Йыйырсыҡтар”, “Стенаны этәр”, “Рәхмәтлемен”, “Тын алыу”, “Ҡау­рый һәм һәйкәл” күнегеүҙәре, “Шәхси көндәлек”, “Календарик-пинарик” эшләү, төрлө психологик тренингтар үткәреү ярҙамға килә.
Практик эш: бармаҡ гимнастикаһы (кесе моториканы үҫтерә, быға бәйле мейе, айырыуса уның телмәр үҫтереү өсөн яуап биргән өлөштәре үҫешә). И.Кант әйтеүенсә: “Ҡул – ул тыштағы мейе”.
Һәр дәрестә һаулыҡ һаҡлау технологиялары ҡулланылырға, көн режимын дөрөҫ ойоштороуҙың, саф һауала йө­рөүҙең организм өсөн файҙалы булыуы аңлатылырға, сәләмәт тормошҡа баҫым яһалырға тейеш.
4. Креатив күнекмәләр: ҡуйылған проблеманы ғәҙәттәге ысулдарға таянмай хәл итеү, яңыса фекерләү, ижади ҡараш.
“Ассоциациялар”, “Көтөлмәгән бәйләнеш”, “Ҡулланыш”, “Икәү бергә”, “Яңы тел”, “Биография”, “100 идея”, “Друдлдар”, “Хамелеон” “Бер хәрефкә”, “Тирә-яғымда”, “Яңы һүҙҙәр” кеүек күнегеүҙәр үҙенсәлекле, ижади фекерләү кимәлен үҫтерергә ярҙам итә.
Практик эш: “Ҡулланыш” уйыны. (Ми­ҫал өсөн уҡыусыларға гәзит һәм әфлисун күрһәтелә. Уларҙы нисек, ниндәй маҡсатта ҡул­­ланырға була тигән һорау ҡуйыла. Яуаптар: гәзитте уҡырға, материал алырға, уға һалып үләндәр, туҡмас киптерергә, тәҙ­рә таҙартырға, әйберҙәр төрөргә, мейес тоҡандырырға мөмкин. Әфлисунды ашарға, төрлө биҙәү композицияларына ҡушырға, ҡабығынан ҡул эштәре эшләргә була.)
Ошо предметтарҙың (әфлисун менән гәзиттең) 3 оҡшаш яғын билдәләйек. (Предметты белдерә; йәнһеҙ, нимә һорауына яуап бирә; икеһе лә һатыуҙа бар.)
Уларҙың 3 айырмаһын табайыҡ. (Төҫө, формаһы, тәме, хаҡы буйынса айы­рылалар.)
Был предметтарҙы бергә ҡушып, нимә эшләргә мөмкин? (Яуап.)
Блум-рефлексия.
Рефлексия өсөн Бенджамин Блум тәҡдим иткән алым – “Блум шаҡмағы”н алам. Ошо шаҡмаҡты ташлап, өҫкә сыҡҡан һүҙ аша оҫталыҡ дәресе хаҡында фекерегеҙҙе әйтегеҙ. Күнегеү тәнҡитле фекерләүҙе үҫтерә.
Әйт Тәҡдим ит
Уйла Ни өсөн?
Бүлеш Аңлат
Оҫталыҡ дәресен башлар алдынан күрһәтелгән әфлисунға ҡайтайыҡ. Был предметҡа ҡарата һеҙҙең тарафтан төрлө ассоциациялар әйтелде, мин иһә та­ғы ла бер фекеремде еткермәксемен. Беҙ тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә һүҙ менән эш итәбеҙ. Һүҙҙең яҙылышы, уҡылышы, йәғни тышҡы формаһы – был әфлисундың тышы; ә һүҙҙең асылы, мә­ғә­нәһе – емештең эслеге. “Һүҙ – ул хис-аҡыл; ул – мөхәббәт, һүҙ – илһам ул. Ул – мәр­хәмәт. Һүҙ – илаһи. Һүҙ – мөһабәт,” – тип яҙа шағирә Таңһылыу Ҡарамышева.
Минеңсә, әле күрһәтелгән һығылмалы күнекмәләр – бөгөнгө һәм ки­ләсәк күнекмәләре. Беҙ, туған тел уҡытыусылары, һүҙ ҡәҙерен белгән, тормоштағы һәр сетерекле хәлдән сығыу юлын таба алған, милләт ҡото булырлыҡ кешеләр үҫтереүҙә заманса технологияларҙың иң уңышлыларын ҡулланырға тейешбеҙ.

Т.Р. САФЕТДИНОВА,
Өфө районының Советтар Союзы Геройы А.С. Пикунов исемендәге
Дорогин мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: