Маҡсат. Башҡорт яугирҙары яҙмышына байҡау яһау; күренекле шәхестәрҙең хәрби юлын өйрәнеү; уҡыусылар күңелендә Тыуған илебеҙ менән ғорурланыу, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Проектор.
Сара барышы
Уҡытыусы. Хәйерле көн, уҡыусылар! Бөгөнгө сараны, традицияға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының гимны менән башлайыҡ. Беҙҙә башҡорт телендә үткәрелгән һәр сара алдынан гимн башҡарыла. (Уҡыусылар йырлай.)
Башҡортостан, hин hөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.
Ҡушымта:
Дан hиңә, Башҡортостан!
Илен hөйгән азат халҡыңа дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!
Уҡытыусы. Уҡыусылар, һеҙ Муса Гәрәев исемендәге тәүге осошҡа әҙерлек биреүсе мәктәп-интернатында тәрбиәләнәһегеҙ, ил намыҫын һаҡлау батыр егеттәрҙең изге бурысы икәнлеген аңлаған Ватан һаҡсылары булып үҫәһегеҙ.
Әйҙәгеҙ, бергәләп башҡорт тарихына байҡау яһайыҡ, билдәле яугирҙарыбыҙ ил тарихында ниндәй эҙ ҡалдырыуын асыҡлайыҡ.
1-се уҡыусы (Ҡаһым түрә кейемендә килеп инә). Мин – Ҡаһым Мырҙашев, 1812 йылғы Ватан һуғышында сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһында башҡорт полкы командиры булдым. Бөтә хәрби эшмәкәрлегемде, башҡорт, рус халҡы менән берлектә, Ватаныбыҙҙы француз илбаҫарҙарынан һаҡлауға, уларҙы еңеүгә йүнәлттем.
Уҡытыусы. Иғтибар итегеҙ, уҡыусылар, Ҡаһым түрәнең ҡулында, уҡ-һаҙаҡ менән бергә, китап та бар. Был нимәгә ишара яһай? (Уның уҡымышлы, белемле булыуы хаҡында һөйләй. Башҡорттарҙың яу ҡоралдары һөңгө, ҡылыс, уҡ-һаҙаҡ булған. Мылтыҡ, пистолет, тимер күлдәк беҙҙең халыҡ өсөн һирәк күренеш тип һаналған.)
Уҡытыусы. Күп милләтле Рәсәйҙең алдынғы улдарының береһе Ҡаһым түрә, алдынғы ҡарашлы рус командирҙары менән бергә, Рәсәйҙең азатлығы өсөн батыр көрәшә. Шуға ла башҡорт ғәскәрҙәре бары тик маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә. (1-се уҡыусыға Ҡаһым түрәнең хәрби юлына ҡағылышлы һорауҙар бирелә, яуаптар тыңлана. Уҡыусы ултыра.)
Бородино һуғышынан һуң уны генерал-фельдмаршал М.И. Кутузов саҡырып ала ла, башҡорт яугирҙарының батырлығын маҡтап: “Любезные вы мои башкирцы, молодцы!” – ти. Сәсәндәр шунда уҡ был ваҡиға менән бәйләп йыр сығара, уны көйгә һала.
Әйҙәгеҙ, ошо тарихи йырҙы бергәләп иҫкә төшөрәйек. (“Любизар” йыры башҡарыла.)
Уҡытыусы. Ҡаһым түрә тура һүҙле, ҡыйыу, батыр булыуы менән айырылып торған. Күптәр уға көнләшеп ҡараған, үҙ иленә ҡайтҡас, “Салауат булмағайы”, тип тә шикләнгән. Шул сәбәпле, Ватан һуғышы тамамланғас, ул хыянатсыл рәүештә үлтерелгән. (Экранда Ҡаһым түрәгә бәйле материалдар күрһәтелә.)
– Беренсе донъя һуғышында ла батыр шәхестәрбеҙ тарихта юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Ә был һуғыш нисәнсе йылдарҙа булған? (Беренсе донъя һуғышы 1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем дауам иткән.)
Уҡытыусы. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһынан легендар яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазинды иҫкә төшөрөп үтәйек.
2-се уҡыусы (һалдат кейемендә килеп инә). Мин – Муса Мортазин, Беренсе донъя һуғышында ябай һалдаттан полк командирына тиклем хәрби хеҙмәт юлы үттем. Тәүҙә 9-сы уҡсы артиллерия бригадаһының 1-се батареяһында бомбардир, фейерверкер хеҙмәттәрен атҡарҙым. 1914 йылда Европа һуғышында (Варшава сиктәрендә), 1915 йылда Румыния фронтында өлкән фейерверкер званиеһында булдым, февраль революцияһында әүҙем ҡатнаштым. (2-се уҡыусыға Муса Мортазиндың тормошона, яу юлына ҡағылышлы һорауҙар бирелә, яуаптар тыңлана. Уҡыусы үҙ урынына ултыра.)
Уҡытыусы. Башҡорт халҡының данлы ла, фажиғәле лә тарихын беҙ уның арҙаҡлы шәхестәре йөҙөндә күрәбеҙ. Бик күп йылдарҙан һуң яугир-полководец Муса Мортазиндың даны тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтты. (Экранда Муса Мортазиндың фотолары, наградалары күрһәтелә.)
Тыуған илебеҙҙең тарихи үткән юлында Бөйөк Ватан һуғышы осоро айырыуса ҙур урын алып тора. Башҡортостан фашистарға ҡаршы көрәшкә бөтәһе 700 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың яртыһы – 322 меңдән ашыу яҡташыбыҙ – яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Башҡорт яугирҙары Бөйөк Ватан һуғышында фронттың иң алғы сафтарында була. Тик Башҡортостандан ғына 178 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ә легендар осоусы Муса Гәрәев был исемгә ике тапҡыр лайыҡ була.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы ҙур урын биләй. Дивизия Башҡортостанда 1941 йылдың декабрендә төҙөлә, ир-егеттәр үҙҙәренең аттары менән һуғышҡа алына.
3-сө уҡыусы. Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һалдаттар араһында ҙур абруй ҡаҙана. Фронттағы иң ауыр шарттарҙа ла ул яугирҙар тураһында хәстәрлек күрергә тырыша, бүтән командирҙарҙан да шуны талап итә. Шуның өсөн дә һалдаттар һәм офицерҙар уның етәкселегендә һуғышыуҙы үҙҙәре өсөн оло мәртәбә тип һанай.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығын аша сыҡҡанда, Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеровка утары янындағы тиңһеҙ алышта Башҡортостандың яугир улы, гвардия генерал-майоры М.М. Шайморатов батырҙарса һәләк була.
“М.М. Шайморатовты оло ихтыярлы, көслө, һәләтле хәрби етәксе һәм намыҫлы патриот тип белә инем мин. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән ауыр йылдарҙа ул үҙен оҫта ойоштороусы, кавалерия бәйләнештәренең командиры итеп танытты, шәхси батырлыҡ, тәүәккәллек, ҡаһарманлыҡ миҫалдарын күп тапҡырҙар күрһәтте”, – тип яҙа Советтар Союзы Маршалы С.М. Будённый.
Уның етәкселегендә хәрби әҙерлек үткән Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы, Брянск фронтына килеп, 8-се атлылар корпусына ҡараған өс дивизияның береһен тәшкил итә. Һуғыш ҡоралын алып, ҡулланыу күнекмәләрен үткәс, ошо 1942 йылдың 2 июль иртәһендә, ниһайәт, дошман ғәскәренә ҡаршы баҫа. Башҡортостан яугирҙары Дон буйынан алып Эльба ярҙарына тиклем меңәрләгән саҡрым һуғышсан юл үтә.
Уҡытыусы. Башҡорт халҡының данлыҡлы улы Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһындағы хәбәрҙе бөтәһе лә тулҡынланып көтөп алды. Милләтебеҙҙең ғорурлығы булған ҡаһарман генералдың батырлығы, исеме, даны – халыҡ йөрәгендә. Һәр башҡорт балаһы уның тураһындағы йырҙы йырлап, батырлығына һоҡланып үҫә. (Ҡ. Даян һүҙҙәренә З. Исмәғилев көй яҙған “Шайморатов генерал” йыры башҡарыла.)
Уҡытыусы. Ерҙә Миңлеғәле Шайморатов кеүек яугирҙар дошмандарҙан һаҡлаһа, күктә кем яҡлаған? (Муса Ғайса улы Гәрәев кеүек батыр осоусылар.)
4-се уҡыусы. Яу юлын ябай осоусы булып башлаған егет Бөйөк Еңеүҙе майор, полк штурманы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булып ҡаршы ала. Ул дошман менән Сталинград, Донбасс, Ҡырым, Белоруссия, Литва, Польша Пруссия күгендә алыша. (Артабан алдан әҙерләнгән уҡыусы дауам итә.)
5-се уҡыусы. 1944 йылдың 27 октябрендә Көнсығыш Пруссияла Лабагинен тирәһендәге алышта 2 танкты юҡ итә, 1 бронетранспортёрҙы сафтан сығара. 1945 йылдың 15 ғинуарында Тутшен тирәһендә дошман артиллерияһының 2 орудиеһын шартлата һәм 3 янғын сығанағын булдыра. 1945 йылдың 20 ғинуарында Инстербург (хәҙер Черняховск) ҡалаһы тирәһендә 4 артиллерия орудиеһын һәм 2 бронетранспортёрҙы юҡ итә. 1945 йылдың 5 февралендә Кройцбург ҡалаһы янында танк һәм үҙ йөрөшлө орудиены сафтан сығара. 1945 йылдың 21 февралендә Көнсығыш Пруссияла Раушбах тирәһендә 2 үҙ йөрөшлө орудиены сафтан сығара һәм 3 янғын сығанағын булдыра.
1944 йылдың авгусына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны Муса Гәрәев 164 хәрби осош яһай, күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралдәге Указына ярашлы, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
1945 йылдың мартына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия майоры Муса Гәрәев “Ил – 2” самолётында 207 хәрби осош яһай, 15-кә яҡын дошман самолётын һәм 4 танкты юҡ итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указына ярашлы, уға икенсе тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һуғыш йылдарында М. Гәрәев бөтәһе 250 хәрби осош яһай.
Уҡытыусы. Беҙҙең мәктәп-интернат оло ғорурлыҡ менән Муса Гәрәев исемен йөрөтә! Һеҙ халҡыбыҙҙың шәхестәрен белергә, тормошон өйрәнергә, улар хаҡындағы яҡты иҫтәлекте килер быуындарға еткерергә бурыслыһығыҙ.
Уҡыусылар, үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө алырлыҡ башҡорт яугирҙары иҫ киткес күп: Салауат, Кинйә, Алдар, Әхмәтзәки Вәлиди, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, (Александр Матросов), Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин – улар тураһында һөйләшеүҙе артабанғы дәрестәрҙә дауам итербеҙ. (Хәрби көй яңғырай, ҡоралдар менән плац-концерт күрһәтелә.)
Ф.Ә. ФӘТХЕТДИНОВА,
Өфө ҡалаһының ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев
исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе мәктәп-интернаты уҡытыусыһы