Маҡсат. Халыҡ ижады өлгөләрен яңы шарттарҙа ҡулланырға өйрәтеү, уҡытыусыларҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеү; предмет-ара бәйләнеш булдырыу, уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешеү юлдарын билдәләү.
Мәғлүмәти-коммуникацион, компьютер технологиялары алға киткән бөгөнгө заманда этномәҙәни традицияларҙы нығытыу уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙең нигеҙе булып тора.
2020 йылда, мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсерелгәс, педагогтар алдында уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын нисек үҫтерергә мөмкин тигән һорау тыуҙы. Ошо мәсьәләнән сығып, Stepik белем биреү платформаһы менән таныштырам.
Stepik – ул ҙур аудитория йәлеп иткән, мобиль ҡушымталы, белем үҫтереүгә бәйле мәғлүмәттәр туплау һәм материалдар урынлаштырыу өсөн һығылмалы һәм күп функциялы платформа. Бында төрлө йүнәлеш буйынса бөтә теләүселәр өсөн асыҡ онлайн-курстар бар. Платформаға инеү өсөн, Stepik.org официаль сайтта теркәлергә һәм шәхси кабинет эшләргә кәрәк. Дистанцион форматта эшләгәндә генә түгел, мәктәптә дәрес ваҡытында ҡулланыу ҙа отошло.
Мин әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, легенда-риүәйәттәр тигән бүлектәре булған “Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығы” тигән онлайн-курс эшләнем.
Һеҙгә ошо онлайн-платформа өсөн алынған эш төрҙәрен тәҡдим итәм.
1-се алым – “Әкиәтте дауам итеү”.
Дәрестә, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, әкиәтте (йәнһүрәтте) кульминацион моментында туҡтатыу отошло. Практик эш өсөн Stepik белем биреү платформаһына балалар менән берлектә эшләп индерелгән “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан” йәнһүрәтен алайыҡ. Ваҡиғалар үҫеше юғары нөктәгә еткәс, уны туҡтатып, артабан уҡыусыларға үҙ аллы ижад итергә тәҡдим итәбеҙ. Түбәндәге һорауҙарҙы биреү әкиәтте артабан өйрәнергә этәргес бирә.
– Хәҙер дауамы нисек булыр, эт ни өсөн бүренән китә? (Сөнки ул ҡурҡаҡ, көсһөҙ.)
– Бүренән һуң ул ниндәй көслөрәк хайуандар осрата? (Айыуҙы, арыҫланды.)
– Әкиәттең аҙағында эт кемде хужа итеп ала? (Кешене.)
– Эйе, кеше – көслө йән, ул бар тормошто юҡҡа сығара ла, сәскә аттыра ла ала. Һеҙ ниндәй булырға теләр инегеҙ? (Тормошто яҡшыртыусы, йәмләүсе булырға кәрәк.)
Бындай эш алымы уҡыусыларҙың логик фекерләүен, ижади һәләтен үҫтерә, телмәрен байыта, тәрбиә бирә.
2-се алым – “Текст төҙөү”.
Уҡыусылар әкиәтте өйрәнеүҙән алда 4 һүрәт менән бәйләнешле текст төҙөй. Stepik белем биреү платформаһында күрһәтелгән һүрәттәр “Әминбәк” әкиәтенән алынған.
Әҫәр менән танышҡандан һуң, балаларға проблемалы һорау бирелә.
1. Әминбәкте 3 төрлө һөнәр ҡотҡара, ә хәҙерге заманда беҙгә ниндәй 3 һөнәр ярҙам итә ала?
2. Был һөнәрҙәрҙең ҡайһыһы бөгөн кәрәкле тип һанайһығыҙ һәм ни өсөн? (Тәржемәсе, уҡытыусы, ғалим, банкир, табип, төҙөүсе, космонавт.)
3-сө алым – “Мәҡәлдәге шаян һүҙбәйләнештәр”.
Уҡыусылар икенсе өлөшө үҙгәртелеп бирелгән мәҡәлдәрҙе дөрөҫләп төҙәтә. Эште төркөмләп башҡарырға ла мөмкин.
1-се төркөм. Кем эшләмәй, шуның аҡсаһы юҡ. (Кем эшләмәй, шул ашамай.)
Ағасты япраҡ биҙәй, кешене кейем биҙәй. (Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.)
Ете ҡат үлсә, шунан һат. (Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.)
2-се төркөм. Себеште ем һипкәндә һанайҙар. (Себеште көҙ һанайҙар.)
Айырылғанды айыу ашар, һарыҡты бүре быуыр. (Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре быуыр.)
Тырышҡан таҡтаға ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. (Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.) Күрһәтелгән алым балаларҙың зирәклеген арттыра, логик фекерләүен үҫтерә, телмәрен байыта. Уҡыусылар мәҡәл жанрының үҙенсәлектәре менән дә таныша.
4-се алым – “Пазл төҙөү”.
Был уйынды дәрес темаһын асыҡлағанда, дәресте йәнләндереп ебәреү маҡсатында ҡулланырға мөмкин. Төркөмләп пазл төҙөгәндән һуң, балаларға түбәндәге һорауҙарҙы бирергә була.
1-се төркөм – Аҡбуҙат (Урал батыр),
2-се төркөм – Пегас (Геркулес).
– Һүрәттәрҙәге геройҙар кемдәр? (Урал батыр, Геркулес.)
– Улар нимәһе менән оҡшаш? (Икеһе лә батыр. Береһе – башҡорт халыҡ эпосынан, икенсеһе грек мифологияһынан алынған.)
– Нимә менән айырылалар? (Урал батыр бөтә кешелекте үлемһеҙ итеү өсөн көрәшә. Ә Геркулес Олимпҡа менер өсөн тырыша.)
Был эш төрө дәрескә ҡыҙыҡһыныу уята, мотивация тыуҙыра.
5-се алым – “Үткер күҙ” уйыны.
Был уйын уҡыусыларҙың иғтибарлылығын арттырырға ярҙам итә. Балаларға текстан билдәле бер темаға ярашлы һүҙҙәрҙе табып яҙырға ҡушыла. Мәҫәлән, ҡорал атамаларын табырға.
Алып балтаһын тотоп, урманға инеп киткән. Унда бер йыуан оҙон имән ағасы ҡырҡып, үҙенә йәйә яһап алған. Өс айыуҙың тарамышынан кереш яһап тарттырған. Имән ҡырҡҡан, уҡ яһаған, уның башағына осло таш ҡуйған. Шунан донъя гиҙергә сығып киткән. (Уҡ, йәйә, балта.)
Ошонда уҡ һүҙлек эшен башҡарырға – Glosbe һүҙлегендә ят һүҙҙәрҙең тәржемәһен ҡарарға мөмкин (тарамыш, кереш, уҡ башағы).
Бындай алым уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтерә, тексты тулыһынса аңларға ярҙам итә.
6-сы алым – “Лабиринт”.
Лабиринтта тура юлдан барыу өсөн, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Һорау, мәсьәлә-йомаҡ, башватҡыстарға дөрөҫ яуап биргән төркөм – тура юлдан, яңылышҡан төркөм урау юлдан бара.
1-се төркөм. “Алфавит”та нисә хәреф бар? “Дәрес” башында беҙ нимә ишетәбеҙ? Түтәлдә ниндәй ике нота үҫә?
2-се төркөм. Кәзә башында нимә бар? Һыу ҡайҙа ҡоро була? “Тау”ҙың уртаһында нимә бар?
Рефлексия.
Йомғаҡлау өсөн рефлексия үткәргәндә “3 – 2 – 1” алымын ҡулланырға була.
– Бөгөн ишеткән алымдарҙың 3 ыңғай сифатын күрһәтегеҙ.
– Үҙегеҙ дәрестә ҡулланасаҡ 2 алымды билдәләгеҙ.
– Бер һорау (нимә аңлашылманы? нимә ҡыҙыҡһындырҙы?) яҙығыҙ.
Был алымды дәрестә лә отошло ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, яңы теманы үткәндән һуң, дәрескә рефлексия итеп 3 һүҙ, 2 һүҙбәйләнеш, 1 һөйләм алырға була.
А.У. ҒӘҘЕЛШИНА,
Өфө ҡалаһының 99-сы мәктәбе уҡытыусыһы