Башҡорт мәғрифәтселегенең киң ҡоласлы бөйөк ижадсыһы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың милли публицистиканы үҫтереүгә, уға яңы һулыш биреүгә индергән өлөшө баһалап бөтөргөһөҙ. Уның “Өршәк күпере” тигән мәҡәләһендә асыҡтан-асыҡ белдерелгән “Беҙ ғауамдың (халыҡтың) ходатайы” тигән һүҙҙәре артында тәрән мәғәнәле дөрөҫлөк ята. Публицистикаға ҡәләм тартыуының тәүге көндәренән үк ул, алдынғы мәғрифәтсе-демократ позицияһынан тороп, халыҡтың көнкүрешенә, йәмғиәттең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә зыян килтереүсе факт-күренештәр хаҡында ҡыйыу рәүештә яҙа башлай. Мәғрифәтсе шул осорҙа башҡорт халҡының тормошонда күҙәтелгән тарихи һынылышты, тәрән социаль-иҡтисади процесты шаҡтай дөрөҫ күҙаллай, уны киң массаның мәнфәғәттәре күҙлегенән сығып баһаларға ынтыла. Был уның “Йәмғиәт тәртиптәре” (1897) тигән проблемалы очергынан да асыҡ күренә. Публицист капитализмдың феодаль ырыусылыҡ мөнәсәбәттәренә ҡарағанда прогрессив ҡоролош булыуын яҡшы аңлай, унда йәмғиәттең үҫешенә ҡамасаулыҡ иткән нәмәләрҙе юҡ итеүсе, төбәккә цивилизация алып килеүсе төп көстәрҙең береһен күрә. Шул уҡ ваҡытта ул капитализмдың ҡараңғы яҡтарын, бөтәһенән дә элек уның вәкилдәренең йыртҡыслыҡтарын, күрмәй ҡалмай. Шуға ла батша колонизаторҙарының, башҡорт байҙарының, формалашып килеүсе ауыл буржуазияһының – кулактарҙың хужалыҡ итеүҙәге хәйләкәр, рәхимһеҙ алымдарын фашлай, үҙе өсөн иң яҡын булған яҡшылыҡ, кешелеклелек кеүек төшөнсәләрҙе юҡҡа сығарған “ғәфү ителгеһеҙ тәртиптәргә” нәфрәт менән ябырыла.
М. Өмөтбаевтың публицистик яҙмаларының эстәлегенә, яҙылыу тонына ҡарағанда, уның, бер яҡтан, ябай халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булыуын, икенсе яҡтан, урындағы власть кешеләре һәм байҙар даирәһенән ситләшеүен күрмәү мөмкин түгел. Уның халыҡ тормошона яҡынлығы, ҡәләменең үткерлеге “Өршәк күпере” тигән мәҡәләһендә, бигерәк тә Өфө губернаторына яҙған хатында (1898), “Россиялағы “Первое товарищество” циркында” тигән фельетонында һәм 1881 йылда Өфө земствоһының сираттағы VII йыйылышында яһаған сығышында асыҡ күренә. Уларҙа шул осор башҡорт йәмғиәте өсөн мөһим булған социаль-иҡтисади һәм тарихи характерҙағы проблемалар күтәрелә, халыҡтың уй-ҡараштары, теләк-ынтылыштары сағылыш таба, мәғрифәтсенең ялҡынлы гуманизмы, донъяға ҡарашы, тәрән белеме, бай тәбиғәте ярылып ята. Губернаторға яҙған хатында ул тәрән бер ышаныс һәм публицистик пафос менән туған халҡын яҡлап сығыш яһай, рәсми реакцион матбуғат һәм фән эшмәкәрҙәренең башҡорттарҙың рухи донъяһын боҙоп күрһәтеүҙәренә, уларҙың, имештер, тәбиғәте менән ялҡау, булдыҡһыҙ, физик яҡтан үҫешмәгән һәм интеллектуаль эшкә һәләтһеҙ булыуы хаҡындағы уйҙырмаларына ҡырҡа ҡаршы сығып, туған халҡының ғәҙел, намыҫлы, ябай, әммә ғорур, “фәнгә һәм һөнәргә ғәләмәт һәләтле” булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Публицист батша хөкүмәтенең башҡорт ерҙәрен һатыу тураһындағы закондарын, административ бюрократизмды аяуһыҙ тәнҡитләй, бай фактик материалдар һәм конкрет миҫалдар менән үҙенең уҡыусыларын башҡорттарҙың бөлгөнлөктән сыға алмау сәбәптәрен уларҙың психологияһынан, физик кәмселектәренән түгел, бәлки хәҙерге тормоштоң ижтимағи-иҡтисади шарттарынан эҙләргә кәрәктер тигән һығымтаны яһауға алып килә. Төп сәбәптәрҙең береһен ул, ентекле уйлап, теге йәки был ерҙең конкрет иҡтисади һәм тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, эҙмә-эҙлелекте һаҡлап тормаҫтан, “төп халыҡтың күсмә тормоштан ултыраҡҡа ҡапыл көсләп күсерелеүе”ндә, башҡорт ерҙәренең батша колонизаторҙары, “урындағы власть башлыҡтары һәм ауыл байҙарынан торған группалар” тарафынан йыртҡыстарса таланыуында, халыҡтың наҙанлыҡҡа дусар ителеүендә, фән һәм мәҙәниәттең артта булыуында күрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: М. Өмөтбаев аң-белемгә, юғары мәҙәниәткә эйә булмауына уның туған халҡы үҙе түгел, ә уны фән, сәнғәт һәм әҙәбиәт донъяһынан ситтә тотоусы “йәмғиәт тәртиптәре” ғәйепле тигән фәһемле фекерҙә тора.
М. Өмөтбаевтың йәмғиәт тәртиптәре хаҡындағы был хатына, башҡа публицистик әҫәрҙәренә кире ҡағыуҙың һәм раҫлауҙың берлеге хас. Уларҙың берәүҙәре халыҡ тормошондағы тулы бер осорҙоң ҡараңғы яҡтарын фаш итһә, икенселәре уның социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенең юғарыраҡ баҫҡысына күтәрелә алыуына тәрән ышаныс менән һуғарылған. Был үҫештең тарихи нигеҙен публицист рус һәм башҡорт халыҡтарының ижтимағи-сәйәси, хужалыҡ һәм хеҙмәт берҙәмлегендә күрә. Рус халҡының мәҙәни тормошонда күҙәтелгән күренештәргә йүнәлеш тотоп, ул хатында халыҡты ҡараңғылыҡ донъяһынан алып сығырға тейешле ҡайһы бер юлдарҙы, сараларҙы күрһәтеп бирә: “ғәҙәтләнгән күсмә һәм һунарсылыҡ тормошонан ултыраҡлыҡҡа күсеү”; крайҙа һөнәрселек училищелары, мастерскойҙарҙың тулы бер селтәрен асыу; халыҡты төрлө эш-һөнәрҙәргә өйрәтеү; ер арендалауға, һатыуға, һатып алыуға сик ҡуйыу йә уны бөтөнләй тыйыу; игенселекте һәм баҡсасылыҡты үҫтереү; старшина, судья, писарь, староста кеүек хәлле кешеләргә ерҙән өлөш сығармау, уны “эшсе йән башынан” бүлеү һ.б.
Күреүебеҙсә, М. Өмөтбаев ябай халыҡ менән хаким синыф араһындағы айырмалыҡтарҙы шаҡтай асыҡ төҫмөрләгән. Ләкин, йәмғиәт үҫешенә ҡарата идеалистик ҡарашта ҡалып, ул әле был айырмалыҡтарҙың объектив сәбәптәрен төшөнөүҙән алыҫ тора. Мәғрифәтсе-публицист, социаль тигеҙһеҙлекте йәмғиәттәге “төрлө тәртипһеҙлектәрҙән”, административ власть кешеләренең, байҙарҙың яуыз эштәренән, хөкүмәт тарафынан “көслө надзорҙың урынлаштырылмауынан” килә, тип иҫәпләй, йәғни батша Рәсәйендәге ғәҙелһеҙлекте һәм хоҡуҡһыҙлыҡты айырым бер субъектив күренештәргә һәм тәртипһеҙлектәргә ҡайтарып ҡалдыра, уларҙы ниндәйҙер саралар күреү, реформалар үткәреү юлы менән бөтөрөргә мөмкин, тип өмөтләнә. Публицист, йөҙәр мең һумлыҡ ниғмәттәр, меңәрләгән дисәтинә ерҙәр бер төркөм кешеләр ҡулында булғанда, хужалыҡ итеүҙең бер ниндәй юғары мәҙәниәте лә, бер ниндәй һөнәр ҙә халыҡты аяныс тормоштан ҡотҡармаясағын аңлап етмәй, бөтәһен дә аң-белем, ағартыу юлы менән хәл итергә була, тип уйлай. Бына шуға ла уның публицистикаһында мәғариф, әҙәбиәт һәм фән мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә (“Халыҡ мәғарифын юлға һалырға”, “Әҙәбиәт һәм мәғрифәт хаҡында”, “Ғилме хикмәт хаҡында” һ. б.). Туған халҡының ауыр тормошон күреп әсенгән яҙыусы-публицист был өлкәлә ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтә, киң гуманистик программалар менән сыға. Уны айырыуса халыҡты ағартыу, төрлө фәндәрҙе һәм әҙәбиәтте үҫтереү мәсьәләләре борсой. Уларҙың ыңғай хәл ителеүенең төп шартын ул, беренсе сиратта, һәр бер халыҡтың үҙ сәйәси ойошмаһы – үҙ милли хөкүмәте булыуында күрә: “Әҙәбиәт һәм аң-белем биреү күберәген... үҙ хөкүмәте булған халыҡтарҙа күренә. Хәстәрлек күреү мәғрифәткә һәм әҙәбиәткә этәргес көс бирә”. Ләкин был хөкүмәттең асылын ул башында “ниндәйҙер бер хәстәрлекле йән” торған идара формаһына – самодержавиеға бәйләп аңлай. “Беҙҙе, Европалағы еврейҙар ише, байҙар ҡуҙғатып ебәрә алырҙар ине”, – тип формалашып килеүсе буржуазияға ла ҙур өмөт бағлай. Бында уның стихиялы рәүештә булһа ла тарихи дөрөҫлөктө һиҙемләүен күрмәү мөмкин түгел. Мәғлүм булыуынса, капитализм үҫешенең тәүге этаптарында буржуазия ижтимағи майҙанға прогрессив ҡатлам булараҡ килә, иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәһендә һынылышлы үҙгәрештәр яһай.
М. Өмөтбаевтың эстәлеге менән батша самодержавиеһының, хаким синыфтарҙың “инородецтар” хаҡында, тыумыштан булған консерватизм арҡаһында аң-белемгә ынтылмайҙар тигән уйҙырмаларына ҡапма-ҡаршы торған земство йыйылышындағы сығышы рус демократик ҡарашлы фекер эйәләренең ысынбарлыҡта халыҡ белем алырға теләй, ул бары тик “насар мәктәптәргә” генә ҡаршы тигән фекерҙәренә ауаздаш идея менән һуғарылған. Публицист унда төплө анализ һәм сағыштырыуҙар, конкрет факттар һәм дәлилдәр ҡулланып, мөһим идеялар һәм тәҡдимдәр күтәреп сыға: “көсләп руслаштырыу” сәйәсәтенә нигеҙләнгән уҡыу-уҡытыу программаһынан баш тартып, “балаларҙы иң элек үҙ телендә уҡытыу,.. халыҡты донъяуи фәндәр һәм заман менән таныштырыу”, бының өсөн “Европа фәндәрен,.. төрлө уҡыу китаптарын тәржемә итеп баҫтырыу,.. татар телендә газеталар, география һәм тарих карталары сығарыу” һ.б.
Әлбиттә, “халыҡтар төрмәһе” булған батша Рәсәйе шарттарында бындай тәҡдимдәр тормошҡа ашмаҫтай хыял ғына булып ҡала. Шулай ҙа ун йылдан һуң губернаның земство управаһы башҡорттар һәм татарҙар араһында түләүһеҙ таратыу өсөн популяр брошюраларҙы татарсаға тәржемә итеү комиссияһы төҙөй. М. Өмөтбаев уның файҙаһына бик әүҙем эш алып бара. Шул уҡ ваҡытта ул биш йөҙ тираж менән, аҙнаһына бер тапҡыр ғына булһа ла, башҡорттар һәм татарҙар өсөн гәзит сығарыу хыялын тормошҡа ашырырға тырыша. Ләкин уның был хыял-ынтылыштары, батша хөкүмәтенең “һуҡырҙы алдауы еңелерәк” тигән сәйәсәтенә ярашлы, төрлө кәртәләргә осрап, ғәмәлгә ашырылмай ҡала.
Туған халҡының тормош кимәлен һәм мәҙәни-интеллектуаль бәҫен күтәреү өсөн теоретик һәм практик тәҡдимдәр эшләп, М. Өмөтбаев, был теләккә ирешеүҙең бер юлы – рус һәм башҡорт халыҡтарының дуҫлығын нығытыуҙа, башҡорттарҙы алдынғы Европа мәҙәниәтенә ылыҡтырыуҙа тигән нәтижәгә килә. “Ватан вә дәүләт ҡарашынан рус һаналғанлыҡтан”, беҙ ҙә рус мәҙәниәтенә “яҡын мөнәсәбәтле булып торабыҙ” һәм уны “белмәк беҙгә лаземдыр (тейештер)” тигән ҡараштан сығып, ул үҙенең “Бөйөк шағир Александр Пушкин” тигән мәҡәләһендә, “Мәскәү хаҡында күңел мөһөрө”, “Петербург хаҡында күңел мөһөрө”, “Петербургта ғәжәйепхана нәүғе (төрө)” һәм “Баҡсаһарай ҡалаһында” исемле юлъяҙма очерктарында башҡорттарҙы рус халҡының мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, фән һәм техника өлкәһендә яһаған ҡаҙаныштары менән таныштыра.
М. Өмөтбаевтың был юлъяҙма очерктары халыҡҡа еңел аңлайышлы телдә яҙылған. Башҡорт уҡыусыһына аҙ таныш йәки бөтөнләй билдәһеҙ нәмәләр тураһында һүҙ йөрөтөп тә, автор, туған халҡының психологияһына, көндәлек тормошона яҡын торған әйберҙәргә, фекерләү манераһына тап килгән һүҙҙәргә урынлы мөрәжәғәт итеүе арҡаһында, уларҙы уның күҙ алдына асыҡ баҫтырырлыҡ итеп тасуирлауға өлгәшә. Бындай реалистик тасуирлау алымы, ғөмүмән, М. Өмөтбаев публицистикаһының стиль үҙенсәлеген билдәләй.
Башҡорт мәғрифәтсеһенең рус халҡына, уның мәҙәниәтенә мөнәсәбәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә, шуны ла иҫтән сығарырға ярамай: рус һәм башҡорт халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ ебе тарих төпкөлөнә ни тиклем генә алыҫ киткән булмаһын, уларҙың иҡтисады, тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, теле, дини инаныуҙары араһындағы айырмалыҡтар, быуаттар һуҙымында йәшәп килгән колониаль мөнәсәбәт үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу юлында шаҡтай бейек кәртә булып торған. Башҡорт йәмғиәтенең үҙендә лә үҙ мәнфәғәттәренән генә сығып эш иткән, иҫке тәртиптәргә йәбешеп ятҡан, консерватив ҡарашлы хаким синыф вәкилдәре, дин әһелдәре Рәсәйҙән ситләшергә тырышып ятҡан бер мәлдә, М. Өмөтбаевҡа икенсе Рәсәйҙе – күркәм, мәҙәниле Рәсәйҙе күреү, уға ике халыҡтың да мәнфәғәттәренән сығып ҡарау юғарылығына күтәрелергә кәрәк ине, һәм ул шулай булды ла. Рус-башҡорт дуҫлығын трактовкалауға ул рус халҡы менән батша колонизаторҙарын айырып ҡарау кәрәклегенән сығып, рустарҙың юғары ҡатлам вәкилдәренең фәҡәт халыҡты йәберләүсе малҡыуарҙарҙан тормауын, улар араһында бөтә ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған Пушкин, Толстой кеүек кешеләрҙең булыуын яҡшы аңлап килә алды. Шул уҡ ваҡытта булмышы менән интернационалист публицист батша колонизаторҙарының башҡорттарға кәмһетеп ҡарауҙарын, уларҙы урындағы байҙар менән берлектә талау-йәберләүҙәрен ауыр кисерә, бөтә талантын һалып, шуға ҡаршы сыға. Мәҫәлән, “Россиялағы “Первое товарищество” циркында” (1902) тигән фельетонында ул ҙур булмаған бер эпизодты һәм Абдулла атлы бер ит сабыусы башҡорттоң тормошондағы ваҡиғаны һүрәтләү аша йәмғиәттәге түҙеп торғоһоҙ тәртиптәрҙең асылын күрһәтеп бирә, царизмдың милли окраиналарҙағы халыҡтарға ҡарата үткәргән колониаль сәйәсәтенең ысын йөҙөн фаш итә.
Ғөмүмән, Рәсәйҙә ижтимағи ҡаршылыҡтар көсәйә барған һайын, М. Өмөтбаевтың ижтимағи-сәйәси ҡараштары үҫеш-үҙгәреш кисерә. Ул үҙе кеүек миллионлаған кешеләрҙең ҡартлығын тәьмин итеүгә Рәсәйҙең бөтөнләй һәләтһеҙ, иҡтисади яҡтан артта ҡалған ярым колониаль “держава” булыуын аңлай, көнө-төнө эшләп тә, ас-яланғас йәшәгән “ғауам” менән алтын-көмөшкә күмелеп ятҡан байҙар араһындағы контрастың асылына төшөнә башлай. Уның өсөн хәҙер ҡасандыр тәхеткә “шәфҡәт илә” килгән “ҡояштай Мария” һәм “айҙай Николай”ҙың үҙҙәре лә – миллионлаған хеҙмәт эйәләренең ҡанын эсеүсе. Инде ул “император хәҙрәттәре”нә, уға таж кейҙергән көндәге кеүек, дан йырламай, ә киреһенсә, уның ысын йөҙөн күрһәтеүсе, йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәрҙе фаш итеүсе ғибрәтле яҙмаһын (1906) көндәлегенә теркәп, киләсәк быуынға йәдкәр итеп ҡалдыра. Батшаның ҡатынын һәм балаларын “тәрбиәләү” өсөн генә лә ҡаҙнанан көнөнә 35 мең һум аҡса бүленеүе, өҫтәүенә Себерҙә һәм Алтай крайында ғына ла уның 42 миллион 500 мең дисәтинә ере, үҙәк өлкәләрҙә бик күп завод-фабрикалары булыуы, уларҙан йылына бер нисә миллион һумлап килем килеп тороуы хаҡында М. Өмөтбаев ҡыҙыҡ өсөн яҙмаған, әлбиттә. Ул: “Мин ҡарт көнөмдә йылына 60 һум пенсия алып йәшәнем, ә батшаның бер балаһына көнөнә 35 мең һум “тәрбиә аҡсаһы” бирелә – ғәҙеллек ҡайҙа?!” – тип үҙенең батшаға, йәмғиәт тәртиптәренә ҡарата үҙгәргән тойғоларын кинәйәләп әйтеп бирергә теләгән. Яҙмала батшаға тел тейҙергән бер генә һүҙ ҙә юҡ, ләкин ундағы һәр бер һөйләмдең үҙендә батша һәм уның ғаиләһенең паразиттарса йәшәүенә ҡарата нәфрәт тойғолары йомолған.
Шулай итеп, М. Өмөтбаев башҡорт милли публицистикаһының халыҡсан-демократик йүнәлештә үҫеүенә лайыҡлы өлөш индерҙе. Уның публицистикаһы төрлө темалы, күп яҡлы булыуы менән айырылып торҙо. Публицистиканың хәбәр, сығыш, хат, мәҡәлә, фельетон һәм юлъяҙма очерк кеүек жанрҙарына мөрәжәғәт итеп, әҙип уларҙа башҡорт ижтимағи тормошондағы иҫкелек ҡалдыҡтарын, ҡараңғылыҡты һәм томаналыҡты, батша хөкүмәтенең колонизаторлыҡ сәйәсәтен, йәмғиәттәге ғәфү ителгеһеҙ тәртиптәрҙе, хакимлыҡ итеүселәрҙең морален фашланы; туған халҡын мәғрифәткә, төрлө һөнәрҙәргә эйә булырға, мәҙәни, фәнни-техник ҡаҙаныштарҙы үҙләштерергә саҡырҙы һәм шул юлда буржуаз-демократик реформаторлыҡ тәҡдимдәре менән сығыш яһаны; халыҡтар дуҫлығын һәм берҙәмлекте данланы.
Ғ.С. Ҡунафин,
профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры