Уҡытыусыларҙың маяғы һин,
Кәңәшсеһе, оло ярҙамсы.
Ғүмер буйы һинән айырылмай
Сәхифәләремде яҙһамсы!
Бер быуатлыҡ данлы тарихың бар
Мәғрифәт һәм белем юлында.
Һин халҡымды алға әйҙәүсеһең,
Һүнмәҫ ялҡын дөрләй ҡулыңда.
Һәр педагог һиңә ҡарап тора,
Һин, асылда, өҫтәл китабы!
Белем тигән сикһеҙ даръяларҙың
Юлдар ярыр ғорур карабы.
Нисә телдә донъя күрәһең һин –
Милләт дуҫлығының илсеһе!
Һинең өсөн бар халыҡтар тигеҙ,
Юҡ олоһо, юҡтыр кесеһе!
Телдәр тигеҙлеге тап шунда бит:
Күпме лөғәт яңғырай һәр биттә.
Республикамда дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ
Һиңә бәйле, бәйле, әлбиттә.
Тәрбиәсе, остаз һәм етәксе
Һиндә таба бөтмәҫ хазина.
Шул байлыҡты, әгәр тулһын тиһәң,
Әйҙә, дуҫым, уҡы, яҙ ғына!
Һин маяғым, дуҫым һәм кәңәшсем,
Донъям теүәл тик һин барлыҡҡа.
Мин генәме, аҙмы уҡытыусы
Ынтыла бит ошо байлыҡҡа.
Һиңә, беләм, әле йылдар аша
Йөҙәһе бар белем-даръяла.
Намыҫ менән хеҙмәт иткән өсөн,
Танылырһың барса донъяға!