12 – 13 ғинуарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада булып үтте. Быйыл 36-сы тапҡыр уҙғарылған сара Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге тарафынан ойошторолдо. Олимпиадала Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 218 бала ҡатнашты.
Донъялағы эпидимиологик хәлгә бәйле, олимпиаданың тәүге туры дистанцион форматта үтте, был теләге булған һәр уҡыусыға сарала ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе. Ҡатнашыусылар олимпиаданың үткәрелеү шарттарының, һынау төрҙәренең йылдан-йыл үҙгәрә һәм камиллаша барыуын билдәләне.
Быйыл уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырыусы видеороликтар әҙерләп, олимпиаданың «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөнә урынлаштырҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина һорауҙарына яуап бирҙе, тестар эшләне. Һайлап алыу этабының уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ролик төшөрөү эше хаҡында айырым әйтеп үтке килә.
Балалар, был һынау төрөнә ижади ҡарап, үҙҙәре һәм шөғөлдәре хаҡында ҡыҫҡа фильмдар әҙерләне. Ошо роликтар аша уҡыусының айырыуса ҡиммәт иҫәпләнгән һөйләү оҫталығын, үҙ-үҙен тотошон, уға хас сифаттарҙы күреп, баһалау мөмкинлеге тыуҙы. 2 – 3 минутлыҡ эштә баланың бар булмышы асылды.
Баһалама ағзаларының фекеренсә, Өфө районының Алексеевка, Сибай ҡалаһы мәктәптәренең, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһы, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыларының видеояҙмалары техник яҡтан уйлап, ижади ҡараштан сығып эшләнгән. Күп уҡыусылар башҡорт халҡының милли кейемендә, музыка оҙатыуы аҫтында, билдәле шағирҙарҙың шиғыр юлдарын, халыҡ әйтемдәрен ҡулланып, матур презентация әҙерләгән. Театрлаштырылған тамашаға оҡшатып, сәхнә ҡанундарын ҡулланып, төрлө ижади алымдар менән әҙерләнгән бай йөкмәткеле видеояҙмалар матур тәьҫир ҡалдырҙы. Ҡыҙыҡлы, ижади эштәр менән бер рәттән, әлбиттә, талаптарға тура килмәгән, йомшағыраҡ эшләнгән роликтар ҙа осраны.
Видеоролик – ул ҡыҫҡа фильм, шуға ла был ҙур эште уҡыусының үҙенә генә йөкмәтеү көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Етәксенең, атай-әсәйҙең ярҙамы менән, тейешле техник сараларҙы ҡулланып төшөрөлгән эш менән баланың мобиль телефонына үҙ аллы яҙҙырған видеоролигын сағыштырып булмай, әлбиттә. Икенсе осраҡта баланың фекере тарҡала, эштең техник сифаты ла түбәнәйә. 20 – 30 секунд эсендә үҙе менән таныштырырға теләгән уҡыусы асылып өлгөрмәй, уй-фекерҙәрен әйтеп еткерә алмай. Сығыш яһаусылар араһында, үкенескә ҡаршы, рус телендә башлап, башҡортса тамамлап ҡуйған, хатта ҡулына ҡағыҙ тотоп уҡып торған уҡыусылар ҙа бар ине.
Эште эстетик яҡтан баһалағанда уҡыусының өҫ-башы, роликтың ниндәй фонда төшөрөлөүе лә иғтибарға алынды. Бөхтә мәктәп формаһы йә милли костюм кейгән балалар менән сағыштырғанда футболкала, спорт кейемендә сығыш яһаусы уҡыусыларҙың эше әҙерлектең талаптарға тура килеп бөтмәүе хаҡында һөйләй. Шулай уҡ кадр артында уҡыу йә булмаһа күберәк шөғөлдәрҙе күрһәтергә ынтылыу уҡыусының һөйләүен күрергә ҡамасаулай. Бында иң төп талап, баланың булмышын асыусы материалдар менән бергә, һөйләү оҫталығын, телмәр байлығын күрһәтеү икәнлеген иҫтә тоторға кәрәк. Дөйөм алғанда, видеояҙмалар аша икенсе турҙа ниндәй уҡыусылар ҡатнашасағын күҙаллап була ине.
Олимпиаданың икенсе турында тәүге турҙы уңышлы үткән өлкән класс уҡыусылары осрашты. Уҡыусылар Башҡортостан мәҙәниәтенән викторина һорауҙарына яуап яҙҙы, башҡорт мәктәптәренән килгәндәр әҙәби әҫәрҙән бирелгән өҙөктө анализланы, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр әңгәмә (диалог) ҡорҙо.
Викторина һорауҙарының һәр яуабына 1 балл ҡуйылды, балаларға иң күбе 20 балл йыйыу мөмкинлеге бирелде. Был турҙа яуаптан тыш ниндәйҙер башҡа мәғлүмәттәрҙе күп итеп яҙыу өҫтәмә балл бирмәй икәнлеген аңлап, иғтибарҙы төп һорауға йүнәлтеү отошло ине.
Эштәрҙә, әлбиттә, йыл да йыш осраған хаталар күҙәтелә: яҙыусыларҙың, күренекле шәхестәрҙең исем-шәрифтәрен бутау, йылдарҙы алмаштырыу, бер ни ҙә белмәгән осраҡта фантазия алымдарын ҡулланыу бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың Башҡортостан мәҙәниәте буйынса белеме ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә тигән һығымта яһалды.
Әҙәби әҫәр өҙөктәрен анализлауҙа уҡыусының бәйләнешле итеп һөйләү, анализлай белеү оҫталығы, әҙәбиәт теорияһы буйынса белемдәре баһалана. Үҙен ышаныслы тотоп, тыныс тауыш менән, ҡаушамай фекерен әйтеүсе, тулы, матур яуап биреүсе, әҙәби әҫәр өлгөһөн тормош менән уңышлы бәйләүсе балаларҙың булыуы ҡыуандыра. «Мин уҡыған текст өҙөгө … жанрға ҡарай. Был жанрға … үҙенсәлектәр хас. Түбәндәге һүрәтләү саралары ошоно күрһәтә», тип теҙеп, еренә еткереп һөйләүсе уҡыусыларҙың сығышы уның телмәр оҫталығын ғына түгел, эшен теоретик яҡтан нигеҙләүен, етәксеһе менән берлектәге оҙайлы әҙерлек һөҙөмтәһен күрһәтә.
Шулай ҙа байтаҡ уҡыусыларҙың әҫәр өҙөгөн анализлауы бары йөкмәткене һөйләүгә ҡайтып ҡала, күптәр уҡылған текстың жанрын билдәләүҙә ауырлыҡ кисерә, һүрәтләү сараларын таба алмай. Баһалама ағзаларының һорауҙарына яуап ҡайтарып, артабанғы һорауҙы көтөп ултырған балаларҙың булыуы көйөндөрә.
Әңгәмә (диалог) ҡороусы уҡыусылар, дөйөм алғанда, төрлө темаға һөйләшеүгә әҙерләнгән, күптәре һорау-яуап ысулын ҡулланып, темаларҙы асырға тырыша. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе төрлө милләт балаларының телмәр төҙөлөшөндә, өндәрҙең әйтелешендә хаталарҙың әллә ни күп булмауы һөйөндөрә. Шулай ҙа уҡыусыларҙың диалог ҡороу мәҙәниәте йомшағыраҡ булыуы түбәндәге етешһеҙлектәрҙә күренә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте тарихында 36-сы тапҡыр уҙғарылған телһөйәрҙәр ярышы, милләттәштәрҙе берләштергән рухиәт байрамы үҙенең мәшәҡәттәре, һөйөнөстәре, уңыштары менән тарихта урын алды. Олимпиада һөҙөмтәләре “Туған тел донъяһы” порталында яҡтыртылды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы сайтына ҡуйылды.
Киләһе бәйгеләрҙә тағы ла күңеленә халҡыбыҙҙың бай мираҫын һеңдергән, туған телебеҙҙе нескәлектәренә тиклем яратып өйрәнгән милли рухлы, талантлы, белемле яңы уҡыусылар асыҡланыр тигән өмөтлө уй-теләктәрҙә ҡалабыҙ.
Ә.В. ӘБДЕЛМӘНОВА,
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының
милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры, жюри рәйесе;
Г.Ф. ШАҺИЕВА,
журналдың бүлек мөхәррире, жюри ағзаһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы