Бөтә яңылыҡтар

Милли мәғарифыбыҙ ғорурлығы

Башҡорт милли мәғарифының тамыр-нигеҙҙәре, әлбиттә, сал быуаттарҙа, халҡыбыҙҙың төпкөл аңында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә, боронғо төрки-ислами инаныстарында, ауыҙ-тел ижадында сағылған тәрән мәғәнәле педагогик-философик тәжрибәһендә ята.

Милли мәғарифыбыҙ ғорурлығы
Милли мәғарифыбыҙ ғорурлығы

Ғалим-педагог, дәүләт эшмәкәре Миңдебай Юлмөхәмәтовҡа – 75 йәш

 

Башҡорт милли мәғарифының тамыр-нигеҙҙәре, әлбиттә, сал быуаттарҙа, халҡыбыҙҙың төпкөл аңында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә, боронғо төрки-ислами инаныстарында, ауыҙ-тел ижадында сағылған тәрән мәғәнәле педагогик-философик тәжрибәһендә ята. Шулай ҙа беҙ хәҙерге милли белем һәм тәрбиә мәктәбебеҙҙең тәүге аҙымдарын мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың һәр беребеҙҙең йөрәк һәм аҡыл төбөндә ятҡан мәшһүр шиғыры – «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» әҫәре менән бәйләйбеҙ. Ысынлап та, тап Аҡмулла, сал быуаттарҙы һиҫкәндереп, башҡортҡа ортодоксаль дини ҡараштарҙан, иҫкелек ҡалдыҡтарынан тиҙерәк ҡотолоп, белемгә, алға киткән халыҡтар юлынан атларға оран һалған! Тимәк ысын мәғәнәһендәге милли мәғарифыбыҙ аңлы халҡыбыҙ ятлап алған, йәненә һеңдергән, хазиналарға бәрәбәр шиғри юлдарҙан башланған. Артабанғы аҡыл эйәләребеҙ, ғалим-ғөләмәләр, педагог һәм һүҙ оҫталарыбыҙ уны ижади дауам иткән: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ғөбәй һәм Ғәббәс Дәүләтшиндар, Закир Шакиров, Абдрахман Ғәлләмов, Фатима Мостафина, Сабир Йыһаншин, Марат Зәйнуллин, Ғәли Сәйетбатталов, Ғиниәтулла Ҡунафин, Фирҙәүес Хисаметдинова, Ғәлиә Мөхәмәтйәнова һ.б. Беҙ ошо исемлеккә ғорурлыҡ менән педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ урта дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса күп һанлы дәреслектәр авторы Миңдебай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтовты  индерәбеҙ, сөнки уның бар эшмәкәрлеге, айырыуса Башҡортостан мәғариф министрының ике тиҫтә йылға яҡын алыштырғыһыҙ урынбаҫары вазифаһын оло яуаплылыҡ менән башҡарыуы, бер үк ваҡытта бихисап дәреслектәр, методик ҡулланмалар әҙерләүе әйтер фекеребеҙҙең нигеҙле икәнен раҫлайҙыр. Ошо юлдарҙың авторҙары, шул дәүерҙә юбиляр менән иңгә-иң терәп, милли мәғарифҡа хеҙмәт итте, ҡул аҫтында эшләне, педагог-ғалим, дәүләт эшмәкәре менән яҡындан аралашты.

Бала саҡ ҡиссаһы. Миңдебай Бәхтиәр улы Юлмөхәммәтов 1947 йылдың 15 ма­йында Учалы районының Ильинка ауылында донъяға килә. Фән ни уйлайҙыр, әммә дини тәғлимәттәр һәр сабый был донъяға үҙ ризығы, бәхет-сәғәҙәте, күрер шатлыҡ-ғазаптары менән килә, ти, шулар әҙәм балаһының маңлайына тәҡдир булып яҙылмыш икән. Бәлки шуғалыр, бәғзеләр: «Яҙмыштан уҙмыш юҡ», – тип һәүетемсә көн итә, маҡсат-ынтылышһыҙ ғүмер ебен һүтә бирә. Икенсе берәү тәҡдир-яҙмыш менән яғалашмаһа ла, сәмләнеп, бер нигә ҡарамай, ғүмер Ирәмәленә артыла, ирешерен хәләл көсө менән яулай.

Бала саҡ ҡиссаһын беҙгә замандашыбыҙ былай тип бәйән итте: «Атайым Бәхтиәр һәм әсәйем Мәстүрә иртә башлы-күҙле була. Әсәйемә никахҡа йәше етмәгәс, мулла атайымдың ике йәшен уға өҫтәй. Һуғышҡа тиклем бер-бер артлы Миңдеяр, Миңдеғәли ағайымдар, апайҙарым Минзада, Миңзифалар донъяға килә. Миңә йәш ярымда әсәйем бөйөр ауырыуынан яфалана, атайым Миәс һәм Өфө ҡалаларына йөрөтһә лә, төҙәлмәй, 1948 йылда яҡты донъянан китә. Беҙ Сәфәргә күсенгәнбеҙ. Шунда атайым ике балалы бер ҡатынға өйләнә. Үгәй әсәй Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романындағы Сәрбиямалға прототип булырҙай ҡатын ине. Мин бөтөнләй әсәй наҙын тоймай үҫтем...»

Артабанғы ҡисса әйткәне: «1954 йылда Сәфәр мәктәбенә уҡырға барҙым. Сепрәк сумка, сумка тип инде, тоҡсай, ялан аяҡ, ҡалдыҡ-боҫтоҡ кейем. Әле лә хәтеремдә, бишенсе кластар тирәһендә көндәр һыуына башлағас, апайымдың йәйге пальтоһын кейеп дәрескә йөрөйөм, ә уның эсе сәскәле. Оятымдан, мәктәптең сисенә торған бүлмәһенә инеү менән, сәскәһе күренмәһен тип, йәшереп ҡуйырға тырышам. Аяҡҡа кейергә артыҡ бер нәмә лә юҡ. Көҙ көнө, ҡар төшкәнсе, ялан аяҡ, яҙын ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән тағы ялан аяҡ. Мәктәптең буяулы иҙәнендә 4 – 5 сәғәт ялан аяҡ ултырыу үҙәккә үтә ине. Шуныһы иҫтә ҡалған: китап уҡырға бик ярата инем...”

Күтәрер кешеһе булмаһа ла, белемгә ынтыла, уҡыу алдынғылары, активистар иҫәбендә йөрөй буласаҡ мәғариф уҙаманы. Өлкән кластарҙа үҙенә «журналист Юлмөхәмәтов» исеме тағыла, Учалы районы һәм ҡалаһында үткер ҡәләме менән таныла.

Ғилем мәккәһендә. Артабан ул Өфөгә юллана һәм, бихисап имтихандар биреп, бер ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инеп тә китә. Талантлы егет 1966 – 1971 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетының рус-башҡорт телдәре һәм әҙәбиәттәре бүлегендә Радищев исемендәге стипендия алып уҡый. Ул йылдарҙа, ысынлап та, бай тарихлы һәм традициялы БДУ милли мәғарифыбыҙ мәккәһенә әүерелгәйне. М.Б. Юлмөхәмәтов ингән филология факультетында атаҡлы профессор, урал-алтаистика өлкәһендә абруй ҡаҙанған полиглот Жәлил Кейекбаев, иртәгә-бөгөн фән докторы, профессорҙар булаһы Марат Зәйнуллин, Ғәли Сәйетбатталов, Нәғим Ишбулатов, Кәбир Закирйәнов, Мөсәлиә Хәйруллина, яҡташы Марат Минһажетдинов, рус теле һәм әҙәбиәте белгестәре, бөтә илгә киң билдәле профессорҙар Давид Гутман, Лев Бараг, Вера Синенколар филология фәнен бик юғары күтәргәйне. Ректор, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, полковник Шәйхулла Чанборисов легенда дәрәжәһендәге профессор ине. Миңдебай Юлмөхәмәтов, уҡыу отличнигы, рус-башҡорт бүлеге старостаһы итеп һайлана, иңенә 25 студенттың яҙмышы өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Өлгөр егет студент тормошоноң уртаһында ҡайнай, күп сараларҙың ойоштороусыһы булып йөрөй.

М.Б. Юлмөхәмәтов университеттың һуңғы курстарында фән менән етди шөғөлләнә башлай. Шуға йыш ҡына «Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры» кафедраһына, 1960 йылдан ошо кафедраны етәкләгән профессор Кирәй Мәргән янына ингеләп йөрөй, Марат Минһажетдинов та яҡын күрә үҙен. Ҡыҙыл дипломға барыусы студентҡа ғалимдар күҙ һалғылай, «Миәс йылғаһы буйы башҡорттары йолалары» темаһын биреүҙәре лә юҡтан булмағандыр. М. Юлмөхәмәтовтың БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлауы ла күпте һөйләй.

Алдынғы мәктәп директоры. Яҡшы әҙерлекле филолог 1970/1971 уҡыу йылында бер ни тиклем БДУ-ның филология факультетында ассистент булып эшләп ала, I курс студенттарына “Башҡорт халыҡ ижады” курсынан дәрестәр бирә. Ә бер аҙҙан үҙенә: «Уҡытыусы булып эшләргә, мәктәп тормошон, методиканы төптән өйрәнергә!» тигән маҡсат ҡуя. Тыуған яҡҡа ҡайтып, бер аҙ эшләй башлау менән, уны Имәнғол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Тәжрибә туплағас, райондың иң эре мәктәбе – Ҡунаҡбай урта мәктәбенең директоры вазифаһына үрләтәләр. Уҙамандың хәтерләгәне:

“Ҡунаҡбай мәктәбендә эшләгән йылдарҙың иң әһәмиәтле ваҡиғаһы үҙебеҙҙең райондың Советтар Союзы геройы Шакирйән Мөхәмәтйәнов – Александр Матросовтың эҙенә төшөү булды. Мәктәптә мин ойошторған «Йәш эҙәрмәндәр» түңәрәге ошо эҙләнеүҙәр менән ныҡлап шөғөлләнде. Уҡытыусы Бакеева Лиза апайҙың был хәрәкәткә ҡушылып китеүе эште бигерәк тә йәнләндерҙе. Ул Шакирйән менән Өфө колонияһына бергә оҙатылған Ғәзнәүи исемле кешенең адресын тапҡан булып сыҡты. Ғәзнәүи Тажикстанда йәшәй, рус фамилияһын йөрөтә ине. Түңәрәк менән берлектә уға хат яҙҙыҡ, Шакирйән тураһында, нисек уларҙың колонияға эләгеүҙәрен, Шакирйән менән тағы ҡасан, ҡайҙа осрашыуҙары хаҡында яҙып ебәреүен һораныҡ. Байтаҡ көткәндән һуң, Ғәзнәүиҙән хат алдыҡ. Тиҙҙән был хатты күренекле журналист Рәүеф ағай Насировҡа бирҙек. Ул инде бөтә Союз буйынса Шакирйәндең эҙҙәрен юллап сыҡты һәм уның ысынлап та Александр Матросов түгел, ә Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнен иҫбатланы. Ә хәҙер бөтә Ҡунаҡбай ауылы халҡы уны: «Үҙебеҙҙең Шакирйәнебеҙ», – ти. Ш. Мөхәмәтйәновҡа матур итеп һәйкәл эшләтеп ҡуйҙылар”.

Эйе, Ҡунаҡбай мәктәбендә хәтерләйһе, һоҡланаһы хәтирәләре күп Миңдебай Бәхтиәр улының. Ике-өс йылда мәктәбе райондың иң алдынғы белем усағына әүерелде. Урал алды зонаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу өлгөлө тип танылды. Ул осорҙа уҡығандар араһынан филология фәндәре докторы, профессор                       Г. Гәрәева, фән кандидаттары Г. Хөсәйенова, Ә. Хөсәйеновтар үҫеп сыҡты. Етәксе үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырманы, аналитик фекерләү маһирлығы, тәжрибәһе уны ғилемгә, педагогика фәненә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына әйҙәне. Алдынғы педагог, уҡытыусы-методист эш араһында фән кандидаты, милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре Мәрйәм Ғималова менән берлектә “IV – VII кластарҙа кластан тыш уҡыу дәрестәрен үткәреү методикаһы” исемле ғилми хеҙмәт яҙа. 1983 – 1985 йылдарҙа Мәскәүҙә Милли мәғариф проблемалары ғилми-тикшеренеү институтының аспирантураһында уҡый, ваҡытында диссертацияһын яҡлап та ҡуя. Уңышлы хеҙмәте шул йылдарҙа БАССР халыҡ мәғарифы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнә.

Алыштырғыһыҙ министр урынбаҫары. 1985 йылда уны Өфөгә, Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына эшкә саҡыралар. Кабинеттың өр-яңы мөдире принципиаллеген, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларын тәрән аңлауын күрһәтә. Учалылағы эш тәжрибәһе лә ярап ҡала. М. Юлмөхәмәтовтың әүҙем эшмәкәрлеген тиҙ күрәләр: 1986 йылда БАССР халыҡ мәғарифы министрлығының туған телдәр буйынса инспекторы итеп үрләтәләр. Шул уҡ эш, әммә статусы юғары, башҡорт телен башҡарма власть вәкиле булараҡ яҡлаусы ул. Инспектор ең һыҙғанып эшкә тотона, республикала туған телдәр уҡытыу торошон ентекле өйрәнә, район-ҡалаларҙағы күрһәткестәрҙе барлай. Көтмәгәндә министр С.Ғ. Сөләймәнова уға министр урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итә.

Шулай итеп, 1987 – 2005 йылдарҙа, дәүләт хеҙмәтенән отставкаға сыҡҡансы, М.Б. Юлмөхәмәтов үтә яуаплы, туранан-тура идеология, дәүләт сәйәсәте менән бәйле өлкәне – милли мәғарифты әйҙәүсе етәксе була. Ошо йылдарҙа ул 5 министр менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй. Проблемаларҙың эсенә инеү, башлағанды мотлаҡ тамамлап ҡуйыу кеүек матур сифаттарға эйә етәксе республика мәғарифын яҡшы белә, Министрлыҡҡа ҡағылышлы бөтә мәғлүмәтте, бихисап цифрҙарҙы, мәғариф органдары етәкселәрен, мәктәп директорҙарын, уҡытыусыларҙы шәхсән хәтерләп, һәр кемгә исем-шәрифтәре менән өндәшә, үҙ эшендә уларға таяна.

Инициативалы етәксенең ошо дәүерҙә башҡарған эштәрен, башланғыстарын һанай башлаһаң, үҙе бер тәуарих, ҙур күләмле китап барлыҡҡа килер ине. Шуға ла беҙ бер нисәһенә туҡталыу менән сикләнербеҙ. Уның әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә “1999 – 2003 йылдарға республика мәғарифын үҫтереү Программаһы”, “БР-ҙа милли мәғарифты үҫтереү Концепцияһы”, “БР-ҙың яңы гражданинын формалаштырыу Программалары” төҙөлдө һәм раҫланды. Республикабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара предмет олимпиадаһы, уҡыусыларҙың «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конкурстары ойошторолдо, мәғариф органдары хеҙмәткәрҙәренә, ғалимдарға “БР-ҙың маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре” исеме булдырылды һ.б.

Ысынлап та, юбиляр бар йәһәттән башҡорт милли мәғарифының ғорурлығы кимәленә хаҡлы күтәрелде. Ғалим булараҡ, автор төрлө йүнәлештәге алты тиҫтәнән ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре, уҡыу ҡулланмалары, дидактик материалдар әҙерләне. Республикабыҙҙа тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙы улар өр-яңы кимәлгә күтәрҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: ғалим бөгөн дә яңы талаптарға яуап биргән дәреслектәр, уҡытыу программалары төҙөү менән әүҙем шөғөлләнә. Ул бер үк ваҡытта БР Мәғариф һәм фән министрлығының ветерандар Советы Президиумы эшендә әүҙем ҡатнаша.

Миңдебай Бәхтиәр улының кешелек сифаттары ла һоҡланғыс. Ул, дәрәжәһенә ҡарамай, барса кешегә ихтирамлы, һәр кемгә, ҡулынан килгәнсә, ярҙам итергә әҙер. Шуға ла коллегабыҙ республикабыҙҙа ғәйәт абруйлы ғалим-педагог, кеше һәм шәхес ул. Балалары Ләйсән һәм Азаматтан уңды, абруйлы шәхестәр бөгөн ҙур-ҙур вазифалар башҡара. Ейәндәре Илдархан – И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын, Ибраһим Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, үҙ һөнәрҙәре буйынса баш ҡалала уңышлы эшләйҙәр. Беҙ, республикабыҙ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре исеменән, Миңдебай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтовты олуғ юбилейы менән ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Юбилярға ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ!

И.И. ВӘЛЕЕВ,

педагогия фәндәре докторы, профессор;

С.Ғ. КӘРИМОВ,

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,

Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан

Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы;

Ф.Б. САНЪЯРОВ,

филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың  атҡаҙанған уҡытыусыһы,

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: