Бөтә яңылыҡтар

Туған тел һағында

Былтырғы йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларынан тыш, урта һөнәри белем биреү педагогтары ла конкурста ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Бығаса йыл һайын конкурста биш тиҫтәнән артыҡ уҡытыусы көс һынашһа, быйыл иһә уларҙың һаны 75-кә етте.

Туған тел һағында
Туған тел һағында

 «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» XXVII төбәк-ара конкурсы бер тынала үтеп тә китте. Бал ҡорттарындай егәрле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белем, зиһен һәм рух байрамы булды ул. Сәмле алышҡа көйләнгән, ижад ҡомары менән янған, еңеүгә ынтылған мөғәллимдәргә ҡарап һоҡланмау, улар менән ғорурланмау мөмкин түгел ине.

Былтырғы йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларынан тыш, урта һөнәри белем биреү педагогтары ла конкурста ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Бығаса йыл һайын конкурста биш тиҫтәнән артыҡ уҡытыусы көс һынашһа, быйыл иһә уларҙың һаны 75-кә етте.

Өсөнсө йыл рәттән жюри рәйесе вазифаһын башҡарыусы, унан алдағы йылдарҙа баһалама комиссияһы ағзаһы булараҡ, иң тәү сиратта, йылдан-йыл конкурсанттарҙың методик кимәле үҫә барыуын билдәләр инем. Бында конкурстың киңерәк танылыу яулай барыуы ҙур роль уйнай. Тағы ла бер сәбәбе бар: һуңғы йылдарҙа, пандемия арҡаһында, был абруйлы мәғариф бәйгеһенең байтаҡ ҡына этаптары онлайн рәүештә ойошторола, теләгән бер кеше уның барышын YouTube каналында күҙәтә. Бынан тыш, конкурстың һәр этабы һөҙөмтәләре «Туған тел» порталында урын ала, буласаҡ конкурсанттарға ошо видеояҙмалар аша ла тәжрибә туплау мөмкинлеге тыуҙырыла.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының иң тәүге – «Милли кейемде презентациялау» – этабы икенсе йыл рәттән иң сағыу күренештәрҙең береһенә әйләнә. Ни тиһәң дә, төҫкә сибәр, һүҙгә йор, фантазияға бай шул беҙҙең уҡытыусылар! Улар конкурстың ябай ғына бер этабын тотош сәхнә күренеше итеп, сығышҡа тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һала белә. Беҙҙең ҡарашҡа, «Милли кейемде презентациялау» – башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренең яҡтыртылыуы, милли һәм бөтә кешелек рухи мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләүҙә яңы идеяларҙың сағылышы йәһәтенән бик уңышлы уйланылған этап ул. Баһалама комиссияһы ағзалары, тәү сиратта, сығыштың композицион яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә, уҡытыусыларҙың артислыҡ һәләтенә, әйтелгән фекерҙәренең үҙенсәлекле булыуына иғтибар иттеләр. Автор идеяһының сағылышы, материалды биреү (видео, аудио, вербаль, вербаль булмаған) оҫталығы баһаланды. Конкурсанттар башҡорт милли костюмын, уның орнаменттарын, символдарының аңлатҡан мәғәнәһен, ошо ерлеккә генә хас үҙенсәлектәрҙе белеүе буйынса көс һынашты. Мәғлүмәттең заманса технологиялар, күргәҙмәлелек аша бирелеүе иғтибар үҙәгендә булды.

«Дәрес» этабында методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, балаларҙың аҡыл эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән дәрес өлгөләре тәҡдим ителде. Педагогтарҙың фәнни телде ҡуллана белеү маһирлығы, белеменең тәрәнлеге, күргәҙмәлелек ҡулланыуы, мәғлүмәт сығанаҡтарының күп төрлөлөгө иҫәпкә алынды, метапредмет, шәхсән һөҙөмтәләрҙе уңышлы тормошҡа ашырыу, метод һәм алымдарҙың күп төрлөлөгө, уҡыусыларҙа мотивация уятыуҙа эҙмә-эҙлелек һәм системалылыҡ баһаланды. Тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, сағыу, бай йөкмәткеле дәрес өлгөләре менән ҡыуандырыусылар күпселекте тәшкил итһә лә, баһалама комиссияһы ағзалары алдына логик яҡтан аҡһаған дәрес менән сығып тороусылар бер аҙ кәйефте ҡырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәресте ҡағыҙ битенә ҡарап алып барған уҡытыусылар ҙа осраны.

«Педагогик эшмәкәрлектең визит карточкаһы» этабы уҡытыусының мәғарифтағы актуаль, стандарт булмаған проблемаларҙы күрә белеүенә, ваҡыт талабын, йәмғиәттең ихтыяжын аңлауына ҡоролған. Әлбиттә, иң тәү сиратта, уҡытыусының үҙ һөнәри үҫеш перспективаларын һәм уҡытыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу потенциалын аңлауы баһаланды. Материалдың күргәҙмәлелеге, уҡытыусының сығыш яһау оҫталығы, ижади ҡарашы, һөйләгәндә һәм яуап биргәндә сағыу миҫалдар һәм образдар ҡулланыуы ла баһалама комиссияһы ағзалары иғтибарынан ситтә ҡалманы. Һәр уҡытыусы үҙе күрһәткән педагогик тәжрибәнең эффектлылығын дәлилләргә тырышты. Конкурс барышында уларҙың актив һәм интерактив алымдарҙы оҫта һәм урынлы ҡулланыуҙары күҙгә ташланды. Күпселек конкурсанттарҙың телмәр мәҙәниәте юғары кимәлдә, шулай ҙа уҡытыусылар үҙҙәренең сығышында орфоэпик нормаларҙың үтәлешенә лә иғтибарлыраҡ булһындар ине тигән теләктәбеҙ: телмәр ағышында [б-в], [к-г], [ҡ-ғ] сиратлашыуын һанламаусылар ҙа осраны. Тәҡдим ителгән презентацияларҙа хәреф хаталарының осрауы ла конкурсантты һис биҙәмәй.

«Оҫталыҡ класы» этабында педагогик позицияның нигеҙле булыуы, тәҡдим ителгән алым, метод, технологияның оригиналлеге һәм яңылығы, уҡытыусының аудитория менән әүҙем бәйләнеш булдырыуы, конструктив диалог ҡороуы, уҡыусыларҙың материалды аңлау кимәлен билдәләү өсөн һорауҙар биреүе иҫәпкә алынды, методик алымдарҙың күп төрлөлөгө һәм үҙ-ара уңышлы бәйләнеше, уларҙы ғәмәли ҡулланыу мөмкинлеге, конкурсанттың һөнәри үҫеш перспективаларын һәм уҡытыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу потенциалын аңлауы баһаланды. Бөтә тырышлығын, зиһенен, педагогик оҫталығын эшкә егеп, үҙ тәжрибәһен баһалама комиссияһы ағзалары иғтибарына тәҡдим итеүсе уҡытыусылар был һынауға бик ижади ҡарағандар. Пазлдар төҙөү, ТикТок ҡушымтаһын, башҡорт теленең машина фондын ҡулланыуҙың ыңғай өлгөләрен күрһәттеләр. Видеояҙмалар төшөрөү маһирлығы ла бар уҡытыусыларҙа. Тиҙәйткестәр ижад итеү, әкиәттәрҙе замансалаштырыу, структур яҡтан төрлө (башҡорт һәм инглиз), ҡәрҙәш (башҡорт һәм төрөк) телдәрҙәге лексик параллелдәрҙе билдәләү, башҡорт әҙәби теле һәм уның төньяҡ-көнбайыш диалектындағы лексемаларҙы сағыштырып өйрәнеү һ.б. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы өлкәһендә, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш тип баһалана ала. Оҫталыҡ дәресен йыр-бейеү дәресенә әйләндереп ебәреүселәр булды. Методик яҡтан отошло һаналған алымды күрһәтеү урынына дәрес уҡытыуға күсеп китеүселәр осраны. Һәр конкурсантҡа тәғәйен ваҡыттан ситкә сығыусылар, аралашыу мәҙәниәте аҡһаған уҡытыусылар менән дә аралашырға тура килде. Был этапта ике йыл рәттән Башҡорт дәүләт университетының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының зирәк, рухлы, заманса фекерле студенттары ҡатнашыуын конкурстың бер биҙәге булды тип иҫәпләйбеҙ. Уҡытыусы һөнәренең нескәлектәре менән яҡындан танышыу буласаҡ педагогтар өсөн ифрат әһәмиәтле. Әҙәбиәт, фольклор өлгөләре менән яҡшы таныш икән студенттарыбыҙ, уларҙа образлы фекерләү, импровизация ныҡ үҫешкән, үҙ фекерҙәрен ҡыйыу итеп еткерә беләләр – шуныһы айырыуса ныҡ һөйөнөслө.

«Ата-әсәләр менән диалог» этабында көс һынашырға 15 уҡытыусы сыҡты.

Ата-әсәнең уҡытыусыға ихтирамы нимәгә бәйле? Атай-әсәйҙәр менән мө-нәсәбәтте нисек дөрөҫ ҡорорға? Социаль селтәрҙәрҙең ыңғай һәм кире йоғонтоһон нимәлә күрәһегеҙ? Дистанцион уҡытыу барышында һеҙҙе нимә борсоно? Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәрҙең ҡайһы бүлегенә үҙгәреш индерер инегеҙ? Мәктәптә һеҙҙе борсоған проблемалар? Бына ошондай һорауҙарға ата-әсәләр менән бергәләп яуап эҙләргә тырышты конкурста ҡатнашыусылар. Был этапта конкурсанттың конкрет ситуацияға әңгәмә ҡороу өсөн ыңғай психологик мөхит тыуҙырыуы, ата-әсәләр менән социаль-психологик берҙәмлеккә өлгәшеүе, һорауҙарҙы, бурыстарҙы дөрөҫ ҡуйып, әңгәмәгә дөрөҫ йүнәлеш биреүе, үҙ позицияһын, һөнәри ҡарашын белдерә алыу маһирлығы ҡаралды. Дөйөм алғанда, был һынауҙы ла уңышлы үтте уҡытыусылар. Хаталарға иғтибар итәйек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диалог ҡороу урынына әңгәмәне монологка әйләндереп ебәреүселәр ҙә күҙәтелде. Уҡытыусыларҙың телмәрендә “паразит” һүҙҙәр бар икән тигән һығымта ла яһалды. Ҡайһы бер конкурсанттар, психологик көсөргәнеште күтәрә алмайынса, юғалып ҡалды. Бирелгән регламентты тотмайынса, тейешле ваҡыттан ситкә сығыу осраҡтары булды. Ҡуйылған һорауға аныҡ яуап эҙләү урынына сығыш яһауға күсеп китеүселәр ҙә табылды.

Еңеүгә дәғүә иткән 10 уҡытыусы «Пресс-конференция» тип аталған конкурс этабына йыйылды. Улар өсөн сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар һ.б. әҙерләгән видеоһорауҙар тәҡдим ителде. Жюри ағзалары уҡытыусыларҙың бөгөнгө мәғариф үҫеше тенденцияларын һәм стратегик йүнәлештәрен белеүенә, дәүләт мәғариф сәйәсәтен аңлауына, һорауҙарға яуап биргәндә үҙ педагогик тәжрибәһенә нигеҙләнеп һөйләүенә, үҙ позицияһын ышаныслы раҫлауына иғтибар итте. Конкурсанттың педагогик күҙаллау даирәһенең киң булыуы, эрудицияһы, үҙ позицияһын белдергәндә ышандыра алыуы баһаланды. Был этапта беҙ, күпселек уҡытыусыларҙың импровизаторлыҡ һәләтен, конструктив диалог ҡороу оҫталығын күреп, ихлас һөйөндөк. Шул уҡ ваҡытта айырым педагогтарҙың алдан ятлап алынған текстарын һөйләүҙәре, теманы артабан үҫтерә белмәүҙәре күҙгә ташланды.

Юғарыла килтерелгән фекерҙәрем – һис тә конкурста ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың сығыштарынан етешһеҙлек эҙләү түгел. Киләһе йылда ошо мәртәбәле бәйгегә сығырға йөрьәт итәсәк педагогтарға йүнәлеш биреү, уларҙы күпселек конкурсанттарҙа күҙәтелгән хаталарҙан ҡурсалау, абруйлы мәғариф сараһының кимәлен тағы ла арттырыу маҡсатынан эшләнелгән ҡыҫҡаса һығымталар улар.

Баһалама комиссияһы составында эшләгән һәр кемгә шәхсән рәхмәтемде еткерәм. Түҙемле, ғәҙел, талапсан жюри ағзалары менән килешеп эшләү күңелгә кинәнес тойғоһо бирҙе. Ике аҙна дауам иткән көсөргәнешле эш барыбыҙҙың да бер юҫыҡта фекер йөрөтөүен, юғары һөнәри кимәлен сираттағы тапҡыр дәлилләү булды, тип иҫәпләйем.

Беҙгә уҡымышлы, фекерле, рухлы киләсәк тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған. Ошо маҡсатҡа табан ныҡлы аҙымдар менән атлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конкурста ҡатнашыуы – үҙе үк ҙур мәртәбә. Тиңдәр араһында тиң булыу, фекерҙәштәр менән аралашыу мөмкинлеген бирә был бәйге.

Конкурста күңелендә милли рух, тыуған ергә, туған халҡыбыҙға, туған телебеҙгә һөйөү йөрөткән йәш педагогтарҙың ҡатнашыуын ыңғай күренеш тип баһалайым. Тимәк, быуындар бәйләнеше юғалмай, телебеҙ һағында, глобалләштереү осоронда тел өсөн барған көрәш фронтының иң алғы һыҙығында тороусы уҡытыусылар сафы йәш көстәр менән тулылана. Был иһә, үҙ сиратында, киләсәккә өмөт уята.

Г.Р. АБДУЛЛИНА,

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы,

шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы,

филология фәндәре докторы, профессор, жюри рәйесе

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: