Маҡсат. Ш. Бабичтың тормошо һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү; һөйләү телмәрен үҫтереү “антитеза” төшөнсәһен аңлатыу; шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу. Ш. Бабич портреты, китаптары, һүҙлектәр, проектор.
Дәрес барышы
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Боронғо көнсығыш халҡының “Бөйөк кешеләр – улар метеорҙар, үҙҙәрен-үҙҙәре яндырып, донъяны яҡтыртыусылар” тигән һүҙе бар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән донъяны тиҙ арала яҡтыртып яныусы бөйөк шағирҙарҙың береһе, Башҡорт автономияһы өсөн көрәштә башын һалған батыр, башҡорт әҙәбиәте классигы менән танышасаҡбыҙ. (Слайдта – шиғыр юлдары.)
– Шиғырҙы бергәләп хор менән уҡыйыҡ, уҡыусылар!
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.
Был шиғырҙың авторы кем? (Интернет селтәре аша Ш. Бабич тураһында 2 минутлыҡ видео ҡарала – https://www.youtube.com/watch.)
– Шиғырҙың авторы – йәш шағир Шәйехзада Бабич. Дәрестә уның тормош юлын байҡарбыҙ һәм “Халҡым өсөн” шиғырын өйрәнербеҙ.
Атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Мөхәммәтзәкир улы Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙерге Дүртөйлө районы) Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Шәйехзада бик зирәк, йомарт, нескә күңелле, шаян һәм ҡыйыу малай була. Ун биш йәшендә, бәхет эҙләп, ҡаҙаҡ далаларына сығып китә, Дүсәнбай тигән ауылда балалар уҡыта, ҡаҙаҡ телен өйрәнә. (Төрлө осорҙарҙы сағылдырған һүрәттәр, шиғырҙары, һәйкәле күрһәтелә бара.)
1911 йылда Өфөгә килә һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Мәҙрәсәлә уҡыу Шәйехзада Бабичтың ижадына һәм тормошона ҙур йоғонто яһай. Ул алдынғы шәкерттәрҙән һанала: шиғырҙар яҙып, әҙәбимузыкаль кисәләрҙә сығыш яһай, мандолинала оҫта уйнай, кәрәк икән, бейеп тә ебәрә. Иптәштәре уны йор һүҙле, асыҡ йөҙлө булғаны өсөн ихтирам итә һәм үҙҙәренең лидеры итеп һанай. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡытыу юғары кимәлдә була, сөнки унда Ғәлимйән Ибраһимов кеүек күренекле яҙыусылар һабаҡ бирә. Мәҙрәсәлә уҡыу йылдарында Бабич әҙәби ижад менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра.
Ш. Бабичтың яҙмышы халыҡ яҙмышынан айырылғыһыҙ. Шағир башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәшендә алғы сафта була. Граждандар һуғышы барған осорҙа, 1919 йылдың 28 мартында, уның ғүмере фажиғәле өҙөлә.
Шәйехзада Бабич – шиғыр оҫтаһы. Уның “Кем өсөн?”, “Ҡышҡы юлда”, “Башҡортостан”, “Ҡурайҡайға”, “Салауат батыр” һәм башҡа шиғырҙары бар. Ул лирик шиғырҙар ғына яҙып ҡалмай, ә шағир сатирик булараҡ та таныла.
Ш. Бабичтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында 1995 йылда талантлы йәштәр өсөн Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы булдырылды. Тыуған ауылы Әсәндә һәм һуңғы төйәге булған Йылайыр районында һәйкәлдәр ҡуйылды. Ә 2020 йылда Өфөлә, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барған көндә, азатлыҡ йырсыһы, бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды.
Уҡыусылар, быйыл шағирыбыҙҙың тыуыуына нисә йыл тулды? (127 йыл.)
– Ә хәҙер, уҡыусылар, дәреслектән Ш. Бабичтың “Халҡым өсөн” шиғырын табығыҙ. Тәүҙә текста осраясаҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәһен билдәләп үтәйек.
– Шағир халҡына арнаған йырҙарын нисек атай? (Ап-аҡ алтын йырҙарымды.)
– Ш. Бабич үҙ туған халҡына ниндәй ҡылыҡһырлама бирә? Ниндәй һүҙҙәр ҡуллана? (Саф йөрәкле, мәңге шат, дәртле, көләс, ярлы, меҫкен, ҡыҙғаныс.)
–Шиғырҙа Бабичтың ниндәй уйкисерештәрен күрәһегеҙ? Ҡайһы юлдарҙа айырыуса асыҡ сағылған? (Шиғырҙа Бабичтың туған башҡорт халҡы өсөн янып йәшәүен күрәбеҙ. Һуңғы дүрт юлында был кисереше ныҡ һиҙелә:
Иламайым мин көндәрем
Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.)
– Башҡорт халҡының вәкиле, яугиршағиры Шәйехзада Бабичты милләтенең яҙмышы күптән борсоған, ул халҡына “аҡ көн” килеүенә өмөтләнеп йәшәгән. Был шиғырында милләтенең яҡты киләсәге тураһында уйланыуҙары асыҡ күренә.
– Ш. Бабич шиғриәтендә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр йыш осрай. Был, күрәһең, тормоштоң ҡапма-ҡаршылығы, шағирҙың уға үҙенсәлекле мөнәсәбәте менән аңлатылалыр. Бына ошо күренеш – ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү сараһы – әҙәбиәттә антитеза тип атала. (Билдәләмә дәфтәрҙәргә яҙыла.)
– Ә хәҙер, уҡыусылар, текстан антитеза поэтик сараһын табығыҙ. (Йырламайым — йырлайым, иламайым — илайым.)
– Тимәк, “Халҡым өсөн” шиғырының йөкмәткеһе антитеза алымына ҡоролған. Был поэтик сара аша автор туған халҡына булған тәрән һөйөү хистәрен еткергән:
Дәртле ҡайнар йырҙарымды
Йырламайым дәртем өсөн;
Йырлайым тик мәңге шат,
Дәртле, көләс халҡым өсөн.
Иламайым мин көндәрем
Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.
1-се төркөм. Ш. Бабичҡа яҙма рәүештә ҡылыҡһырлама төҙөгөҙ һәм шағирҙың халҡына биргән антының мәғәнәһен аңлатығыҙ. (Ш. Бабич – халҡын, телен, илен яратҡан шағир. Ул халҡы, тыуған иле өсөн йырлай, уға хеҙмәт итергә ант итә.)
2-се төркөм. Туған халҡыбыҙ алдында һеҙ ниндәй ант бирер инегеҙ? (Яҡшы уҡырға, халыҡҡа, тыуған илгә кәрәкле кеше булырға, уны яратырға, һаҡларға ант бирер инек, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда.)
– Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдегеҙ? Ниндәй яңы мәғлүмәттәр алдығыҙ? Белемдәрегеҙҙе тикшерер өсөн тест эшләйек.
Һорауҙар.
а) 1919;
б) 1861;
в) 1895.
а) Көйөргәҙе;
б) Дүртөйлө;
в) Баймаҡ.
а) “Ғәлиә”;
б) “Хөсәйениә”;
в) “Рәсүлиә”.
а) “Туған тел”;
б) “Ҡышҡы юлда”;
в) “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”.
а) эпитет;
б) метафора;
в) антитеза. (Яуаптар слайдта бирелә, тикшерелә.)
– Шәйехзада Бабич – ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә халҡына тоғро хеҙмәт иткән, Башҡортостан тип йәнен биргән данлы улдарыбыҙҙың береһе. Уның шиғырҙарында туған халҡын яратыуы, киләсәгенең яҡты булыуын теләүе, өмөттәре сағылыш тапҡан. Бабич тураһында иҫтәлек, уның шиғриәте мәңгелек!
Ш. Бабичҡа эйәреп, “Халҡыма әйтер һүҙем…” тигән мөрәжәғәтнамә йәки хат яҙырға.
“Халҡым өсөн” шиғырын ятларға.
З.Н. БАЙБУЛАТОВА,
Күмертау ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы