Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романын өйрәнеү

Ғилемле, абруйлы аҫыл заттарын ололап, халыҡ уларҙы абыҙ тип йөрөткән. Ә ил кимәлендәге тарихи эшмәкәрлеге менән Кинйә Арыҫланов тарихта үҙе үк танылған абыҙҙарҙың абыҙы. Ул рус телен камил белгән, бер нисә төрки телдә иркен аралашҡан.

Яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романын өйрәнеү
Яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романын өйрәнеү

Маҡсат. Уҡыусыларҙың әҫәр өҙөгөн үҙләштереүҙәрен тикшереү, Кинйә образын асыу, уның тормош юлын, эшмәкәрлеген өйрәнеү, әҫәрҙең идея йөкмәткеһен билдәләү; һөйләү телмәрен үҫтереү; тыуған ергә һөйөү, тарихи шәхестәргә хөрмәт, милли ғорурлыҡ, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, һау-­сәләмәт тормошта йәшәү теләге тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Яҙыусылар Ғәли Ибраһимовтың, Кинйә Арыҫлановтың портреттары, Крәҫтиәндәр һуғышы картаһы, Башҡортостан Республикаһы картаһы, презентация.

 

Дәрес барышы

  1. Психологик комфорт тыуҙырыу.

– Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!

Дәрес ваҡыты етте.

Һеҙҙе, һигеҙенселәрҙе,

Уҡытыр сәғәт китте.

Һынатмағыҙ был дәрестә,

Әүҙем, тырыш булығыҙ.

Белемдәрегеҙҙе бөгөн

Күрһәтмәйсә ҡалмағыҙ.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

– Иғтибарығыҙҙы таҡтаға йүнәлтегеҙ. Һеҙ XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының иң ҙуры һәм һуңғыһы – Крәҫтиәндәр һуғышы картаһын күрәһегеҙ. Дон казагы Емельян Пугачев етәкләгән азатлыҡ өсөн көрәштә Рәсәйҙең Көнсығыш Европа өлөшөндә, Урал, Себер, Ҡаҙағстан сиктәрендә йәшәгән халыҡтарҙың барыһы ла тиерлек ҡатнашҡан. Был ихтилалда башҡорт халҡының етәксеһе кем булған? (Салауат Юлаев.)

– Пугачев полковниктарының 254-енән  114-е урыҫ булһа, 70-тән артығы башҡорттарҙан ине. Улар араһында Ҡаранай Моратов, Юлай Аҙналин, Ҡасҡын Һамаров, Яманһары Яппаров, Әлибай Мырҙағолов, Батырҡай Иткинин, Һеләүһен Кинзин һ.б. була.

III. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу, дәрестең маҡсатын, бурыстарын билдәләү.

– Ни өсөн мин бөгөнгө әҙәбиәт дәресен тарихи күҙәтеүҙәрҙән башланым? (Яуаптар.)

– Беҙ Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романынан бирелгән өҙөктө үҙләштереп бөттөк. Бөгөн ошо әҫәр буйынса белемдәрегеҙҙе дөйөмләштереп, уның идея-темаһын асыҡлап, төп образдың һыҙаттарын асырбыҙ. (Дәфтәрҙәргә дата, тема яҙыла.)

– Башҡорт халҡының үткәне бихисап данлы яу-һуғыштарҙан тора, тиһәк тә, хата булмаҫ. Ә ни өсөн беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ ихтилалдарға йыш күтәрелгән һуң? (Фекерҙәр тыңлана.)

1572, 1582, 1616, 1645, 1662 – 1664, 1681 – 1684, 1704 – 1711, 1735 – 1736, 1737 – 1738, 1739 – 1740, 1755 – 1756, 1773 – 1775, 1835 йылдарҙағы азатлыҡ өсөн күтәрелештәр үҙе үк беҙгә күпте һөйләй. XVIII быуат башында хөкүмәт вәкилдәре башҡорт халҡы өсөн етмеш ике төрлө һалым индерә: һәр кешенең күҙ төҫөнә ҡарап айырым (ҡара булһа – ун ике, һоро булһа – дүрт тин), мәсет, йорт, мунса, балыҡ тотоу урындары өсөн түләү талап ителә. Тоҙ күлдәре булһа ла, уны лавкаларҙан һатып алырға мәжбүр була башҡорт.

– Был ихтилалдар етәкселәренең ҡайһыларын беләһегеҙ? (Ҡараһаҡал, Алдар, Күсем, Батырша, Салауат Юлаев.)

 – Һеҙҙеңсә, улар араһында иң  билдәлеһе кем? (Салауат Юлаев.)

– Йәшләй батыр һәм шағир булып танылған ғәййәр яу башлығы, Пугачевтың тоғро полководецы Салауат Юлаевҡа бәхетле өлөш тейә: уның тураһында фәнни китаптар, романдар, пьеса, опералар яҙыла, һәйкәлдәр ҡуйыла, фильмдар төшөрөлә. Халыҡ ижадында уның тураһында күп өлгөләр һаҡлана. Салауат Юлаев образы тарихыбыҙҙа, рухи тормошобоҙҙа баҙыҡ урын ала.

Ә бына Крәҫтиәндәр һуғышының арҙаҡлы идеологы, Пугачевтың уң ҡулы, милли полктарҙың баш атаманы Кинйә Арыҫлановтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында туған халҡы оҙаҡ ваҡыт белмәй йәшәй. Уның образын тәүгеләрҙән булып кем яҡтырта? (Ғәли Ибраһимов.)

– «Кинйә» романын автор ун йылдан ашыу дауамында яҙа. Ни өсөн  уға  күп ваҡыт кәрәк була? (Яуаптар.)

– Мәғлүмәттәр буйынса  ентекле эш атҡармайынса, автор тарихи әҫәргә тотона алмай. Әҫәр ике китаптан тора. Яҙыусы  Кинйә Арыҫлановтың ихтилалға тиклемге тормош юлы хаҡында яҙып бөтә, ә Крәҫтиәндәр һуғышы осорон яҡтыртып өлгөрмәй.

Уҡыусылар, әгәр китап менән тулыһынса танышһағыҙ, һеҙ тарихты бөтөнләй икенсе яҡтан асырһығыҙ. Фәнни нигеҙҙә яҙылғас, уны уҡыуы ауырыраҡ булыуы мөмкин. Шулай ҙа, үҫә төшкәс, әҫәрҙе уҡыу мотлаҡ кәрәк буласаҡ, сөнки һәр башҡорт үҙ халҡының үткәнен белергә тейеш.

  1. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

– Ә хәҙер үҙләштерелгән өҙөк йөкмәткеһенә күсәйек. Түбәндәге һөйләмдәрҙең дөрөҫмө, юҡмы икәнлеген асыҡлағыҙ. (Уҡыусылар – ,+ билдәләрен ҡуйып бара.)

1) Ауылдың түбән осонда икенсе ҡойон күтәрелде.

2) Килмәк абыҙ дәрестәрҙе ваҡытында үткәрә.

3) Драгун роталары ла, башҡорт яусылары ла бик ныҡ ҡырылды.

4) Кириллов халыҡ илселәре менән һөйләшеп тә торманы, йүнләп тыңламаны ла.

5) Арыҫлан батыр, Кирилловтан ҡала, ҡәлғә һалдыртмаҫҡа тигән ҡарашта.

6) Урусов, 1740 йылғы яу баҫтырылғас, Арыҫланды улдары менән ҡунаҡҡа саҡыра.

7) Арыҫлан Ҡонҡас сәсәнде, Урусов менән һөйләшеп, тотҡондан сығарырға теләй.

8) Язаны күргәндән һуң, Кинйә ауырыуға һабаша.

9) Твердышев менән Мясников завод төҙөү өсөн күп башҡорт ерҙәрен алдап һатып алмаҡсылар.

10) Бөтә старшиналар ҙа Кинйәне ер һатыу мәсьәләһендә хуплай.

11) Һатлыҡ, Кинйәнән үс алмаҡ булып, уға аҫтыртын рәүештә мылтыҡтан ата.

12) Кинйә Һатлыҡты уҡтан бер атыуҙа үлтерә.

13) Императрица ла, Ҡазан губернаторы ла Дон казагы Пугачевтан ҡурҡалар.

14) Кинйә, Петербургта булып, батшаны күреп, унан бүләккә кафтанлыҡ йыртыш алған.

15) Кинйә көр тауышы менән оран һалды: «Туҡсаба…».

– Иптәштәрегеҙ  менән алмашып, эштәрегеҙҙе тикшерегеҙ.  (Дөрөҫ яуаптар слайдта күрһәтелә.)

  1. Нығытыу, ғәмәли эштәр. Төп образды тикшереү.

– Әҫәрҙең төп образын әйтегеҙ? (Кинйә.)

– Һеҙ уны кем итеп беләһегеҙ?

А…(абыҙ) 

М… (мулла)

А…(атай)  

Б…  п… (баш полковник)   

У… (ул)    

С… (старшина)

Б...  а… (баш атаман)

(Таҡтала схема бирелә, уҡыусылар образдың исем-атын билдәләйҙәр, яҙып бөтөрәләр. Уҡытыусы һәр исеменә мәғлүмәт өҫтәй.)

Абыҙ – ғилемле, абруйлы аҫыл заттарын ололап, халыҡ уларҙы абыҙ тип йөрөткән. Ә ил кимәлендәге тарихи эшмәкәрлеге менән Кинйә Арыҫланов тарихта үҙе үк танылған абыҙҙарҙың абыҙы. Ул рус телен камил белгән, бер нисә төрки телдә иркен аралашҡан.

Ул – Кинйә Арыҫландың нисәнсе улы? (Иң һуңғы ир балаға шундай исем ҡушҡандар.)

Мулла – Кинйәнең мулла булып эшләүе билдәһеҙ. Моғайын, уның  дини ғилемле, белемле булыуын хөрмәтләп әйткәндәрҙер.

Старшина – Нуғай юлы Бошман-Ҡыпсаҡ волосының күренекле старшинаһы. Иләү башлығы хоҡуғы уға нәҫелдән бирелмәгән, ул ил-йорт алдында ҡаҙанған хеҙмәттәре, халыҡтың хөрмәте менән яуланған. 1763  йылғы документтарҙа уның ошо вазифала булыуы теркәлгән. Ҡул аҫтында ике йөҙ ун йорт иҫәпләнгән.

Баш полковник – Кинйә абыҙ башҡорттарҙан беренсе булып Емельян Пугачевҡа ҡушыла. Биш йөҙләп яугир, Ҡөрьән тотоп, батшаға ант итәләр. Ошо тантаналы шарттарҙа Кинйә Арыҫлановҡа батша исеменән баш полковник тигән юғары чин бирелә.

Баш атаман – күрһәткән хәрби батырлыҡтары, оҫталығы, батшаға тоғролоғо өсөн уға башҡорт, мишәр, сыуаш, бүтән халыҡтарҙың баш атаманы тигән чинды ла Пугачев бирә. 

«Атай» тигән өлөшөнә айырым туҡталып үтәйек. Шәжәрә буйынса уның нәҫеле бошман-ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай. Бына ата-бабалары: Лас бей – Ҡолһары бей – Атағай бей – Баби бей – Бабсаҡ бей – Күсәк бей – Сиркә бей – Күсмәк бей – Бошман бей – Борондоҡ бей – Һөйөндөк бей – Аҡбулат бей – Һарыбайсал бей – Дәүләтҡол – Миңлеғол – Аҡҡол – Арыҫлан – Кинйә абыҙ – Һеләүһен мулла. Күреүегеҙсә, уның олаталары билдәле бейҙәр булған. Тарихта бигерәк тә монгол-татар яуы осорондағы батырлығы менән Бошман бей билдәле. Уны ҡулға алғас, монгол ханы Меңгү теҙ сүгеүен талап иткән. Бошман бей: «Дөйә теҙ сүкмәй, ыласын ятып үлмәй», – тип яуаплаған. Быны ишеткән ҡанһыҙ хан батырҙы ҡылыс менән тураҡлатҡан.

Һеҙҙе, моғайын, Кинйәнең нәҫел ебе ҡалғанмы, юҡмы икәнлеге ҡыҙыҡһындыралыр. Кинйә абыҙҙың Һеләүһен, Ҡужәхмәт, Рәхмәтулла, Сәғит, Абдрахман исемле улдары булған. Башҡорттарҙа уландар атаһының исемен алған, шуға ла улар ревизия материалдарында Кинйин фамилиялы итеп бирелгәндәр. (Элек,  ғәҙәттә, кешенең эшмәкәрлегенә ҡарап исем  өҫтәлгән: Салауат батыр, Ерәнсә сәсән, Һеләүһен мулла, Кинйә абыҙ һ.б.)

Кинйә абыҙҙың атаһы нигеҙ ҡорған Арыҫлан ауылы Мәләүез районында урынлашҡан. Кинйә Арыҫланов нигеҙләгән Көйөргәҙе районындағы Кинйә ауылы  1760 йылдарҙан билдәле.  Ауыл, 1832 – 1835 йылдарҙа ике өлөшкә бүленеп,  рәсми документтарҙа 1-се һәм 2-се Кинйә абыҙ тип йөрөтөлә. Тәүге ауыл 1987 йылда ғәмһеҙлек арҡаһында юҡҡа сыға, ә Кинйә абыҙ  гөрләп йәшәй. Үҙ халҡының батыры хөрмәтенә уға унда һәйкәл, музей асыла.

  1. Кинйәнең тормошо, эшмәкәрлеге.

– Һеҙ уҡыған өлөштә Кинйәнең тарих кимәлендәге оло эшмәкәрлеге тасуирланмаған. Шуға ла был хаҡта ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтеү файҙалы булыр.

Кинйә Арыҫлановтың  тыуған йылы билдәһеҙ, шулай булһа ла ғалимдар, яҡынса самалап, уны 1723  йылғы тип билдәләй. Беҙҙең көндәргә килеп еткән документаль ҡағыҙҙар, губернатор исеменә яҙылған хаттар аша Кинйә абыҙҙың уҡымышлы, абруйлы, ил алдында хөрмәтле аҡһаҡал булыуын аңлайбыҙ. Ул яңы закондар төҙөү комиссияларында ҡатнаша. Батша армияһының хәрби походында ғәскәр сафында була. Крәҫтиәндәр һуғышы башланғас, тыуған ерен тик көрәш ярҙамында ирекле итә алыуын аңлаған Кинйә,  үҙ волосындағы биш йөҙ ир-атты йыйып, башҡорттарҙан беренсе булып Пугачевҡа ҡушыла. Баш полковниктың төп бурысы бөтә Башҡортостанды, башҡа милләттәрҙе яуға күтәреү була. Ул батша исеменән төрлө милләттәргә төркисә өндәмә, аңлатма, хаттар, манифест, указдар яҙа.  Пугачевтың уң ҡулы булараҡ, Кинйә бөтә һуғыштарҙа ла етәксеһе менән йәнәш йөрөй. Ялған батшаның тоғро ярандарынан торған кәңәшмә ҡоронда ла ҡатнаша. Салауат Юлаев, Ҡәнзәфәр Усаев, Ҡасҡын Һамаров, Ҡаранай Моратов, Юлай Аҙналин кеүек полковник заттар Кинйә абыҙ баш полковник мәктәбен үтәләр. Уларға дөрөҫ хәрби кәңәштәрҙе лә ул бирә.

1774 йылда Пугачев Һаҡмар ҡасабаһы эргәһендә тармар ителгәс, Кинйә уны башҡорт ерҙәрендә көрәшергә өндәй. Ә ул ваҡытта Пугачев, казактары менән таралып, сит ерҙәргә ҡасырға ҡарар иткән була. Шулай итеп, Крәҫтиәндәр һуғышының икенсе этабы башлана. Кинйә абыҙ башҡорттарҙы йыйыу, ҡаҙаҡ хандары менән бәйләнешкә инеү кеүек ойоштороу эштәрен башҡара. Башҡорттарҙың күпләп көрәшкә күтәрелеүе уның  үҙ халҡы алдындағы абруйын күрһәтә. Царицын ерендәге һуңғы һуғышында ла Кинйә үҙенең етәксеһе  эргәһендә була. Ләкин үҙенең тоғро казактары, Кинйә абыҙ юҡ саҡта Пугачевты ҡулға алып, батша хөкүмәтенә тапшыралар.

Ихтилал баҫыла, күп етәкселәр ҡулға алына. Кинйә тотолмай. Уны казактар үлтергән тигән фараз бар, ләкин ул нигеҙһеҙ. Казактар ҡулға алынғанда, ярамһаҡланып, оло боласы Кинйәне үлтереүе тураһында әйтмәй ҡалмаҫтар ине. Бындай мәғлүмәт ҡағыҙҙарҙа һаҡланмаған. Йә үлеменә тиклем берәй төрки халыҡтар араһында йәшәгән, йә үҙ ерендә йәшеренеп көн күргәндер. Бола баҫылғандан һуң да батша хөкүмәте  уны эҙәрлекләй, ә халыҡ көрәшкә күтәрерҙәй абыҙҙы көтөп йәшәй.

VII. Синквейн төҙөү.

– Кинйәгә ҡағылышлы синквейн төҙөйөк, уҡыусылар. Синквейн – француз һүҙе, биш юллыҡ шиғыр тигәнде аңлата. Таҡтала шиғыр юлдарының төҙөлөшө бирелгән, һеҙгә  геройға тура килтереп яҙырға ҡала. (Эштәр тикшерелә.)

VIII. Үҙләштерелгәнде тикшереү.

– Әҫәр ниндәй тарихи осорҙо һүрәтләү менән башлана?  Халыҡтың тормошо ни өсөн көндән-көн ауырлаша? Ниңә Кинйә абыҙ Пугачевҡа ҡушылырға ҡарар итә? Әҫәрҙә Кинйәнең халыҡты яҡлаусы, етәкләүсе шәхес булып үҫеүе нисек тасуирланған? Автор ниндәй проблемаларҙы асҡан? «Кинйә» романы башҡорт әҙәбиәтендә ниндәй урын алған? Ул һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

– Ғ. Ибраһимовтың әҫәрен йом­ғаҡлап, схема буйынса һөйләп үтәйек.

Тема                                  Жанры

Автор           «Кинйә»               Яҙылыу

                                                  ваҡыты

 Ыңғай образдар       Кире образдар

 

  1. Йомғаҡлау.

– Һеҙ бөгөн дәрестә Кинйә абыҙҙың ниндәй шәхес булыуы тураһында тулыраҡ белдегеҙ. Ә башҡорт болаларының нисек баҫтырылыуы тураһында ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы? (Яуаптар.)

– Мин һеҙгә Ҡараһаҡал ихтилалының нисек баҫтырылыуы тураһында һөйләп үтмәксемен. Каратель отрядтары ете йөҙгә яҡын башҡорт ауылын яндыра. Батша генералдары Урусов менән Саймонов халыҡты ҡурҡытыу маҡсатында язалау үткәрә. Кинйә уны үҙ күҙҙәре менән күрә.

Язалаусылар 5 кешене ҡаҙыҡҡа ултырта, 11-ен ҡабырғаһынан аҫалар, 85 кешене аҫалар, 21 башҡорттоң башын киҫәләр. 170 кешене Һаҡмар ҡаласығында үлтерәләр. 301 башҡорттоң ҡолаҡ һәм танауын ҡырҡып, ҡайтарып ебәрәләр. Язаланыусыларҙың ҡатындары һәм балалары ҡоллоҡҡа таратыла.

– Башҡорт халҡы бик күпләп ҡырылған, батша хөкүмәте тарафынан махсус рәүештә хәйерселеккә этәрелгән. Ә хәҙерге көндәрҙә милләт һаны нисек кәмей? (Эскелек, наркотик, суицид хаҡында әйтелә.)

– Милләтебеҙ ғүмерле булһын өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? (Яуаптар.)

– Йәш быуыныбыҙ матур, тыныс тормошта йәшәһен өсөн, Башҡортостан Республикаһы етәкселеге тарафынан күп эштәр атҡарыла. Ә һеҙ, уҡыусылар, илебеҙ өсөн ниҙәр эшләй алаһығыҙ? (Яуаптар.)

  1. Рефлексия.

– Кинйәнән үҙегеҙгә ниндәй сифаттар алдығыҙ? Беҙҙең көндәрҙә Кинйәгә торошло башҡорт кешеләре бармы? (Уҡыусылар  Мортаза Ғөбәйҙулла улының иле, халҡы өсөн тырышлығы Кинйә абыҙ эшмәкәрлегенә тиң булыуы хаҡында әйтә.  Мортаза абыҙ тип аталырға хаҡлы булыуын билдәләй.)

– Үткәнен белмәгән халыҡ – тамырһыҙ ағас, тиҙәр. Тамырһыҙ булмағыҙ. Башҡорт халҡының тарихын, батырҙарын, мәҙәниәтен белегеҙ, киләсәк быуындарға тапшырығыҙ. («Карауанһарай» төркөмө башҡарыуында «Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?!» йыры тыңлана.)

  1. Баһалау. (Нисә ҡуйҙым? Ни өсөн? һорауҙары ярҙамында уҡыусылар үҙҙәренең дәрестәге эшмәкәрлеген баһалай, анализлай.)

XII. Өйгә эш. «Кинйә тураһында уйҙарым» исемле инша яҙырға.

Э.Х. ҒАЙСИНА,

Әбйәлил районының  Аһылай мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: