Һәләтлелек – ул яңы ғына ер ҡуйынынан морон төрткән һәм үҙенә ҙур иғтибар талап иткән кескәй үҫенте. Уны, ныҡлы үҫеш алһын һәм киләсәктә бик күп емеш бирһен өсөн, наҙлап, мөмкин тиклем ҡурсалап, барлыҡ мохтажлыҡтарҙан арындырып тәрбиәләү кәрәк.
В.А. Сухомлинский
Уҡытыу системаһының даими үҙгәрештәр кисереүе мәктәп алдына яңыса талаптар ҡуя. Шуларҙың береһе һәләтле балаларҙы эҙләп табыуға, уларҙы үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Йәмғиәткә тап ошондай балалар кәрәк, сөнки улар илебеҙҙең киләсәген төҙөй. Уҡыусыларҙың ниндәйҙер йүнәлештәге һәләтен күреү, тойомлай белеү һәм уны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү мөһим мәсьәләләребеҙҙең береһе булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр бала ла үҙенең нимәгә һәләте барлығын аңлап, уны үҫтереү өҫтөндә эшләй алмай. Бының сәбәптәрен ғаилә, шулай уҡ мәктәп менән дә бәйләп ҡарарға кәрәктер. Ғаилә ағзалары баланың булдыҡлылығын ваҡытында күрә белергә, ә мәктәп уны артабан формалаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Һәләтлелек – кешенең бер йәки бер нисә төр эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәгә ирешеүен күрһәткән һәм уның йәшәү дәүерендә эҙмә-эҙлекле үҫеш алған психик сифат. Икенсе төрлө уны булдыҡлылыҡ, таҫыллыҡ тип тә әйтәбеҙ. Һәләтле, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуҙа тормоштағы шарттар, төрлө хәл-ваҡиғалар мөһим роль уйнай.
«Һәләтлелек – хоҙайҙан бирелгән бүләк» тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Уны артабан камиллаштырыу өсөн, әлбиттә, үҙ өҫтөңдә күп эшләргә кәрәк.
Тимәк, һәләтле балаларҙы табыу, уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе психологик-педагогик шарттар тыуҙырыу, танып белеү мөмкинлектәрен, ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын формалаштырыу һәм үҫтереү педагогикала алдынғы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Һәләтле балаларҙың сифаттарын асыусы төп һыҙаттар итеп түбәндәгеләрҙе билдәләр инем:
– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, белемгә ынтылыш, танып белеүгә ихтыяж;
– ҡатмарлы проблемаларҙы сисеүгә маһирлыҡ;
– тыуасаҡ проблемаларға һиҙгерлек;
– үҙенсәлекле фекергә эйә булыу;
– юғары кимәлдәге иғтибарлылыҡ;
– һөҙөмтәле фекер йөрөтөү;
– сағыштырыуҙарҙы еңел билдәләү, табыу;
– яҡшы хәтер;
– телмәренең үҫешкән, һүҙлек байлығының мул булыуы;
Һәләтле балалар менән эшләүҙең ошондай формалары билдәле:
– айырым эш төрҙәрен тәҡдим итеү;
– өҫтәлмә дәрестәр үткәреү;
– олимпиадаларға, төрлө конкурстарға әҙерләнеү;
– ижади эштәр башҡарыу (эссе, шиғырҙар, аннотациялар һ.б.);
– килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн консультациялар уҙғарыу;
– тестар, анкеталар тултырыу;
– уҡыусыларҙы проект эшенә ылыҡтырыу һәм өйрәтеү;
– презентациялар эшләү һ.б.
Мин уҡыу-уҡытыу эшендә үҙ алдыма түбәндәге маҡсат һәм бурыстарҙы ҡуйҙым.
Булдыҡлы балалар ҡыҙыҡһыныусан, килеп тыуған һорауҙарға яуап эҙләгәндә ныҡышмал булалар. Йыш ҡына тәрән йөкмәткеле һорау бирәләр, яҡшы хәтерле булыуҙары менән айырылалар. Уларҙы асыҡлау өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы тестар үткәрәм, һәләттәре, фәнде өйрәнеүгә һәм танып белеүгә ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында мәғлүмәт туплайым. Эшемдең был тәүге баҫҡысын башланғыс кластарҙа уҙғарам.
Эште уҡыусылар менән уҙғарыласаҡ дәрестең теҙмәһен төҙөүҙән башлайым, уны, ғәҙәттә, сентябрь айында уҡ күҙаллап ҡуям. Артабан балаларҙың һәләтен, теләген асыусы анкета һорауына яуап биреүҙе ойошторам. Ошо айҙа уҡ йыл да «Республикама дан йырлайым!» девизы аҫтында республика иншалар конкурсы уҙғарыла. Уҡыусыларға темалар тәҡдим ителә һәм инша яҙыу өсөн йүнәлеш бирелә. Октябрҙә консультациялар уҙғарыла, үткән уҡыу йылының олимпиада һорауҙары ҡарала, тест һорауҙары өҫтөндә эш башҡарыла. Артабан олимпиаданың муниципаль этабына әҙерлек ойошторола. Төбәк-ара олимпиадаға әҙерлек иһә алдағы этапта яһаған хаталарҙы төҙәтеүҙән башлана. Оҡшаш эштәр ҡарала, өҫтәлмә әҙәбиәт тәҡдим ителә, әҙерлек кимәле тикшерелә.
Эште дәрестә генә түгел, унан тыш та дауам итәбеҙ. Тәүгеһендә айырым эш төрҙәре аша белем тәрәнәйтелһә, дәрестән тыш эшмәкәрлектә олимпиадаларға, ижади конкурстарға, проект, эҙләнеү эштәренә әҙерлек алып барырға була.
Ошо маҡсат һәм бурыстарҙы үтәү өсөн иң тәүҙә дәрестәрҙе, уҡыусыларҙың белем кимәлен, һәләтен күҙаллап, дифференциал эш төрҙәре ярҙамында ойоштороу отошло. Үҙем ҡулланған бер нисә эш төрөн әйтеп үтәм:
– яҙыусылар тураһында мәғлүмәт туплап, проект эшен әҙерләү һәм уны презентациялау;
– ҡатмарлылығы йәһәтенән төрлө кимәлдәге ижади эш төрҙәрен башҡарыу;
– проблемалы һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорауҙар төҙөү;
– төрлө темаларға иншалар тәҡдим итеү;
– тестар, карточкалар буйынса эш башҡарыу һ.б.
Һәләтле балалар менән эште ойоштороуҙың иң һөҙөмтәле формаһы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп, район, республика кимәлендәге олимпиадалар. Ҡатнашасаҡ уҡыусының үҙенең теләге булыуы, төрлө фәнни әҙәбиәт, китаптар менән үҙ аллы эшләүе уңыш нигеҙен тәшкил итә. Был йәһәттән мин уҡыусыларымдың яҡшы һөҙөмтәләре өсөн сикһеҙ шатлыҡ кисерәм.
Башҡорт теле буйынса йыл да уҙғарылып килгән конкурстарҙа ҡатнашыу шулай уҡ уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтерә, аралашыу кимәлен һәм аң-белем даирәһен киңәйтә. Улар уҡыусыла илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй, халҡыбыҙ тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуын арттыра, белем алыу маҡсатына ярашлы интернет-ресурстарҙы файҙаланырға өйрәтә.
Уҡыусыларым йыл һайын юбиляр шағирҙарға арналған шиғырҙар бәйгеһендә, «Аҡмулла вариҫтары», «Туҡай моңдары», «Һаумы, һаумы, әкиәт!» кеүек конкурстарҙа, эҙләнеү-тикшеренеү эштәрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Улар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары, әкиәттәре менән яҡташтарыбыҙ: шағирә Г. Яҡупованың «Өмөтлө ҡәләм» һәм сәсәниә Ф. Ҡотлогилдинаның «Ҡышҡы йәйғор» конкурстарына әүҙем ҡушыла, ә эштәре иһә районыбыҙҙың «Табын» гәзите биттәрендә баҫыла.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: һәләтле балаларҙы эҙләү, уларҙың таланттарын асыу һәм үҫтереү – күп ваҡыт, көс талап иткән мәшәҡәтле һәм етди хеҙмәт ул. Тик уҡытыусының эҙмә-эҙлекле йүнәлеш биреүе, уҡыусының тырышлығы яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса.
Ф.Ф. БАЯЗИТОВА,
Ғафури районы Красноусол ауылының 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы