Бөтә яңылыҡтар

Туған тел уҡытыусыһы – рух һаҡсыһы

Рәсәй кимәлендә тәү тапҡыр уҙғарылған киң күләмле конкурста Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының 30 теле яңғыраны. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн байрам кәйефе, үҙенсәлекле ижади уҡытыусылар менән аралашыу, танышыу мөмкинлеге биргән сара  барыһына ла сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Туған тел уҡытыусыһы – рух һаҡсыһы
Туған тел уҡытыусыһы – рух һаҡсыһы

Педагогик оҫталыҡ конкурстары уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен күтәреү, профессиональ үҫеш, тәжрибә туплау һәм алдынғы тәжрибәне таратыу өсөн ҙур мөмкинлек тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта улар дәртләндереү мөхите лә, уҡытыусыны киң йәмәғәтселеккә танытыу сараһы булараҡ та сығыш яһай.

2022 йылдың сентябрь айында Ставрополь крайында үткәрелгән “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсы алда әйтелгәндәрҙе тағы бер тапҡыр раҫланы. Бында илебеҙҙең 68 төбәгенән килгән иң яҡшы туған тел уҡытыусылары конкурс сараларында ҡатнашыу өсөн осрашты. Рәсәй кимәлендә тәү тапҡыр уҙғарылған киң күләмле конкурста Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының 30 теле яңғыраны. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн байрам кәйефе, үҙенсәлекле ижади уҡытыусылар менән аралашыу, танышыу мөмкинлеге биргән сара  барыһына ла сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Илебеҙ мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр туған телдәрҙе һәм туған әҙәбиәтте уҡытыуҙа инновацион педагогик тәжрибәне асыҡлау һәм таратыу, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының эшмәкәрлегенә иғтибар һәм ихтирам йәһәтенән, уларҙы дәртләндереү маҡсатында уҙғарылған  “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо. Федераль операторы “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре федераль институты” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы ине.

Конкурстың баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып, Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов сәләмләү телмәрендә: “Был конкурс тәүгә үткәрелә, ул талантлы, үҙ эшен яратҡан уҡытыусыларға үҙҙәрен бар яҡлап күрһәтергә мөмкинлек бирә, һәр ҡатнашыусының профессиональ юлында сағыу ваҡиға булып тора”, – тип билдәләп үтте. Педагогик ярыш илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған уҡытыусыларҙы берләштереп кенә ҡалманы, ә артабан алдынғы тәжрибәне таратыу мөмкинлеге тыуҙырған уңышлы майҙансыҡ булараҡ та сығыш яһаны. “Конкурстың “Рәсәй халыҡтарының Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы”нда үтеүе лә символик мәғәнәгә эйә, сөнки тел – илебеҙҙә йәшәгән бик күп халыҡтарҙың бай мәҙәниәтенең, үҙенсәлекле йолаларының айырылғыһыҙ өлөшө. Тел төрлөлөгөн һаҡлау, уны граждандарыбыҙҙың киләһе быуындарына еткереү – бик мөһим бурыс”, – тип белдерҙе мәғариф министры.

Конкурс төбәк һәм федераль этаптарҙы үҙ эсенә алды. Бәйгелә ҡатнашыу­сыларға “Медиавизитка”ла үҙҙәре хаҡында мәғлү­мәт еткерергә, “Методик оҫтахана”ла методик яҡтан компетентлығын күрһәтергә, “Дәрес” конкурс һынауында һөнәри оҫталыҡтарын асып һалырға, “Класс сәғәте”н үткәрергә һәм “Оҫталыҡ дәресе”ндә тәжрибә уртаҡлашырға кәрәк ине. Мәртәбәле конкурста Башҡортостан Республикаһының туған тел уҡытыусылары данын яҡлау “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, 107-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишдәүләтов Мирас Рәшит улы иңенә төштө.

Тәүге һынау – “Медиавизитка” –  конкурс һынауы рәүешендә уҙҙы. Был турҙа жюри ағзалары баһаһынан тыш, халыҡ та үҙ фекерен онлайн тауыш биреү аша сағылдырҙы. Тап ошо тур Башҡортостан халҡының берҙәм, ныҡышмал, телһөйәр һәм илһөйәр булыуын күрһәтте: утыҙ меңдән ашыу тауыш йыйып, Башҡортостан уҡытыусыһы алдын­ғылыҡты яуланы.

12 – 18 сентябрҙә һәләтле, ижади ҡарашлы, талантлы уҡытыусылар икенсе этапта һынау тотто. Беренсе тур – “Методик оҫтахана” һынауында бәйгеселәр  15 минут эсендә үҙҙәренең методик компетентлығын, туған телде һәм әҙәбиәтте уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә тәжрибәһен анализлай һәм презентациялай белеүен күрһәтте.

Жюри ағзалары ҡатнашыусыларға Рәсәй субъекттарында этномәҙәни белем биреүҙең үҙенсәлектәре хаҡында һорауҙар бирҙе. Һәр сығыштан һуң махсус әҙерләнгән критерийҙар: актуаллек һәм һөҙөмтәлелек; үҙ педагогик тәжрибәң менән таныштырыуҙа методик грамоталылыҡ; мәғлүмәти, коммуникатив һәм тел мәҙәниәте буйынса баһалау уҙғарылды.

Конкурс барышында түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, осрашыуҙар ҙа планлаштырылғайны. “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле” түңәрәк өҫтәле эшендә педагогтар һәм ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары һәм мәғариф өлкәһендә идара итеүсе урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ҡатнашты. Модераторы булып Милли ата-әсәләр ассоциацияһы координация советының яуаплы сәркәтибе, Рәсәй Мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Алексей Владимирович Гусев сығыш яһаны.

14 сентябрҙә Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында ҡатнашыусылар өсөн “Дәрес” туры уҙҙы. Асыҡ дәрес барышында бәйгелә ҡатнашыусылар белем һәм тәрбиә биреү процесын ойоштороуҙың төп формаһы булараҡ туған тел һәм туған әҙәбиәт дәресен үткәреү һәм анализлау өлкәһендә үҙ һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Һәр конкурсант Пятигорск ҡалаһының 31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Туған тел”, “Туған телдә әҙәби уҡыу” һәм “Туған әҙәбиәт” предметтарының береһе буйынса дәрес үткәрҙе. Уны ниндәй форматта уҙғарыуҙы уҡытыусылар үҙҙәре хәл итте: берәүҙәр үҙҙәренең әҙәбиәте хаҡында һөйләне, икенселәр балаларҙы туған тел серҙәренә өйрәтте. Һәр конкурсант, бер яҡтан, үҙ оҫталығын күрһәтергә, икенсенән, уҡыусыларҙы туған теле, төбәге менән таныштырырға ынтылды.

Жюри конкурсанттарҙы түбәндәге критерийҙар буйынса баһаланы: дәрес үткәргәндә методик һәм психологик-педагогик грамоталылыҡ һәм уҡыу мотивацияһына булышлыҡ итеү; һөнәри мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ижади ҡараш; туған телде йәки туған әҙәбиәтте өйрәнеүҙә ҡиммәтле йүнәлештәр; телмәр мәҙәниәте; маҡсатҡа ярашлылыҡ һәм һөҙөмтәлелек; үткәрелгән дәрестең рефлексияһы.

Шулай итеп, методик оҫтахананан һәм асыҡ дәрестән торған “Уҡытыусы-профессионал” конкурсының беренсе туры тамамланды. Киләһе турға Киров, Липецк, Түбәнге Новгород, Рязань, Тула өлкәләренән, Байкал аръяғы һәм Ставрополь крайҙарынан; Төньяҡ Осетия – Алания, Татарстан, Дағстан, Саха (Яҡут), Башҡортостан, Коми,  Сыуаш республикаларынан һәм Санкт-Петербург ҡалаһынан 17 лауреат үтте.

16 сентябрҙә, “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы – 2022” Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының алтынсы көнөндә, 17 лауреат “Халыҡ сәнғәтен популярлаштырыу һәм мәҙәни традицияларҙы, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөктө, бөтә халыҡтарҙың һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау” темаһына арналған класс сәғәте үткәрҙе. Конкурсанттар уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм социалләштереү өлкәһендә һөнәри компетенцияларын күрһәтте.

Конкурс барышында Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре федераль институты ректоры Л.И. Маршева етәкселегендә “Туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһының һөнәри компетенцияһын үҫтереү ресурсы булараҡ конкурс хәрәкәте” исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Был турҙың һөҙөмтәһенән сығып, жюри ағзалары киләһе этапҡа үтәсәк алты ҡатнашыусыны билдәләне.

17 сентябрҙә финалға сығыусылар үҙ-ара һөнәри эш итеү шарттарында инновацион педагогик тәжрибәне күрһәтеү һәм презентациялау йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәрен тәҡдим итте.

Кисен “Русь” шифаханаһының конференция залында “Туған телдәр буйынса беренсе федераль олимпиаданы үткәреү йомғаҡтары һәм уның үҫеш перспективалары” темаһына осрашыу ойош­торолдо.

Уҡытыусы һөнәре даими эҙләнеү, өҙлөкһөҙ рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләүҙе талап итә, сөнки педагог заман менән бергә атларға, һәр өлкәлә хәбәрҙар булырға бурыслы. Ошо яңырышҡа алып барыусы юлдарҙың береһе булған педагогик оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыу  уҡытыусыға үҙ эшмәкәрлегендәге ауырлыҡтарҙы һәм проблемаларҙы аңларға булышлыҡ итә, уларҙы хәл итеү сараларын табырға этәргес бирә. Конкурс лауреаттары ла Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште, сетерекле һорау­ҙарға бергәләп яуап эҙләне, күҙмә-күҙ ҡарашып аралашты.

Конкурс сағыу саралар менән үрелеп барҙы. Ҡатнашыусылар М.Ю. Лермонтовтың Дәүләт музей-ҡурсаулығында булды һәм Пятигорскиҙың данлыҡлы Машук тауына күтәрелде. “Төньяҡ Кавказ халыҡтары телдәрендә Еңеү йырҙары” концерт программаһында ла, “Иң яҡшы туған тел уҡытыусыларынан китаптар – Донбассҡа!” акцияһында ла ҡатнашып өлгөрҙө педагогтар. Ғөмүмән, конкурсанттар аҙна дауамында бик көсөргәнешле, күп яҡлы, тәрән белем һәм киң эрудиция талап иткән тулы ҡанлы тормошта йәшәне.

Һығымта яһап, шуны әйтергә мөмкин: Рәсәй мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр үткәрелгән “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” конкурсы, уҡытыусыларҙы дәртләндереүсе, бер-береһе менән кәңәшләшеп, фекер, тәжрибә уртаҡлашып эшләү мөмкинлеген биреүсе майҙансыҡ та булараҡ,  артабан да үҫешер, үҙ йөҙөн табыр.  Мәғариф мәсьәләләренә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеп, иң сағыу уҡытыусыларҙы асыҡлаусы, педагогика йондоҙҙарының тәжрибәһен пропагандалаған конкурстың киләсәктә дауамы булыр һәм Башҡортостан Республикаһы уҡытыусылары унда тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшер, тигән ышаныстабыҙ.

Ә.В. ӘБДЕЛМӘНОВА,

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының

милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: