Бөтә яңылыҡтар

Ирмен тигән ирҙән дан ҡалыр

Шәхескә ҡарата шундай тәрән хөрмәт тойғоһо тыуа. Уның тормошоноң һикәлтәле булыуына иғтибар итәбеҙ. Мәшһүр шәрҡиәтсе, Бонн, Геттинген, Истанбул университетары профессоры булып танылған Ә. Вәлидиҙең “Хәтирәләр”мемуары Төркиәлә яҙыла. Унда ғалимдың бала сағынан алып 1926 йылдарға тиклемге тормош юлы, ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге тасуирлана.

Ирмен тигән ирҙән дан ҡалыр
Ирмен тигән ирҙән дан ҡалыр

Маҡсат: З. Вәлидиҙең тарихсы, мемуарист булыуын билдәләү; сағыштыра, дөйөмләштерә белеү күнекмәләрен формалаштырыу; ныҡлы әхлаҡ позицияһы, илһөйәрлек, матурлыҡты танып белеүгә ориентир булдырыу.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

Предмет буйынса: уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен белеү, мемуарға анализ яһау. Шәхескә ҡылыҡһырлама, уның үҙ халҡы алдындағы хеҙмәтенә баһа биреү.

Предмет ара‑ара бәйләнеш: әҙәбиәт, башҡорт һәм рус телдәре, география.

Предмет‑ара универсаль уҡыу эшмәкәрлеге.

Шәхескә йүнәлтелгән: белем алыуға, танып-белеү эшмәкәрлегенә ыңғай ҡарау, яңы белем-күнекмәләр алыуға, булғандарын камиллаштырыуға ынтылыу.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, кәрәкле уҡыу ғәмәлдәрен, уҡыусының үҙаллы йәки иптәштәре менән бергә төрлө эштәрен планлаштырыу, план буйынса эш итеү.

Танып-белеү: схема һәм модель формаһындағы мәғлүмәтте аңлау.

Коммуникатив: ҙур булмаған монологик телмәр төҙөү, аныҡ бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, парлап йәки төркөмдә уртаҡ эш башҡарыу.

Бурыстар: Ә. Вәлидиҙең тормош юлы хаҡындағы белемде киңәйтеү; ғалимдың хеҙмәттәренең тәрәнлеген баһалау, уларҙа бирелгән әхлаҡ ҡанундарына өйрәтеүсе юлдарҙы табыу, эстетик зауыҡ, матурлыҡты тоя белергә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: мультимедиапроектор, ноутбуктар, видеокамера, Ә. Вәлидиҙең портреты, уның тураһында яҙылған публицистик материалдар, “Хәтирәләр” мемуары, “Бөгөнгө төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы”; Ғ. Шафиҡовтың “И совесть, и жертвы эпохи” китаптары.

Ҡулланылған алымдар: системалы эшмәкәрлекле һәм лингвомәҙәни йүнәлеш.

Дәрес төрө: һығымта яһау һәм системаға һалыу дәресе.

Ҡулланылған технологиялар: минитикшеренеү, компьютер һәм уйын технологиялары.

Дәрес барышы

Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ,

Халҡым тип үлер.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле)

  1. Ойоштороу. Теманы билдәләү.

– Хәйерле көн, уҡыусылар! Бөгөн беҙ тарихта яҡты эҙ ҡалдырған күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, үҙаллы Башҡортостан Республикаһын булдырыу өсөн күп көс һалған шәхес, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы, үҙ тыуған иленән мәңгелеккә китергә мәжбүр булған Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында һүҙ алып барырбыҙ.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

– Кем һуң ул Әхмәтзәки Вәлиди? Заманында Ә. Вәлидиҙең фекерҙәше, көрәштәше булған шағир Ш. Бабич шиғырын тыңлайыҡ.

(Уҡыусы Ш. Бабичтың “Башҡорт халҡына көйлө хитап” шиғырын һөйләй.)

Башҡорт халҡы, һиңә бер һүҙ әйтәм,

Минең әйткән һүҙҙе тыңлаһаң,

Зәки һеҙҙе һатҡан, тигән һүҙгә

Ышанмаҫһың, алйот булмаһаң.

Уйыңа ла алма, башҡорт булһаң,

Әхмәтзәки һеҙҙе һатыр, тип!

Ҡөрьән үбеп, Зәки ғәһед иткән,

Уйлай күрмә, антын тапар, тип.

Башҡорттағы намыҫ, иман менән

Ярһып тибә Зәки йөрәге,

Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона!

Зәки – Башҡортостан терәге.

III. Төп өлөш.

А. Ә. Вәлидиҙең тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһау.

  1. Ә. Вәлиди ҡасан, ҡайҙа тыуа? 2. Ҡайҙарҙа белем ала? 3. Ғалимдың иң тәүге ғилми хеҙмәте нисек атала, ул ҡайҙа, ҡасан баҫыла? 4. Ырымбур, Ҡазан ҡалаларында ниндәй күренекле кешеләр менән таныша? 5. Өфөләге ниндәй юғары уҡыу йортонда, ниндәй фәндәр буйынса дәрес бирә? 6. Нисәнсе йылдарҙа ул Петроградта сәйәси тормошта ҡайнап йәшәй? 7. 1919 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт өлкә шураһы Вәлиди ҡулы менән яҙылған ниндәй документҡа ҡул ҡуя? 8. Ә. Вәлидигә ни сәбәпле Башҡортостанды ҡалдырырға тура килә? 9. Эмиграцияға ҡасан, ҡайҙарға китә? 10. Ул ҡасан, ҡайҙа вафат була, ҡайҙа ерләнә? (Уҡыусылар яуап бирә.)

Б. Интернет селтәренән белешмә эҙләү. (Уҡыусылар түбәндәге һорауҙарға яуап таба, мәғлүмәттәрен дәфтәргә теркәй, аҙаҡтан сығыш яһай.)

  1. Ә. Вәлиди сығышы менән ниндәй ырыу башҡорто? (Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән.)
  2. Ә. Вәлидиҙең олатаһының атаһы менән өләсәһенең әсәһе ниндәй милләт ҡатламынан сыҡҡандар? (Типтәрҙәр.)
  3. Атаһы Әхмәтшаһ ниндәй эштәр башҡара? Ғүмере нисек өҙөлә? (Имам-хатип, мөҙәрис була. Милләте буйынса башҡорт. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһен тамамлай. Көҙән ауылының 2-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы була. 1890 йыл башында мәсет янында мәҙрәсә аса. Унда 200-гә яҡын шәкерт белем ала. Зәйнулла Рәсүлевтың мөриде була. 1907 йылда шәйех дәрәжәһен ала. 1937 йылдың 15 июлендә ҡулға алына һәм 20 июлдә атып үлтерелә.)
  4. З. Вәлидиҙең тәүге ҡатыны кем, ҡайҙан һәм ул ниндәй күренекле шәхестең ейәнсәре була? (Хәҙерге Әбйәлил районынан. Исеме – Нәфисә Хажимөхәмәт ҡыҙы Яҡшымбәтова. Зәйнулла Рәсүлевтың бер туған ағаһының ейәнсәре. Ә Зәйнулла Рәсүлев – күренекле теолог, мәғрифәтсе, күрәҙәсе, Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы. Ул хәҙерге Учалы районының Шәрип ауылында тыуған.)
  5. Әхмәтзәки Вәлидиҙең 20-се йылдарҙа ниндәй күренекле шәхестәргә яҙған тарихи хаттары билдәле? Улар нисек атала? (Ә. Вәлиди 1920 йылдың июнендә тәүҙә Баҡыға, ә артабан Урта Азияға юл тота. Шул уҡ йылдың сентябрендә ул Рәсәй хөкүмәте етәкселәре В.И. Ленин, И.В. Сталин, Л.Д. Троцкий һәм А.И. Рыковҡа большевиктарҙың бөйөк державасылыҡ сәйәсәтен фашлаған хат ебәрә. 1923 йылдың февралендә атаҡлы “В.И. Ленинға хаты” һәм “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты” яҙыла.)
  6. Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи уға ниндәй бүләк тапшыра? (Иран Мәғариф министрлығының 1-се дәрәжә алтын миҙалын.)

В. Онлайн экскурсия. (Уҡыусылар интернет аша йорт-музейҙы таба, артабан экскурция битен аса.)

– Музейҙан Ә. Вәлидиҙең Карауанһарай менән бәйле әйберен табығыҙ. Карауанһарайҙа Ә. Вәлиди ҡасан, ниндәй эштәр башҡарған ваҡытта була? Карауанһарай мәсьәләһен хәл итеүе хаҡында “Хәтирәләр”ҙә ғалим нимә тип әйтә? Яуапты хрестоматиянан, “Хәтирәләр” китабының 186 – 188-се биттәренән эҙләгеҙ. (Эште башҡарғандан һуң, сығыштар яһала.)

Г. Һүҙлек эше: дәүләт – илдә тәртип һаҡлау, ундағы синфи ҡаршылыҡтарҙы баҫыу һәм үҙ власын ғәмәлгә ашырыу өсөн башында хөкүмәт, уның органдары торған политик ойошмаһы булған ил; хәтирә – хәтерҙәге, иҫтәге төрлө хәл-ваҡиға, иҫтәлек; мемуар – хәтирәләр рәүешендә яҙылған әҫәр.

  1. Әхмәтзәки Вәлиди – Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы.

Ундай кеше тураһында халыҡ мәҡәле: “Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ, халҡым тип үлер”, – ти. Ә. Вәлиди – тәү сиратта, тәрән белемле кеше. “Хәтирәләр”ҙә ул күп телдәрҙе өйрәнеүе хаҡында әйтә. (Уҡытыусы йәйә эсендәге һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырып, өҙөктәр уҡый, уҡыусылар ниндәй тел икәнле- ген билдәләй. Хрестоматия, X класс. Әхмәтзәки Вәлиди Туған “Хәтирәләр”, 52-се бит.)

  1. “Улар минең (ғәрәпсә), (фарсыса) яҡшы һәм (русса) ла уларға ҡарағанда арыуыраҡ белеүемде асыҡлағас, ныҡ ғәжәпләнделәр”.
  2. (Ғәрәп) Нәүзиҙең (рус-ғәрәп) һүҙлеге китабына тап булдым”.
  3. “Ядринцевтың китабынан айырым өҙөктәрҙе (төркисәгә (сығатайсаға)) тәржемә итеп, Биктимергә уҡыр инем”.
  4. “Мәржәниҙең әле булһа нәшер ителмәгән “Вафиятеләсләф”тигән һигеҙ томлы (ғәрәпсә) тарих китабын уҡып сыҡтым”. (55-се бит.)
  5. “Мәржәни… нәшер иткән “Мунтаһаб әл-Вафия” исемле ғәрәпсә ҡыҫҡа вариантын… (төркисә) бер томда яңырттым”.
  6. “Имтихандарға әҙерләнеүемде дауам иттем. Башлыса, (немец), (латин) телдәре менән шөғөлләнергә кәрәк булды”. (66-сы бит.)
  7. “Кет дигенде эт китет, Әлмәмбәт ҡалмаҡ не гитпейет?” – тинем. “Манас” дастанынан алынған был бәйетте ишеткәс, (ҡырғыҙ) студенты урынында ҡатып ҡалды”. (71-се бит.)

– Был юлдарҙы уҡығандан һуң, һеҙҙә ниндәй фекер тыуҙы? (Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр.)

Һеҙ бөгөн шундай тәрән белемле шәхес хаҡында өйрәнәһегеҙ. Ә. Вәлиди телдәр өйрәнеп, тарихи мәҡәләләр яҙып, тәржемәләр эшләп кенә ҡалмаған, азат республика булдырыу өсөн көрәшкә күтәрелгән. “Кесе Башҡортостан” төҙөү тураһындағы фекерен “Хәтирәләр”ҙә ул нисек аңлата? (Хрестоматиянан 76 – 77- се биттәр уҡыла.)

  1. Теманы нығытыу. Төркөмдәр менән эш.

1‑се төркөм. “Хәтирәләр” мемуарынан Ә. Вәлидиҙең, сәйәси эшкә күсһә лә, киләсәктә барыбер уҡырға инәсәге хаҡында университетҡа әҙерләүсе ғалимдарға яҙған хатын табырға.

2‑се төркөм. Ә. Вәлиди, хәтерләүенсә, тормошонда 2 – 3 тапҡыр илауы хаҡында яҙа. Шул юлдарҙы “Хәтирәләр”ҙән табып уҡырға һәм нисек аңлауығыҙҙы комментарийларға.

3‑сө төркөм. З. Вәлиди етәкселегендәге тәүге Башҡорт автономияһы нисәнсе йылда булдырыла?

4‑се төркөм. Тәүге Башҡорт автономияһын булдырыу осоронда ул көрәштәштәре менән ниндәй киҫкен хәлдәргә тап була? (Яуаптар тыңлана, һығымта яһала.)

– Ә. Вәлиди яҙмышын өйрәнгәндә, һеҙҙә ниндәй кисерештәр тыуҙы? “Хәтирәләр” мемуарын ул ҡайҙа яҙа? (Шәхескә ҡарата шундай тәрән хөрмәт тойғоһо тыуа. Уның тормошоноң һикәлтәле булыуына иғтибар итәбеҙ. Мәшһүр шәрҡиәтсе, Бонн, Геттинген, Истанбул университетары профессоры булып танылған Ә. Вәлидиҙең “Хәтирәләр”мемуары Төркиәлә яҙыла. Унда ғалимдың бала сағынан алып 1926 йылдарға тиклемге тормош юлы, ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге тасуирлана.)

  1. Шәхси эштәр.
  2. Һорауҙар. Һеҙҙеңсә, кем ул илһөйәр? Әгәр мин Ә. Вәлиди менән осрашһам… Ә. Вәлидигә хат. (Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаша.)
  3. Үҙ-үҙеңде тикшереү һәм үҙ аллы эш. (Уҡыусыларға мәҡәлдәр яҙылған карточкалар таратыла. Уларҙа Ә. Вәлидиҙең ниндәй сифаты күрһәтелеүен асыҡлайҙар.)
  4. Ир аҡылы – бер алтын,

“Халҡым” тигән ир алтын.

  1. Алтын дәүләт түгел, ғилем дәүләт.
  2. Ир аҫылы эштә беленә.
  3. Һыу ағыр ҙа – таш ҡалыр,

Ир үлер ҙә – дан ҡалыр.

Һығымта. “Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ, халҡым тип үлер”, – ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һеҙ был юлдарҙан сығып нимә әйтер инегеҙ? (Яуаптар тыңлана.)

  1. Проблемалы һорау. Ә. Вәлиди бөтә ғүмерен сит илдә үткәргән. Нисек уйлайһығыҙ, беҙ уның менән ғорурлана алабыҙмы? “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул!” тигән мәҡәл киреһен әйтә бит. (Уҡыусылар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша.)
  2. Интерактив таҡта менән эш.

– Һеҙҙең алдығыҙға кластер ҡуям. Ул үҙ эсенә бик күп сифаттарҙы алған әхлаҡ төшөнсәһен асыуға йүнәлтелә. Ошо төшөнсәләрҙе Әхмәтзәкиҙең “Хәтирәләр”ендә бирелгән юлдар менән иҫбатлағыҙ.

    тәүфиҡлы    
үҙһүҙле   Әхлаҡ   яуаплы
  илһөйәр   тура һүҙле  
  1. Прогнозлау.

– Әгәр Ә. Вәлиди үҙ заманында сит илгә китмәһә, уның киләсәге нисек булыр ине? (Фекерҙәр тыңлана.)

VII. Рефлексия. Беҙ дәрес башында ниндәй маҡсат һәм бурыстар ҡуйғайныҡ? Уларға ирешер өсөн нимәләр эшләнек? (Яуаптар дөйөмләштерелә.)

– Уҡыусылар, бөгөн һеҙ Башҡортостан Республикаһын булдырыуға күп көс һалған, эҙәрлекләүҙәрҙән һаҡланыу өсөн тыуған илен ташлап китергә мәжбүр булған, әммә ғүмеренең аҙағына тиклем илем, халҡым, тип янып йәшәгән Әхмәтзәки Вәлиди хаҡында белдек. Уның мемуарист булараҡ, үҙенең тыуған еренә, халҡына ҡарата ҡарашын өйрәндек. Тарихсы булараҡ, уның милләттәштәребеҙгә яҙып ҡалдырған бихисап хеҙмәте барлығына инандыҡ.

Халҡыбыҙ үҙенең илһөйәр улын онотмай. Килер быуындар ҙа уның хаҡында әҫәрҙәр, йырҙар ижад итер, тип ышанам.

VIII. Баһалау.

  1. Өйгә эш: “Ә. Вәлидиҙең исемен мәңгеләштереү өсөн тағы ла нимәләр эшләп була?” (Инша яҙырға.)

Р.Т. СОЛТАНОВА,

Учалы районының Илсе мәктәбе уҡытыусыһы,

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: