Хәҙерге башҡорт тел белемендә кешенең эске телмәре һәм уның художестволы әҫәрҙәр телендә сағылышы, ундай телмәр төрҙәренең структураһы һәм стилистикаһы мәсьәләләре бөтөнләй өйрәнелмәгән өлкәләрҙең береһе булып ҡала килә. Шул уҡ ваҡытта, ул донъя һәм ватан лингвистикаһында, шул иҫәптән, психология, философия кеүек фәнни өлкәләрҙә оҙаҡ йылдар актуаль булды. Эске телмәрҙе, мәҫәлән, философик аспектта Иммануэль Кант (1724 – 1804) былай тип аңлатҡан: «Мыслить – значит говорить самим собой... значит внутренне (через репродуктивное воображение) слышать себя самого». М.М. Бахтин фекеренсә, «…эске телмәр мәсьәләһе – тел философияһының мөһим проблемаһы, ул психология һәм лингвистика киҫешендә өйрәнелә». Фәлсәфәүи күҙлектән фекер йөрөтә башлағас, йәнә шул фәнгә иғтибар итәйек: «Сознание и язык образуют единство: в своем существовании они предполагают друг друга, как внутреннее, логически оформленное идеальное содержание, предполагает свою внешнюю материальную форму. Язык есть непосредственная деятельность мысли и сознания». Тимәк, аралашыу процесында беҙ ике төрлө телмәр менән эш итәбеҙ: иң тәүҙә баш мейеһендә фекер ярала, һөйләүсе уны логик тәртипкә һала, анализлай, хис-тойғолар менән байыта, тик һуңынан тыңлаусыға хәбәр итә һәм баяғы тәү фекер вербалләшә, йәғни материаль төҫ ала. Халҡыбыҙ был күренеште борондан аңлаған һәм һүҙ сәнғәтендә аныҡ сағылдырған: «Ике ҡат уйла, бер ҡат һөйлә», «Берҙе һөйләгәндә биште уйла», «Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән» һ.б. Әйтәйек, профессор М.Х. Әхтәмов ошондай мәҡәл-әйтемдәребеҙгә ҡарата 60-тан ашыу миҫал теркәгән. Мәҡәлә менән танышыусы коллегаларҙа, беҙгә кешенең эске телмәре нимәгә кәрәк, тигән һорау тыуыуы мөмкин. Беҙгә ҡалһа, бик кәрәк, сөнки бөгөн белем алыусыларҙың функциональ грамоталығы хаҡында фекер йөрөтәбеҙ, уны дәрестәребеҙҙә тормошҡа ашырырға ынтылабыҙ. Баланың эске телмәрен формалаштырыу, фекерләргә өйрәтеү, уйлағаныңды асыҡ һәм логик эҙмә-эҙлектә һөйләү оҫталығын тәрбиәләү – тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының мөҡәддәс бурысы ул. (Беренсе курста уҡыған бер студентым, һорау ҡуйып өлгөрмәҫ борон, ҡабаланып һөйләй ҙә башлай, 1 – 2 һөйләмдән тотлоға, бутала, һөйләгәнен үҙе аңламай китә. Ҡул күтәрһә лә, хәҙер уға һүҙ бирмәй торам, тәүҙә ете ҡат уйла, шунан һөйләрһең, тип әйтәм. Өйрәнде инде.) Күренеүенсә, фәндә лә, белем биреү методикаһында ла эске телмәр мөһим проблемаларҙың береһе.
Психолог Н.И. Жинкин билдәләүенсә, фекерләү процесында һүрәтле код ҡулланыла, йәғни теге йәки был хәбәрҙе әйтеү өсөн, шартлы билдәләр, сигналдар файҙаланыла. Эске телмәр ул хәбәрҙе 2 – 3 минутта «һөйләй» ала, ә ҡәҙимге ҡысҡырып һөйләүгә 10 – 15 минут ваҡыт кәрәк. Был эске телмәрҙең баш мейеһендә импульс-нейрондар эшмәкәрлеге менән бәйле, ә һөйләүсенең тышҡы телмәре эмоциялар, мимика-хәрәкәттәр, артикуляция, аралашыу процесы менән бергә оҙағыраҡ башҡарыла. Татар телсеһе, профессор Ф.С. Сәйфуллина фекеренсә, «Эске һөйләм менән беҙ нимәне булһа ла ятларға, иҫтә ҡалдырырға теләгәндә, нимәне булһа ла әйтергә әҙерләнгәндә, яҙғанда һ.б. осрашабыҙ». Алда әйткәнебеҙсә, эске телмәр мәсьәләһе төрлө фәнни өлкәләрҙә яңылыҡ түгел. Проблема танылған психологтар Л.С. Выготский, П.Я Гальперин, А.Р. Лурия, Н.И. Жинкин, А.А. Леонтьев, телселәр Б.Ю. Норман, Е.С. Кубрякова, А.А. Залевская, әҙәбиәтселәр В.В. Виноградов, М.М. Бахтин, И.В. Страхов, Л.Я. Гинзбург, И.В. Артюшков һ.б. тарафынан XX быуатта тәрән тикшерелде. Һис шикһеҙ, мәҡәлә маҡсатынан сығып, беҙ мәсьәләгә әҙәбиәт һәм тел ғилеме күҙлегенән мөрәжәғәт итәбеҙ, эске телмәр күренешен ҡайһы бер әҙәби әҫәрҙәребеҙ телендә сағылыуын күҙәтмәксебеҙ.
И.В. Артюшков күрһәтеүенсә, персонаждарҙың эске телмәре А.С. Пушкин, М.Ю. Лермонтов, Н.В. Гоголь, И.А. Гончаров әҫәрҙәрендә йыш күҙәтелгән. Ә Ф.М. Достоевский, Л.Н. Толстой романдарында ул геройҙарҙың эске донъяһын сағылдырыуҙа мөһим тел сараһына әүерелгән. Һис шикһеҙ, художестволы әҙәбиәт телендә мөһим ролде шулай ҙа автор һәм персонаждар телмәре үтәй. Был хаҡта М.М. Бахтин: «...өс телмәр тибы бар: 1) тура телмәр; 2) автор телмәре; 3) ике телмәр синтезын сағылдырыусы сит телмәр», – тип билдәләгән. Эске телмәрҙең асылы хаҡында М.Б. Храпченко былай тип яҙа: «Кешенең эске донъяһын Л.Н. Толстой даими берәмек итеп түгел, бәлки туҡтауһыҙ хәрәкәттәге тәьҫорат, уй, хис-тойғолар, геройҙың рухи донъяһы үҫешен сағылдырыу өсөн файҙалана». И.В. Артюшков: «Эске монологтарҙың иң мөһим функцияһы геройҙың эске донъяһын сағылдырыуға ҡайтып ҡала, улар аша уҡыусының күҙ алдында геройҙың ҡатмарлы рухи панорамаһы, ҡапма-ҡаршылыҡлы психикаһы күҙаллана», – ти. Тимәк, яҙыусы әҫәр телендә эске телмәр төрҙәрен файҙалана икән, ул һүҙ оҫтаһы булараҡ ҡына түгел, кеше психологияһын, психофизиологик процестарҙың организмда нисек барыуын, ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы яҡтарын тәрән белгән психолог, философ булып эш итә.
Эске телмәр проблемаһы күп яҡлы, уны шуға ла төрлө фәнни өлкәләр киҫешендә өйрәнәләр. Был мәҡәләлә беҙ уның лингвистик асылына иғтибар итәбеҙ. И.Р. Гальперин раҫлауынса, эске телмәр тик бер функция башҡара – фекерҙе реалләштерә, ул – коммуникатив сара түгел, йәғни «субъекттың үҙенә йүнәлтелгән тауышһыҙ-өнһөҙ (немая речь) телмәр». Телмәр органдары ҡатнашлығынан тыш тыуҙырылған эске телмәр яҙыусылар тарафынан уңышлы файҙаланыла, психологик әҫәрҙе динамизм, драматизм кеүек һыҙаттар менән байыта, һүҙ оҫтаһының маһирлыҡ күрһәткесенә әүерелә. Эске телмәрҙең уңышлы өлгөләрен күренекле прозаиктар Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм Әмир Әминев әҫәрҙәрендә байтаҡ күрһәтергә мөмкин. Бындай телмәр әҙәби әҫәр телендә «уй», «аң», «зиһен», «иҫ», «хәтер» кеүек баш мейеһендә барған психофизиологик процестарҙы сағылдырыусы фекерләү концепттары ярҙамында репрезентациялана, тимәк, асылында ул өн-ижектәр ярҙамында формалашмай, ә аң кимәлендәге код рәүешендә ярала. Миҫалдар: «Ислам!» – Өммөгөлсөм ҡысҡырып ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды. «Шул үҙе! Ислам!». «Әле инәйем күрһә, ни тиер икән?» – Был уйҙан тәне эҫеле-һыуыҡлы булды. Мейеһенән, йәшен сатҡыһындай ялтлап бер уй үтте: «Бөтәһе лә бөттө!» («Ислам».) «Эштәр, ысынлап та, мөшкөлләнә түгелме, әй...» – Шул уй ярып үтте Нәжметдиндең мейеһен. («Ташҡында».) «Ана ниндәй эштәр башланды, һин тауҙар араһына, өңөңә шылаһыңмы?» – Шоферҙың тел төбөндә шундайыраҡ фекер ятыуы ап-асыҡ ине. («Берәҙәк».) Хөснулланың һүҙҙәре ҡылт итеп Байназарҙың иҫенә төштө: «...Шулай бит инде улар...». «Туҡта, нишләйем әле мин, – Байназар устары менән сикәһен ҡыҫты – кеше тураһында шулай уйларға минең ни хаҡым бар...». Был уйҙарҙан арынырға теләп, артҡараҡ барып ултырҙы Байназар. («Урман моңо».)
Эске телмәрҙең артикуляцияһыҙ башҡарылыуы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Ташҡында» хикәйәһендә һуғышта контузиянан тауышһыҙ ҡалған геройы аша бик дөрөҫ итеп сағылдырыла: «Их һин иҫәүән! – Нәжметдиндең күҙ алдары ҡараңғыланып китте, йылға, күк, тауҙар, бергә ҡушылып, зыр түңәрәк әйләнде. – Хыхы бит һин, хыхы, ә үҙең ҡысҡырған булаһың!.. Тауышы юҡ уның, юҡ, юҡ... Нәжметдин, үҙенә үҙе ышанмайынса, шунда уҡ ҡабат ҡысҡырҙы: – Ҡотҡарығы-ы-ы-ыҙ!». Эске телмәр бынан тыш «әйтмәҫ тимә», «һүҙ асты» кеүек телмәр ҡылымдары ярҙамында ла ойоша ала. Әмир Әминевтан миҫалдар: «Ҡалай яһил нәмә, – тип уйланы танкист. – Бер ниндәй ғәйепһеҙгә бәйләнәсе. Бындайҙарға ҡәберең яҡын булмаһын, шунда ла тороп, нишләп минең эргәмә ятаһың, тегендәрәк шыл, тип әйтмәҫ тимә. Донъяға һыймай йөрөй, ай-һай». Буласаҡ бәхәстең үҙенең киләсәк яҙмышы өсөн дә хәл иткес әһәмиәтен күңеле һиҙенә. «Нисек тә асыҡларға ирешергә». Ул көсөргәнешлек менән һүҙ асты. («Танкист».)
Шулай ҙа яҙыусылар телендә геройҙың эске телмәре төрлө структуралы диалогтар, тура һәм ситләтелгән телмәр тибындағы персонаж һәм автор телмәре ярҙамында йышыраҡ ойоша. Йәнә килеп, художестволы әҫәрҙәр телендә әүҙем ҡулланылыусы эске телмәрҙе, академик Ғайса Хөсәйеновҡа эйәреп, «психологик поэтика» тип нарыҡларға була. «Еңеү паркындағы танк, ысынлап та, һеҙҙеке икән. Асыҡланым. Ғәфү итегеҙ, иптәш танкист, теге саҡ белмәй инем», – ти капитан. «Бына шулай ул», – ти ҙә Тимерғәле танкыһын кирегә бора. «Шунан радиоһын алды ла:
– Егет, сыҡ әле, һүҙ бар, – тип өндәште. Өйҙән йәш ир килеп сыҡты.
– Һин нишләп минең өйҙә тораң әле? – тине танкист ҡәтғи итеп.
– Нишләп тип, һатып алғас, торам инде.
– Уның бит хужаһы мин!» («Танкист».)
Ғәмәлдә, алдағы миҫалдарҙа сағылыусы геройҙың эске телмәре реаль күренеш түгел, ул – автор Әмир Әминевтың ифрат уңышлы ижади фантазияһы өлгөһө. Әммә бындай ирреаль эске телмәр уҡыусыны ышандыра, уйландыра, художестволы әҫәрҙең эске ҡеүәһен, энергетикаһын бермә-бер арттыра төшә. Яҙыусының художестволы оҫталығы тап шулар менән баһалана ла инде.
Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Өфө күп профилле һөнәри колледж уҡытыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты