Маҡсат. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү, тупланған тәжрибә менән уртаҡлашыу, танграмды дәрестәрҙә ҡулланырға өйрәтеү һәм баланы үҫтереү мөмкинлектәре менән таныштырыу.
Әҙерлек. Презентация, танграм, балалар өсөн бәләкәй шиғри йыйынтыҡтар, һүрәттәр.
“Бала уйында туған телдең нескәлегенә өйрәнә, уның музыкаһын һәм филологтар “ телдең рухы” тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә”.
М. Горький
Дәрес барышы
I. Инеш.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле коллегаларым! Һеҙҙе оҫталыҡ дәресемдә күреүемә шатмын! Белгән белгәнен өйрәтә, ти халыҡ мәҡәле. Үҙем өйрәнгәндәрҙе һеҙгә еткерә алһам, маҡсатыма ирешер инем. Уңышлы көн барыбыҙға ла!
Яңыраҡ мин үҙенсәлекле уйын төрө – “Танграм” башватҡысы менән таныштым. Уйын аша баланы тәрбиәләп булыуын күҙ уңында тотоп, уны дәрестә ҡулланып ҡарарға уйланым. Эш барышында танграмдың төрлө йәштәге кешеләр өсөн дә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс икәнлеген аңланым.
Танграм – ҡытай халҡының уйыны. Ағастан ете фигура эшләнә, йәғни, квадрат ете геометрик фигура сығырлыҡ итеп бүленә. Уларҙан төрлө хайуандар һыны эшләп була. Был фигуралар квадрат рамка эсенә һалына. Дөрөҫ итеп урынлаштырыр өсөн, төплө уйланыу, фекерләү, оҫталыҡ, иғтибарлылыҡ, зирәклек талап ителә.
II. Төп өлөш.
Дәрестә фигураларҙы һалып, уйын уйнап ултырыуҙың ниндәй файҙаһы бар һуң, тип һораусылар табылыр. Мин ошо танграм уйынын башҡорт теле дәрестәрендә файҙалы итеп ҡуллана башланым.
Танграмдың килеп сығыу тарихы буйынса, ҡасандыр ике мең ярым йыл элек Ҡытай илендә йәш императорҙың оҙаҡ көтөлгән малайы донъяға килә. Йылдар үтә, бала матур булып үҫә башлай. Ләкин, нишләптер, ул уҡырға өйрәнергә теләмәй, көнөн уйын менән үткәрә. Император үҙ янына донъяның билдәле математика белгесен, оҫта рәссамын, иң аҡыллы фәйләсүфен саҡырта һәм улының уҡырға теләген уятырлыҡ шәп уйын уйлап табырға ҡуша. Буласаҡ уйын математика серҙәрен төшөндөрөргә, тормош матурлығын күрергә өйрәтергә, ябай әйберҙәр артында оло ысынбарлыҡ йәшеренеүен аңлатырға, уны тормошта ҡулланырға ярҙам итһен, ти борсоулы атай.
Өс аҡыл эйәһе “чи-чао-ту”, икенсе төрлө танграм (“тань” – ҡытай, “грам” – хәреф, йәғни, ҡытайса хәреф) уйынын уйлап сығара. Малай уның аша уҡырға өйрәнгән, һуңынан шәп белгес булып танылған, тиҙәр.
Һуңыраҡ моряктар аша уйын Америкаға барып эләгә, унан Европаға сығарыла. Танграм балаларҙы ғына түгел, ололарҙы ла ылыҡтыра. Мәҫәлән, билдәле математик һәм яҙыусы Льюис Кэрролдың 323 мәсьәләнән торған ҡытай китабы булған. Наполеондың да танграмы һәм мәсьәләләр китабы булыуы хаҡында факттар һаҡланған.
Танграмдың төп ҡағиҙәһе буйынса, уйында ете фигура ла ҡулланылырға тейеш, тик бер-береһенең өҫтөнә һалырға ярамай. Артабанғы уйын тик һинең фантазияңдан ғына тора.
Төрлө фигуралар төҙөргә өйрәнеү баланы һәр яҡлап үҫтерә. Танграм уйынын интернет магазиндарынан яҙҙырып йәки төҫлө ҡатырғанан эшләп алырға мөмкин. Мин уны “Бөтә нәмә 39 һум” исемле магазинда осратып, һәр уҡыусыма етерлек итеп һатып алдым.
Дәрестә балалар геометрик фигуралар ярҙамында үҙҙәре теләгән һынды һалырға өйрәнәләр. Артабан был хайуан тураһында белгәндәрен һөйләйҙәр, башҡалар иғтибар менән тыңлай, һорауҙар бирә. Һүрәтләнгән хайуан хаҡында шиғыр юлдарын хәтергә төшөрәләр, мәҡәлдәр, тиҙәйткестәр, һанашмаҡтар, һынамыштар, йомаҡтар әйтәләр. Ҡыҫҡаһы, халыҡ ижадының бөтә төр жанрҙарын ҡабатлайҙар. Шулай итеп, танграм уларҙың телмәр үҫешенә яҡшы уҡ йоғонто яһай. Мәҫәлән, ҡуян һыны һалынғас, түбәндәге шиғыр юлдары иҫкә төшә.
Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,
Ҡолағы ергә тейгән.
Йәки:
Ҡолағым оҙон,
Ҡылыйҙыр күҙем.
Әммә белегеҙ:
Ҡыйыумын үҙем!
Йылғыр тәпәйем
Иҫән-һау саҡта
Төлкө лә мине
Тота алмаҫ хатта!
Йәки:
Танышайыҡ – мин ҡуян,
Урман эсендә оям.
Бары тик оямда ғына
Үҙемде батыр тоям. (Г. Юнысова)
Балалар шиғыр юлдарын ҡабатлай-ҡабатлай ятлап та алалар. Күреүегеҙсә, танграм уйыны һәм шиғырҙар хәтер үҫтереү өсөн бик ҡулай. Ҡуян ҡатнашлығындағы халыҡ әкиәттәре: “Етем төлкө”, “Әтәс менән Ҡуян”, “Йомро икмәк”, “Ҡуян тиреһен ябынған төлкө”, “Арыҫлан менән Ҡуян” һ.б. әйтелә.
“Йүнһеҙ һунарсы арба менән ҡуян тотҡан”, “Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙаған”, “Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ”, “Ҡуян тотҡоң килһә, бурҙай ал”, “Этһеҙ ҡуян тотолмай” һәм башҡа мәҡәлдәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. “Ҡуян йөрәк” тигән нығынған һүҙбәйләнеште әйтеүселәр ҙә табыла.
Артабан йомаҡ ҡойошабыҙ:
Йәйгә сыҡһа, һөйөнә,
Һоро тунын кейенә,
Ҡышын ҡарҙа күренмәй ул –
Кейенә аҡ кейемгә. (Ғүмәр Ғайсин)
Йәйен – һоро, ҡышын – аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ.
Айыу һынын һалғанда “айыуҙан ҡасҡан – бүрегә”, “айыу майы һөртөү”, “ҡолағына айыу баҫҡан” кеүек фразеологизмдар ҙа, түбәндәге йомаҡтар ҙа иҫкә төшә.
Йәйен – урманда батша,
Ҡышын – ҡарҙан да аҫта.
Йөрөмәй ул буранда,
Ҡышын йоҡлай урманда,
Йәйен солоҡ “таҙарта”,
Еләкте лә ярата. (Ғүмәр Ғайсин)
Танграм уйынын төҫтәрҙе ҡабатлағанда, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе иҫкә төшөргәндә, шиғыр ятлағанда, мәҡәлдәр менән танышҡанда, һынамыштар, һанашмаҡтар, тиҙәйткестәр темаһын үткәндә, геометрик фигураларҙы өйрәнгәндә ҡабатларға була. Ул зирәклекте, эрудицияны үҫтереүгә ярҙам итә, логик фекерләүҙе камиллаштыра, хәтерҙе, иғтибарҙы нығыта.
III. Практик эш.
– Хөрмәтле коллегаларым, хәҙер беҙ ҙә уйнап алайыҡ. Һеҙгә танграм ярҙамында балыҡ, әтәс, дөйә, йылан, ҡуян, һайыҫҡан, ҡарға һындарын һалырға тәҡдим итәм. Артабан ошо һүҙҙәр ҡулланылған 4 юллыҡ шиғырҙарҙы, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе, мәҡәл-әйтемдәрҙе, һынамыштарҙы, һанашмаҡтарҙы, тиҙәйткестәрҙе, йомаҡтарҙы, әкиәттәрҙе иҫкә төшөрәйек. (Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар эшләй.)
– Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк. (Мәҡәл.)
– Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ. (Әтәс.)
– Һайыҫҡан, һайыҫҡан, күкәй эскән, май эскән. (Балалар үсекләшкәндә әйтелә.)
– Ҡара ҡарға ҡарҙан бара, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға. (Тиҙәйткес.)
– Йәне теләгән йылан ите ашаған. (Мәҡәл.)
– Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер. (Мәҡәл.)
IV. Рефлексия.
– Хөрмәтле коллегалар, танграм уйыны оҡшанымы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашып китегеҙ! (Яуаптарҙы тыңлап, дөйөм фекергә киләләр.)
V. Йомғаҡлау.
Халҡыбыҙ борон-борондан киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. Сабыйҙарҙың донъяны танып белеүендә, физик һәм рухи үҫешендә, һәләттәрен асыуҙа, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәтеүҙә төрлө үҫтереүсе уйындар ярҙамға килгән. Бөйөк педагог В.А. Сухомлинский ҙа уйын хаҡында: “Уйынһыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡ һәм була ла алмаясаҡ. Уйын — ул ғәйәт ҙур яҡты тәҙрә, уның аша баланың рухи донъяһына аң-белемдең, төшөнсәләрҙең йәнләндереүсе ағымы ҡойола. Уйын — ул белергә тырышыусанлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ усағын ҡабыҙыусы осҡон”, ти.
А.И. ИГЕЛЕКОВА,
Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы