Әлеге ваҡытта беҙҙең районда бөтәһе 3908 башҡорт балаһы уҡый. Шуларҙың 1020-һе башҡорт мәктәптәрендә туған телендә белем алһа, 1373 бала үҙ телен өйрәнә. Беҙҙең Татыр-Үҙәк ауылы мәктәбендәге 184 уҡыусының 94-е башҡорт милләтенән. Рус мөхитендә йәшәгән уҡыусыларҙа үҙ телеңә, мәҙәниәтеңә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, әлбиттә, туған тел уҡытыусыһының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ошо маҡсатта мин дәрестәремдә халыҡтың йәнле һөйләү теленә иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтәм. Ысынлап та, диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр – әҙәби телгә һут биреп, уны тулыландырып тороусы тамырҙар ул.
Халыҡтың йәнле телмәре менән аралашмаған әҙәби тел үҙенең эстетик үҫеш һәләтлеген юғалта.
Башҡорт әҙәби теле дөйөм халыҡ телен барлыҡҡа килтергән өс ҙур диалектҡа нигеҙләнеп формалашҡан: көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш диалект. Көньяҡ диалектҡа Эйек-Һаҡмар һөйләше (Ейәнсура, Мәләүез, Баймаҡ районының көньяғы, Күгәрсен, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарында йәшәгән үҫәргән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер ырыуы башҡорттары), бөрйән һөйләше, дим һөйләше инә.
Көньяҡ диалекттың төп билдәһе күплек һәм яһаусы ялғауҙарҙың, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, нигеҙҙә, ике төрлө килеүендә. Шулай ҙа күп осраҡта – “л” һаҡлана. Мәҫәлән: маллар – әҙәби телдә малдар, атлар – аттар, ҡаҙлар – ҡаҙҙар, урманныҡ – урманлыҡ, иңне – иңле һ.б. Көньяҡ диалект үҙенең өндәре, грамматик үҙенсәлектәре, һүҙлек составы яғынан хәҙерге башҡорт әҙәби теленә бик яҡын тора.
Телмәрҙең һөйләү формаһы көндәлек аралашыуҙа йыш ҡулланыла. Һөйләү һәм яҙыу формалары бер төрлө түгел, тәүгеһендә телдең орфоэпик, лексик, фонетик, грамматик нормалары билдәле дәрәжәлә ирекле файҙаланыла.
Үҙебеҙҙең төбәктә генә ҡулланылған ҡайһы бер һүҙҙәрҙе йыйыуға, өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында, атай-әсәйҙәрҙән, ҡартатай-өләсәйҙәрҙән ишетелгән йәки улар ҡулланған көндәлек һүҙҙәр йыйылмаһын туплайбыҙ. Материалдарҙы фәнни яҡтан тикшереп, һүҙҙәрҙең мәғәнә биҙәген асыҡлап, туған телдең бөтмәҫтөкәнмәҫ байлығын уҡыусыларға күрһәтеүҙе иң төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуям. Шуға ла уҡыусыларҙың яҙма эштәрендә, һөйләү телмәрендә күп ҡулланылған диалект һүҙҙәргә ҙур иғтибар бүләм. Мәҫәлән: кәнишнә, йаҡ, у (ул), бутый, “ниәкәй әйттем әле”. Ҡайһы саҡта, халыҡтың йәнле һөйләү теленә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы осраҡтар ҙа булғылай: бер уҡыусы текстың йөкмәткеһен һөйләгән ваҡытта “уның әсәһе йөнясҡы (ойоҡбаш) бирҙе”, тип һөйләп китте. Ә беҙҙең яҡта ойоҡбашты күпселек осраҡта йөннаскый тип йөрөтәләр. Телмәрҙә йыш осраған “иҫерек”, “килә ята”, (ә бына Учалы яҡтарында “ҡайҙа китеп утыраһың?”, тиҙәр), “нимәшәп ятаһың?” тигән һүҙҙәрҙең ҡулланылышы беҙҙең яҡҡа ғына хас. “Иҫерек” һүҙе “алйот” (глупый) тигәнде аңлата.
Уҡыусылар яҙма эштәрендә бер үк мәғәнәле һүҙҙәрҙе төрлө варианттарҙа ҡуллана: “мал сығарҙыҡ кәртә аҫтына”, “малды сығарҙыҡ әүеҫлек аҫтына”, “мал сығарҙыҡ ялан кәртәгә, лапаҫ аҫтына”. Әсәй-өләсәйҙәре ярҙам итһә, яҙмаларҙа күп кенә диалект һүҙҙәрен осратырға мөмкин: “өйләре бәләкәс буғас, улар өсмөйөш һуғырға йыйындылар”, “самауырҙы сығарҙыҡ усаҡ (ишек алдындағы мейес) алдына”, “самауыр ҡайнағас, өләсәй түвәсәйен әпкилергә ҡушты”, “кискеһен ишектең келәһен элергә онотҡанбыҙ”, “атайым өй тирәһен һайғау менән кәртәләне”, “торомбашты болғағыс м(е)ән тартып, йәмкә м(е)ән ҡыҫып, һоҫҡоға һалдым”, “беҙ атайым менән Һаҡмарҙа мурҙа ҡорҙоҡ”, “өләс балаҫты ике яҡтан буй һәм арҡыры юрған менән түшәргә ҡушты, ә өҫтөнә ҡорама юрған һалды”, “сәйгүндең йүшкенен таҙаларға уаҡыт”, “мунсаның тығынын тыҡ”, “мунсаның этмәһен яп”, “һырыған салвар кейеп сыҡты”.
Бер-беребеҙҙән артыҡ алыҫ йәшәмәһәк тә, һәр районда бер үк һүҙ төрлөсә ҡулланыла: сүмес – ижау, бата – никах, өрә – бутҡа, әрпеш – һәпрә, мөгәрәк – баҙ, алҡа – һырға, миндек – япраҡ, кәпәс – бүрек, яҫтыҡ – мендәр, туҫтаҡ – сеүәтә, таваҡ; күнәк – биҙрә, бүкән – ултырғыс, усаҡлыҡ – утяҡҡыс, уттыҡ, аласыҡ; кәртә – һарай, мал өйө, ҡора; тупһа – туффа, туфалта, тупфа; сәйнүк – баҡырса, сәйгүн; суйын – сүген, ширлек – эскәмйә. Икенсе бер ауылға, районға барһаҡ, яңы урында мотлаҡ ниндәй ҙә булһа берәй үҙенсәлекле һүҙ йәки һүҙҙең формаһын (ялғауын) осратабыҙ.
Шулай итеп, әҙәби тел нормалары шул телдә һөйләшкән халыҡ өсөн бер төрлө булһа ла, йәнле һөйләү теле, урынына ҡарап, төрлөсә яңғырай. Уҡыусымдың иншаһынан бер миҫал килтерәм.
– Минең өләс, Учалыға ҡунаҡҡа барғанда бик уңайһыҙ хәлгә тарыным, тип һөйләй. Уның килеү хөрмәтенә ҙурлап, ҡунаҡ йыйғандар. Өләс апһынының киленен маҡтап, йылы һүҙ әйтергә уйлаған: “Эй, аллам, ҡалай киленегеҙ әрһеҙ, осоп-ҡунып тора!” – тигән, был килендең эшлекле, етеҙ булыуына ишара яһап. Ә учалылар телһеҙ ҡалған, бер-береһенә ҡарашҡандар ҙа өндәшмәгәндәр. Һуңынан ғына апһыны өләскә:
– Ни өсөн беҙҙең киленде әрһеҙ тип әйттең? – тигән.
– Әрһеҙ булғас, әйтәм инде: өйөң ялтырап тора, өҫтәлең тулы һый, ҡунаҡтарыңды аяҡ-өҫтө тороп һыйлай киленең, бер ултырмай йүгереп йөрөй. Әрһеҙ тимәй, нимә тип әйтәйем һуң? Эшлекле инде, эшлекле, – тип яуаплаған өләс.
Апһыны шунан һуң ғына көлөп ебәргән һәм өләскә “әрһеҙ” һүҙенең Учалы яҡтарында ниндәй мәғәнәлә ҡулланылғанын аңлатып биргән. Унда был һүҙ йүнһеҙ, әрпеш, иренә тоғро булмаған ҡатынға ҡарата әйтелә икән. Өләс ошондай уңайһыҙ хәлгә ҡалыуын аптырап һөйләне, – тип яҙа уҡыусы.
Өләсәй, әсәйҙәр менән үткәрелгән кластан тыш сараларҙа, әңгәмә ваҡытында ерле һөйләштең һүҙ байлығының сикһеҙ икәнлегенә инанаһың: “йәш ҡыҙҙар сәстәренә үрмес үргәнләр ине”, “ҡыҙҙар гөлфөй кейеп килгәннәр икән”, “бәкес, талғыр йыйып ашай торғайныҡ”, “әсәйем жекитын кейеп ҡунаҡҡа китте”, “самауыр торваһын алып, самауырҙы баҫ”, “мунсағың килешеп тора үҙеңә”. Беҙҙең халыҡ янбаштан тубыҡҡа тиклем ерҙе бурвай тип йөрөтә, мәҫәлән, “минең бурвайыма һыуыҡ тейгән”, “ботоңа йоҡа ойоҡ кейгәнһең, бурвайыңа һыуыҡ тигеҙәһең бит”, тип әрләй торған ине өләсәйҙәр. Шулай уҡ беҙҙә Бүребай тигән ауыл да бар, халыҡ был ауылды ла Бурвай тип йөрөтә.
Диалектизмдарҙың таралышы ғәжәп үҙенсәлекле. Ҡайһы бер һүҙҙәр тотош бер диалектҡа йәки уға ҡараған күпселек һөйләштәргә таралған булһа, икенселәре айырым бер һөйләштә, уның бер өлөшөндә, бәләкәй генә төбәктә, хатта бер нисә ауылда ғына осрарға мөмкин. Кешеләрҙең хис-тойғоно, аптырауҙы белдергән ыста-ыста, ата-а-аҡ (Татыр-Үҙәк ауылы), про йәки проҡ (Әбүбәкир), мо йәки ме (Байғусҡар), баһ (Йәнтеш) тигән ымлыҡтарҙы ҡулланыуҙары беҙҙең яҡтың ерле һөйләшен тағы ла ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле итә.
Дөрөҫ уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү, ижад итеү һәләтен үҫтереү менән бер рәттән, телдең мөғжизәүи мөмкинлектәрен файҙаланыу, уның матурлығын, үҙенсәлектәрен күрһәтеү ҙә тел дәрестәренең мөһим бурысы булып ҡала. Халыҡ телендә көндәлек ҡулланылышта иң йыш яңғыраған туғанлыҡ быуыны буйынса бүленеш терминдарының төрлөлөгө уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, мәҫәлән: ҡәрсәй – атайҙың әсәһе, өләс – әсәйҙең әсәһе; ҡарттай, ҡартатай – атайҙың атаһы; ҡарындаш – бер туған һеңле, апһын – килендәш, абзый – ағай, балдыҙ – еҙнәгә ҡарата ҡатындың һеңлеләре, ҡәйнеш – еңгәгә ҡарата ирҙең ҡустылары, олатай – ата-әсәйҙән өлкән ир, инәй – ата-әсәйҙән өлкән ҡатын кеше, еңгәй – ағайҙың ҡатыны, бикәс – еңгә өсөн ирҙең кесе һеңлеләре, һылыуым – һеңлем.
Тормошта һүҙҙәрҙең мәғәнә биҙәгенә ҙур баҫым яһала. Мәҫәлән, беҙҙең һөйләштә әсәм һүҙе киң ҡулланылыш тапҡан. Беҙҙә әҙәби телдәге әсәй һүҙенә хатта үгәй әсәй мәғәнәһе лә бирелә: “Өфөлә уҡыған апайымдың әсәй тип өндәшеүенә әсәм, үпкәләп: “Миңә, әсәм, тип өндәш, әсәй тип әйтмә, мин бит һиңә үгәй әсәй түгел, тип аңлатты”, – тип яҙған үҙ иншаһында бер уҡыусым. “Беҙ ҡәртәсәйҙе дәзәй, ҡарттайҙы дадай тип әйтәбеҙ. Ҡайҙан килеп сыҡҡанын белмәйем. Мин иң өлкәне, минән һуң тыуған ейәнсәрҙәре бөтәһе лә шулай тей, хатта дәзәй менән дадайҙың балалары, бөтә яҡын туғандары хәҙер уларға шулай өндәшә”, – тигән ҡыҙыҡлы инша юлдарын уҡырға була.
Халыҡ телен өйрәнгәндә яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижадына ла мөрәжәғәт итәбеҙ. Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышҡандан һуң, үҙебеҙҙең ерлеккә хас халыҡтың йәнле һөйләү телмәренән аңлатмалы һүҙлектәр төҙөү, шул һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлап яҙыу һ.б. эштәр эшләнелә.
Һүҙлек эше. Ғажиз – аптырау, ғәжәпкә ҡалыу; тәтүс – матур, ҡужа – хужа булыу, бер талай – бер килке, ләпелдәү – һөйләү.
Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.
Көтмәгәндә килеп ингән ят кешене күргәс, ғажиз булдым.
Ҡалай күлдәгең тәтүс!
Ҡужа булып киткәс, эре сирттерә инде!
Ул һөйләгәнде бер талай аңлай алмай торҙоҡ.
Күп ләпелдәгән кешене яратмайым.
Уҡыусыларҙа йәнле һөйләү телмәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан беҙ үҙ районыбыҙҙың һөйләше буйынса һүҙлек төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Ундағы ҡайһы бер һүҙҙәргә туҡталып үтәм.
Атраҡ – уҫал, әсе телле ҡатын (Әбеш ауылы).
Батҡыс – баҫҡыс.
Бәкес, әппәкес – йәшел татлы һуған.
Бишмәт – безрукавка.
Бүкән – ултырғыс.
Бурман – ситәндән үреп эшләнгән оҙон арбаға ултыртыу өсөн ҡулайлама.
Бутый – бурки.
Бушлат – өлкәндәрҙең ҡышҡы кейеме.
Ғәләмәт – бик күп.
Гөлфөй – гольфи.
Гүкә – ҡеүәтләү һүҙе (Мәҫәлән, һуғым ваҡытында “Эшегеҙ уң булһын” тигән мәғәнәлә әйтелә.)
Әргендек – насар, эләгеп-йығылып барған кеше (хилый).
Әүәле – борон, элек.
Жекит – флюштан тегелгән күлдәк.
Йаҡ – юҡ.
Йәмкә – күмер өсөн ҡыҫҡыс.
Ҡабартма – әсе йәки сөсө ҡамырҙан майҙа бешерелгән икмәк.
Келә – элгес.
Кәрнәңкә – эсәк лайлаһы.
Кәртә – һарай, мал өйө.
Ҡомған – ҡул йыуыу өсөн, тәһәрәт алыу өсөн сәйнүк.
Ҡорама юрған – сепрәктән һуғылған балаҫ.
Күмәс – булочка.
Күнәк – биҙрә.
Кәнишнә – конечно.
Лапаҫ – әүәҫлек, ялан кәртә, уның тирәһендә өҫтө генә ябылған урын.
Май икмәк – табикмәк, ҡабартма.
Мунсаҡ – мәрйен (бусы).
Мурҙа – талдан үрелгән, балыҡ тотоу өсөн ҡоролма.
Һайғау – ҡырҡылған нәҙек уҫаҡ ағасы.
Һитатай – ҡыйшаңлаған, осоҡ кеше.
Һыйыр ятағы – ҡырҙа һыйыр торған урын.
Һырыған ыштан – һырма салбар
Олағыу – ситтә, билдәһеҙ яҡта йөрөп килеү, күпмелер ваҡытҡа юҡ булыу.
Риҙуан – оҙон арба.
Сәкүшкә – арбаның тәгәрмәсе ысҡынып төшмәһен өсөн ағас йәки тимер ҡулайлама.
Селек һепертке – веник из акации.
Сәрмә – килендең ҡәйнәһенә биргән иң ҙур бүләге, килен һандығының төбөнә һалғандар.
Сираҡ – аяҡ (Ғәлиәхмәт, Әбеш яҡтарында).
Сөсө икмәк – күмәс.
Суйын – сүген, суйындан (чугун) эшләнгән һауыт.
Сүмес – ижау (ковш).
Сүрәкәй икмәк – әсе ҡамырҙан ваҡлап бешерелгән икмәк.
Табикмәк – пресные булочки.
Таҡа-тоҡа – етер-етмәҫ.
Талғыр – әсе һуған.
Тәртишкә – тәртешкә (кочерга).
Торламай – оҙаҡ булмай, төрлө ерҙә әҙ-мәҙ булыу.
Түвәсәй – самауыр түбәсәйе (заглушка).
Түвәтәй – мосолмандарҙың баш кейеме.
Туҡра – туҡта.
Тупыс – бармаҡһыҙ йәки ҡул суғы булмаған ҡул.
Турпыша – сепрәктән һуғылған балаҫ.
Турта – һурпа, май өҫтөнә сыҡҡан күбек.
Үрмес – таҫма (бантик).
Шыйғалаҡ – етеҙ, сит эш менән булышыу, кәрәкмәгән эш эшләп ташлау.
Эшкинмәгән – бушаҡ кеше.
Ошондай эш халҡыбыҙҙың йәнле һөйләү телмәренең һүҙ байлығын тағы ла сағыуыраҡ күрһәтә.
Халыҡтың йәнле телмәре милли әҙәби телгә лә йоғонто яһай. Ул дөйөм халыҡ һөйләү теленең әҙәби телгә яҡынайып үҫеүенә килтерә. Әммә улар, бер-береһенә ни дәрәжәлә йоғонто яһаһалар ҙа, ҡушылып китә алмайҙар, сөнки айырым бер кешенең үҙенсәлекле һөйләүе әҙәби тел нормаларынан һәр саҡ айырылып тора.
Шулай уҡ диалектизмдар менән самалап эш итеү кәрәк, сөнки ерле һөйләш һүҙҙәре үтә артыҡ ҡулланылһа, аҙ ғына кешегә аңлайышлы һүҙҙәр әҙәби телде сүпләй башлай. Дәрестәремдә алда әйтелгән ошо юлдарға ла баҫым яһайым.
Ниндәй генә етди тикшеренеүҙәр алып барылмаһын, күп һанлы һәм күп төрлө һүҙлектәр төҙөлмәһен, халыҡ теле һәр ваҡыт сағыштырмаса аҙ өйрәнелгән өлкә булып ҡала килә. Йәнле һөйләү телен өйрәнеү, ерле материалдар менән танышыу уҡыусыларҙа үҙ телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, ижади эшләргә өйрәтә.
Г.Ә. НАЗАРОВА,
Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡытыусыһы