Халҡыбыҙ борон-борондан китаптың ҡәҙерен белгән. Нәфис һүҙҙең бәҫен күтәргән. Матур әҙәбиәттең күңелде сафландырыр, рухты байытыр, моңһоҙҙо моңландырыр, дәртһеҙҙе дәртләндерер илаһи көсөнә ышанған. Шуға ла халҡым китапҡа булған мөнәсәбәтен әйтем-мәҡәлдәрендә сағылдырған: уҡый белеү – үҙе һөнәр. Моңһоҙ ирҙең күрке юҡ, китапһыҙ өйҙөң ҡото юҡ. Китап ас, ул һинең күңелеңде асыр. Китап – кеше күңеленең көҙгөһө.
Учалы районының һәм ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусылары өсөн быйылғы йыл ҡыуаныслы булды. А.Һ. Байғарин, З.Ғ. Шәрәфетдинова, Р.Т. Солтановалар авторлығында “Тел һағында тороусылар” исемле китап баҫылып сыҡты. Был китап – бөтә ғүмерен, йәшлеген, йәшәйешен туған телен һаҡлауға арнаған уҡытыусылар хаҡында. Уның төп геройҙары – Учалы районы мәктәптәрендә күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытып, юғары дәүләт наградаларына, төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған уҡытыусылар. “Тел һағында тороусылар” китабы авторҙары хаҡында мәғлүмәт биреү ҙә кәрәктер.
Алик Һибәт улы Байғарин 1947 йылда тыуған. 1966 йылда – Наурыҙ урта мәктәбен, 1971 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Юғары белем алғандан һуң, тыуған ауылына эшкә ҡайта. 41 йыл Наурыҙ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2011 йылда ялға сыға. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының лауреаты, “Эшсе һәм ауыл хәбәрселәре” съезы делегаты, М. Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты. 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы сығарылған миҙал менән бүләкләнде.
Зилә Ғизитдин ҡыҙы Шәрәфетдинова 1962 йылда тыуған. 1977 йылда Ураҙ урта мәктәбенең VIII класын тамамлай. 1981 йылда Белорет педагогия училищеһын, 1998 йылда БДПУ-ның филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын 1981 йылда Учалы урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Ике тиҫтә йылдан ашыу Комсомол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2004 йылдан алып Учалы районының мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса баш белгес-методист. З.Ғ. Шәрәфетдинова – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм мәғариф өлкәһендәге почетлы хеҙмәткәре, М. Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2003” конкурсы лауреаты.
Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанова 1957 йылда Учалы районының Рысай ауылында тыуған. 1975 йылда – Илсе урта мәктәбен, 1983 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлап, Илсе урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Биш тиҫтә йылға яҡын ошо мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләй. Уҡытыу менән бер рәттән, драма түңәрәге, ижади түңәрәктәр, музей эшмәкәрлеге буйынса эш алып бара. Р.Т. Солтанова – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары еңеүсеһе.
***
Тел һағында тороусылар. Бөгөн нәҡ ана шул тел һағында тороусы педагогтың береһе хаҡында минең әйтер һүҙем. Ул ошо китап авторҙарының береһе, республикабыҙҙың арҙаҡлы улы Алик Һибәт улы Байғарин тураһында булыр.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Алик Һибәт улы Байғарин Наурыҙ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һибәтулла Байғарин ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә.
Һибәтулла бабай менән Мәрхиә әбей кинйәкәйҙәрен бәләкәйҙән үк эшкә өйрәтәләр. Малай бик иртә ҡул аҫтына кереп, хужалыҡ эштәрендә мәж килә. Һул ҡулын һуғышта ҡалдырған атаһы өсөн Алик ҙур ярҙамсыға әйләнә.
Үҙенең бала сағы хаҡында Алик ағай былай тип хәтерләй:
– Бала саҡтағы ваҡиғаларҙың береһен йыш иҫләйем. Миңә биш-алты йәш булғандыр. Атайым ат егә. Ул арбаһының һулаҡай тәртәһен өҙөлгән ҡулының тырпайып торған төпсөгө (культы) өҫтөнә һалды ла, тубыҡтары араһына ҡыҫтырылған дуғаһын алып, ҡолаҡбауҙар менән тәртәләрҙе дуғалап ҡуйҙы. Был хәрәкәттәре йылдам, килешле башҡарылды. Ә бына тамаҡһаны тартып бәйләү килеп сыҡманы. Һул тубығын ҡамыт ағасына терәп, тамаҡһаны тартты, ә уны бәйләп ҡуйырға икенсе ҡул юҡ. Тамаҡһа осон тешләп тотоп, бушаған уң ҡулы менән ҡамыт ағастарын бәйләү ине уйы – өлгөрмәне. Ҡамыт ағастары кинәт яҙылып китеп, тәртәнең осо уның битен сыйып ебәрҙе, битенән ҡан тама башланы, ә минең күҙҙәрҙән – йәш... Ошо күренеш әле булһа төштәремә кереп, атайымдың, әй Аллам, ошо сулаҡлыҡ бәләһе, ниңә ҡулым, исмаһам, сығанаҡ тәңгәленән өҙөлмәгән икән, тигән әрнеүле тауышын ишеткәндәй булам.
Атайым һуғышҡа бармаһа, нимес уның ҡулын өҙмәҫ ине. Башыма килгән тәүге уй шул булды. Нимес өҙмәҫ ине, өҙмәҫ ине...
Яҡындарыңды йәлләү, уларға ярҙам итеү тойғоһо миндә шулай иртә уянды. Шунан һуң ат еккәндә атайыма ярҙамлашыу ғәҙәтемә әйләнде. Уға ярҙам итә алыу, кәрәкле булыу шатлығын тойоу миңә дәрт өҫтәне. Унан ҡалмай, һәр саҡ уның менән йөрөнөм. Атайымдың ҡустылары миңә “Һибәт ағайҙың көсөгө”, ә үҫә төшкәс “тән һаҡсыһы” тигән ҡушамат таҡтылар. Үпкәләмәнем уларға.
Ошо хәлдәр Алик Һибәт улының күңеленә уйылып ҡалған иң тетрәндергес ваҡиғалар булып ҡала.
Наурыҙ урта мәктәбендә уҡый, VII кластан әүҙем спортсы була. Саңғы спорты, еңел атлетика буйынса 1-се, 2-се разрядлы спортсы булараҡ, бер нисә тапҡыр район чемпионы исемен яулай. X – XI кластарҙа мәктәп комсомол ойошмаһының комсоргы итеп һайлана.
XI класты 15 уҡыусы тамамлай, шул уҡ йылда 9 бала юғары уҡыу йортона инә. Кешелекле, бөтә күңел йылыһын балаларға биргән уҡытыусылар уҡыта уларҙы.
Студент йылдары ла хәтирәләргә бай булды. Уҡыу, спорт, бейеү, төрлө йәмәғәт эштәре бергә үрелеп барҙы. Университеттың спорт клубы етәкселегендә ағза булыу, 4 йылдан ашыу «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеү миндә коллективизм, иптәшлек, тапшырылған эшкә яуаплылыҡ тойғоһон үҫтерҙе, – тип хәтерләй Алик Һибәт улы үҙенең күңелле студент йылдарын.
– Саңғы спорты буйынса 4 тапҡыр БДУ чемпионы, «Буревестник» спорт йәмғиәтенең йыйылма командаһы ағзаһы, ГДР-ҙа 4 ай буйы БАССР комсомолы намыҫын яҡлап ҡайтҡан студент та булдым. Университеттың күп тиражлы гәзите минең ГДР сәхнәләрендә бейеүемде сағылдырған фотомды биреп, бейеүем һәм йырым менән тамашасыларҙың һөйөүен яулауым хаҡында яҙып сыҡҡайны.
Әлбиттә, уңыштарының нигеҙендә, уның ошо кимәлгә күтәрелеүендә В.И. Лачинов, А. Книсс кеүек арҙаҡлы тренерҙарҙың, Әнүәр Фәхретдинов, Сәйет Исмәғилов һымаҡ танылған хореографтарҙың, төрлө фәндәр буйынса белем биргән М.Ф. Ғәйнуллин, Ә.И. Чанышев, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, М.Х. Минһажетдинов, В.Ш. Псәнчин, М.В. Зәйнуллин, Р.Н. Байымов. Ә.М. Аҙнабаев, А.А. Ғәлләмов кеүек танылған фән эшмәкәрҙәренең эскерһеҙ оло хеҙмәте ята.
Диплом яҡлағанда аттестация комиссияһы уның эшен кандидатлыҡ диссертацияһына торошло, тип баһалай һәм университетҡа эшкә ҡалырға тәҡдим итә. Тик ул тыуған ауылына ҡайтып китә, төпсөк малай булараҡ, 70-кә етеп барған атай-әсәйен ҡарауҙы үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Проректор М.Ф. Ғәйнуллин, ректор Х.Х. Чанборисов ихлас өгөтләһәләр ҙә, атаһының: “Күп ғүмеребеҙ ҡалмаған, һуңғы йылдарыбыҙҙы һинең менән бергә йәшәргә, тип ниәтләгәнбеҙ”, – тигән һүҙҙәре өҫкә сыға. “Туған мәктәбемә эшкә ҡайттым, атай-әсәйем ҡәҙер-хөрмәт күреп, миңә ризалығын биреп, баҡыйлыҡҡа киттеләр. Күңелем тыныс, ғорурланып иҫкә алып, балаларыма улар хаҡында таҙа намыҫ менән һөйләй алам. Атайлы үҫеү, атай нигеҙендә йәшәү бәхеттер ул”, – ти А.Һ. Байғарин.
Наурыҙ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эш башлай.
– 41 йыл ғүмеремдең мәктәптә үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Һәр көн иртән ашҡынып уҡыусыларыма барҙым, улар мине хөрмәтләп, йылмайып ҡаршы алдылар, яҡшы уҡыуҙары, башҡорт әҙәбиәтен, телен төплө белеүҙәре менән ҡыуандырҙылар. Ниндәй генә кимәлдә тикшереү, асыҡ дәрестәр үткәреү булмаһын, улар йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙур бүләк бармы һуң? Рәхмәт уҡыусыларыма! – тип шат йылмая уҡытыусы.
А.Һ. Байғарин ижади эш менән дә шөғөлләнә, республика матбуғатында мәҡәләләр менән даими сығыш яһай, «Ашҡаҙар», «Юлдаш» радиоһы тапшырыуҙарында ҡатнаша, тәрбиәүи темаларға яҙылған мәҡәләләр уҡый. Урта мәктәп, гимназиялар, лицейҙар өсөн башҡорт теленән, башҡорт әҙәбиәте теорияһы буйынса таблицалары Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан 3 тапҡыр баҫтырылып сығарылды. 2006 йылда сыҡҡан һуңғы таблицаларына аспирантурала уҡыған ҡыҙы Айгөл авторҙаш булды. Таблицалар әле лә республикабыҙ мәктәптәрендә уңышлы ҡулланыла.
А.Һ. Байғарин Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы үткәргән урта мәктәптәр өсөн «Иң яҡшы башҡорт теле», «Иң яҡшы башҡорт әҙәбиәте» китаптарын сығарыу буйынса төҙөлгән конкурс комиссияһы ағзаһы була.
Күп һанлы методик мәҡәләләре өсөн уға «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының йыл лауреаты исеме бирелә.
Республика кимәлендә үткәрелгән семинарҙарҙа, ғилми конференцияларҙа ҡатнашып, докладтар, лекциялар менән сығыш яһаны: Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан инновацион технологияларҙы ҡулланыу буйынса үткәрелгән сарала, уҡытыусы новаторҙарҙың ғилми конференцияларында тәжрибә уртаҡлашты. 1993 йылдың ноябрь айында Учалы ҡалаһында Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән ғалимдар ҡатнашлығында республика уҡытыусыларының «Эврика» ижади союзы йыйынында ҡатнашып, уның практик өлөшөндә «Тәбиғәт – бөйөк уҡытыусы» темаһына асыҡ дәрес биреү, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан Өргөн мәктәбе базаһында үткәрелгән фольклор байрамында «Сәсән тирмәһендә ҡунаҡта» тигән этнографик тамашаны ҡунаҡтар иғтибарына сығарыу, Уральск мәҙәниәт йортонда фольклор әҫәрҙәрен сәхнәләштереү буйынса район күләмендә үткәрелгән смотрҙа «Булманы башҡорт ҡайҙарҙа» тамашаһын күрһәтеп, беренсе урынды алыу кеүек ваҡиғалар ҙа хәтеребеҙҙә ҡалған.
Алик ағай менән әңгәмәләшкәндә, ГДР-ҙағы хәтирәләре хаҡында ла һөйләүен үтенәм.
– 1968 йылдың май – август айҙарында ГДР-ҙың Галле округы менән Башҡортостан вуздары араһында дуҫлыҡ күпере һалыусы 20 студент араһында мин дә бар инем.
Унда күҙгә иң ташланғаны таҙалыҡ, бөхтәлек һәм теүәллек ине. Берлин, Дрезден, Веймар, Галле, Эрфурт, Потсдам ҡалаларының матурлығы, архитектур төҙөлөшө; музейҙар, паркттар, спорт майҙансыҡтары, скульптура, һәйкәлдәрҙең күплеге һоҡландырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә.
Берлин стенаһы, Бранденбург ҡапҡаһы, Рейхстаг, Битва народов, Трептов паркындағы «Воин-освободитель» һәйкәлен, Дрезден ҡалаһының музей экспонаты итеп ҡалдырылған емертелгән кварталын күреү күңелгә шом һалды. Ә Веймер ҡалаһы янындағы «Бухенвальд» үлем лагерының «Һәр кемгә – үҙ өлөшө», тип яҙылған тимер ҡапҡаһы аша үтеп, Э. Тельман ултырған камераны, 56 мең самаһы тотҡон яндырылған крематорий мейестәрен, улар эргәһендә генә тиҙлеккә әсирҙәрҙе атыу ярыштары ойошторолған тар ғына кабиналарҙы, ҡырағай медицина эксперименттары үткәрелгән лабораторияларҙы, көкөрт газы менән тонсоҡтороу өсөн ҡулайлаштырылған кабиналарҙы күреү беҙҙең күңелдәргә уңалмаҫ яра һалды. Иҫ китерлек бит: ошо урында 300 меңгә яҡын әсирҙәр юҡ ителгән. Яндырылған, атылған, тереләй күмелгән, аслыҡтан үлгән. Бик әҙҙәре генә 1945 йылдың 11 апрелендә Совет армияһы тарафынан ҡотҡарылған.
Бына шулай, хәтирәләремдең яҡтыһы ла, күңелгә шом һалған ҡараңғыһы ла бар. Миңә немец халҡы, уларҙың мәҙәниәте ике төрлө йөҙҙә күренгәндәй булды. Бер яҡтан – матурлыҡ, таҙалыҡ, юғары Европа мәҙәниәте; икенсе яҡтан – яуызлыҡ, вәхшилек, ҡанһыҙ йыртҡыслыҡ...
Немецтарҙа ҡунаҡсыллыҡ, йомартлылыҡ, оялсанлыҡ сифаттары юҡ. Улар бер тин (фенинг) аҡсаһын да бирмәҫ, бирһә, һорап алыр, тартынмаҫ. Хәтирәләр...
Алик Һибәт улы хаҡында матбуғат биттәрендә әллә күпме мәҡәләләр баҫыла. Шуларҙың береһе – ауылдашы, коллегаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шараповтың мәҡәләһенән өҙөк тәҡдим итәм:
“Йылдар ағын һыу кеүек. Яңы ғына эш башлаған һымаҡ ине – 37 йыл үтеп тә киткән. Ошо йылдың декабрендә уға 60 йәш тула. Был хеҙмәт йылдары уның өсөн уңышлы һәм емешле булды, эше «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исем менән баһаланды. Алик Һибәт улы – республиканың алдынғы, тәжрибәле уҡытыусыларының береһе. Республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конференцияларҙа йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһай, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ул – әҙәбиәт буйынса программаның авторҙашы. Күп йыллыҡ эш тәжрибәһе һөҙөмтәһе булараҡ, Алик Һибәт улы башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән таблицалар төҙөнө. Уның был эшен БР Мәғариф министрлығы баҫтырып сығарҙы һәм мәктәптәргә таратты. Алдынғы, тәжрибәле уҡытыусының байтаҡ уҡыусылары остазының предметын үҙ итте. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, хәҙер эшләп йөрөйҙәр. Хәҙер уҡып йөрөгәндәре лә бихисап. Был, әлбиттә, уҡыусыларға төплө белем биреү һөҙөмтәһе. А.Һ. Байғарин ауылда һәм районда төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Был йәһәттән ул – йәш коллегаларына өлгө. Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса күп методик әҙәбиәт туплаған. Улар – уҡытыусы эшмәкәрлегендә оло таяныс һәм терәк. Кабинеты ла иң яҡшылар иҫәбендә.
Алик Һибәт улы – ғаиләһендә абруйлы атай һәм ғаилә башлығы. Балалары юғары белемле, үҙ аллы донъя көтә. Бөгөн ең һыҙғанып эшләп йөрөйҙәр. Кесе ҡыҙы аспирантурала белем алды. Тиҙҙән диссертация яҡларға йыйына.
Алик Һибәт улы гәзит-журналдарға ла әүҙем яҙыша. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының лауреаты булды. Бына шулай эшләй һәм йәшәй абруйлы ауыл уҡытыусыһы Алик Һибәт улы Байғарин. Киләсәктә уға уңыштар, ҡоростай һаулыҡ теләйһе ҡала.” (“Башҡортостан” гәзите, 8 июнь, 2011 йыл, И.Ә. Шарапов, “Эше хөрмәт килтерҙе”.)
Остазым И.Ә. Шараповтың фекерен мин дә ҡеүәтләйем. Миңә, уҡытыусы булараҡ, өс тиҫтә йылға яҡын А.Һ. Байғариндың таблицаларын мәктәптә ҡулланырға тура килде. Таблица, беренсенән, уҡытыусының эшен еңелләштерһә, икенсенән, ҙур һәм ауыр темаларҙы блоклап аңлатыуға юл аса. Таблицаларҙың төрлө төҫтә бирелеүе лә уҡыусыға теманы еңел үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Әҙәбиәт теорияһы буйынса төҙөлгөн таблицалар комплекты республика мәғариф системаһында яңы күренеш булды. Рецензия яҙыусы Ф.С. Исҡужина, БДУ профессоры М.Х. Иҙелбаев уға юғары баһа бирҙеләр. Таблицалар нәшер ителгәнсе Учалы районының әҙәбиәт уҡытыусылары уларҙың күсермәһен ҡулдан эшләп алып, үҙ эштәрендә уңышлы файҙаландылар. Автор таблица сығарыуҙа ярҙам иткән М.Б. Юлмөхәмәтовҡа, С.Ғ. Кәримовҡа оло рәхмәтен белдерә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул, туған халҡының тарихын тәрәндән өйрәнеп, “Сәсәндәр төйәге” исемле китап яҙырға тотондо. Тирә-яҡҡа билдәле булған, данлыҡлы шәхестәр биргән Учалы районының Наурыҙ ауылы тарихын яҙыр алдынан тарихты, фольклор материалдарын төптән өйрәнде. Шулар нигеҙендә Наурыҙ (Ҡушкилде) хаҡында тулы мәғлүмәтле материал тупланып, “Наурыҙ – сәсәндәр төйәге” исеме аҫтында бүлек барлыҡҡа килде. “Мәктәп тарихы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт”, “Бөйөк Еңеүгә – 76 йыл”, “Арҙаҡлы шәхестәребеҙ”, “Сәсәндәр рухы әле лә йәшәй”, “Иман ҡайта ауылға”, “Һәйкәлдәр – тереләр өсөн” бүлектәрендә туған халҡының данлы, шанлы юлдарын яҡтыртты. Тәрән йөкмәткеле китапты яҡташтары яратып ҡабул иттеләр.
Талантлы уҡытыусының уҡыусылары араһында ҡәләм тибрәткәндәре лә бар. Шуларҙың икәүһе – Н. Хәмбәлиева, Р. Солтанова Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Түбәндә шиғри күңелле Мөхәмәтбаева Миннур Хәлфетдин ҡыҙының уҡытыусыһына арнап яҙған шиғырын тәҡдим итәм. (Шиғыр интернеттан алынды.)
Уҡытыусыма
(Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы А.Һ. Байғаринға)
Ҡобайырҙар үткән саҡта, сәсән булдың,
Йыр темаһын өйрәнгәндә, йырсы булдың,
Нәфис һүҙҙең тәьҫиренән ҡайһы ваҡыт,
Уҡытыусым, һинең нескә күңел тулды.
Телебеҙҙең аһәңлеген, моңлолоғон
Көйләп-һөйләп аңыбыҙға һеңдерҙең һин,
“Әҙәбиәт” тигән илдең ишектәрен
Иркен асып, беҙҙе әйҙәп индерҙең һин.
Һәр ғәмәлең, һәр бер һүҙең – гүзәл үрнәк,
Яҡшылыҡҡа ынтылдыҡ беҙ һинән күрмәк.
Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәрен туҡының һин:
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”
Йәшәй, йәшәй инанамын бер нәмәгә:
Бәхет булған һинең ҡулда белем алыу.
Уҡытыусым, ғүмереңдең үрҙәренә
Артылғанда белмә һис тә арыу-талыу.
Икенсе китапты яҙыу идеяһын тәҡдим иткәс, беҙ ихлас күңелдән бергәләп эшләү теләген белдерҙек. Идеябыҙ тормошҡа ашты. Ниһайәт, Алик Һибәт улы менән берлектә яҙылған “Тел һағында тороусылар” китабы өҫтәлебеҙгә килеп ятты. Китап барыһының да күңеленә хуш килде. Китап тыуғас, исем туйы ла була. Был байрам Илсе мәктәбендә юғары кимәлдә үткәрелде. Өфө ҡалаһынан, Белореттан килгән дәрәжәле ҡунаҡтар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәлендәге уңыштар, хәҙерге көн проблемалары хаҡында фекер алышты. Ҡунаҡтарҙың сығышында А.Һ. Байғариндың йәш уҡытыусылар өсөн маяҡ икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Уҡытыусы! Киң эрудициялы, тәрән фекерле, ғилемле, күҙҙәренән аҡыл һәм талапсанлыҡ нуры һибелеп торған Алик Һибәт улы – остаз да, кәңәшсе лә, ышаныслы дуҫ та ул! Уның данлы хеҙмәте һәм матур тормошо уҡыусылары өсөн йәшәү өлгөһө булып тора.
Үҙе үҫтергән балалары ла тыуған төбәгебеҙҙә билдәле урындарҙа ең һыҙғанып эшләй. “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән,” – тиҙәр бит.
Шағир Муса Сиражи әйткәнсә:
Уҡытыусы! Һин түгел бит
Тик һабаҡ уҡытыусы.
Һин – аңдарҙы яҡтыртыусы,
Йәндәрҙе яҡтыртыусы.
Р.Т. СОЛТАНОВА,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы