Бөтә яңылыҡтар

Ижады – сикһеҙ даръя

Бөйөк Ватан һуғышы яландарында сынығып, киләсәктә ил һәм халыҡ яңынан ошо дәһшәттәргә юлыҡмаһын өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итергә әҙер яугирҙар быуынының талантлы бер вәкиле; үҙенсәлекле лирикаһы, драмалары һәм сағыу публицистикаһы менән башҡорт әҙәбиәтен биҙәгән әҙиптәрҙең береһе.

Ижады – сикһеҙ даръя
Ижады – сикһеҙ даръя

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми халыҡ араһында киң танылған, яратып уҡылған, ҙур абруй яулаған шағир, оло шәхес булараҡ билдәле. Ул – ифрат бай, киң ҡоласлы ижади мираҫ ҡалдырған талант эйәһе.

Назар Нәжми – Бөйөк Ватан һуғышы яландарында сынығып, киләсәктә ил һәм халыҡ яңынан ошо дәһшәттәргә юлыҡмаһын өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итергә әҙер яугирҙар быуынының талантлы бер вәкиле; үҙенсәлекле лирикаһы, драмалары һәм сағыу публицистикаһы менән башҡорт әҙәбиәтен биҙәгән әҙиптәрҙең береһе.

Назар Нәжми башҡорт поэзияһының ҙур лиро-эпик формаларын бынамын тигән поэмалар, балладалар менән зиннәтләне. Шуның иң затлылары – “Әсә”, “Ҡайындар”, “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада”, “Дуҫ тураһында ун бер йыр”, “Йоҡлаған бала янында һүҙ”, “Күлдәк”, “Урал”, “Ғүмерлек йыр”, “Ағым”, “Бер туғандар”, “Иблис”, “Шағир һәм шаһ”, “Ике Зөләйха”, “Тере ҡан” поэмалары. Уларҙың  һәр береһе – лирик, драматик, трагик ваҡиғаларҙан үрелгән тәрән фекер һәм хистәр менән һуғарылған тормош күренештәренең поэтик һыны. Уларҙа авторҙың борсолоуҙары хәҙерге заман кешелек яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙарға ялғанып китә. Шағир донъя именлеге, халыҡтың бәхете, шатлығы өсөн үҙен бөтә булмышы менән яуаплы итеп тоя. Ул кешенең аҡылына ышана, уның күңеленә өмөт, дәрт осҡондарын һалырға ынтыла.

Шағирҙың яҙыу оҫталығының ҡайһы бер үҙенсәлектәренә яҡыныраҡ килеү маҡсаты менән был хеҙмәттә уның поэмалары өҫтөндә тикшереү алып барылды, сөнки тик бер әҫәрҙең тел үҙенсәлектәрен өйрәнеү генә шағирҙың ижади маһирлығын тулыһынса асып етә алмай.

Бөтәһенән элек шуны әйтергә кәрәк: Назар Нәжмиҙең поэмаларындағы һүҙҙәр ҡулланылышы, һүҙбәйләнештәр структураһы һәм һөйләмдәр төҙөлөшө ысын мәғәнәһендә халыҡсан: уларҙа һәр һүҙ үҙ урынында, тәрән мәғәнәле, һутлы. Бер һүҙбәйләнеште йәки һөйләмде икенсеһе менән алмаштырып булмай. Әҙип аҙ һүҙ менән күп мәғәнә аңлатыу, йәнле картина, образ тыуҙырыу өсөн туған тел хазинаһындағы бөтә тел-һүрәтләү сараларын, поэтик биҙәктәрҙе оҫта файҙалана. Әҫәр ҡайһы осорҙо сағылдырһа, Назар Нәжми шул ваҡытҡа хас тел менән ижад итә.

“Ҡапҡалар” поэмаһында “баллы кәрәҙ кеүек шаҙра” шағирҙың бала сағы, үҫмер йылдары, яу юлы сағылдырыла. “Ҡайындар” балладаһы һуғышта һәләк булған балалыҡ дуҫы Ҡәйүмгә, “Йоҡлаған бала янында һүҙ” поэмаһы яуҙа баштарын һалған йөҙ ҙә алтмыш биш ауылдашына хәтирә-бағышлау булып яңғырай. “Дуҫ тураһында ун бер йыр” һәм “Күлдәк” поэмаларында һуғыш арҡаһында тән һәм йән йәрәхәте алған геройҙарҙың тормошо һүрәтләнә.

Назар Нәжми әҫәрҙәре теленең иҫ киткес бай һүрәтләү сараларына эйә булыуы автор лексикаһының байлығы һәм халыҡсанлығы тураһында һөйләй. Бигерәк тә фразеологик берәмектәр ҙур эмоциональ-экспрессив көскә эйә. Шағир тарафынан ҡулланылған берәмектәр әҫәрҙең телен тағы ла күркәмләндереп, хәл-ваҡиғаларҙы образлы итеп күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Улар аша әҙип әҫәрҙең тәьҫир итеү көсөн бермә-бер арттырыуға ирешә, уға экспрессив мәғәнә бирә. Мәҫәлән: түбәм күккә тейҙе, баштарын һалғандар, ут йотҡаны, һөрән һалманыҡ, ҡойроҡ болғау, күҙ асып йомғансы, йөрәге өҙөлөп әрней, ҡото осто, керпек ҡаҡманы, йөрәк майы һыҙҙы, аҡыл яғы таҡыр, энә менән ҡойо ҡаҙыу.

Мин өйҙән дә, һинән дә хат алдым –

Мең шатлыҡты бергә кисерҙем.

 Түбәм күккә тейҙе, әй, туғаным,

Иҫтәреңә нисек төшөрҙөң?

(“Бер туғандар”.)

Ошо ер һәм ошо тормош өсөн

Үҙ баштарығыҙҙы һалғандар.

(“Бер туғандар”.)

Шағир булғас, кәрәк булырға

Иң ысыны һәм ут йотҡаны.

 (“Дуҫ тураһында ун бер йыр”.)

Һөрән һалманыҡ беҙ, ҡытлыҡ йылдар

Аша юлды дауам иткәндәр,

Берлинғаса барып етмәнекме

 Шул балтырған ашап үҫкәндәр.

 (“Ғүмерлек йыр”.)

Уға дошман, уның йән дошманы –

Ҡойроҡ болғау, ике йөҙлөлөк.

(“Ике Зөләйха”.)

Туҡта, ваҡыт, һин бер аҙға ғына,

Тик күҙ асып ҡына йомғансы.

 (“Әсә”.)

Тик йөрәге өҙөлөп әрней ине,

Күргән саҡта ҡала йәштәрен.

 (“Әсә”.)

Быны күргәс, тик вәзирҙең

Ҡото осто, осто ҡото.

 (“Шағир һәм шаһ”.)

Әҫәр теленең аһәңлеге, шиғри юлдарҙың камил ритмик-мелодик үҙенсәлеге мәҡәл һәм әйтемдәрҙә лә сағылыш тапҡан. Автор уларҙы туған телебеҙҙә ҡулланылғанса түгел, ә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғанан сығып, төрлөсә үҙгәртеп тә ебәрә:

Юҡ сағында – шүре, барҙа – бүре.

 (“Күлдәк”.)

Боронғолар әйткән: етмеш төрлө

Һөнәр ҙә аҙ егет кешегә.

Ҡулдарымдан күп эш килде кеүек,

Тик күбеһе бары төшөмә

Инеп кенә – хыял булып ҡына

Ҡалды миңә ғүмер буйына.

(“Ағым”.)

Бөтә йорттар ялт итеп бит торҙо,

Йылмайҙы йән, ауыл, оҫталыҡ,

Ә тик бына: “Тимерсенең ғүмер

Булмай балтаһы”, – тип йор халыҡ

Юҡҡа әйтмәгәндер... кешеләргә.

(“Ағым”.)

Яҙыусы әҫәрҙәрендә художестволы һүрәтләү, тасуирлау сараларынан метафора, эпитет, метонимия, гипербола һәм образлы оҡшатыу-сағыштырыуҙың бик күп төрҙәре ҙур урын алған. Уларҙы яһалыу яғынан ҡарап, синтетик, аналитик төрҙәргә бүлеп ҡарарға була. Мәҫәлән, аналитик сағыштырыуҙар: шикелле, һымаҡ, кеүек, төҫлө, ише һ.б.

Ә һин һаман бала шикелле,

Һоҡланаһың донъя төҫөнә.

(“Дуҫ тураһында ун бер йыр”.)

Зәңгәр күктең шундай асыҡ

Ҡыҙ ҡарашы кеүек мәле.

(“Йыр тураһында баллада”.)

Һәр береһе шәрбәт кеүек миңә

Тау аҫтында аҡҡан шишмәләр.

 (“Ҡапҡалар”.)

Аҡырыш та бында үкереш,

Әҙәм, гүйә, хайуан төҫөндә.

Ҡарай төҫлө болот күҙ йәш аша

Яҡшылыҡҡа, унан – яманға.

(“Иблис”.)

Өйөрмәләп, урам буйлап елдәр

Уҫал йыртҡыс һымаҡ ыжғыра.

(“Әсә”.)

Ята бала... Ялтыр арба

Алтын-көмөш бишек кеүек.

(“Күлдәк”.)

Шағир ғүмере ҡояш кеүек.

(“Шағир һәм шаһ”.)

Синтетик сағыштырыуҙар  -дай, -дәй, -ҙай, -ҙәй, -тай, -тәй, -лай, -ләй ялғауҙары ярҙамында яһала. Мәҫәлән:

Эйе, ғүмер Ағиҙелдәй аҡты,

Теге ваҡыт тик һал туҡталды.

 (“Ағым”.)

Ике йөрәк, ике яҡты яҙмыш

Бер ҡумыҙҙың ике ҡылылай...

(“Иблис”.)

Керпектәре көйгән күҙҙәй

Ҡарай хәҙер тәҙрәләр ҙә.

(“Ҡайындар”.)

-са, -сә ялғаулы һүҙҙәр сағыштырыу мәғәнәһе биреп киләләр. Был осраҡта -са, -сә сағыштырыу ялғауы “кеүек”, “шикелле”, “һымаҡ” бәйләүестәрен алмаштыра:

Егеттәрсә гел йылмайып торған,

Ҡыҫыла төшкән ҡара күҙҙәре.

 (“Ағым”.)

Хәл-ваҡиғаларҙы, хис-тойғоларҙы уҡыусылар иғтибарына еткереү өсөн әҫәрҙә уларҙың үҙенсәлекле билдәләрен сағылдырыусы художестволы аныҡлаусылар – эпитеттар ҡулланыла. Миҫалдар:

Ләкин һинең яҡты ғүмерең бар

Илгә биргән һалдат ҡанында.

(“Әсә”.)

Һәм юҡ ине ул сафтарҙың сиге,

Бөйөк ғүмер ине юлдары.

(“Әсә”.)

Назар Нәжми әҫәрҙәрендә бер үк предметты йәки күренеште күп төрлө эпитет характерлай. Мәҫәлән, яҡты ғүмер, бөйөк ғүмер, үткән ғүмер, утлы ғүмер; тыуған ер, йәшел ер, алтын ер, һалҡын ер, ялҡын ер. Миҫалдар:

Күлдәгем ул – алтын ерем,

Һалҡын ерем, ялҡын ерем.

(“Күлдәк”.)

Яңы йылда яңы бәхет теләп,

Береһен-береһе тәбрик итәләр.    

(“Әсә”.)

Автор үҙ әҫәрҙәрендә бер күренеште, төшөнсәне, предметты уға тығыҙ бәйләнештә булған икенсе әйбер исеме менән белдереүсе метонимия алымын да бик уңышлы файҙалана. Мәҫәлән:

Хәлһеҙ ине ауыл, хәлһеҙлекте

Хәлләндереү ҙә бит батырлыҡ.

(“Ағым”.)

Хәрәкәтһеҙ, тере бер мәйетте

Ҡаршы алды ауыл бергәләп.

(“Ике Зөләйха”.)

Ауыл кешеләрҙән тора, шуға күрә шағир, “ауыл халҡы” тигән мәғәнәне ҡыҫҡартып, дөйөмләштереп, ауыл образы аша бирә.

Әҙип шулай уҡ синонимдар һәм антонимдар менән оҫта эш итә. Был саралар телде төрләндерә, матурлай, һығылмалы итә, уның уҡыусыға тәьҫир итеү көсөн арттыра. Мәҫәлән:

Муллыҡ, байлыҡ, туҡлыҡ төҙөүсе һуң

Түгелме ни иген игеүсе.

(“Ағым”.)

Уҡытыусы! Мәрхәмәтле бер йән!

Бөтәһенә сабыр, түҙемле.

Айырылыу, ҡауышыуҙар,

Шатлыҡ, ҡайғы бергә килеп,

Был күлдәктә туҡылғандар,

Буйлыҡ менән арҡау кеүек.

(“Күлдәк”.)

Омонимдарҙың ҡулланылышы ла әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле итә:

Ҡайҙа барма – ерҙә яҙ һулышы...

“Яҙ! Яҙ!” – тиҙәр ҡырҙар, урмандар.

“Яҙ!” – тип, улар бөгөн матурланып,

Гел йәшелдән кейенеп торғандар...

 (“Яҙ! Яҙ!” – тиҙәр.)

Назар Нәжми әҫәрҙәрендә иҫкергән һүҙҙәр ҙә байтаҡ урын алған. Уларҙың төп ике төрө ҡулланыла: архаизмдар һәм тарихи һүҙҙәр. Мәҫәлән:

Хәтеремдә илдең аҙымдары, сабаталы сағы, һуҡалы.

(“Бер туғандар”.)

Көбөлә май яҙа Әсмә

Ә мөрйәнән сыға төтөн.

(“Күлдәк”.)

Назар Нәжми әҫәрҙәре лексикаһының нигеҙ өлөшөн, әлбиттә, төп башҡорт һүҙҙәре тәшкил итә. Әммә яҙыусы төрлө стилистик маҡсаттарҙа, образдарҙы типиклаштырыуҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе лә файҙалана.

Әҙиптең таланты уның синтаксик берәмектәрҙе оҫта, урынлы ҡулланыуында ла күренә. Тойғоло һөйләмдәрҙең бик үҙенсәлекле бирелеүенә иғтибар итегеҙ:

Һиңә бары ике йәш бит!..

Һине алһалар алла һуғыр!

Юҡ! – тинем мин.

(“Йоҡлаған бала янында һүҙ”.)

Ансаф! Ансаф! Аңлайһыңмы үҙең:

Ҡабатланмаясаҡ был минут!

(“Күлдәк”.)

Ниндәй матур! – тип ҡысҡырҙы әсә, –

Ниндәй матур ялҡын, ҡарағыҙ!

(“Әсә”.)

Подвиг яһау ул бәләкәй түгел –

Ысын батырлыҡ ул! Ғорурлыҡ!

(“Бер туғандар”.)

Һөйәктәре, – тип эсенән

Уйлай Гөлсөм, – хас атаһы...

Ҡыланыштары, ти Әсмә,

Ҡойоп ҡуйған олатаһы...

(“Күлдәк”.)

Эй, таяныс! Эй, һин дуҫлыҡ!

Йәшә шулай һин мәңгегә.

(“Йыр тураһында баллада”.)

О, ышаныр ине Әсмә

Хатта алла барлығына!

(“Күлдәк”.)

Эй, һин, урман! Кешеләрҙә һиңә

Күпме һөйөү, йылы ҡараш бар!

(“Ғүмерлек йыр”.)

Был миҫалдарҙа эмоциональ-экспрессив мәғәнәле һүҙҙәр, ымлыҡтар тойғоло һөйләмдәр барлыҡҡа килтергән. Улар әҫәрҙе яңғырашлы итеүҙә ҙур роль уйнай.

Әҙип шулай уҡ уҡыусының тойғоларына йоғонто яһау, телмәрҙе образлау, эмоциональ-экспрессив булдырыу маҡсатында риторик һорау һөйләмдәргә лә мөрәжәғәт итә:

Шағир булып кем һуң байыған?!

Әйтәсәктәр миңә: “Үҙ өҫтөңә

Күп алмайһыңмы икән һин тағы?”

(“Ҡапҡалар”.)

Яҙыусы теленең байлығы синтаксик ҡабатлауҙарҙа ла асыҡ күренә.

Ҡәйүм, Ҡәйүм! Их дуҫҡайым...

 (“Ҡайындар”.)

Тыңла! Тыңла! Аңлайһыңмы телен?!

(“Дуҫ тураһында ун бер йыр”.)

Миҫалдарҙан аңлашылыуынса, һүҙҙәрҙең ҡабатланып килеүе тойғоно көсәйтә төшә, телмәргә экспрессив мәғәнә өҫтәй. Яҙыусы әҫәрендәге ҡабатлауҙар анафорик йә иһә эпифорик рәт барлыҡҡа килтерәләр. Анафора – һөйләмде йәки шиғри юлды бер үк һүҙ йәки һүҙбәйләнеш менән ҡабатлау. Миҫалдар:

Ҡара тупраҡ – тыуған ерем,

Ҡара тупраҡ – торған ерем,

Ҡара тупраҡ – йәшел ерем,

Барҙыр һары сифаттары.

(“Ҡапҡалар”.)

Ул ҡойолған теләк, дәрт, өмөттән,

Ул ҡойолған аҡыл, ялҡындан.

 (“Шағир һәм шаһ”.)

Бында мәҙәк, бында сабыштар.

Бында ярыш, бында йүгерештәр,

Бында көрәш, бында алыштар.

Бында еңеү, бында еңелеүҙәр,

Бында дуҫлыҡ, бында мөхәббәт,

Бында йәшлек, бында олпат ҡартлыҡ,

Бында әҙәп, бында ҙур хөрмәт.

Әҫәрҙәрҙә һөйләмдәрҙең бер үк һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр менән тамамланыуы ла үҙенсәлекле:

Бөтәбеҙгә ул бер, бер генә

Әсәйгә бер, ағай, апайға бер,

Балаларына бер, миңә бер.

(“Бер туғандар”.)

Бындай төр ҡабатлауҙар эпифора тип атала.

Назар Нәжми әҫәрҙәрендә айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр ҙур ғына урын биләй. Мәҫәлән:

Бул һин, Ансаф, атайыңдай,

Тәүфиҡлы һәм кешелекле.

(“Күлдәк”.)

Ябай һандыҡ төптәрендә

Ята күлдәк, киндер күлдәк. 

(“Күлдәк”.)

Кейҙерегеҙ был күлдәкте

Ошо ерҙә, тыуған ерҙә.        

(“Күлдәк”.)

Әҙиптең әҫәрҙәренең теле бай, стиле шыма. Ул ҡулланған һәр стилистик алым һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе асыҡ итеп күҙ алдына килтереүҙә ҙур роль уйнай. Ғөмүмән, Назар Нәжми ижады – сикһеҙ даръя, уны әле беҙгә өйрәнәһе лә өйрәнәһе.

Р.Т. ХАЖИӘХМӘТОВА,

Дүртөйлө ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: