Бөтә яңылыҡтар

Өйгә бирелгән эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу

Я.А. СИРБАЕВА, Өфө ҡалаһының 114-се мәктәбе уҡытыусыһы

Өйгә бирелгән эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу
Өйгә бирелгән эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу

Теманың актуаллеге. Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләр башҡорт теленән өйгә бирелгән эштәрҙең ҡатмарлы булыуына, башҡорт теленән, инглиз телендәге һымаҡ, өйгә эш китаптары булмауына, тәҡдим ителгән ҡайһы бер эштәрҙең файҙаһыҙ булыуына, биремдәрҙең күбеһе күсереп яҙыуға ғына ҡоролоуына зарлана. Интернетта ҙур бәхәс уятҡан был мәсьәләне артабан мин методик темам итеп билдәләнем.
Ошо мәсьәләгә бәйле төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә: "Өйгә эштәр мәсьәләһе – тар мәсьәлә", "Был актуаль мәсьәлә түгел"... Ә инде ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт теленән өй эштәре бөтөнләй бирелмәүен асыҡлау бигерәк тә ҙур хафаға һалды. Хөрмәтле коллегалар, башҡорт теленән уҡыусыларыбыҙға былай ҙа "2" йә "3" билдәләрен ҡуймайбыҙ, бынан ары өйгә эштәр ҙә бирмәһәк?! Башҡорт теле дәрестәрен атай-әсәйҙәрҙән ғаризалар яҙҙыртып программаға индерттек. Телебеҙҙең бәҫен көс түгеп яулап алғандан һуң үҙ ҡулдарыбыҙ менән юҡҡа сығарабыҙ түгелме?
Өй эштәре – уҡыусыларыбыҙҙың мәктәптә алған белем һәм күнекмәләрен нығытыу, үҙаллылыҡтарын үҫтереү сараһы булып тора бит. Балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу, атай-әсәйҙәрҙә телгә ҡарата ыңғай ҡараш тыуҙырыу туранан-тура өй эштәренә бәйле, тип иҫәпләйем. Шуға күрә, артабанғы эшмәкәрлегем, йәғни балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу өсөн ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр системаһын булдырыу, тап ошо бурыстарҙан сығып билдәләнде.
Тема өҫтөндәге эште түбәндәге этаптарҙа тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт билдәләнде:
Беренсе этап. 2021/2022 уҡыу йылының беренсе ярты йыллығы. Эштең теоретик нигеҙен барлау, проблема тәрәнлеген асыҡлау, фәнни ғәмәлгә таянып өйрәнеү.
Икенсе этап. 2021/2022 уҡыу йылының икенсе ярты йыллығы һәм 2022/2023 уҡыу йылының беренсе ярты йыллығы. Методик теманы практик нигеҙҙә өйрәнеү, уның һөҙөмтәһен асыҡлау. Был этап үҙ сиратында киләһе эш төрҙәренә бүленде:
1) атай-әсәйҙәрҙән өй эштәренә ҡарата ҡарашын асыҡлау өсөн анкета тултыртыу;
2) уҡыусыларҙың башҡорт теленән өлгәшен асыҡлау маҡсатында диагностика үткәреү;
3) ирешелгән һөҙөмтәләрҙе барлау өсөн контроль диагностика ойоштороу.
Өсөнсө этап. 2022/2023 уҡыу йылы. Йомғаҡ яһау, йәғни, мәктәптең методик ойошмаһында өйрәнелгән тема буйынса сығыш яһау, асыҡ дәрестәр үткәреү, эш тәжрибәһен өйрәнеү буйынса методик йыйынтыҡ булдырыу.
"Өйгә эш нисек бирелергә тейеш?", "Өйгә эш аша уҡыусыла һәм атай-әсәйҙә телгә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт уятыуҙың ниндәй юлдары бар?", "Өйгә эштәр нисек баһаланырға тейеш?" тигән һорауҙар өҫтөндә эшләнем.
Тәүҙә тәҡдим ителгән өйгә эштәрҙә төрлө кәмселектәрҙе асыҡлау маҡсатында атай-әсәйҙәрҙән анкета һорауҙарына яуап алдым. Уларҙы һеҙ экранда күрәһегеҙ. Ошо һорауҙар нигеҙендә өйгә эш биреүҙә түбәндәге етешһеҙлектәр асыҡланды:
– күп осраҡта өйгә эш тәнәфескә ҡыңғырау шалтырағас, ашыҡ-бошоҡ бирелә;
– өйгә эштәр буйынса бер ниндәй ҙә аңлатыу эше үткәрелмәй;
– өйгә эштәр дәреслектәге теге йә был күнегеүҙе күсереп яҙыу, текстарҙы уҡып сығыу менән генә сикләнелә;
– өйгә эш менән ҡыҙыҡһындырыу эше үткәрелмәй;
өйгә эштәр нигеҙҙә тикшерелмәй, баһаланылмай ҡала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйгә эштәр "күҙ буяу" өсөн генә бирелә булып сыға!
Өйгә бирелгән эштәр киреһенсә, баланың ҡыҙыҡhыныуын уятырға, эҙләнергә, үҙ эшмәкәрлектәрен ойошторорға мәжбүр итергә тейеш.
Шуға күрә, мин "Күңелле өйгә эштәр" тип аталған өй эштәре картотекаһын булдырҙым. Был картотека башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе башланғыс класс уҡыусылары өсөн эшкәртелде. Унда бар эштәр ҙә эш программаһына ярашлы, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Картотекала кластағы уҡыусыларҙың белем кимәле төрлө булыуы ла иҫәпкә алынған – эштәр өс вариантта тәҡдим ителә.
Күреүегеҙсә, был карталар сағыу һәм иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тора. Уларҙы уҡыусыларға өйгә биреп ҡайтарам. Атай-әсәйгә "ниндәй өйгә эш" тип чаттарҙан, электрон журналдарҙан эҙләп ултырыу кәрәкмәй, улар балаларҙың ҡулдарында.
Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим. Башҡорт теле буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа тест һорауҙарына яуап биреү, диалог төҙөү кеүек эштәр осрай. Минең ошо йүнәлештәге эштәр, тимәк, олимпиадаға ла әҙерлек булып тора.
Иғтибар итегеҙ, өйгә эштәрҙең бер төрө – вайндар эшләү. Улар ғаиләлә башҡорт телен аңлау, үҙ-ара башҡортса һөйләшеү өсөн яҡшы сара.
Вайндар ҡарағандан һуң, әлбиттә, һәр өйгә эште баһалайым. Электрон журналға "Афарин! Һоҡланғыс ғаилә!" һәм башҡа шуға оҡшаш комментарийҙар яҙам. Әлбиттә, бындай йылы һүҙҙәр һәр кемдең күңелен күтәрә, телгә ҡарата ыңғай ҡараш тыуҙыра, "ябыҡ ишектәр"ҙе лә аса.
Ғөмүмән, өйгә эштәр – белем биреүҙең бер этабы ғына түгел, бәлки улар тотош бер тормош мәктәбен тәьмин итәлер...

Өйгә бирелгән эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу
Өйгә бирелгән эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу
Өйгә бирелгән эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу
Өйгә бирелгән эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: