Беҙҙең календарь

Ф.Ғ. ХИСАМИТДИНОВА (1950 – 2023) Башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын өйрәнеүгә, үҫтереүгә күп көс һалған ғалимә, профессор, Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында донъяға килә. Бала сағынан уҡ уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ Белорет педагогия училищеһына уҡырға ингән. 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетын уңышлы тамамлап, Белорет һәм Ауырғазы райондары мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Фәнгә ҡыҙыҡһыныуы көсәйгәс, СССР Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының аспирантураһын һайлай.

1978 йылдан 1985 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1980 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1993 йылда фән докторы дәрәжәһенә эйә була.

1985 йылдан Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, декан вазифаһын башҡара. Был осорҙа ул башҡорт филология факультетын ойоштороуға, яңы кафедралар булдырыуға, уларҙы уҡытыу-методик әсбаптар, белгестәр менән тәьмин итеү, матди-техник базаһын яҡшыртыу йәһәтенән күп көс һала.  

1995 йылдан 1998 йылға тиклем – Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы министры була, йәш быуынды тәрбиәләүгә, милли үҙаңды уятыуға тос өлөш индерә.

1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор урынбаҫары булып эшләй. Ә 2005 йылдан институтты етәкләй.

Ф.Ғ. Хисаметдинова бер үк ваҡытта йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

Телсе-ғалимә – фәнни-методик хеҙмәттәр, монографиялар, һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары, хрестоматиялар, программалар һәм мәҡәләләр авторы.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас