Әнейем Ғәйнихаят иртә таңдан тороп эшкә сығып китә, ҡояш байығанда ғына ҡайта. Сәлихйән абзыйым 1942 йылда фронтҡа китте. Рифҡәт абзыйым буйға бигерәк бәләкәй булған. Фахрниса апайымдың хәтерләүенсә, 13 йәштә уға 10 йәш бирерлек тә булмаған. “Сабынлыҡта ат китеп бара, кем уны йөрөтә икән тип килеп етһәң, кузлала Рифҡәт ултыра. Оҫта итеп атты егә, йөрөтә, тәрбиәләй, сбруйҙарын йүнәтә, бигерәк уңған бала ине”, – тип хәтерләй ине. Эштең иң ауырына ла зарланмай тотондо, бесән ташый, тиреҫ сығара, ферма малдарын ҡарауҙа ла эшләй ул. 14 йәше тулғас, Белорет ҡалаһында ФЗО-ла булды, унан металлургия комбинатында эшләне. Өфөнөң Еңеү паркында ҡуйылған монументта минең ошо абзыйым да бар. Ул хаттарында, йәшник өҫтөнә баҫып станокта эшләйем, тип яҙа ине.
1941 йылда 10 йәше тулған Миңлекәй апайым үҙенән өлкәнерәк ҡыҙҙар менән яҙҙан утау эшендә йөрөй, ул бөтөүгә бесән осоро башлана, өлкәнерәк ҡыҙ-малайҙар ҡул менән сапһа, апайымдар кипкән бесәнде йыйып, күбәгә һалалар. Кәбән ҡойорға өлкәндәр булдымы икән ул ваҡытта, тип уйланам хәҙер.
Иген йыйыу башланһа, ураҡ менән ашлыҡ урған атай-инәйҙәр артынан көлтә бәйләйҙәр. Гөлкәй апайым, уға ҡарап, шул бәләкәй генә ҡулың менән нисек көлтә бәйләнең икән, тип аптырай торғайны. Ашлыҡ йыйыу октябрь башына йомғаҡлана башлаһа инде, мәктәпкә уҡырға баралар.
Гөлкәй апайым менән беҙ икәү өйҙә эш башҡарабыҙ. Икәү түгел, өсәү инек. Һуғыш башланғас, Әмирхан абзыйымдың ғаиләһенән Йәүҙәт кенә тороп ҡалды. Тәүҙә ҡарсәйем, унан ике ҡыҙы, еңгәбеҙ гүр эйәһе булдылар. Өс йәшлек Йәүҙәт атламай ине, ике апайым уны алмаш-тилмәш күтәреп йөрөттөләр. Әнейем яҙ көнө, һуңғы һарыҡты һуйып, ҡайын бөрөһө, япрағы, тағы әллә ниндәй үләндәр менән парландырып, тирегә төрөп, һылап, Йәүҙәтте аяҡҡа баҫтырҙы. Әнейемдең ҡулдары доғалары шифалы ине. Ҡулдан төшкәс, Йәүҙәтте өйҙә тотоп та булманы. Гөлкәй апайым менән икәүләп өй эштәрен атҡарабыҙ, сепарат йыуабыҙ, киптерәбеҙ, яңынан йыябыҙ. Йәй көнө ишек алдын таҙа тотоу ҙа беҙҙең өҫтә. Иң ауыры устай ашлыҡты ҡул тирмәнендә тартыу ине: апайым тирмән ташын аяғына бәйләп ултыра, мин тубыҡланып тирмәнде әйләндерергә ярҙамлашам. Тары булһа, уны килелә төйөп, кәбәгенән айырабыҙ, киленең төйгөсө ауыр, икебеҙ ике яҡтан тотоп эшләйбеҙ. Бөтмөр апайым аҙаҡ уны кәбәге ҡалмаҫлыҡ итеп таҙарта.
Яҙ башланһа, тоҡсай тотоп, ашарға яраҡлы үлән йыябыҙ, еләк өлгөрһә, ҡаршы тауға йә Эсе инеше буйына, май комбинатынан ары ергә барабыҙ. Йәшел кәстрүлдең ике яғынан тотоп, тултырып алып ҡайтабыҙ. Ултырып таҙартып, кис әнейем эштән ҡайтҡас, ҡатыҡҡа һалып ашайбыҙ, ҡалғанын лапас аҫтына һалып, киптерәбеҙ. Ҡыш сәйгә йә булмаһа бәлеш бешерергә ярап тора. Көндөҙ әнейем ойоторға ҡуйып киткән ҡатыҡ өлгөрә, өҫтө матур төҫтә күҙҙең яуын алып тора, тик беҙ боҙоп ашарға баҙнат итмәйбеҙ, эштән арып ҡайтҡандар менән бергәләп ултырыуҙы көтәбеҙ. Табын янында көндөҙгө мәшәҡәттәр онотола, әнейемдең ҡайтыуы – үҙе шатлыҡ, үҙе байрам. Түҙемле булған әнейебеҙ, бер ваҡытта ла насар эшләгәнһегеҙ, еренә еткермәгәнһегеҙ тип асыуланманы. Үҙе етем үҫкән бала булараҡ, маҡтауға ла һаран ине, балаларының эшен нисек бар, шулай ҡабул иткән ул. Һуғыш башланғанда, Гөлкәй апайыма 6 йәш, миңә 4 йәш ине. Шул бәләкәстәрҙән ниндәй һөҙөмтәле эш көтөргә була инде?
Колхоз иген йыя башлаһа, яҡын баҫыуҙан башлай, ошо баҫыуҙа тороп ҡалған башаҡты үҙебеҙ өсөн йыйырға рөхсәт ителә. Башаҡтарҙы уста тиреп, киптереп, әнейем ҡайтыуға әлеге лә баяғы ҡул тирмәнендә он яһап ҡуябыҙ. Әнейебеҙ ондан ҡамыр яһап, көлгә күмеп, икмәк бешерә. Ишек алдында эңер яҡтылығында балаҫ өҫтөндә теҙелеп ултырып, самауыр артында икмәк ҡушып сәй эсәбеҙ. Үҙе бер ҡәҙерле заман булған икән.
Олораҡ ҡыҙҙар менән апайым мине ҡалдырып, Ҡаҫмарт буйына һыу инергә китә. Ҡайтҡанда һыу аша туғайҙа ҡарағат йыйып, дегәнәк япрағына төрөп йыйып алып ҡайта. Әнейем ҡарағат, сейә, муйыл ҡушып ҡышҡылыҡҡа ҡорот киптерә. Ул тәмлекәстәрҙе ауыҙға алыу менән, әллә ниндәй нимәләр ашап туйған кеүек хис тыуа. Әле лә ауыл халҡы ҡоротҡа төрлө ҡатнашмалар ҡушып яһай, халыҡ уйлап табыуға маһир ул, шул ризыҡтар һәр ваҡыт өҫтәлдә булһын ине.
Мәктәпкә уҡырға төшкәс, апайым, күлдәгенең итәген киң итеп йәйеп ултыра ла, миңә яҡын ултырма, уҡырға-яҙырға ҡамасаулайһың, ти торғайны. Яҙырға китап биттәре йә грифель таҡтаһы бар. Уны күтәреп мәктәпкә лә йөрөтә, һөртөргә сепрәк, аҡбур булмаһа, күмер алып китә. Өйҙә уҡыған дүртенсе бала булһа ла, уның уҡығаны, шиғыр ятлағаны миңә ҡыҙыҡ булып тойола ине.
Яҙ көндәрендә уны мәктәптән ҡайтыуын көтөп алабыҙ. Ҡаҫмарт йылғаһына яҡын Ҡасҡынсы аша һалынған күпер генә тороп ҡала, шуға ул урап ҡайта. Шаулап, ағастарҙы тамыры менән аҡтарып ағыҙған Ҡасҡынсы буйына төшөүе ҡурҡыныс. Ә туғайҙа ҡуян тубығы өлгөрә, берәр таяҡ осо менән ҡаҙыһаң, бармаҡ башындай бүлбәһе бар, шуның бер нисә бөртөгөн ашаһаң да күңел була. Йылға буйына бер үҙем ҡурҡам төшөргә, ажғырып аҡҡан һыу минең арттан йүгергән кеүек тойола. Апайым ҡайтҡас, күңел тыныс. Икәүләп ҡуян тубығы ашайбыҙ.
1945 йылда мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. Гөлкәй апайым нисектер мәктәпкә инеп китте, ә мине дошман балаһы уҡырға тейеш түгел тип, ишек төбөндә торған малайҙар индермәй. Мин күҙ йәше түгәм, мәктәп коридорының тәҙрәһе аша ҡарап апайым илай. Шул ваҡыт һуғыштан ҡайтҡан йәрәхәтле уҡытыусы килеп етте. “Ниңә илайһың?” – тине ул. “Ул дошман балаһы!”– тиештеләр малайҙар.
Ул ағай “бала атаһы өсөн яуап бирмәй, уҡырға тейеш” тигәс, мәктәпкә индем.
Шуныһы ҡыҙыҡ, апайым өсөнсө класта, мин – беренселә, бер үк уҡытыусыла уҡыйбыҙ. Минең китаптарҙы, дәфтәрҙәрҙе Гөлкәй апайым бер сепрәк сумкаға һалып йөрөтә. Бер көн минең әйберҙәрҙе алмаған, мин дәрестәр буйы ҡул ҡаушырып ултырҙым. Әнейемә миңә лә сумка тегергә тура килде. Үҙ йөгөңдө үҙең тартырға һабаҡ бирҙе ул.
1947 йылда армиянан ҡайтҡан Сәлихйән абзыйымды Әлибай мәктәбенә уҡытырға юлланма бирҙеләр, әнейем уның менән күсергә булды. Уҡытыусы ғаиләһенә налог һалынмай, заем ҙур, налог түләүҙән йонсоған әнейем ошо ҡарарын үтәне. Гөлкәй апайым 5-се класты тамамлау өсөн Байышта тороп ҡалды. Ул йылдың ифрәт ныҡ ҡоролоҡтан тыуған мәрхәмәтһеҙ аслығын ныҡ кисерҙе. Мәктәптән ҡайтҡас, ауылдың түбәнге осонда йәшәгән Хәбибә инәйгә барып бер стакан ҡатыҡ эсеп, тамаҡ туйҙырып йөрөгән. 1948 йылда Әлибайҙан Абҙанға йөрөп 6-сы класты тамамланы. 1949 йылда икәүләп Абҙан мәктәбендә уҡыныҡ. 1953 йылда апайым мәктәп бөтөрҙө. Тимирязев исемендәге институтҡа конкурстан үтә алманы, мәктәптә пионер вожатый булып эшләне. Икенсе йылына студент булып китте. Студент йылдары ла еңел булманы уның. Тырыш, маҡсатына ирешеүсән шәхес булараҡ бөтә көсөн уҡыуға йүнәлтә, кистәрен көндөҙ эшләп бөтмәгән эштәрен дауам итә. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Стипендия алып уҡый. Ул уҡыған ваҡытта Миңлекәй апайымдың ике курс алдан уҡыуы ла ярҙам итә. Ике стипендияны ҡушып, бер-береһен ҡеүәтләп, ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Гөлкәй апайымдың тырышлығына ҡарамаҫтан, көнсөл класташы, төркөмдәше университеттың ректорына, дошман балаһына стипендия бирәһегеҙ, тип ғариза ҙа. Апайым ниндәй сәбәп, ниндәй яңылышлығым өсөн саҡырталар икән тип ректор бүлмәһенә инә. Чанбарисов ағай уҡыуы тураһында һораша, апайым уҡыуҙың еңел бирелмәүен, күп көс, ваҡыт талап итеүен әйтә, тырышыуы тураһында һөйләй. Итәғәтле, кеше күңелен яҡшы аңлаған ағай, артыҡ һүҙ әйтмәй, тынысландырып тырышып уҡы, һүҙ тейерлек булмаһын тип өгөт-нәсихәтен биреп сығара.
Уларҙың төркөмөнән күренекле ғалимдәр Вәли Псянчин, Марат Минһажетдинов, Марат Зәйнуллин һәм башҡалар сыҡты. Гөлкәй апайым да үҙ өлкәһендә арҙаҡлы, хөрмәтле, талантлы уҡытыусы булды. Уның кәңәштәрен, күрһәтмәләрен коллегалары ла ихлас ҡабул итеп үҙ эштәрендә ҡулланды. Рус телле балаларҙы туған телен яҡшы үҙләштереп, тормошта ҡулланыу, үҙ фекерен туған телендә әйтә белерлек итеп тәрбиәләү еңел бирелмәй. Әйткәндәй, университетта өсәүләп бергә уҡыныҡ. 1957 йылда мин дә биология факультетына уҡырға индем. Гөлкәй апайым менән – өс, Миңлекәй апайым менән бер курс бергә уҡыныҡ. (Шамат Мөхәмәт улы Назаров, математика уҡытыусыһы, минең менән танышып, Сәлмән ағайҙың өс ҡыҙы бер уҡыу йортонда уҡыуына ҡыуанысын белдерҙе.)
1960 йылда уҡыуын тамамлап, Гөлкәй апайым Ейәнсура районының Күгәрсен мәктәбендә эшләне. Мәктәптә күбеһенсә йәштәр, улар бер-береһенә ярҙамлашып, дәрестән тыш эштәрҙә әүҙем ҡатнашып, тырышып эшләйҙәр. Спектаклдәр ҡуялар, концерттар ойошторалар, район үҙәгендә, тирә-яҡ ауылдарҙа ла сығыш яһайҙар. Ошо әүҙем эштәрен баһалап, комсомолдың өлкә комитеты Гөлкәй Сәлмән ҡыҙын Почет грамотаһы менән бүләкләй.
Тормошҡа сыҡҡас, 1-се Республика башҡорт интернат-мәктәбендә 10 йыл тәрбиәсе булып эшләй. Ошо дәүерҙе эш тәжрибәһе туплау осоро тип иҫәпләй ул. Т.Х. Аслаев, М.Г. Мозафаров, К.Ф. Мөхәмәтйәновтарҙан үрнәк алып, тормошҡа шатланып, эш алымдарына өйрәтеүенә рәхмәт уҡый. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы уны маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Уға ниндәй төркөмдө тәрбиәгә тапшырһалар ҙа, балаларҙы үҙ балаһы кеүек ҡабул итеп, иң матур балалар минең төркөмдә тип шатлана торғайны.
1971 йыл уҡыу йылы башланыуға, икенсе йыл эшләгән 20-се мәктәп үҙ бинаһына күскәс, Гөлкәй апайымды башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырҙылар. Һәр ваҡыт уҡыта алмай йөрөгәненә көйөп йөрөгән апайым ҡанатланып риза булды. Шул уҡ ваҡытта үҙе тәрбиәләгән балаларҙы ла онотманы, иң яҡшы тырыш тәрбиәсегә ышанып ҡалдырҙы.
20-се мәктәпкә үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе йыйҙылар. Бер генә миҫал: Бибинур Рамазановна тәрбиәсе булараҡ үҙ телен белеп етмәгән балаларға телде тиҙерәк үҙләштереп, байытыу өсөн көн һайын берәр генә куплет шиғыр биреп ҡайтара. Бер ай эсендә бала үҙ туған телендә аралашырлыҡ һөйләшә башлай. Ә балалар күбеһе балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә гел русса ғына аралашҡас, үҙ телен бөтөнләй белмәй ине. Ошо шарттарҙа халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары ҙур тырышлыҡ, ысынында көрәш менән асылған башҡорт мәктәбенә балаларҙы ҡала буйлап бөртөкләп йыйҙылар. Ә уҡытыусы-тәрбиәселәр ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Үҙ ысулдары, тырышлығы менән телебеҙҙең байлығын матурлығын, яғымлылығын, Рәми Ғарипов әйтмешләй, бер телдән дә кәм түгел икәнлеген уҡыусыларына еткерҙеләр. “Һеҙ халҡыбыҙҙың күренекле улдары-ҡыҙҙары, элитаһы булырға тейешһегеҙ!”, – тип тәрбиәләнеләр беҙҙе ти ғорурлыҡ менән беренсе сығарылыш уҡыусылары.
Гөлкәй апайым үҙ эшенең оҫтаһы, абруйлы уҡытыусы булды. Белеме, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша белде. Бергә эшләгән коллегаларына теге йәки был теманы балаларға аңлайышлы, улар ҡабул итерлек булһын өсөн тарихи материалдар менән бәйләү ысулдары менән бүлеште. Уҡыусыларҙы театрҙарға, концерттарға йөрөтөүҙе лә ойошторҙолар.
Мәктәп кимәлендә концерттар ҡуйыу, район-ҡала кимәлендә конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа уҡыусыларҙың һәләттәрен асыуға булышлыҡ итә. Һәр концерт сығышына кейемдәр, аксессуарҙар йыйыу тәрбиәләү мәктәбенә, йыйнаҡлыҡҡа, халҡыбыҙға хөрмәт уятыу сараһына, аҡыл, әҙәби-тел байлыҡтарын күрһәтеүгә лә әйләнә. Ошо мәктәптән сыҡҡан сәнғәт әһелдәре, беҙгә Гөлкәй Сәлмәновна сәнғәт юлына фатиха бирҙе, тиҙәр. Уҡытыусы өсөн һәр бер дәрес – ижад емеше. Мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән бер уҡытыусы: “Материалды белһәң, дәрес биреү еңел ул”, – тине. Ә минең апайым бер уҡыу йылында 17 асыҡ дәрес, йәғни бер айҙа ике асыҡ дәрес биргән. Ул дәрестәр артында күпме сығанаҡ, белем, эске кисерештәр. Дәрескә үҙ эшенең оҫталары булған уҡытыусы-методистар, дәрес бирелә торған материалды яҡшы белгән кешеләр килеп ултыралар. Улар алдында ҡаушамай, әйтергә теләгән уй-фекереңде, бирелә торған теманың асылын уҡыусыларға ғына түгел, дәресеңә килгән ҡунаҡтарҙың ла күңеленә еткереү бурысы тора. Шул уҡ ваҡытта һин планлаштырған тема дәрес барышында яңы йүнәлеш алыуы ла мөмкин. Дәрес бер-береһенә оҡшамай, яңы проблемалар тәҡдим итеүе мөмкин. Апайым, биргән дәрестәренән ҡәнәғәт булып, килгән ҡунаҡтарға телдең, әҙәбиәттең нескәлектәрен аса алыуына шатлана ине. Дәрестәргә әҙерләнеү өсөн өйөндә яҙыусыларҙың китаптары, журналдар, гәзиттән йыйылған материалдар күп ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһендә лә тулыһынса шул уҡ әҫәрҙәр, һәр ваҡытта алып балаларға күрһәтеп, уҡып еткерергә мөмкинлек булдыра ине.
Апайымды кластан тыш эштәр буйынса етәксе итеп тәғәйенләгәс, тынғыһыҙ кешегә айырыуса мәшәҡәтле осор башланды, ул үҙенең класы эше өсөн генә яуаплы түгел, мәктәп кимәлендә башҡарылаһы эштәр ҙә уның иңенә төшә. Ҡайһы бер әсәләр үҙҙәре ҡарап өлгөрмәгән йәки иғтибар бирмәгән етешһеҙлекте апайымдың хатаһы тип ҙурайтырға тырышалар. Ул ундай ғәйепләүҙәргә эштә була торған етешһеҙлек тип ҡараны, шуға күрә эшен атҡарып сығыу өсөн көсөн, иғтибарын бер йүнәлештә туплай белде, юҡ-бар ығы-зығыға сарыф итмәне.
Апайым шул тиклем аҡыллы ине, кеше араһындағы бәйләнеште рәтләргә лә, балаларға иғтибар бүлергә лә форсат таба ине. Шуға бер баланың фекере дәлил: “III класты рус мәктәбендә уҡыным, мин класта бер үҙем башҡорт, уҡытыусым мине һәр ваҡыт ҡыйырһытты, мин мәктәптән биҙҙем. Әсәйем мине 20-се мәктәпкә алып килде. Класс етәксем – Гөлкәй Сәлмәновна! Бына ошо асыҡ, мөләйем ҡатынды мин беренсе уҡытыусым тип иҫәпләйем. Уның тураһында күңелдә яҡты иҫтәлектәр генә!”.
“Гөлкәй Сәлмәновна беҙҙең икенсе әсәй”; “Гөлкәй Сәлмәновнаның тырышлығы менән институтҡа уҡырға керҙем. Уға ҙур рәхмәт”; “Иң яҡшы уҡытыусы, мәктәптең йөҙөн булдырҙы”; “Мәктәп бөтөүгә 11 йыл тулғанда Гөлкәй Сәлмәновнаны урамда осраттым, бер сәғәттән ашыу йылы һөйләшеү булды. Минең класс етәксеһе булмаһа ла, исем-фамилиямды хәтерләй”. Уҡыусыларының йылы иҫтәлектәре былар.
Икенсе бер уҡыусы әсәһенең һөйләүе буйынса хәтерләй: “Гөлкәй Сәлмәновна Өфөнөң иң матур ҡыҙы була. Н.С. Хрущевты Өфөгә килгән ваҡытта ҡаршылап, икмәк-тоҙ биреү Гөлкәй Сәлмәновнаға тапшырыла. Уның толомдары үксәһенә етеп тора, ә былай йөрөгәндә сәсен башына урап һалып йөрөтә ине”. Был хәтирәләрҙең шаһиты мин.
Төхвәт Хәлилович Аслаев, Н.С. Хрущевты ҡаршыларға һин генә лайыҡлы тип, уны Өфө ҡала советына алып китте. Апайыма башҡорт милли кейемен кейҙереп ҡарайҙар, уның һылыулығы кейем аҫтында юғалып ҡала. Шуға күрә иң ябай кейем – итәк, аҡ кофта тәҡдим итәләр.
Ул көн ямғырлы, һалҡынса ине. Поезд килеп туҡтағансы вокзал бинаһында торалар. Аҙаҡ апайым: “Был ҡулдар ябай түгел, батшалар ҡулын ҡыҫҡан ҡул ул”, тип шаярта ине. Шул моменттар фотография хәлендә ҡайҙалыр һаҡланалыр әле. Ул – апайым тормошоноң бер эпизоды ғына.
Уҡыусылары уны бик хөрмәт иттеләр. Бер сығарылыш уҡыусылары картондан миҙал яһап “Самой мудрой учительнице” тип яҙып бирҙеләр. Ошондай баһа хөкүмәт баһаларынан өҫтөн! Хөкүмәт тә апайымды, ҡайҙа эшләһә лә, баһаларға күмде. “Уҡытыусы-методист” булды, район, республика кимәлендә бихисап маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Иң ҙур баһа – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме булды. Гөлкәй апайым радио-телевидениела барған тапшырыуҙарҙа ла йыш ҡатнашты. Һүҙе, фекере тос, тыңлаусыларҙың күңеленә барып етәрлек ине уның.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш балалары” китабын ҡотлаған ваҡытта ошо сараға түңәрәк икмәк бешереп алып килгән. Икмәк һуғыш осоро балаларына бөтәһенән дә ҡиммәт ризыҡ ине. Уны сараны ойоштороусыларға тапшырыу икмәккә оло хөрмәт, ҡәҙер итеү билдәһе булды.
Гөлкәй апайым “Башҡортостан” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе таныҡлығын алыуҙы оло бер байрамға тиңләне. Һәр бер ябай ғына сараға ла ысын күңелдән шатлана, ғорурлана белде ул. Интернат-мәктәптә тәрбиәләгән балалар ҙа һәр ваҡыт янына килеп йөрөнөләр, балалары үҫкәс, институттың ятағына урынлашҡансы унда йәшәнеләр ҙә. Шул балаларҙың юғары уҡыу йортона кереүҙәренә лә шатланды. Өфөлә йәшәгән уҡыусылары онотмай, әмәле булған һайын класташтары менән йыйылып килеп ҡыуандырҙылар апайымды. Апайым ифрат ҡунаҡсыл булды. Һуңғы ваҡытта, ҡаты сирләүенә ҡарамай, береһе киләм тип шалтыратһа, ашын, бәлештәрен әҙерләп, өҫтәлгә ҡуя ине. Мәшәҡәтле булһа ла, ҡаҙаҡ һалмаһы әҙерләй. Уның был һыйы муллыҡ, етеш йәшәүҙең билдәһе кеүек тойола ине. Шул аҙыҡтарҙы әҙерләүгә бөтә күңелен һала, килгән ҡунаҡтарына оло хөрмәт күрһәтә ине.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙҙарының береһе, туған телде өйрәнеүгә, һаҡлауға бар ғүмерен арнаған уҡытыусы, апайым Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужинаның беҙҙе ҡалдырып китеүенә ете йыл була. 15 сентябрҙә уға 90 йәш тулыр ине. Уның яҡты рухы, онотолмаҫ кәңәштәре күңел түрендә һаҡлана.