Бөтә яңылыҡтар

«Урал батыр» эпосы нигеҙендә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

Н.И. ХӘБИБУЛЛИНА, 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы  – 2025” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе

  1. Ойоштороу. Темаға алып инеү.

 Хәйерле көн, хөрмәтле жюри ағзалары, буласаҡ коллегаларым! Һеҙҙе ошо  матур көндә сәләмләүемә шатмын! (Эпостан өҙөк яңғырай.)

– Был юлдар ниндәй әҫәрҙән? (Студенттар яуаплай.)

– Эйе, мәшһүр “Урал батыр” эпосынан. Мин бала саҡтан “Урал батыр” эпосын ятлап, уны төрлө сараларҙа һөйләп үҫтем. Был һөйөүөм студент йылдарында тағы ла нығынды. Күңелемдә йөрөткән ошо бөйөк хисте балаларҙың күңеленә түкмәй-сәсмәй еткереү теләге көслө ине. Был юлда мин уңышҡа өлгәшә алғаныммы? (Экранда “Урал батыр” эпосы буйынса конкурс күренештәре, уҡыусыларҙың еңеүҙәре, шат йөҙлө балалар, дипломдар күрһәтелә.)

– Ҙур конкурста еңеү яулап, Шүлгәнде күргең килһә, “Урал батыр” эпосын ятла!” тип күҙҙәре янып торған уҡыусыларыма ҡарап, мин дөрөҫ юлдамын тип уйлайым.

“Урал батыр” эпосы буйынса эшемде бөгөн мәктәптә методик яҡтан киңәйтәм. Беҙҙең гимназияла “Урал батыр” фольклор театры эшләп килә.  Мин – етәкселәрҙең береһе, ҡала шарттарында ике генә йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, театр түңәрәгебеҙ ярайһы уҡ уңыштарға өлгәште. (Видеолар, грамоталар күрһәтелә.)

Бөгөн мин һеҙгә уңыш серем менән бүлешмәксемен.

Шулай итеп, оҫталыҡ дәресемдең темаһы “Урал батыр” эпосы нигеҙендә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү” тип атала. Оҫталыҡ дәресенең  маҡсат һәм бурыстарын һеҙ экранда күрәһегеҙ.

Маҡсат. “Урал батыр” эпосы нигеҙендә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү” темаһы буйынса уңышлы һәм отошло  тип һанаған эш алымдары менән уртаҡлашыу.

Бурыс. Оҫталыҡ дәресендә  ҡатнашыусыларға һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыуға юл күрһәтеү; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә булышлыҡ итеүсе алымдар именән таныштырыу, уларҙы практикала ҡулланыу юлдарын  өйрәтеү.

  1. Төп өлөш.

– Хөрмәтле студенттар, иҫкә төшөрөгөҙ  әле, ни өсөн ата йортон ҡалдырып китә, ҡайҙа юл тота? (Яуаптар тыңлана.)

– Эйе. Йәншишмәнән тере һыу эҙләй ул. Бөгөнгө беҙ ҙә  һеҙҙең менән тере һыу эҙләргә юлға сығабыҙ. (Экранда – карта.)

– Оҫталыҡ дәресенең ҡағиҙәһе бик ябай: беҙ серле кубикты һелтәй барабыҙ, “Урал батыр” эпосы буйынса һорауҙарға яуап бирә барабыҙ. Ә мин методик сер менән уртаҡлаша барам. Шулай итеп тәүге серле  кубикты һелтәйек. (Студенттар кубикты ташлай.)

  1. Эш дәфтәре. “Урал батыр” эпосын өйрәнеү өсөн махсус эш дәфтәре булдырҙым. Ул ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр, төҫлө һүрәттәр менән байытылған, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә иҫәпкә алып төҙөлгән. Дәфтәрҙә маркер менән яҙып-юйып мөмкинлеге булыуы уҡыусыларҙа ҡурҡмай яҙыу, рәхәтләнеп эшләү теләге,  ҡыҙыҡһыныу уята.   

Хөрмәтле студенттар, беҙ ҙә ошо дәфтәрҙә башҡорт эпосы буйынса белемебеҙҙе һынап ҡарайыҡ әле. (Дәфтәрҙә 5-се күнегеүҙе бергәләп эшләйҙәр.)

– Афарин! Был эш дәфтәре нимәһе менән үҙенсәлекле һәм файҙалы тип уйлайһығыҙ? (Студенттар фекерҙәре менән уртаҡлаша.)

– Эйе, был эш дәфтәре беҙ “Урал батыр” эпосы буйынса  белемебеҙҙе киңәйтергә ярҙам итә. Яҙып юйыла торған дәфтәр уҡыусыларҙы хаталарҙан ҡурҡмай эшләргә өйрәтә.

– Юлыбыҙҙы артабан дауам итәйек. (Экранда – карта.) Киләһе кубикты ташлағыҙ.

  1. “Мин кем?” уйыны. “Урал батыр” эпосын өйрәнгәндән һуң, уҡыусыларыма геройҙарҙы иҫтә ҡалдырыу өсөн “Был кем? Был  нимә?” уйынын тәҡдим итәм. Уйындың шарты бик ябай. “Урал батыр” эпосын иң яҡшы белеүсе студентты таҡта янына саҡырам. (Студент сыға.)

– Һин  “Урал батыр” эпосының бер персонажын  төрлө һорауҙар аша асыҡлап белергә тейешһең. Һорауға дуҫтарың “эйе” йә “юҡ” тип кенә яуап бирә. (Уйын уйнала.)

– Рәхмәт! “Урал батыр” эпосын иң яҡшы белеүсе студентыбыҙҙы алҡышлап алайыҡ! Шулай итеп, был уйын ни яғы менән әһәмиәтле? (Яуаптар дөйөмләштерелә.)

– Эйе, тап шулай, уйын фекерләү һәләтен үҫтерә, белемен камиллаштырырға ярҙам итә – уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә.

Юлыбыҙ дауам итә, хөрмәтле студенттар! Кубик һеҙҙе көтә! (Кубик ташлайҙар. Экранда карта күрһәтелә.)

  1. Команда менән уйын.  “Урал батыр” эпосын өйрәнгәндә, әлбиттә, аудирование –тыңлап-аңлау ҙур ярҙам итә. Бөгөн кешене тыңлап аңлай белеү мөһим. Шуға ла “Урал батыр”эпосын өйрәнеүҙә кластан тыш эшмәкәрлек өсөн аудиояҙмалар менән уйын булдырҙым.

Һеҙҙең иғтибарлылыҡты, хәтерегеҙҙе нығытыу өсөн, аудиотекстар ярҙамында уйын уйнап  алайыҡ. Ике командаға бүленеп онлайн форматта уйнайбыҙ. (Уйын уйнала.)

– Был уйын ҡыҙыҡлымы? Әһәмиәте нимәлә? (Студенттар яуаплай.)

– Эйе, белемде камиллаштырыуҙан тыш, командала бергә эш итергә өйрәтә ул.

Юлыбыҙ аҙағына яҡынлаша, тағы бер кубикты ташлағыҙ! (Студент кубикты һелтәй, картала артабанғы юл күренә.)

  1. Инсценировка. (Уҡытыусы эпосты өйрәнеүҙең йомғаҡлау этабы хаҡында һөйләй, студенттар менән бергә ҡыҫҡа инсценировка әҙерләнә.)

III. Рефлексия.

– Минең оҫталыҡ дәресем оҡшанымы һеҙгә, буласаҡ коллегаларым? Бөгөнгө юлыбыҙҙың осона сыҡтыҡ, тере һыуҙы таптыҡ! Афарин! (Дәрестә ҡатнашыусыларға махсус һауыттарҙа зәм-зәм һыуы таратыла.)

 Театр түңәрәге ойоштороуҙың әһәмиәтен бергәләп билдәләйек. (Фантазия үҫешә, хәтер нығына, коллектив менән эшләү күнекмәләре барлыҡҡа килә, һүҙлек байлығы арта, телмәр мәҙәниәте барлыҡҡа килә, балаларҙың эмоциональ кәйефе һаҡлана һ.б.)

– Эйе, “Урал батыр” фольклор театрының әһәмиәте ҙур. Беҙ  балаларға үҙебеҙҙең алтын мираҫыбыҙҙы тапшырабыҙ, күңелдәренә әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата ихтирам орлоҡтары сәсәбеҙ. Оҫталыҡ дәресендә тәҡдим ителгән эштәр “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһен, асылын аңларға ярҙам итә.  

Һеҙгә дәресебеҙ өсөн  оло рәхмәтемде белдерәм. Именлек, әүҙем матур тормош теләйем! Заманса белем алыу серҙәренә төшөнөп, артабан мәктәптәрҙә халҡыбыҙҙың ул-ҡыҙҙарын илһөйәр шәхестәр итеп үҫтерерһегеҙ тип ышанам!

 

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас