Дискуссия майҙансыҡтарында

Бөрө ҡалаһында Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе сиктәрендә уҙғарылған  «Башҡортостан Республикаһының төбәк тел сәйәсәтен иҫәпкә алып мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреүҙә  Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу» темаһы буйынса майҙансыҡ уҙҙы. Бында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеүҙе етәкләүсе урындағы үҙидара органдары белгестәре, методистар, Мәғариф министрлығы эргәһендәге Республика ата-әсәләр советы вәкилдәре, дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаларының милли мәғариф мәсьәләләре буйынса директор урынбаҫарҙары ҡатнашты.  

Дискуссия майҙансыҡтарындаДискуссия майҙансыҡтарында
Дискуссия майҙансыҡтарында

Кәңәшмә алдынан ҡатнашыусылар Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы эшмәкәрлеге менән танышты. Факультеттарҙың һәм колледждың интерактив майҙансыҡтары эше, ғилми һәм практик психология лабораторияларын күрҙе.  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе яҙыусы-романсы Һәҙиә Дәүләтшина музейындағы һирәк табылған фотографиялар тарихы тураһында уҡыу йортоноң белгесе, филология фәндәре кандидаты, доцент, әҙәбиәт белгесе Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова һөйләне. Әҙибәнең шәхси кейемдәре лә музейҙа урын алған.

Пленар өлөштә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева сәләмләне. Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы директоры Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы Морат Нил улы Ишемғолов «Федераль дәүләт белем биреү стандартын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларында Башҡортостан Республикаһының туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе ойоштороу тураһында» сығыш тыңланылды. Шулай уҡ «Мәктәпкәсә белем биреү системаһында туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы методик советының эш йомғаҡтары» Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина райондарҙа балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асыуҙағы сетерекле мәсьәләрҙе асып һалды. Төбәктең 54 районында һәм 4 ҡалала балалар баҡсаһының эштәре менән танышып сығыла. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһында башҡорт төркөмө яҡшы эш башлаған.

Кәңәшмәлә ике йүнәлеш буйынса фекер алышыу үтте. «Милли мәктәпкәсә белем биреүҙең йөкмәткеһе тураһында мәсьәләләр буйынса идарасылар һәм методистар менән асыҡ һөйләшеү» түңәрәк өҫтәлендә:  туған телдәрҙе мәктәпкәсә белем кимәлендә өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеү методикаларын анализлау, милли этномәҙәни мөйөштәрҙе рәсмиләштереү, ата-әсәләрҙе, өлкән быуын вәкилдәрен белем биреү процесына йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Педагогия фәндәре кандидаты, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн башҡорт теле буйынса уҡыу әсбаптары һәм программалар авторы Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Нафиҡова «Мәктәпкәсә белем биреү кимәлендә туған телдәрҙе өйрәнеүҙе методик тәьмин итеү тураһында», Әлфиә Вәкил ҡыҙы Әбделмәнова «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеү буйынса мультимедиа һәм цифрлы ресурстар тураһында», «Өфө ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында «Аҡбуҙат» проектын тапшырыу йомғаҡтары тураһында Өфө ҡалаһының ҡала округының Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәгенең мәктәпкәсә белем биреү бүлеге мөдире Гөлнара Мәғзән ҡыҙы Гоголева  таныштырҙы. Шулай Бөтә Рәсәй конкурсыһы еңеүсеһе Әлиә Риза ҡыҙы Ишдәүләтова балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын өйрәнеү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты, кәңәштәрен еткерҙе.

Сибай ҡалаһының «Балаларҙы үҫтереү үҙәге – «Ҡурай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Хәҙит ҡыҙы Әмирова уйын комплекстары буйынса «Тылсымлы тирмә» уйынын тәҡдим итте.

Дөйөм белем биреү йүнәлешендә  Милли мәғариф ресурс үҙәгенең директоры модератор Әлфиә Вәкил ҡыҙы Әбделмәнова алып барҙы. Бында ресурс үҙәгенең баш белгесе Алита Даян ҡыҙы Лоҡманованың «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада йомғаҡтары тураһында» сығышында уҡыусыларҙың белемгә талаптарҙы, ә филология фәндәре кандидаты, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова «2025 йылда туған тел һәм туған әҙәбиәт буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы йомғаҡтары »тураһында бәйән итте. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры  Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма проекттары менән таныштырҙы. Милли музей директоры, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Арыҫлан улы Әлибаев «Әҙәби музей дәрестәре яңы контенттарҙы формалаштырыу нигеҙе булып тора» тигән темаға сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Быйылғы уҡыу йылының еңеүсеһе, 2-се «СМАРТ» Республика полилингваль күп профилле гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы Хәбибуллина «Полилингваль белем биреү шарттары: заман саҡырыуы һәм уҡытыусы үҫеше өсөн мөмкинлектәр»  буйынса эшмәкәрлеге тураһында һүҙ алып барҙы. 

          Артабан барлыҡ ҡатнашыусылар « Милли дөйөм белем биреүҙең йөкмәткеһе буйынса идарасылар һәм методистар менән асыҡ һөйләшеүселәр» түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Бында федераль дәүләт белем биреү стандарттарында үҙгәрештәр, төбәк тарихын өйрәнеү, яңыртылған дәреслектәр буйынса етди әңгәмә ҡоролдо. Сара яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина бюсына сәскәләр һалыу менән тамамланды. Кәңәшмәлә шулай уҡ, үҙ эшенең оҫталары булған тәрбиәселәр Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Дискуссия майҙансыҡтарында
Дискуссия майҙансыҡтарында
Дискуссия майҙансыҡтарында
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас