

Яңы уҡыу йылы – яңы йыл кеүек һағынып көтөп алған халыҡ байрамы. Етди әҙерлек, өмөт-хыялдар тулы һәм өр-яңы уңыштар вәғәҙә иткән күңелдәрҙе үтә тулҡынландырғыс мәл. Ә инде уҡытыусылар һәм мәғариф өлкәһендә эшләгән белгестәр өсөн өр-яңы һорауҙар ҡуйған яуаплы осор.
Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең туған тел уҡытыусылар ассоциасияһы менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә мәғрифәт юлында «Әҙәбиәт менән тел – бер ҡоштоң ике ҡанаты», тип ныҡ ышандырып, берҙәм ҡалып иңгә-иң терәшеп, нисәмә йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп үҙем эшләй.
Яңы уҡыу йылына эш йүнәлештәрен сағылдырған «Төп саралар план»ын бер тауыштан булып хуплап ҡабул итте туған тел уҡытыусылары. Унда тик әҙәбиәтте үҫтереүгә генә арналған байтаҡ әһәмиәтле саралар теркәлгән. «Кәтибә Кинйәбулатова уҡыуҙары», «Йәғәфәрова уҡыуҙары», «Сәләм уҡыуҙары», «Аҡмулла уҡыуҙары», «Хәкимов уҡыуҙары», «Рафиҡов уҡыуҙары», Магнит ҡалаһында «Атайсал» проекты, Учалы мәғариф бүлеге менән берлектә «Туған тел – аҫыл мираҫыбыҙ һәм рухи байлығыбыҙ» тип нығынған тәбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыуға арналған ижади семинар – бына ошондай һәм башҡа йөкмәткеле саралар, файҙалы эштәр көтә алда.
«Башҡортостан матбуғатына яҙылыу компанияһында бергә һәм берҙәм ҡатнашыу», тигән пункт та сағылыш тапты конференция резолюцияһында.
Ҡоншаҡ район хакимиәте менән мәктәп коллективы уҡытыусылар йыйынын юғары кимәлдә уҙғарыуға бөтөн тейешле шарттар булдырғайны. Силәбе өлкә һәм Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы, Силәбе өлкә Башҡорт ҡоролтайы мәртәбәле йыйынды сәләмләп лайыҡлы уҡытыусыларҙы дәртләндереп наградалар менән ихлас бүләкләне, гөлләмәләр тапшырҙылар.
Силәбе өлкәһенең туған тел уҡытыусыларына һәм уның башында тороусы әсәләрсә хәстәрлекле Ассоциация етәксеһе Зимфера Ғәфүр ҡыҙына, барлыҡ педагогтарға һәм мәғариф сиситемаһы хеҙмәткәрҙәренә үтә яуаплы эштәрендә берҙәмлек, ихласлыҡ һәм яңы илһамлы ижад миҙгеле теләйбеҙ!
Ҡамса МОРТАЗИН.