Көҙгө сыуаҡ көн зыярат ҡылыуҙан башланды, Айбат ауылы имам-хатибы Мөхәммәт Нафиҡов мәрхүмә рухына аят бағышланы. Төшкә саҡлы эш ике йүнәлештә барҙы: китапханала Кәтибә Кинйәбулатова музейы менән танышҡас, яҙыусылар шағирә тураһындағы йәнле иҫтәлектәр менән бүлешһә, уҡытыу-тәрбиә эшенә арналған илһөйәрҙәр тәриәбиәләү сараһы Мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусыларының ижади проекттарын ҡарауға бағышланды.
Китапханала ҡунаҡтар бер юлы Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Михаил Вороновтың «Недаром помнит вся Россия» тип аталған тематик күргәҙмәһе менән танышты, унда тәжрибәле китапханасы Вера Ивановна картиналарға бәйле тарихи сәхифәләрҙе мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Төштән һуң әҙәби уҡыуҙар Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Райондың төрлө ауылдарынан килгән китапханасылар һәм уҡыусылар Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙарын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яңғыратты. Башҡортостан ҡунаҡтары китапанала Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары өсөн байтаҡ китаптар һәм журналдар бүләк итһә, ҙур залда Яҙыусылар берлеге рәйес урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән йәш яҙыусылар секция етәксеһе Айгөл Йәмилова, яҙыусы Венер Исхаков менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйет Билаловтың сәнғәтле сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде.
Төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе шағирәнең ҡәҙерле туғандары байрамдың түренән урын алды. Ғалим һәм публицист Азат Кинйәбулатов был юлы ла ҡосоҡ-ҡосаҡ бүләктәр алып килгәйне. Китапхана яңы китаптар менән байыны. Яҙыусының илһамлы сығышын зал рәхәтләнеп тыңланы. Ә инде лайыҡлыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Рәсәйҙең «Белем» йәмәғәтселеге исеменән Рәхмәт хаттарын тапшырыуы силәбеләрҙе артабан да матур эштәр башҡарыуға дәрләндерҙе, күңелдәрен ҡеүәтләне, рухландырҙы.
Әҙәби уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар Арғаяш район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Наталья Пыхтинаға, тыуған-яҡты өйрәнеүсе эҙәрмән Флүрә Истамғоловаға, Ҡолой ауыл мәҙәниәт йорто һәм Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәренә мәҙәниәт яуында күрһәткән ихласлыҡ һәм фиҙакәрлек өсөн оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Ҡамса МОРТАЗИН, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.