Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
29 Сентябрь 2025, 13:13

Б.Бикбайҙың "Ҡаһым түрә" драмаһы (дәрес-анализ)

Г.А. ҠОТЛОҒӘЛӘМОВА, Сибай гимназияһы уҡытыусыһы   Маҡсат.  Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһын өйрәнеүҙе дауам итеү, анализлау; уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы фекер йөрөтөргә, уй-фекереңде башҡаларға еткерергә өйрәтеү, ижади эшкә йәлеп итеү; 1812 йылғы Ватан һуғышы, халҡыбыҙ тарихы менан ҡыҙыҡһыныу, үткәнебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ, бөгөнгө заман, Махсус хәрби операция  менән бәйле әңгәмә аша балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Мультимедия проекторы, презентация: Б. Бикбайҙың фоторәсеме, 1812 йылғы Ватан һуғышына бәйле документаль, әҙәби әҫәрҙәрҙән, газета-журналдарҙағы материалдарҙан торған күргәҙмә.

  

 

                       Башҡортомдоң тотҡан төп ҡоралы-

Кәкре ҡылыс менән уҡ икән,

Әй… был имперҙе бөтә айҡап сыҡтым

Башҡортомдан батыры юҡ икән.

                              «Мөхәмәтҡолой» йыры

                                                   

                                             Дәрес барышы

  1. I. Ойоштороу. Инеш һүҙ.

– Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар! Данлы тарихыбыҙҙы һүрәтләгән әҫәрҙәрҙең береһе Бикбайҙың Бикбайҙың «Ҡаһым түрә»  драмаһын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.

  1. II. Өй эшен тикшереү.

– Дәрес башында, уҡыусылар, һеҙгә үтелгән теманы иҫкә төшөрөү, Б. Бикбай  тормошо, ижады тураһында үтелгәндәрҙе үҙләштереү кимәлен тикшереү өсөн кроссворд сисергә тәҡдим итәм. (Кроссворд сисеү.)

  1. Б. Бикбайҙың  тыуған ауылы. (Ҡалта.)
  2. Б. Бикбайзың бала саҡта яратып уҡыған яҙыусыһы. (Ғ. Туҡай.)
  3. Ул нисә йыллыҡ мәктәпте тамамлай? (Һигеҙ йыллыҡ.)
  4. Б. Бикбайзың «Ер» поэмаһындағы образ. (Халыҡ обаразы.)
  5. 1922 йылдан һуң ҡайһы ҡалала педагогия техникумында  уҡый?           (Ырымбур ҡалаһында.)
  6. Буласаҡ яҙыусының ата-әсәһе кем булып эшләгән? (Уҡытыусылар.)
  7. «Ҡаһым түрә» драмаһында кире образ. (Ҡолтүбә.)
  8. Б.Бикбайҙың билдәле поэмаһы. («Ер».)
  9. «Ҡаһым түрә» драмаһында Байыҡ кем ул? (Сәсән.)
  10. Аҙағында фажиғә менән тамамланған драма жанры нисек атала? (Трагедия.)
  11. Б. Бикбайҙың «Аҡселән ташҡанда» әҫәренең жанры. (Роман.)

12.Б. Бикбайҙың  С. Юлаевҡа арналған драмаһы. («Салауат».)

  1. Ҙур күләмле шиғри формалағы жанр. (Поэма.)
  2. Б.Бикбайҙың ҡыҙ исеме менән аталған драмаһы. («Ҡарлуғас».)
  3. «Илау» һүҙенең синонимы. (Һыҡтау.)
  4. Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһында сотник. (Садыҡай.)

(Кроссвордты сискәс, «Ҡаһым түрә» драмаһы тигән һүҙ килеп сыға.)

III. Дәрес темаһын, маҡсаттарын асыҡлау.

– Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә ниндәй әҫәргә анализ яһаясаҡбыҙ? (Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһына.)

– Һеҙ драманың йөкмәткеһе менән таныш, дәрескә маҡсаттарҙы бергәләп билдәләйек.

(Әҫәрҙең йәкмәткеһенә анализ эшләү, Б. Бикбайҙың ижадын өйрәнеү, 1812 йылғы Ватан һуғышы, тарихыбыҙ, Ҡаһым түрә тураһында белемдәребеҙҙе тәрәнәйтеү.)

  1. IV.Төп өлөш.

 – Эпиграфты тасуири уҡып сығып, уның дәрескә ҡарата бәйләнешен билдәләйек. (Башҡорт халҡы ниндәй генә яуҙарҙа ҡатнашмаһын, үҙен һәр ваҡыт батыр, ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп танытҡан,1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы, Украинала барған махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың  батырлығы менән бәйле әңгәмә ойошторола.)

– Афарин, ә хәҙер бирелгән өлгөнө ҡулланып, драманың йөкмәткеһенә анализ эшләйек.

  • Драмаға анализ
  1. Жанры , жанр үҙенсәлектәре.
  2. Яҙылыу ваҡыты, әһәмиәте.
  3. Темаһы.
  4. Идеяһы.
  5. Һүрәтләнгән осор.

6.Композицияһы.

  1. Образдар системаһы.
  2. Тел-стиль үҙенсәлектәре.

–  Жанры, жанр үҙенсәлектәре тураһында нимә әйтер инегеҙ?

(Әҫәр драма жанрында ижад ителгән, сәхнәлә уйнау өсөн тәғәйенләнгән, шаршауҙарға, күренештәргә бүленгән, диалог, монологтар  аша геройҙарҙың характерына ҡылыҡһырлама бирәбеҙ, декорация, грим, костюмдар мөһим роль уйнай.)

– Яҙылыу  ваҡыты ҡасан? Һеҙҙеңсә, ни өсөн тап ошо осорҙа ижад ителгән?

(1941 – 1942 йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы  осоронда, илебеҙ азатлығы өсөн барған көрәштә һалдаттарҙы данлы үткәндәребеҙ яңы еңеүҙәргә әйҙәһен, дәртләндерһен тигән маҡсатта ижад ителгән. Әҫәрҙә рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығы сағылдырылған. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында тәүге әҫәр булыуы менән әһәмиәтле.)

– Темаһы ниндәй? (1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың рус халҡы менән бергә ил азатлығы өсөн көрәше, полководец Ҡаһым түрәнең тормошо, эшмәкәрлеге.)

– Идеяһы ниндәй, әҫәрҙең яҙылыу маҡсаты нимәлә, нисек уйлайһығыҙ?

(Б. Бикбай был драмала башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы һәм һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын,  хәрби традицияларын тасуирлай. Бының менән ул  милли ғорурлыҡ, батырлыҡ сифаттары тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.)

– Һүрәтләнгән осор тураһында нимәләр беләһегеҙ? (1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында тарихи факттар менән танышыу.  1-се уҡыусының сығышы тыңлана. Экранда фотоматериалдар күрһәтелә бара.)

    – Уҡыусылар, ошо яуҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында документтарҙа ниндәй мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған?

2-се уҡыусы сығышы:

 – 1798 – 1830 йылдарҙа Сибай ауылы (Иҫке Сибай) кантон үҙәге булып тора. 1812 йылғы Ватан һуғышына ебәреү өсөн 15-се полк төҙөлә, меңәрләгән ат, кешеләр йыйылып яуға оҙатыла. Француздарҙың ҡотон алған Килмәк атлы урядник, Биктимер Мотаевтың улы есаул Ғәли Биктимеров, ейәне сотник Әхтәм Байгилдин, есаул Ҡотлозаман, Бикбулат һәм Алтынша Теүәлбаевтар   «За взятие Парижа 18 марта 1812 года»,  «В память войны 1812 года» тигән көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.

– Композицияһы, әҫәрзең төҙөлөшө тураһында нимә әйтер инегеҙ? (Уҡыусылар сюжет элементтарын иҫкә төшөрәләр, әҫәр буйынса экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше,  кульминация,  сиселешкә тап килгән урындарҙы табып уҡыйҙар.)  

 – Образдар системаһына туҡталайыҡ. Драмала төп образдар кемдәр, улар тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ, ыңғай һәм кире образдарҙы айырығыҙ. (Драманың төп образы – халыҡ, был образ Аҡназар, Аҡъегет, Аҫылбикә, Байыҡ, Егор, Ядкәр, Садыҡай кеүек персонаждар аша асыла. 

Уҡыусылар персонаждарҙың һәр береһенә ҡыҫҡаса характеристика бирә.)

– Ҡаһым түрә образы драмала нисек бирелә? (Уҡыусылар Ҡаһым түрә образын ҡылыҡһырлай.)

Ҡаһым түрә  тураһында мәғлүмәттәргә туҡталып китәйек.

  3-сө уҡыусы сығышы:

Ҡаһым түрә – Ҡаһым Мырҙашев Башҡортостандың хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында 1778 йылда тыуған. Башҡорттарҙан тәүге булып Петербург хәрби академияһын тамамлай, 22 йәшендә полковник дәрәжәһенә лайыҡ була.

Халыҡ араһында йөрөгән «түрә» ҡушаматы менән уға академия тамамлағас өндәшә башлайҙар, икенсе төрлө ул «етәксе» тигәнде аңлата.     

Ҡаһым түрәнең данлыҡлы полководец булыуы  риүәйәт, легендаларҙа, халыҡ йырында асыҡ сағылыш тапҡан. Башҡорттар уны сикһеҙ хөрмәт иткән. Аҡыллы, белемле яу башлығы халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған.

Үкенескә күрә, 1813 йылда француздарҙы еңеп ҡайтып барғанда рус императоры вельможалары уны, икенсе Салауат булып ҡуймаһын, тигән уйҙа ағыулап үлтерәләр.

2008  йылдың 19 авгусында Ҡаһым түрәнең тыуған ауылы Айыусыла уға арнап  стелла асыла.

– Рәхмәт, уҡыусылар, ысынлап та батша ярандары  Ҡаһым түрәнән икенсе Салауат сығып ҡуймаһын тип ҡурҡалар, драмала ла был турала һүҙ бар. Тағы ла  Салауат, Ҡаһым кеүек халҡыбыҙҙың данын күтәреүсе, азатлығы өсөн йәнен аямаған ниндәй ил батырҙарын беләһегеҙ? (Кинйә, Алдар Иҫәнгилдин, Ҡараһаҡал, Батырша һ. б.)

– Кире образдар Фольгнер менән Ҡолтүбәгә ниндәй характер сифаттары хас? (Уҡыусылар образдарға характеристика бирә.)

  • Төркөмдәрҙә эш.

 – Әҫәрҙе анализлауҙың артабанғы этабы – драманың тел-стиль үҙенсәлектәре. Уларҙы билдәләү өсөн 3 төркөмгә бүленеп эшләйек.

1-се төркөм драмала мәҡәлдәр-әйтемдәрҙе табып уҡып ишеттерә.  

2-се  төркөм башҡорт халыҡ йырҙарын эҙләй.

3-сө төркөм тарихи лексикаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе билдәләй. (Һәр төркөм бирелгән эш буйынса үҙаллы эшләй һәм сығыш яһай.)

 – Афарин, ысынлап та Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһының теле бик бай, әҫәрҙә мәҡәлдәр, әйтемдәр күп ҡулланылған, халыҡ ижады өлгөләре – йырҙар символик мәғәнәгә эйә. Тарихи һүҙҙәрҙе лә дөрөҫ билдәләнегеҙ.

  • Ижади эш.

 – Уҡыусылар, эшебеҙҙе йомғаҡлап, бөгөнгө дәрес буйынса «Ҡаһым түрә», «Башҡорттар» темаһына  синквейн төҙөргә тәҡдим итәм.

  1. Теманы асыҡлаусы исем.
  2. Предметты баһалаусы ике сифат.
  3. Предметҡа хас булған өс ҡылым.
  4. Теманың йөкмәткеһен асыусы фраза.
  5. Уҡыусының темаға ҡарата үҙ фекерен бер һүҙ менән  сағылдырған һығымта яһаусы исем.

 (Уҡыусылар синквейн өлгөһөн иҫкә төшөрә, ижад итә, уҡып ишеттерә.)

  1. V.Баһалау.

– Уҡыусылар, һеҙҙеңсә, бөгөн кемдәр дәрестә әүҙем ҡатнашты? Ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? (Уҡыусылар бер-береһенең эшенә баһа бирә.)

  1. VI. Өйгә эш. (Эштәр уҡыусыларҙың ижади  төркөмөнә ҡарап бирелә.)

1-се ижади төркөм яу яланында төрлө йылдарҙа батырлыҡтар күрһәткән ил батырҙары тураһында мәғлүмәт таба;

 2-се төркөм «Мин – режиссер» темаһына инша яҙа (уҡыусылар үҙҙәрен спектаклде ҡуйыусы режиссер итеп күҙаллап, пландары, уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша);

 3-сө төркөм 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында интернет селтәре аша слайдтар әҙерләй.

VII. Йомғаҡлау.

 – Афарин,  уҡыусылар, теманы яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. Ни тиклем йөкмәткеле ижади эштәр башҡарғанһығыҙ. Бөгөн дәрестәге эштәрҙең ҡайһылары һеҙгә айырыуса оҡшаны һәм ни өсөн? (Уҡыусыларҙың дәрес тураһында  фекерҙәрен тыңлау.)

– Рәхмәт, уҡыусылар, дәресте арҙаҡлы ил ағаһы Ғ. Хөсәйеновтың түбәндәге һүҙҙәре менән тамамлағы килә: «Әҙәм балаларының төрлөһө бар. Ҡәҙерлеһе, ҡәҙерһеҙе, халыҡтан да ала ла ҡола ла тыуа. Әммә халыҡты халыҡ иткән, мәртәбәһен күтәрешкәне тәүгеләре. Ҡәҙерле балалары менән халыҡ үҙе ҡәҙерле, ти.»

Киләсәктә һеҙҙең дә халҡыбыҙҙы халыҡ итеп мәртәбәһен күтәрешкән, илебеҙҙең үткәндәрен  белгән, киләсәге өсөн янған, ҡәҙерле халҡыбыҙҙың ҡәҙерле балалары булып үҫеүегеҙҙе теләйем!  

 

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас