Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда арҙаҡлы шәхес  Азамат Тажетдинов исемендәге «Сәсәндәр иленә сәйәхәт»  тигән ижади бәйге эштәренә йомғаҡ яһаны.

Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!
Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!

Баймаҡ район ҡоролтайы менән Ниғәмәт ауыл биләмәһе, Баймаҡ Журналистар союзы менән “Һаҡмар” гәзите редакцияһы сараны ойоштороусылар булараҡ матур әҙерләнгән. Ярышҡа Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов бәйгеселәрҙе дәртләндереү маҡсатында бүләктәр әҙерләгәйне. Сара юғары ойошҡанлыҡ, күркәм тамаша һәм халыҡ байрамы рухында уҙҙы.

Республиканың Баймаҡ, Әбйәлил, Ишембай, Хәйбулла райондарынан, күрше төбәктәр – Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән бәйгеселәр ҡатнашты.

«Был ижад байрамы ғүмерле буласаҡ, сөнки беҙ күмәкләшеп Азамат Тажетдинов исемендәге мәктәп баҡсаһында матур теләктәр теләп, ҡолас йәйеп үҫер ағастар ултырттыҡ,»    –  тине  сикһеҙ шатланып Сәфинә сәсәниә.

Силәбе вәкилдәре  –  Межозерный ҡасабаһының балалар баҡсаһы шәфҡәт туташы, Яйыҡбикә сәсәниә Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы Зөлҡәрнәева менән Мәғнит ҡалаһының «Аҡ ҡауырһын»  әҙәби берекмә етәксеһе Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙы Хәкимова ижады мәртәбәле бәйгелә лайыҡлы баһаланды. Сәмле яҡташтарыбыҙ сәсәндәр бәйгеһен ҡеүәтләп призлы урындар яуланы.  Улар байрамда рухташтары менән аралашып бүләктәр алып һөйөндөләр.

Ҡәләмдәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, ә сәсәндәр йыйынын матур итеп ойошторғаны өсөн ут күршеләргә сикһеҙ рәхмәттәр белдерәбеҙ!

Ҡамса МОРТАЗИН,                                                                                  Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.

Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!
Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!
Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!
Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!
Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!
Баймаҡтар – уңғандарға бай яҡтар!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас