

Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дүртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла. Башҡорт ҡурайының тасуирламаһы сит ил белешмә баҫмаларында ла урын тапҡан. Мәҫәлән, 1913 йылда Нью-Йоркта немец телендә Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet тигән музыка ҡоралдары полиглоссарийы нәшер ителгән булған. Уның 235-се битендә ҡурай тап башҡорт халыҡ уйын ҡоралы тип аталып, нисек эшләнеүе һүрәтләнгән. Үҙ нәүбәтендә баҫма 1896 йылда донъя күргән «Русская музыкальная газета»лағы мәғлүмәткә таянған. Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар. XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш ала. Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр. Заманса ҡурайҙар 570-810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә. Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль (g) тауышына, иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай көпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә. Ҡалғандары ярымтауыш буйынса «Соль»-дән алып «До»-ға тиклем араны тултыра: Ля бемоль (Аs), Ля (A), Си бемоль (B), Си (H). Башҡорт милли көйҙәре пентатоник үлсәмдәге көйҙәр булып тора, һәм ҡурайҙа бөтә нескәлектәре менән биреп була. Диатоник өн теҙмәһе өсөн иһә ҡурайҙарҙы төрлө тоналлектә эшләйҙәр, йәғни ундай көйҙәрҙе башҡарғанда бер нисә ҡурайҙы алмаштырып уйнарға тура килә. 90-сы йылдарҙа ҡурайсы Ишморат Илбәков бөтә тондарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырыуға өлгәшә һәм «ишҡурай» тип атай. Мәгәр ҡурай белгестәре эшләү технологияһы, уйнау ысулы тап уныҡы кеүек булған ҡурайҙарҙы ғына ҡурай тип һанай. Шуға күрә классик ҡурайға нигеҙләнеп Ишморат Илбәков уйлап сығарған хроматик ҡурайҙы ҡурай тип танымау бар. Ул үҙенең уйын ҡоралын «ишҡурай» тип патент ала. Мәғлүмәттәр Башҡорт википедияһынан алынды.
Фотола Иҫке Собханғол мәктәбенең йөҙ йыллығында 100 ҡурайсы сығыш яһай.