Бөтә яңылыҡтар

Юбилейығыҙ менән!

Балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист, Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға - 80 йәш

Юбилейығыҙ менән!
Юбилейығыҙ менән!

  Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1945 йылдың 14 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Мәзит ауылында тыуған. Башланғыс белемде Абзан мәктәбендә ала. 1959 йылдан уҡыуын Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә дауам бара. Уны тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Юғары һөнәри белем алғас, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ районының Ишбарс ауылы мәктәбенә йүнәлтмә менән эшкә бара, унда балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. 1972 йылдан Ейәнсура районының «Октябрь байрағы» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1975 йылдан Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһындағы 8-се урта мәктәптә уҡытыусы. 1994 йылда уны Күмертауҙа асылған Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө башҡорт урта мәктәбенә «Тормош һабаҡтары» предметын уҡытырға саҡыралар. 1997—2007 йылдарҙа Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Өфөлә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты, 2012 йылдан рәйес урынбаҫары була. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина башлыса башҡорт балалар әҙәбиәте өлкәһендә ижад итә. 1993 йылда кескәйҙәр өсөн «Мәрйендәр» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабанғы балалар өсөн ижад ителгән «Гөр-гөр-гөрөлдәк» (1995), «Серле ҡумта»(2001), «Беҙҙең байрамдар», «Башҡортомдан батыр юҡ икән», «Әсәй ҡояш икән…» һәм башҡа китаптарындағы төп тема — тыуған яҡты, тыуған халҡыңды һөйөү.

Әҙип — урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн башҡорт балалар яҙыусыларының әҫәрҙәренән ике телдә: башҡорт һәм рус телдәрендәге ике томлыҡ «Балалар әҙәбиәте антологияһы»н төҙөүсе. Педагог-методист булараҡ, ул «Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар» (2001), «Мин Башҡортостанда йәшәйем» (2000), «Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым!» һәм башҡа методик ҡулланмалар төҙөп баҫтырып сығарҙы. Яҙыусы башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеүсе тәржемәсе булараҡ та яҡшы билдәле. Уның тәржемәһендә Мөкәрәмә Садиҡова, Раил Байбулатов, Тамара Ғәниева, Рәшит Солтангәрәев, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлнур Яҡупова, Нажиә Игеҙйәнова һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина шиғырҙарына Нурия Абдуллина, Артур Туҡтағолов, Зөһрә Фәйзуллина һәм башҡалар йырҙар яҙған. 2017 йылда Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы тарафынан яҙыусының «Әсәйем ҡояш икән» (хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр. — Өфө, Китап, 2011. – 220 бит), «Дүртенсе мөғжизә» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар. — Өфө, Китап, 2015. — 244 бит.), «Балалар әҙәбиәте антологияһы», I том (Өфө, Китап, 2012. — 356 бит), «Балалар әҙәбиәте антологияһы», II том (Өфө, Китап, 2012. — 356 бит) китаптары Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде.

Башҡортостан Башлығының 2021 йылдың 1 мартындағы указы менән «Илебеҙ беҙҙең ожмахтай. Страна чудес» исемле китабы өсөн Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы бирелде.

Башҡортостаным Флагы
Тора өс төрлө төҫтән:
Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға
Ҡурай сәскәһе төшкән.
Зәңгәр төҫө - ул халҡымдың
Уй-ниәте сафлығы,
Аҡ төҫ - ул именлек төҫө,
Хеҙмәттәшлек, паҡлығы.
Ә йәшеле - ул азатлыҡ,
Мәңгелек йәшәү төҫө.
Суверенлы илдә генә
Халҡым булмышы, көсө.
Ҡурай сәскәһе ете таж,
Нигеҙе - ете ырыу;
Бар милләттәр менән бергә
Бәхетле тормош ҡороу.
          Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас