Башҡортостандың Ишембай районында тыуып үҫеп, мәктәпте тамамлағас, ғилем-һөнәргә эйә булыу ниәте уны Силәбе ҡалаһына алып килә. Унда яңы ғына ойошторолған Муса Йәлил исемендәге әҙәби түңәрәккә йөрөй, «яҙыусылар – әүлиәләр», тип ныҡ ышанып, әүҙем ағзаһына әүерелә. Силәбе педагогия институты оло хеҙмәт юлына фатиха биргәс тә, Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбендә мәғрифәтселек һуҡмағына тәүләп аяҡ баҫа.
Әҙәби түңәрәктә ижад ялҡыны ҡабына, беренсе китабын ҡулына ала һәм артабан яҙмышын билдәләр мәҙәниәт юлына тәүге бураҙналар һалына.
Шағирәне ҡотларға йыйылған туғандары, дуҫтары һәм ҡәләмдәштәре уны ихлас яратып «ағинәй», «аҫыл зат», «халҡыбыҙ ынйыһы» һәм башҡа әллә күпме матур сағыштарыуҙар әйтте, аҙмы маҡтаулы һүҙҙәр яуҙы айбарлы исемгә.
Сит тарафта ғүмер кискән аҫыл заттар күңелендә рухи шишмә һайыҡмай, киреһенсә, ижад ҡаҙаны ҡайнар йөрәктәрҙән ут алып балҡып-балҡып тора әле.
Аҫыл юламандың рухташтары – ғалим Зәки Әлибай, публицист һәм яҙыусы Әхмәр Үтәбай, драматург Сәрүәр Сурина, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова йәндәге йәнле иҫтәлектәре менән бүлешеп ихлас ҡотланылар.
Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең Почётлы ағзаһы, кәңәшсеһе, консультанты – хәҙер иһә үҙе әүлиәләр заты Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙына оло ихтирам йөҙөнән Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау адресы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың ҡотлау телеграммаһы, һәм шулай уҡ Силәбе өлкә хакимиәте исеменән иҫтәлекле бүләк һәм Рәхмәт хаты тапшырылды.
Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы менән Йәдкәр Әхәт улы ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡуш ҡуллап ҡаршы алған кеүек оҙатҡан саҡта ла йола һаҡлап күңел түрҙәренән күктәргә үрләгән уй-хыял, дан-шөһрәт һәм һығылмаҫтай һәләт емештәрен – «Дәүерҙәр», «Преодолевая тысячилетия» исемле яңы китаптарын бүләк итте.
Ҡамса МОРТАЗИН, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.