

Мәҡәләмде ошо шиғри юлдар менән башлап киткем килә:
Һәр көн иртән тәҙрә ҡаршыһынан
Ашыға-ашыға атлап үтәһең.
Һин беләһең, унда, класыңда
Нисәмә күҙ һағынып көтәһен.
Әйтерһең дә, тырыш ҡарлуғас һин,
Ем илтәһең балаларыңа.
Һәр баланың өйҙә әсәһе бар,
Ә һин – уртаҡ әсә барына.
Бары ла йоҡлай.
Ә һин ултыраһың
Тик дәфтәрҙәр менән серләшеп,
Алдыңдағы китаптарың менән
Ысын кәңәшсеңдәй һөйләшеп.
Лампа яна.
Төнгө ике етә.
Һин һиҙмәйһең уны, һиҙмәйһең;
Өйрәнәһең һаман,
Китаптарҙан
Ынйы бөртөктәрен эҙләйһең.
Күңелең һинең, гүйә, гүзәл баҡса,
Унда үҫә белем гөлдәре.
Гөлгә биҙәп, көслө ҡанат биреп,
Юлға сығарманың кемдәрҙе.
КУҡытыусы!
Ошо исемдән дә
Артығыраҡ ниндәй исем бар?!
Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.
Үҙе педагог булып эшләгән, балаларға белем биреү эшмәкәрлегенең бөтә нескәлектәрен, яуаплылығын аңлаған, белгән кеше генә уҡытыусыны данлап ошондай шиғыр юлдары яҙа алалыр.
Был шиғырҙың авторы – билдәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас. Ул район үҙәге Стәрлебаш ауылындағы 1-се урта мәктәпте, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлағас, үҙенең хеҙмәт юлын 1952 йылда уҡытыусы булып элекке Матрай (хәҙерге Йылайыр) районының Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә башлай. 22 йәшендә уны мәктәп директоры тип тәғәйенләйҙәр, районда иң йәш директор була ул. Артабан тыуған районында Йәшергән ауылында уҡытыусы булып эшләй. Шунан Стәрлебаш район гәзитенә хәбәрсе булып күсә. Төп хеҙмәтенән айырылмай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға керә һәм уны ситтән тороп 1960 йылда тамамлай. Шулай итеп, уҡытыусы эшмәкәрлеген үҙ йөрәге, күңеле аша үткәргән Рауил Шаммас педагогтарға гел дан йырлай.
Рауил Сәхиулла улы үҙе лә балаларға белем бирә, тел серҙәренә төшөндөрә, ғәҙеллеккә, яҡшылыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа өйрәтә, һәр ваҡыт белем алыуға әйҙәй, үҙ көсөнә ышандыра. Ысын педагог һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла, белемен арттыра, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, балаларҙа ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләй.
Шағир-педагогтың һәр дәресе уйланылған, белем һәм тәрбиәгә, тормошҡа нигеҙләнгән, балаларҙың һәләттәрен үҫтерерлек ижади дәрес өлгөһө була. Ул үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, алдынғы эш алымдары ҡулланып, һәр баланы шәхес итеп үҫтерергә тырыша, бар яҡтан да һөнәри оҫталыҡҡа ынтыла.
1962 йылда Р. Шаммас «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына күсә, яуаплы сәркәтип урынбаҫары, 1968 – 1970 йылдарҙа бүлек мөдире була. 1972 – 1981 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә әҙәби мөхәррир вазифаһын башҡара. 1982 – 1984 йылдарҙа иһә СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан бүлексәһендә яуаплы хеҙмәткәр булып эшләй. Аҙаҡтан 1995 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында эшләй, шул иҫәптән пропаганда бюроһын етәкләй. Бер ни тиклем ваҡыт «Һәнәк» журналында әҙәби хеҙмәткәр булып та эшләп ала. Ғөмүмән, Рауил Сәхиулла улы ҡайҙа ғына эшләһә лә, хеҙмәт юлын ҡайҙа ғына дауам итһә лә, һәр саҡ илем, телем, халҡым тип йәшәне, үҙ эшенә тоғро ҡалды. Нурлы, моңло ижады менән йәш быуынды тәрбиәләүгә, үҫтереүгә күп көс һалды. Ҡайһы бер ҡәләмдәштәре шикелле, артыҡ янып-ярһып та барманы, әллә ҡайҙа күк-йондоҙҙарға ла ынтылманы. Бар көнө, бар хәстәре ерҙә, көндәлек тормошта булды уның. Ижадында темалары төрлө яҡлы, геройҙары тормошсан һәм ябай. Шағир һәр нәмәлә, һәр күренештә тормош йәмен, матурлыҡты күрә, тоя һәм уҡыусыларына еткерә белә.
Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған талантлы шағир Рауил Шаммас күңеле менән педагог булып ҡала. «Мин журналисты ла, яҙыусыны ла шул уҡ уҡытыусы тип атар инем. Киләсәк быуынды улар тәрбиәләй, тормошҡа кешенең күҙен аса түгелме ни?! Мин ижадта ла һәр саҡ уҡытыусы булып ҡалдым», – тип яҙа иҫтәлектәрендә Рауил Шаммас. Ул үҙенең әҫәрҙәре аша уҡыусыһына белем бирә, кеше итеп тәрбиәләй, үҫтерә, илһамландыра, маҡсаттарға ирешергә саҡыра.
Педагог һәм шағир Рауил Шаммас ижады киләсәктә лә яҡты, нурлы ижад булып беҙгә юл күрһәтеп торор
Фото: com