

«Яныбай Хамматов. Тарихҡа табан алтын күпер» күргәҙмәһенә килегеҙ!
Башҡорт халҡының шанлы ла, данлы ла тарихын, тарихи шәхестәрен үҙ халҡына ҡайтарыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына – 100 йыл.
Республика Башлығы Указына ярашлы ойошторолған сараларҙың матур нөктәһе буласаҡ ҙур күргәҙмәлә яҙыусының шәхси әйберҙәре, китаптары, хатта баҫылмай ҡалған китап ҡулъяҙмалары урын аласаҡ.
Күргәҙмәгә килеп, ни өсөн Яныбай Хамматов 40 йәшенән һуң ғына яҙа башлауын, уны ни өсөн «Башҡорт Толстойы» тип атауҙарын белергә, уның йырлауын ишетергә, тыуған йортоноң, йәйге баҡса йортоноң, эш бүлмәһенең макеттарын күрергә мөмкин.
Башҡортостандың Милли музейындағы күргәҙмәнең асылыу тантанаһында әҙиптең ейәнсәре Алһыу Хамматова, бүләсәләре, яҡташтары һәм башҡа ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.