Бөтә яңылыҡтар

Кем һин, шәхес?

Кем һин, шәхес? Г.Р. ҒӘБИТОВА, Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбе уҡытыусыһының дәрес өлгөһө Шәхес тәрбиәләүгә халҡыбыҙ элек-электән ҙур иғтибар бүлгән. Атай-олатайҙарыбыҙ изгелекте, әҙәплелекте юғары баһалаған, яҡшылыҡҡа ынтылған һәм үҙенең аҡыллы кәңәштәрен, яҡшы холоҡ тәрбиәләү серҙәрен халыҡ ижадында сағылдырған.

Кем һин, шәхес?
Кем һин, шәхес?

Кем һин, шәхес?

Г.Р. ҒӘБИТОВА,

Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбе уҡытыусыһы

        Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты. “Шәхес” һүҙенең мәғәнәһен асыҡлау, Әбйәлил ерендә тыуып-үҫкән шәхестәрҙең тормошон өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

         Көтөлгән шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре.  Шәхси үҫеш кимәле. Белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар файҙаланыу; ижади-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү; телмәр мәҙәниәтен камиллаштырырыуға ынтылышты үҫтереү; үҙеңдең белемеңде яңы шарттарҙа ҡулланырға өйрәнеү; һайлап алынған теманың мөһимлеген дәлилләргә, иҫбат итергә ынтылыу.

       Метапредмет кимәле. Төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана алыу, алған белемде системалаштырыу; башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай һәм дәлилләй белеү; башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең  тормошо һәм ижады буйынса белемдәрҙе тулыландырыу; үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе, иптәштәреңде баһалауҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.

      Предмет үҙләштереү кимәле. Тасуири, етеҙ, шыма уҡыу;  ораторлыҡ һәләтенә эйә булырға ынтылыу; кәрәкле материалды дәрескә тиклем туплау һәм дәрес барышында нығытыу.

         Йыһазландырыу. Проектор, презентация, карточкалар.

         Дәрестең девизы:  Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың  да улы бул

       Инеш өлөш.

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Бөгөн һеҙҙең менән шәхес төшөнсәһен аңларға тырышырбыҙ, кемдәрҙе шәхес тип атағандарын  билдәләрбеҙ.

       Дәрестең темаһы, девизы менән таныштырыу (дәфтәргә яҙҙырыу һәм аңлатма биреү).

   Төп өлөш.

  1. Шәхес   һүҙенә аңлатма биреү.(Шәхес – ғәрәп һүҙе, йәмғиәттәге айырым сифаттары, үҙенсәлеге, тотҡан урыны, эше менән билдәле кеше.)
  2. Халыҡ педагогикаһында шәхес тәрбиәләү темаһы.

Уҡытыусы. Шәхес тәрбиәләүгә халҡыбыҙ элек-электән ҙур иғтибар бүлгән. Атай-олатайҙарыбыҙ изгелекте, әҙәплелекте юғары баһалаған, яҡшылыҡҡа ынтылған һәм үҙенең аҡыллы кәңәштәрен, яҡшы холоҡ тәрбиәләү серҙәрен халыҡ ижадында сағылдырған. Халыҡ ижадының тәрбиәүи әһәмиәте булған ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ? (Йыр, әкиәт, мәҡәл, әйтем, ҡобайырҙар.)

            III. Мәҡәл  һәм әйтемдәр өҫтөндә эш.

       Уҡытыусы. Хәҙер мин һеҙгә тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ темаһына арналған мәҡәлдәрҙең тәүге өлөшөн уҡыйым, ә һеҙ ҡалған яртыһын табығыҙ.

Яҡшы һүҙ –                балдан татлы.

Яҡшынан үрнәк ал – ямандан ғибрәт ал.

Бер олоно бер кесене тыңла.

Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған.

Батыр бер үлә – ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә.

Ололаһаң олоно – ололарҙар үҙеңде.

Ат юлда – егет яуҙа һыналыр.

         Был мәҡәлдәрҙең төп тәрбиәүи әһәмиәте нимәлә? Улар кешене ниндәй булырға өйрәтә? (Ололарҙы, атай-әсәйҙе тыңларға, яҡшынан – үрнәк, ямандан ғибрәт алырға, илде яҡларға, һаҡларға өйрәтә.)

  1.  Башҡорт халыҡ йыры «Урал». Йырҙы тыңлау. Дәрестең планын яҙҙырыу: а) «Урал батыр» – дөйөм кешелек сифаттарын туплаусы эпос; б) Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли һыҙаттарын һынландырыусы батыр; в) Т. Кусимовтың хәрби тормош юлы – йәштәргә үрнәк; г) яҡташ шәхестәребеҙ –  ғорурлығыбыҙ; ғ) шәхестәргә хас сифаттар – миңә лә ят түгел.

        Уҡытыусы. Уҡыусылар, әле ниндәй йыр яңғыраны? (Башҡорт халыҡ йыры «Урал».) Ошо юлдарға иғтибар итегеҙ: «Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы – ете лә ырыу илдең төйәге... ». Йыр башта «Ете ырыу» тип аталған.  Башҡорт халҡы өсөн Урал – тыуған ил, тыуған ер төшөнсәһен аңлата. Легендаһында боронғо ваҡыттарҙа башҡорттарҙың үҙ-ара татыу йәшәмәгәнлеге, бер-береһенең ерҙәрен баҫып алыуҙары, мал-тыуарҙарын, ҡатын-ҡыҙҙарын алып китеүе һөйләнә. Аҡһаҡалдар, оло йәштәге абруйлы кешеләр бындай йәшәйешкә сик ҡуйырға уйлайҙар. Көньяҡ Уралдың Ҡырҡтытау итәгендә ете башҡорт ырыуы осраша. Улар тыныс тормош урынлаштырып, татыу йәшәргә вәғәҙәләшәләр.

       Ошо мөһим ваҡиғаға арнап, халыҡ йыры «Урал» сығарыла һәм башҡорт халҡының гимнына әүерелә. Башҡорт халҡы ижадында «Урал» һүҙе менән бәйле тағы ниндәй халыҡ ижады жанры бар? («Урал батыр» эпосы.)

  1. «Урал батыр» – дөйөм кешелек ҡиммәттәрен туплаусы эпос.

          Уҡытыусы.  Дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ынтылыу башҡорт халҡының иң боронғо ижад емештәренең береһе – «Урал батыр» эпосында сағылыш таба. Хәҙер ошо эпостан өҙөктәр уҡып, кешелеккә хас ыңғай сифаттарҙы табайыҡ һәм дәфтәргә яҙайыҡ. (Альбом битенә яҙылған өҙөктәр уҡыусылар алдында ята.)

       «Атам һүҙен тотамын – Мин ҡан эсмәй үҫәмен... ” (Ата-әсә һүҙен тотҡан, ололарға ихтирамлы.) «Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын”. (Тормошта үҙ маҡсаты бар: кешелекте мәңгелек итергә ниәтләй.)

      «Атым Урал булғанда, Затым кешенән булып, Был донъяға тыуғанда,     Кешегә ярҙам итермен, Илем байман итермен, Кешегә дошман булғандың барын тар-мар итермен”. (Исеме, кеше затынан булыуы менән ғорурлана: кешегә ярҙамсыл,үҙен түгел, илен ҡайғырта. Кешелектең дошманы –  уның дошманы.)

        «Ил батыры шул булыр, Кеше һөйәр ир булыр, Һеҙҙең шатлыҡ – минеке, Минең шатлыҡ – һеҙҙеке”. (Урал батыр дан өсөн йәшәмәй, ә ил                      хәстәре менән йәшәй.)                          

       Уҡыусылар, ошо өҙөктәр аша Урал батырҙың кешелектең иң изге сифаттарын үҙенә йыйып, бөтә ир-егеттәргә өлгө булып тороуын иҫбат иттек.

«Урал батыр” эпосы халҡыбыҙҙың төп тәрбиә сығанағына, халыҡ тәжрибәһендә һыналған әҙәп-әхлаҡ кодексына әүерелде. Тарихта уның өлгөһөндә тәрбиәләнгән бик күп батырҙарыбыҙ, билдәле шәхестәребеҙ барлыҡҡа килде. 

         Тәбиғәттең һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы “Урал батыр” эпосы иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың  рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Урал батырҙың көрәш маҡсаты бөгөнгө көн өсөн үтә әһәмиәтле.  

       Бигерәк тә әлеге көндә алкоголизм, наркомания, эшһеҙлек күбәйгән заманда аҡты ҡаранан айыра белеү, яҡшылыҡ менән яманлыҡ төшөнсәләрен өйрәнеү – төп бурысыбыҙ. Башҡорттоң тәрбиә ҡанундары тап ошо «Урал батыр»ҙа тупланған да инде.  Бында беҙ халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, йолалары аша барлыҡ тере йәндәргә ҡарата шәфҡәтле булырға, тыуған илеңә, халҡыңа хеҙмәт итергә, туған телеңде яратырға һәм һаҡларға, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡсыл файҙаланырға ынтылыу зарурлығын хуплаған халыҡсан ҡарашы менән таныштыҡ.

      Тарихыбыҙ шуны раҫлай: илем, халҡым, телем тип йән атҡан, ғүмерен  фиҙа ҡылған шәхестәребеҙ һәр осорҙа булған. Уҡыусылар, ошондай тарихи шәхестәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ? (Ҡараһаҡал, Батырша, Алдар, Кинйә, С. Юлаев, З. Вәлиди, М. Шайморатов, М. Мортазин, Т. Кусимов һәм башҡалар.)

  1. С. Юлаев-башҡорт халҡының милли һыҙаттарын һынландырыусы   батыр.

         Уҡытыусы. Ошо шәхестәр араһынан бөтә донъяға билдәле булған милли батырыбыҙ С. Юлаевҡа туҡталып китәйек. Арҙаҡлы шәхесебеҙ менән һоҡланып, уның тормош, ижад һәм яу юлын өйрәнеп, бик күп яҙыусылар, тарихсылар, ғалимдар батыр хаҡында бихисап хеҙмәт яҙҙы.

      Алдығыҙҙа рус һәм башҡорт халҡының күренекле яҙыусылары, тарихсылары, фольклорсы-ғалимдарының С. Юлаев тураһында әйткән һүҙҙәре, фекерҙәре яҙылған ҡағыҙ ята. Шуларҙы уҡып ҡарайыҡ. Халҡы өсөн йәнен аямаған ил батыры, ил күрке була алыуға уны ниндәй күркәм сифаттар килтерҙе икән?

      «Салауат бәләкәй сағынан уҡ ҡыйыулығы, зирәклеге, сәсән телле булыуы менән айырылып торған. 3 – 6 йәштәрҙә үк йорт хайуандары: әтәстәр, айғырҙар талашҡанын, үгеҙҙәр һөҙөшкәнен, малайҙар көрәшкәнен ҡыҙыҡһынып күҙәткән, өлкәндәрҙән еңеү-еңелеү сәбәптәрен һорашҡан. Йыйындарҙа үҙҙәренең көрәшсеһе, сапҡы аты еңелһә, бик ғәрләнгән. (Мөхәммәтша Буранғолов.)

     «Ун туғыҙ йәшлек башҡорт егете Салауат үҙенең ҡыйыулығы,ҡаһарманлығы, кешеләрҙе көрәшкә әйҙәү оҫталығы һәм оҫта ғәскәр етәксеһе булыуы менән ике-өс аҙна эсендә Пугачевтың иғтибарын һәм ихтирамын яулап өлгөрә. (Н.М. Ҡолбахтин.)

     «Ун өс йәшендә Салауат оҫта һыбайлы, ҡурҡыу белмәҫ егет ине инде. Ул, елеп барған көйгә аттың һыртына баҫып, кәпәсенә сөйә лә тотоп ала, аттың бауыр аҫтынан әйләнеп сыға, төлкөнө ҡыуып етеп, сыбыртҡыһы менән үлтерә һуға. Һуғыш, һунар уйындарында ғына түгел, Салауат һабантуйҙарҙа үткәрелгән тоҡ кейеп ярышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү кеүектәрендә лә гел беренсе булды. (Степан Злобин.)

     «Ут-һыуҙар кискән, күп ғәскәр ир-егеттәрҙе таныған Кинйә абыҙ йәш кенә Салауат Юлаевтың ташып торған ғәйрәтен, яу-юлдарға һәләтен йәһәт күреп ала. Уны башта туранан-тура үҙ ҡулы аҫтындағы командала тота, хәрби өйрәнеүҙәрҙә һынай, унан үҙ отряды сафында Ырымбур ҡәлғәһе ҡырындағы яуға индерә. ( Ғайса Хөсәйенов.)

       «Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Салауат тиңдәштәре һәм олораҡ егеттәр араһында ихтирам һәм абруй яулап алырға өлгөрҙө. Көсө, таҫыллығы һәм ҡыйыулығы өсөн уны батыр, бәһлеүән тип йөрөтәләр. (М.В. Лоссиевский.)

      Ошондай күркәм сифаттар, милли һыҙаттар ил батыры яһай Салауаттан. Салауат батырлыҡ, ил яҙмышы тураһында шиғыр һәм ҡобайырҙарында ошо турала әйткән:

       Күк ыласындың балаһы

       Бауҙа үлә талпынып,

       Яҡшы атаның балаһы

       Шәһит үлә яу йөрөп.

      Ҡарсыға үтмәҫ урмандан

      Ыласын үтә таң менән,

      Михнәт менән көн күргәнсе,

      Яуҙа үләйек дан менән!

  VII. Яҡташ шәхестәр тураһында.

        Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер һеҙҙең иғтибарға анкета тәҡдим итәм. Үҙебеҙҙең яҡташ шәхестәребеҙҙе танырбыҙмы икән?

  1. БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев образын сәхнәлә бик оҫта һынландырыусы драма артисы, Буранғол ауылы егете. (Әхтәм Әбүшахмано.в)
  2. Шиғриәттә һыбай сығып, бәйгеләрҙә уҙышып кешеләргә үҙенең оран-һүҙен әйтеп, ғәм халыҡ араһында майҙан тотоп, толпар затлы хыял атында сабыусы шағир. (Әсхәл Әхмәт-Хужа.)
  3. Районыбыҙҙа әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн бирелә торған, ниндәй шәхес исемендә премия булдырылған? (Әҙәбиәт белгесе, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әхмәтйәнов.)
  4.  Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,

           Тышҡынайын ниҙән тышлайым?

           Йәйгенәйен бында йәйләгәйнем,

           Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым?

      Орсоҡ-Ҡусҡар ауылында тыуып-үҫеп, ҡул көсө һәм үткер һүҙе менән ғүмер буйы ғәмһеҙлеккә ҡаршы көрәшкән, ярлы-ябағаны яҡлаусы сәсәндең  йырынан был өҙөк. (Бейеш сәсән.)

  1. Районыбыҙҙың гимны рәүешендә йөрөгән «Эх Әбйәлил, Әбйәлил» йырының авторы кем? (Композитор Рафиҡ Сәлмәнов.)
  2.  РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, СССР Художество Академияһының ағза-корреспонденты. (Әхмәт Лотфуллин.)
  3. Сығышы менән Әлмөхәмәт ауылынан булған һәләтле шағир һәм драматург, «Һигеҙенсе мөғжизә” китабының авторы. (Р. Ҡол-Дәүләт.)
  4. Балалар шағирәһе, педагог, «Килендәр» китабының авторы кем? (А. Йәғәфәрова)
  5. Бабалар эре булған, оҙаҡ йәшәп,

        Ҡарттары һикһән йәштә ҡурмас ашап,

        Шул батыр бабаларҙан тыуған булһа,

        Балаһы насар булыр,кемгә оҡшап?

 Ошо юлдар авторы, мәғрифәтсе, Әбделғәзе ауылында тыуған сәсән.  (Ш. Тамъяни.)

  1. Кинорежиссер. «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһында эшләй. «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе була.  «Салауат Юлаев көндәре», «Азатлыҡ ҡапҡаһы» һәм башҡа фильмдар режиссеры. (М. Яҡшымбәтов.)
  2. Әлмөхәмәт ауылында тыуған күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы-публицист, «Ысыҡтан эйелә ҡылған», «Һынылыш» романдарының, «Генерал Кусимов» документаль повесының авторы кем? (Р. Өмөтбаев.)
  3. Башҡорт артисы,режиссер, ҡурайсы, бейеүсе, йырсы. БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. (Ғ. Ушанов.)
  4. «Әйүкә», «Саңдүҙәк», «Буҙыҡаев кантон» һәм башҡа йырҙар авторы, «Урал» ҡобайырын беҙҙең көндәргә еткереүсе ҡурайсы, йырсы, сәсән. (Ишмөхәмәт сәсән)

        Тағы ниндәй яҡташ шәхестәрҙе беләһегеҙ? (Күргәҙмәнән фотоларын,китаптарын күрһәтеп китеү.) Ошо шәхестәрҙең күркәм сифаттарын үҙегеҙгә өлгө итеп алып, яҡшыны ямандан айырырға өйрәнеп, изге күңелле, кешелекле, тәртипле, киләсәктә илебеҙҙе һаҡларҙай, яҡларҙай, шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

        VIII. Таһир Кусимовтың тормош юлы – хәҙерге йәштәргә үрнәк.

       Уҡытыусы. Тыуған ерҙе һаҡлау – ир-егеттең иң изге, иң мөҡәддәс бурысы, күркәм сифаты. Йәш быуын геройҙарҙың исемдәрен генә түгел, уларҙың данлы тормош һәм яу юлдарын белеп үҫергә тейеш. Беҙ үҙебеҙҙең ҡаһарман яҡташтар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Батырлыҡ күрһәткән яҡташ яугирҙарыбыҙ тураһында иҫкә төшөрөп үтмәһәк, хилаф булыр. ( Р. Өмөтбаевтың  «Генерал Кусимов» китабынан өҙөктәр уҡыу. 7, 21 – 23-сө, 32, 68,69, 79 биттәр.)

Йомғаҡлау.

       Уҡытыусы. Бөгөнгө дәрестән һеҙ үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәттәр, фәһем алдығыҙмы? Ниндәй мәғлүмәт ҡыҙыҡһыныу уятты? Ниндәй яңы белем алдығыҙ? Нимәләрҙе белә инегеҙ?

          Уҡыусылар, киләсәктә һеҙҙең кем булыуығыҙ түгел, ниндәй кеше булыуығыҙ мөһим. Урал батыр әйткәнсә, яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!

      Өйгә эш. Шәхес тип һанаған ауылдашығыҙ тураһында презентация әҙерләргә.

    

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас