Телһөйәрҙәр йыйылды

2025 йылдың 20 ноябрендә урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары араһында башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы үтте. Ул Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо.              Олимпиаданың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының туған һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт телен тәрән белгән һәләтле студенттарҙы асыҡлау, йәш быуында милли мәҙәниәттең мөһим компоненты булараҡ башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.              Быйыл олимпиадаға 52 профессиональ белем биреү ойошмаһынан 100-гә яҡын беренсе һәм икенсе курс студенттары йыйылды. Беренсе турҙа башҡорт теле, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте буйынса тест заданиелары, икенсеһендә –түңәрәк өҫтәл һәм бирелгән темаларға диалог ҡороу ҡаралған. Студенттар олимпиада эштәрен үтәгән ваҡытта уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Телһөйәрҙәр йыйылдыТелһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды

Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәғарифты үҫтереү доценты, Өфө күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы – 1993», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2025» төбәк-ара конкурсы лауреаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров «Башҡорт теле дәрестәрендә эшмәкәрлек алымдары»  менән таныштырһа, филология фәндәре кандидаты, доцент, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы Шәйхисламова студенттарҙы олимпиадаға әҙерләү методикаһы менән бүлеште. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов журнал менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. Журнал һәр уҡытыусыға методик энциклопедия вазифаһын да үтәй. «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе Луиза Риф ҡыҙы Кирәева журналдың уҡытыусыға ярҙамсы әсбаб булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа заманса технологияларҙы ҡулланыу» тәжрибәһе менән  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының төрки һәм көнсығыш филологияһы кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Раушания Абдулхай ҡыҙы Солтаҡаева уртаҡлашты.

             Шулай уҡ коллегаларына Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рафаэль Әхмәтйән улы Сиражетдинов, Нефтекама нефть колледжы уҡытыусыһы Айгөл Салауат ҡыҙы  Йәһүҙина үҙҙәренең эш алымдарын еткерҙе, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжынан  Шәмиғолова Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нейроселтәрҙе ҡулланыу» , ә Даян Мурзин исемендәге Кушнаренко күп профилле профессиональ колледжы уҡытыусыһы  Фәттәхова Гөлфинә Мазһар ҡыҙының «ФГОС талаптарын тормошҡа ашырыу өсөн студенттарҙың телдән һәм яҙма телмәрен үҫтереү» буйынса сығыштары барыһына ла күп мәғлүмәт бирҙе. «Башҡорт теле дәрестәрендә  тасуири уҡырға өйрәтеү ысулдары һәм алымдары»н  Туймазы педагогия колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Кәримова Гөлнара Яхъя ҡыҙы уртаҡлашты. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Ишбулды ҡыҙы Әхмәҙиева  «Дидактик материалдарҙың уҡытыуҙағы роле» һәм Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжынан Тимерғәлиева Светлана Ивановна «Башҡорт теле дәрестәрен үткәргәндә Эсборд Һәм Сферум-видео онлайн-таҡтаһы мөмкинлектәрен файҙаланыу» кеүек үҙенсәлекле эш тәжрибәләрен бәйән итте.  «Профессиональ белем биреү ойошмаларында башҡорт телен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләре» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

             Олимпиаданы ябыу тантанаһы шул уҡ көндә билдәләнде. Туған тел булараҡ башҡорт телен өйрәнеүсе студенттар араһында абсолют еңеүсе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжынан Шаһисолтанов Ризуан (етәксеһе Әминева Ф.С), дәүләт теле булараҡ – Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжынан Юрчак Арина (етәксеһе Тимерғәлиева С.И.) билдәләнде. Еңеүселәрҙе, призерҙарҙы һәм уларҙың остаздарын ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Телһөйәрҙәр йыйылды
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас