II Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция
филология фәндәре докторы, профессор, БР ФА академигы З. Ғ. Ураҡсиндың, филология фәндәре докторы, профессор, БР ФА академигы М. В. Зәйнуллиндың тыуыуының 90 йыллығына һәм филология фәндәре докторы, профессор, БР ФА мөхбир ағзаһы Ф. Ғ. Хисаметдинованың тыуыуының 75 йыллығына арналды. Ҙур сарала Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы ғалимдары, илебеҙҙең һәм Башҡортостан Республикаһының билдәле фән әһелдәре, төркиәтселәре, тел белгестәре, аспиранттар, магистранттар, студенттар ҡатнашты. Конференциялағы ҡайһы бер сығыштар зум бәйләнеше аша күрһәтелде.
Ҡатнашыусыларҙы техник фәндәр докторы, профессор, БР ФА мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты К. Н. Рамазанов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф бүлеге начальнигы Р. Р. Сәфиуллина, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы И. З. Фәтҡуллин, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты ағзаһы М. С. Ҡунафин сәләмләне.
Конференцияның пленар өлөшөндә донъя кимәлендә танылған ғалимдарҙың - З. Ғ. Ураҡсиндың, М. В. Зәйнуллиндың, Ф. Ғ. Хисаметдинованың тормошо, фәнни мәктәбе, донъя тел белемен үҫтереүгә индергән хеҙмәте, йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында йөкмәткеле сығыштар тәҡдим ителде. Уларҙың башҡорт телен өйрәнеү, төрки донъяһында танытыу, үҫтереү буйынса башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтенә байҡау яһалды.
Шулай уҡ башҡорт теленең донъя телдәре араһындағы урыны, сағыштырма өйрәнелеүе хаҡында ҡыҙыҡлы докладтар булды.
Конференция эше артабан секцияларҙа дауам итте.
"Башҡорт теленең фундаменталь тикшеренеүҙәре һәм төрки тел ғилеменең актуаль мәсьәләләре",
"Төрки халыҡтарҙың фольклоры һәм әҙәбиәте", "Төрки халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәниәте" исемле секция ултырыштарында береһенән береһе ҡыҙыҡлы, тәрән өйрәнелгән темаларға докладтар тыңланды.
Халыҡ-ара фәнни ғәмәли конференция юғары кимәлдә ойошторолдо, донъя кимәлендә танылыу тапҡан арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың фәнгә һәм халҡыбыҙға арналған яҙмышына, уларҙың фундаменталь хеҙмәттәренә, фәнни мәктәбенә оло ихтирам һәм хөрмәт күрһәткесе булды.