Бөтә яңылыҡтар

«Тарихҡа табан алтын күпер»

Милли музейҙа РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм СССР-ҙың яҙыусылар союзы премиялар лауреаты, башҡорт әҙәбиәтенең күренекле яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Тарихи романдар оҫтаһының ижады аша башҡорт кинематографияһына нигеҙ һалына,  пенталогия буйынса ла берҙән-бер яҙыусыбыҙ ул. Күргәҙмә ваҡытында ғына QR-код аша һеҙ «Бөртөкләп йыйыла алтын» серияһын, Аҡландағы йорттоң макетын, элек старателдәрҙең эште нисек башҡарыуын, әҙиптең шәхси әйберҙәрен, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәрен, баҫтырылмаған романдарын күрә алаһығыҙ, хатта, яҙыусының йырлауын ишетә алаһығыҙ.           Был уникаль күргәҙмә 17 ғинуарға тиклем эшләй.

«Тарихҡа табан алтын күпер»
«Тарихҡа табан алтын күпер»

Күргәҙмәлә Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев әҙип тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште.  Яҙыусы Яныбай Хамматовтың архивта һаҡланған аудиояҙмаһына бүләсәре Наилә Атнағолова ҡушылып башҡорт халыҡ йыры «Илсе Ғайса»ны башҡарҙы. Сараға Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназия уҡыусылары ла килгән ине. Яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова һүҙҙәренсә, әҙиптең китаптары бер ҡасан да магазин һәм китапхана кәштәләрендә оҙаҡ ятмаған. Ул шулай уҡ музей хеҙмәткәрҙәре менән рәссамдарына  титаник эштәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Музей хеҙмәткәрҙәре яҙыусының тыуған ауылында ла була. Ауылдаштары һәм әҙәби эшмәкәрлегендә осраған бөтә кешеләр менән дә аралаша. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Айгөл Нил ҡыҙы Ҡужәхмәтова экскурсия барышында һәр экспонат тураһында ентекле таныштырҙы.          

Күргәҙмә ваҡытында ғына QR-код аша һеҙ «Бөртөкләп йыйыла алтын» серияһын, Аҡландағы йорттоң макетын, элек старателдәрҙең эште нисек башҡарыуын, әҙиптең шәхси әйберҙәрен, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәрен, баҫтырылмаған романдарын күрә алаһығыҙ, хатта, яҙыусының йырлауын ишетә алаһығыҙ.          

Был уникаль күргәҙмә 17 ғинуарға тиклем эшләй.

 

Фото: Милли музейҙан

«Тарихҡа табан алтын күпер»
«Тарихҡа табан алтын күпер»
«Тарихҡа табан алтын күпер»
«Тарихҡа табан алтын күпер»
«Тарихҡа табан алтын күпер»
«Тарихҡа табан алтын күпер»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас